Майстренко Валерий Николаевич

Рәсәй ғалимы, химик

Майстренко Валерий Николаевич (8 сентябрь 1947 йыл — 18 май 2023 йыл) — ғалим-химик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (2006), химия фәндәре докторы (1990), профессор (1992), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2001).

Майстренко Валерий Николаевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 8 сентябрь 1947({{padleft:1947|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})[1]
Вафат булған көнө 18 май 2023({{padleft:2023|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})[1] (75 йәш)
Һөнәр төрө ғалим
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Ғилми дәрәжә химия фәндәре докторы[d]

Биография

үҙгәртергә

Валерий Николаевич Майстренко 1947 йылдың 8 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Ҡырмыҫҡалы районы Новиковка ауылында (хәҙер бөткән) тыуа[2].

1970 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай.

Эш урындары: 1975—1996 годы — БДУ-ның химия факультетында ассистент, өлкән уҡытыусы, доцент, профессор, кафедра мөдире, декан; бер үк ваҡытта 1993 йылдан Башҡортостан Республикаһы Йәшәйеш хәүефһеҙлеге ғилми-тикшеренеү институтының директор урынбаҫары, 1996—2009 йылдарҙа — директоры; Сорос профессоры; Рәсәйҙең үтә һәләтле ғалимдарына бирелә торған Президент стипендияһы стипендиаты. Тирә-яҡ мөхиттең бысраныуы буйынса Сорос фонды эксперты.

Майстренконың ғилми эшмәкәрлек даирәһе: аналитик экология. Ул тәбиғәт һәм сәнәғәт объекттарында токсик металдарҙы, диоксиндарҙы һәм башҡа органик берләшмәләрҙе; тәбиғи мөхиттәрҙә юғары һөҙөмтәле электрохимик берләшмәләрҙе билдәләү ысулдарын эшләгән; хлорорганик синтез территорияларының һәм предприятиеларының диоксиндар менән бысраныуына баһалау үткәргән һәм уларҙың тирә-яҡ мөхиткә таралыуын кәметеү буйынса технологик сиселештәр эшләгән; федерация субъекты территорияһында тәбиғәт һәм техноген һәләкәттәр хәүефе кимәле буйынса райондарға бүлеү үткәргән.

Валерий Николаевич Рәсәй Фәндәр академияһы Урал бүлексәһенең Аналитик химия буйынса ғилми советына, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының Экология һәм тәбиғәтте файҙаланыу буйынса ғилми советына[3], республиканың «Диоксин», «Башҡортостан экологияһы», «Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙең эҙемтәләрен иҫкәртеү һәм бөтөрөү» программаларына етәкселек итә. «Башкирский экологический вестник» журналының баш мөхәррире (1998 йылдан).

В. Н. Майстренконың уҡыусылары араһында ике фән докторы һәм 17 фән кандидаты бар.

Ғалим 2023 йылдың 18 майында Өфө ҡалаһында көтмәгәндә вафат булды[4].

Хеҙмәттәре

үҙгәртергә

Майстренко Валерий Николаевич — 300-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән 7 монография, 12 патент һәм авторлыҡ танытмаһы авторы.

  • Основы современного электрохимического анализа. — М.: Мир, 2003 (авторҙаш).
  • Эколого-аналитический мониторинг стойких органических загрязнителей. — М.: БИНОМ, 2004 (авторҙаш).
  • Модифицированные электроды для вольтамперометрии в химии, биологии и медицине. — М.: БИНОМ, 2009.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2001).

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Башинформ (урыҫ) / под ред. А. В. Валиев — 1992.
  2. Башҡорт энциклопедияһы — Майстренко Валерий Николаевич (Тикшерелеү көнө: 3 сентябрь 2022)
  3. Махмутов Наиль Мазитович. А строй отряды ... шагают дальше. — Уфа: Лето, 2012. — С. 306. — 344 с. — ISBN 978-5-8708-060-1.
  4. В Уфе скоропостижно скончался видный ученый-химик, профессор Валерий Майстренко. ИА Башинформ, 18 мая 2023 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 18 май 2023)
  • Кто есть кто в Республике Башкортостан. — Уфа: Башкортостан, 1995.
  • Кто есть кто в российской аналитической химии. Доктора наук. — М.: Издательство ЛКИ, 2008.

Һылтанмалар

үҙгәртергә