Наливкин Василий Дмитриевич
Наливкин Василий Дмитриевич (17 апрель (30 апрель) 1915 йыл, Петроград— 5 ноябрь 2002 йыл, Санкт-Петербург) — ғалим-геолог. СССР Фәндәр академияһының академияһының мөхбир ағзаһы (1968), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почетлы академигы (1991), геология-минералогия фәндәре докторы, профессор, Ленин премияһы лауреаты, ике тапҡыр И. М. Губкин исемендәге премия лауреаты (1960, 1986), ер аҫтын почётлы эҙләүсе (1958).
Наливкин Василий Дмитриевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы Рәсәй республикаһы Совет Рәсәйе СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 17 (30) апрель 1915 |
Тыуған урыны | Санкт-Петербург, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 5 ноябрь 2000 (85 йәш) |
Вафат булған урыны | Санкт-Петербург, Рәсәй |
Ерләнгән урыны | Комарово ҡасабаһы зыяраты[d] |
Һөнәр төрө | ғалим |
Эшмәкәрлек төрө | геология |
Эш урыны | Всероссийский нефтяной научно-исследовательский геологоразведочный институт[d] |
Уҡыу йорто | Санкт-Петербург дәүләт тау университеты |
Ғилми дәрәжә | геология-минералогия фәндәре докторы[d] (1950) |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәВасилий Дмитриевич Наливкин 1915 йылдың[1] 17 (30) апрелендә Петроградта геолог Д. В. Наливкин һәм Анна Козьминична Зворыкина (Владимир Козьмич Зворыкиндың апаһы) ғаиләһендә тыуған. Тәүге биш йылда ғаилә Муром ҡалаһында йәшәй.
1938 йылда Ленинградта Тау институтын тамамлай
1943 йылда кандидатлыҡ, ә 1950 йылда — докторлылыҡ диссертацияһын яҡлай, эштәрендә Башҡортостанда нефть ятҡылыҡтары булыуын нигеҙләй. (Кыҙылбай, Усть-Әй һ. б.).
Урал экспедицияһының баш геолог булып эшләй (1942—1950), Волга-Урал провинцияһы һәм Көнбайыш Себер (1950—1965) секторы мөдире, фәнни эштәр буйынса директор урынбаҫары (1969—1991), Бөтә Союз нефть геологик-разведка институтының (ВНИГРИ) дирекцияһы ҡарамағында советник (1991—2000), «Геотектоника» журналы мөхәрририәт коллегияһының ағзаһы була.
Наливкиндың ғилми йүнәлештәре: нефть һәм газ ятҡылыҡтарының законлылығы, нефть һәм газ ятҡылыҡтарын формалаштыру.
Ул Көнбайыш Себер нефть-газ сығарыу бассейнының перспективалы булыуын дәлилләй, Иҙел-Урал өлкәһенең геологияһын һәм нефть-газ перспективаларын өйрәнеүгә ҙур өлөш индерә. СССР (1961) һәм СССР (1965) Европа өлөшөндәге литологик-палеографик карталарының атластарын төҙөүҙә ҡатнаша.
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почетлы академигы (1991), ул Башҡортостан Фәндәр академияһының Ер тураһында фәндәр бүлексәһендә тора.
2000 йылдың 5 ноябрендә Санкт-Петербургта вафат була, Комаров зыяратында ерләнгән
Бүләктәре һәм премиялары
үҙгәртергә- Ике Ленин ордены (1967, 1971);
- 1944 — Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
- 1945 — «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында маҡтаулы хеҙмәте өсөн» миҙалы
- 1948 — «Почет Билдәһе» ордены
- 1953 — Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
- 1956 — «Почет Билдәһе» ордены
- 1957 — «Ленинградтың 250 -йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы
- 1970 — «Владимир Ильич Лениндың тыуыуының 100-йыллығы уңайынан» миҙалы
- 1974 — МХР Хеҙмәт даны ордены
- 1975 — Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
- 1964 — Ленин премияһы
- 1951 — И. М. Губкин исемендәге премия (Э. Э. Фотиади, Л. Н. Розанов, Ю. А. Притула, В. Н. Тихий, В. А. Успенский менән берлектә, 1950 йыл өсөн)
- 1985 — ВДНХ-ның бронза миҙалы
- 1986 — Октябрь Революцияһы ордены
- 1988 — И. М. Губкин премияһы (М. Д. Белониным, Г. П. Сверчков менән берлектә, 1986 йыл өсөн)
- 1989 — ВДНХ-ның көмөш миҙалы
- 1990 — «Ер аҫты байлыҡтарын үҙләштереү һәм нефть-газ комплексын үҫтереү өсөн» миҙалы
Библиография
үҙгәртергәВ. Наливкин — 150-нән ашыу ғилми хеҙмәт авторы, шул иҫәптән 11 монографияһы бар, улар араһында:
- Стратиграфия и тектоника Уфимского плато в Юрюзано-Сылвинской депрессии // Труды ВНИГРИ. Нов. Сер. 1949. Вып. 46.
- Соликамская свита — важнейший маркирующий горизонт Приуралья // Доклады АН СССР. 1950. Т. LXXII. № 1.
- Фации и геологические истории Уфимского плато и Юрюзано-Сылвинской депрессии // Труды ВНИГРИ. Нов. сер. 1950. Вып. 47.
- О морфологической классификации платформенных структур // Геология нефти и газа. 1962. № 8.
- О классификации тектонических структур // Геотектоника. 1965. № 3.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Библиотека Дамирджана - Геология нефти и газа - 2001 - №01 . Дата обращения: 15 ғинуар 2013.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Башкирская энциклопедия. — Уфа, 2006.
- Камалетдинов М. А. Ученые и время. Уфа: Гилем, 2007.
- Башкортостан: Краткая энциклопедия. Уфа: Башкирская энциклопедия. 1996.
- Дмитрий Васильевич Наливкин. Научная деятельность, воспоминания современников. СПб: Пангея, 1997.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Наливкин Василий Дмитриевич РФА рәсми сайтында
- Библиографик 2023 йыл 10 ноябрь архивланған. мәғлүмәт системаһы килгән «геология һәм тау эше Тарихы» фәндәре академияһы.
- Наливкин Василий Дмитриевич (неопра.). kmay.ba. 6 июнь Дата 2017 мөрәжәғәте.