Старова Наталья Владимировна

Старова Наталья Владимировна (15 август 1923 йыл — 2004 йыл) — генетик, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почетлы академигы (1995), биология фәндәре докторы (1974), профессор (1990), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1993).

Старова Наталья Владимировна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 15 август 1923({{padleft:1923|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})
Тыуған урыны Поляна[d], Белгородский уезд[d], Курск губернаһы[d], РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 26 ноябрь 2005({{padleft:2005|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:26|2|0}}) (82 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Һөнәр төрө ғалим
Уҡыу йорто Харьковский национальный аграрный университет им. В. В. Докучаева[d]

Биографияһы

үҙгәртергә

Наталья Владимировна Старова 1923 йылдың 15 июлендә Белгород өлкәһенең Поляна ауылында тыуған. 1941-1942 йылдарҙа Караганда ҡалаһында мәктәптә уҡытыусы, һуңынан 2 йыл Компанейск балалар йортонда пионервожатый булып эшләй.

Старова 1948 йылда Харьков ауыл хужалығы институтын тамамлай һәм 1951—1965 йылдарҙа Степной урман тәжрибә станцияһында (Степной ҡалаһы Ставрополь крайы) фәнни хеҙмәткәр булып эшләй. Һуңынан Украина урман хужалығы һәм агролесомелиорация ғилми-тикшеренеү институтында (Харьков ҡалаһы, 1965—1983); СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалында биохимия һәм цитохимия бүлеге лабораторияһы мөдире (1983—1988), СССР Фәндәр академияһының Урал бүлексәһе составында Башҡорт ғилми үҙәге биология институты директоры урынбаҫары, Ботаника баҡсаһы етәксеһе (1988—1991), директоры вазифаһын башҡарыусы (1991—1998), Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге Ботаника баҡса-институтының төп ғилми хеҙмәткәре (1998—2005).

Старованың фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары өлкәһе урман ағас үҫемлектәре селекцияһы, урман популяцион генетика, экологик генетика. Ул тал һәм тирәктәрҙең яңы сорттарын сығарыуға өлгәшә, ағас үҫемлектәренең ҡайһы бер билдәләрен мираҫ итеп алыу законлыҡтарын билдәләй, гетерозистың биологик клон моделен төҙөй.

Старова — Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почетлы академигы (1995, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының биология фәндәре бүлеге), биология фәндәре докторы (1974), профессор (1990). Ул Башҡортостанда урман популяцион генетика һәм селекция мәктәбен ойоштора. Уның уҡыусылары араһында 4 фән докторы һәм 16 фән кандидаты бар.

Хеҙмәттәре

үҙгәртергә
  • Старова Наталья Владимировна 100-ҙән артыҡ ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән 5 монография авторы, 7 уйлап табыуға авторлыҡ танытмаһы эйәһе.
  • Старова Н. Селекция ивовых. М.: Наука, 1980.
  • Пути генетического улучшения лесных древесных пород. М.: Наука, 1985 (авторҙаш).
  • Биоценотическая характеристика хвойных лесов и мониторинг лесных экосистем Башкортостана. Уфа: Гилем, 1998 (авторҙаш).
  • Проблемы экологии: Принципы их решения на примере Южного Урала / Под ред. Н. В. Старовой. М.: Наука, 2003

Н. В. Старова. Библиография печатных трудов (к 75-летию со дня рождения). Уфа, 1998

Һылтанмалар

үҙгәртергә

http://www.anrb.ru/blog/alias/starova