Әхмәтов Арыҫлан Фәрит улы
Әхмәтов Арыҫлан Фәрит улы (11 декабрь 1948 йыл) — совет инженер-технологы, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1998), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы нефть һәм газ бүлексәһенең академик-секретары (1997), техник фәндәр докторы (1986), профессор (1989), Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1998), Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең фән һәм техника өлкәһендәге премияһы лауреаты (2015)
Әхмәтов Арыҫлан Фәрит улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 11 декабрь 1948 (75 йәш) |
Тыуған урыны | Львов, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР |
Һөнәр төрө | ғалим |
Эш урыны | ӨДНТУ |
Уҡыу йорто | ӨДНТУ |
Ғилми дәрәжә | техник фәндәр докторы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәАрыҫлан Фәрит улы Әхмәтов[1] 1948 йылдың 11 декабрендә Львов ҡалаһында тыуа. Атаһы Әхмәтов Фәрит Ғәли улы (1926 йылғы) — Өфө нефть эшкәртеү заводында («Өфөнефтехим» асыҡ акционерҙар йәмғиәте) инженер, һуңынан директор урынбаҫары, КПСС-тың Өфө ҡала комитетының сәнәғәт буйынса секретары була, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971), «Почёт Билдәһе» (1976) ордендары кавалеры[2]. Әсәһе — Әхмәтова Роза Сәмиғулла ҡыҙы.
1971 йылда Өфө нефть институтын тамамлай.
Эш урындары: 1971 йылдан — Өфө нефть институтында инженер, ассистент, уҡытыусы, доцент, каталитик процестар тармаҡ лабораторияһы мөдире. 1987—1991 йылдарҙа — технология факультеты деканы, 1991 йылдан — кафедра мөдире. Бер үк ваҡытта 1997—2001 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы нефть һәм газ бүлексәһенең академик-секретары.
Әхмәтовтың ғилми эшмәкәрлек даирәһе: яҡшыртылған экологик үҙенсәлектәргә эйә яғыулыҡ, махсус тәғәйенләнешле нефть продукттары етештереү; уның тарафынан нефть эшкәртеүсе заводтарҙың нефть шламдарын үтилләштереү; әҙ бензоллы (1 проценттан кәм), ароматик углеводородтарҙың дөйөм күләме кәметелгән автомобиль бензиндарын эшләү технологияһы, бер нисә төрлө антисептик һәм профилактикалау сараһы эшләнгән.
Әхмәтов Арыҫлан Фәрит улы 3 фән докторы һәм 30-ҙан ашыу фән кандидаты әҙерләгән.
Хеҙмәттәре
үҙгәртергәӘхмәтов Арыҫлан Фәрит улы — 350-нән ашыу ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән 50-ләгән уйлап табыу авторы.
Топливно-химическая переработка бензиновых фракций. Тематический обзор. М.: ЦНИИТЭнефтехим, 1990 (авторҙаш).
Ароматизация углеводородов на пентасилсодержащих катализаторах. М.: Химия, 2000 (авторҙаш).
Судовые топлива. Уфа: Гилем, 2001 (авторҙаш).
Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Академия Наук Республики Башкортостан — Ахметов Арслан Фаритович. Проверено 2 февраля 2013. 13 февраля 2013 года.
- ↑ Ахметов Фарит Галеевич — Свободная Энциклопедия Урала 2022 йыл 15 март архивланған.. Свободная энциклопедия Урала (16 мая 2012).
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 14.10.1998 г. № 1250 (рус.). kremlin.ru. Проверено 17 февраля 2018.
- ↑ Присуждены Государственные премии Республики Башкортостан 2013 года в области науки и техники — Правительство Республики Башкортостан 2018 йыл 17 февраль архивланған.. pravitelstvorb.ru. Проверено 17 февраля 2018.
- ↑ О присуждении премий Правительства России в области науки и техники за 2015 год (рус.). government.ru. Проверено 17 февраля 2018.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Әхмәтов Арыҫлан Фәрит улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 8 декабрь 2019)