Вәлиуллин Рим Абдулла улы

Рәсәй ғалимы, геофизик

Вәлиуллин Рим Абдулла улы (15 октябрь 1950 йыл) — ғалим-геофизик, техник фәндәр докторы (1996), профессор (1998), Рәсәй Тәбиғәт фәндәре академияһы академигы (1997), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы,[1] Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1998), Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған юғары мәктәп хеҙмәткәре (2012), Башҡорт дәүләт университетының геофизика кафедраһы мөдире.

Вәлиуллин Рим Абдулла улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 15 октябрь 1950({{padleft:1950|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (74 йәш)
Һөнәр төрө ғалим
Эш урыны Башҡорт дәүләт университеты
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған юғары мәктәп хеҙмәткәре

Биографияһы

үҙгәртергә

Вәлиуллин Рим Абдулла улы[2] 1950 йылдың 15 октябрендә Башҡорт АССР-ының Октябрьский ҡалаһында тыуа.

1970 йылда «техник-геология разведчигы» специальносы буйынса Октябрьский нефть техникумын тамамлай, Ырымбур геофизик экспедицияһында техник-геофизик булып эшләй. Армияла Тула ҡалаһында һауа-десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә.

1977 йылда Башҡорт дәүләт университетын физик-геофизик специальносы буйынса тамамлай һәм БДУ-ла эшләүен дауам итә.

1987 йылда И. Губкин исемендәге Мәскәү нефть химияһы һәм газ сәнәғәте институтында «Нефть скважиналарын компрессор менән үҙләштергәндә һәм һынағанда термометрия мәғлүмәттәрен тикшереү һәм интерпретациялау методикаһын эшләү» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай.

Докторлыҡ диссертацияһын 1996 йылда Тверҙә «Нефть ҡатламдарын һәм скважиналарын диагностикалауҙың термик ысулдары» темаһына яҡлай. Профессор дәрәжәһе 1998 йылда бирелә.

Рәсәй Тәбиғәт фәндәре академияһы академигы (1997), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1998), Башҡорт дәүләт университетында — геофизика кафедраһы мөдире.

Р. Вәлиуллиндың фәнни эшмәкәрлек даирәһе — нефть ҡатламдарында һәм скважиналарҙа термогидродинамик яландарҙы өйрәнеү, скважиналарҙы үҙләштергәндә һәм файҙаланғанда стационар булмаған термометрия мәғлүмәттәрен тикшереү.

Р. Вәлиуллин — Башҡорт дәүләт университетының «Йылылыҡ физикаһы һәм теоретик йылылыҡ техникаһы» специальносы буйынса докторлыҡ советы рәйесе, «Шыйыҡлыҡ, газ һәм плазма механикаһы» специальносы буйынса докторлыҡ советы рәйесе урынбаҫары, «Геофизика» ғилми-производство фирмаһының геофизика буйынса докторлыҡ советы ағзаһы.

Хеҙмәттәре

үҙгәртергә

Р. Вәлиуллин — 150-ләп ғилми хеҙмәт авторы, уйлап табыуҙарға 45 патент һәм авторлыҡ танытмаһы алған.

Р. А. Валиуллин и др. «Изучение состояния призабойной зоны пласта на основе моделирования теплового поля после кумулятивной перфорации скважины». Уфа, 1988.

Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре

үҙгәртергә
  • Салауат Юлаев ордены кавалеры (2017)
    Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре
    (2002)[3]
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1998)
  • СССР Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһе миҙалы (1987)
  • Рәсәй Тәбиғәт фәндәре академияһының П. Л. Капицаға арналған иҫтәлекле миҙалы (2000)
  • «Хеҙмәттәре өсөн» көмөш миҙалы (Украина Геология йәмғиәтенең наградаһы).

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Башкортостан: Краткая энциклопедия. Уфа: Башкирская энциклопедия. 1996.

Һылтанмалар

үҙгәртергә