Ҡаһарманов Нурулла Фәрит улы

Ҡаһарманов Нурулла Фәрит улы (10 февраль 1928 йыл — 9 октябрь 1996 йыл) — тау инженеры, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1991), техник фәндәр докторы (1984), профессор (1986), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1978), Рәсәй Федерацияһы Яғыулыҡ-энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1994), БАССР-ҙың атҡаҙанған нефтсеһе (1967). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1982) һәм «Почёт Билдәһе» (1971) ордендары кавалеры.

Ҡаһарманов Нурулла Фәрит улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 10 февраль 1928({{padleft:1928|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})
Тыуған урыны Ыҫлаҡ, Q43425684?, Бәләбәй кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 9 октябрь 1996({{padleft:1996|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (68 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Һөнәр төрө ғалим
Уҡыу йорто ӨДНТУ

Биографияһы

үҙгәртергә

Нурулла Фәрит улы Ҡаһарманов 1928 йылдың 10 февралендә Башҡорт АССР-ының Бәләбәй кантоны[1] Ыҫлаҡ ауылында тыуған.

1952 йылда Өфө нефть институтын тамамлағандан һуң «БашНИПИнефть» ғилми-тикшеренеү һәм проектлау институтында инженер, өлкән инженер, өлкән ғилми хеҙмәткәр, лабораториялар мөдире булып эшләй. 1970—1980 йылдарҙа — директорҙың ғилми эштәр буйынса урынбаҫары, 1980—1984 йылдарҙа директор.

Ҡаһарманов Нурулла Фәрит улының фәнни эштәре йүнәлештәре: скважиналарҙы быраулау ваҡытында тау тоҡомдарының емерелеү механикаһы, скважиналар быраулау техникаһы һәм технологиялары.

Уның етәкселегендә илдә тәүге тапҡыр нефть скважиналарын быраулау өсөн алмас бырау эшләнә (1959), горизонталь скважиналарҙы быраулау технологиялары, шул иҫәптән «сумма-быраулау роботы» — горизонталь скважиналарҙы быраулау өсөн роботлаштырылған аппараттар эшләнә.

Ҡаһармановтың асыштары Урал-Волга буйы, Көнбайыш Себер предприятиеларына индерелгән.

Нурулла Фәрит улы тарафынан ғалим-быраулаусылар мәктәбе булдырыла. Уның уҡыусылары араһында тиҫтәләгән фән докторҙары һәм кандидаттары бар.

Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1991), ул Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының нефть һәм газ бүлексәһендә иҫәптә тора.

Хеҙмәттәре

үҙгәртергә

Ҡаһарманов Н. Ф. 450-нән артыҡ фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән 10 монография, уйлап табыуға 100 авторлыҡ танытмаһы авторы.

  • Алмазное бурение нефтяных скважин. Уфа: Башкнигоиздат, 1962 (авторҙаш).
  • Индустриально-комплексный метод разработки нефтяных месторождений. Уфа: Башкнигоиздат, 1980 (авторҙаш).
  • Новые методы бурения скважин в Башкирии. Уфа, 1982 (авторҙаш).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1978)
  • Рәсәй Федерацияһы Яғыулыҡ-энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1994)
  • БАССР-ҙың атҡаҙанған нефтсеһе (1967)
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1982)
  • «Почёт Билдәһе» ордены (1971)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә