Сабитов Камил Басир улы

Башҡортостан математик ғалимы

Сабитов Камил Басир улы (15 май 1951 йыл) — ғалим-математик, юғары мәктәп эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (2006), физика-математика фәндәре докторы (1992), профессор (1993), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1999), Рәсәй Федерацияһының почетлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2001), Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (1996).

Сабитов Камил Басир улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 15 май 1951({{padleft:1951|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (72 йәш)
Тыуған урыны Йәлембәт ауылы, Стәрлебаш районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө ғалим
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы
Ғилми дәрәжә физика-математика фәндәре докторы[d]

Биографияһы үҙгәртергә

Камил Басир улы Сабитов[1] 1951 йылдың 15 майында БАССР-ҙың Стәрлебаш районы Елембәт ауылында тыуа.

1973 йылда Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын тамамлай.

1992 йылдан Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының физика-математика факультеты деканы (1992—2007); Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Стәрлетамаҡ филиалының ойоштороусы директоры (1995), директоры (1996 йылдан) булып эшләй.

Сабитовтың фәнни эшмәкәрлек йүнәлештәре: тауышҡа тиклемге һәм тауыш эргәһендәге газ динамикаһы математикаһы, ҡатнаш типтағы дифференциаль тигеҙләмәләрҙең сик буйы мәсьәләләре, интеграль тигеҙләмәләр, махсус функция.

Сабитовтың уҡыусылары араһында — 3 фән докторы һәм 20-нән ашыу фән кандидаты.

Хеҙмәттәре үҙгәртергә

Сабитов Камил Басир улы — 160-тан ашыу ғилми хеҙмәт авторы.

Уравнения математической физики. М.: Высшая школа, 2003.

Функциональные, дифференциальные и интегральные уравнения. М.: Высшая школа, 2005.

К теории уравнений смешанного типа с двумя линиями изменения типа. Уфа: Гилем, 2006.

Кожанов А. И., Калиев И. А. Сабитов Камиль Басирович // Физико-математическому факультету — 50 лет. Сборник статей, посвященный юбилею СГПИ / Уфа: Гилем, 2004.

Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре үҙгәртергә

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1999)
  • Рәсәй Федерацияһының почетлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2001)
  • Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (1996).

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Лаврентьевские чтения — 2005 2016 йыл 5 март архивланған.. Проверено 5 февраля 2013. 14 февраля 2013 года.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Башҡорт энциклопедияһы 2019 йыл 13 август архивланған..

Кто есть кто в Республике Башкортостан. Уфа: Башкортостан, 1995

Һылтанмалар үҙгәртергә

http://www.anrb.ru/blog/alias/sabitov