Камилов Феликс Хөсәйен улы
Камилов Феликс Хөсәйен улы (7 ноябрь 1940 йыл) — СССР һәм Рәсәй биохимигы, юғары мәктәп эшмәкәре. 1988—1994 йылдарҙа Башҡортостан дәүләт медицина институты ректоры. Медицина фәндәре докторы (1977), профессор (1979), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының (1991) һәм, Рәсәй Тәбиғәт фәндәре академияһының мөхбир ағзаһы (2001), Рәсәй Иҡтисад академияһының ғәмәли ағзаһы (2001). Рәсәй Федерацияһының (2004) һәм Башҡорт АССР-ының (1991) атҡаҙанған фән эшмәкәре.
Камилов Феликс Хөсәйен улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 7 ноябрь 1940 (84 йәш) |
Тыуған урыны | Ташкәнт, Үзбәк ССР-ы[d], СССР |
Һөнәр төрө | ғалим |
Эш урыны | БДМУ |
Уҡыу йорто | Рәсәй Федерацияһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Көньяҡ Урал дәүләт медицина университеты |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәФеликс Хөсәйен улы Камилов[1] 1940 йылдың 7 ноябрендә Ташкент ҡалаһында тыуа.
1964 йылда Силәбе медицина институтының дауалау факультетын тамамлай. Институттың биохимия факультетында аспирантура тамамлағандан һуң, «Пиримидин сығарылмаларының һәм синтетик стероидтарҙың аҡһым-анаболик һәм антикатаболик йоғотоһон тикшереү» тигән темаға кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай һәм шул уҡ кафедрала ассистент (1967—1970), доцент (1971—1977) була. «Эксперименталь термик бешеүҙәрҙә аҡһым һәм нуклеин кислоталары алмашыныуын тикшереү» тигән темаға докторлыҡ диссертацияһын 1975 йылда яҡлай.
1977 йылда конкурс аша Башҡорт дәүләт медицина институтының биология һәм органик химия кафедраһы мөдирлегенә үтә.
1982—1983 йылдарҙа — дауалау факультеты деканы, 1983—1988 йылдарҙа фәнни һәм дауалау эше буйынса проректор була.
1988—1994 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институты ректоры.
1991 йылда Ф. Х. Камилов Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы дәрәжәһенә һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре исеменә лайыҡ була.
Ф. Х. Камилов Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһын ойоштороуҙа ҡатнаша. Ул Рәсәй Иҡтисад академияһының ғәмәли ағзаһы (2001) һәм Рәсәй Тәбиғәт фәндәре академияһының мөхбир ағзаһы (2001).
«Медицинский вестник Башкортостана» журналының мөхәррир урынбаҫары, Башҡорт дәүләт медицина университетының диссертация советы рәйесе, «Урал, Көнбайыш Себер һәм Волга буйы биохимиктары берекмәһе» йәмәғәт ойошмаһының рәйесе.
Камиловтың фәнни эшәмәкәрлек даирәһе: клиник һәм экологик биохимия. Балаларҙы бешеү ауырыуҙарынан дауалау ысулдарын эшләй. Ул тәжрибәләр юлы менән тотороҡло органик бысратҡыстар (диоксинлы хлор берләшмәләре, галогенлашҡан бифенилдар һ. б.) йоғонтоһонда метаболик һәм гормональ боҙолоуҙар законсалыҡтарын өйрәнә, уларҙың кеше һәм хайуандарҙың организмына күп кимәлле токсик тәьҫире механизмдарын аса.
Уҡыусылары араһында 14 фән докторы һәм 62 фән кандидаты бар.
Хеҙмәттәре
үҙгәртергәКамилов Феликс Хөсәйен улы — 600-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән уйлап табыуҙарға 35 авторлыҡ танытмаһы авторы. Оксиметилурацил тигән яңы дарыу препаратының атворҙашы.
- Ф. Х. Камилов Пиримидины и их применение в медицине. — Уфа: Изд-во БГМУ, 1992.
- Ф. Х. Камилов Геморрагическая лихорадка с почечным синдромом в Республике Башкортостан. — Уфа: Изд-во БГМУ, 1995.
- Ф. Х. Камилов Экотоксикологические проблемы мониторинга сточных вод фармацевтических производств. — Уфа: Изд-во «Гилем», 1996.
- Ф. Х. Камилов Биохимия гормонов и механизмы гормональной регуляции обмена веществ. — Уфа: Изд-во «Гилем», 1998.
- Ф. Х. Камилов Иммунотропные эффекты феноксигербицидов. — Уфа: Изд-во БГМУ, 2000.
- Ф. Х. Камилов Патогенез и лечение геморрагической лихорадки с почечным синдромом. — Уфа: Изд-во БГМУ, 2000.
- Гонадотропные эффекты феноксигербецидов в мужском организме. — Уфа: Дизайн Полиграф Сервис, 2001.
- Злокачественные лимфомы (клинико-лабораторные факторы прогноза, лечение). — Уфа: Здравоохранение Башкортостана, 2002.
- Хронические вирусные гепатиты. — Уфа: Изд-во «Гилем», 2005.
- Неврологическая депрессия у женщин. — Уфа, 2009.
- Ф. Х. Камилов Курс лекций по биохимии ротовой полости. — Уфа: Изд-во БГМУ, 2009 и др.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1991)
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2004)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Академия Наук Республики Башкортостан — Камилов Феликс Хусаинович. Проверено 23 января 2013. 5 февраля 2013 года.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Камилов Феликс Хөсәйен улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 1 ноябрь 2019)