Иҫәнбикә Туған (8 декабрь 1940 йыл) — Төркиәнең ғалим-тарихсыһы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының сит ил ағзаһы (2012), Төркиә фәндәр академияһының почётлы ағзаһы (2010). Философия докторы (1973), профессор (1995). Башҡорт милли азатлыҡ хәрәкәте етәксеһе һәм күренекле ғалим Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың ҡыҙы[1].

Иҫәнбикә Туған
İsenbike Togan
Тыуған көнө

8 декабрь 1940({{padleft:1940|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (83 йәш)

Тыуған урыны

Төркиә, Истанбул ҡалаһы

Ил

Төркиә

Ғилми даирәһе

тарих

Альма-матер

Истанбул университеты, Тайвань милли университеты, Гарвард университеты

Ғилми дәрәжәһе

тарих фәндәре докторы

Ғилми исеме

профессор

Ниндәй өлкәлә танылған

тарихсы


Биографияһы үҙгәртергә

Иҫәнбикә Туған 1940 йылдың 8 декабрендә Истанбул ҡалаһында тыуған[2]. Урта белемде Истанбулдың немец лицейында ала[3]. 1964 йылда Истанбул университетының әҙәбиәт факультетындағы тарих бүлеген тамамлай. Университетта уҡыған дәүерҙә ул дөйөм төрөк тарихын, фарсы телен һәм әҙәбиәтен, төрөк сәнғәтен өйрәнә[3]. 1964—1966 йылдарҙа Тайвань милли университеты ҡытай телен өйпәнә һәм магистр дәрәжәһенә эйә була[2]. 1967—1968 йылдарҙа Истанбул университетында уҡыта һәм Анкара университетында диссертацияһын яҙа башлай[3]. Артабан ул докторлыҡ диссертацияһын тамамлар өсөн ул Гарвард университетына бара[3].Төркиәгә әйләнеп ҡайтҡандан һуң 1974—1978 йылдарҙа Хаджеттепе университетында уҡыта 1978—1984 йылдарҙа Урта Көнсығыш Техник Университетында уҡытҡын ваҡытта Урта Көнсығыш стипендияһына (Middle Eastern Award) эйә була һәм 1980—1982 йылдарҙа Суданда үҙенең тикшеренеүҙәрен алып бара. 1984 йылда Урта Көнсығыш Техник Университетында тарих бүлегенә нигеҙ һала[3]. 1985—1987 йылдарҙа Гарвард университетының Джон Кинг Фэрбэнк исемендәге Ҡытай тикшеренеүҙәре үҙәгендә һәм Урта Көнсығыш тикшеренеуҙәре үҙәгендә эҙләнеүҙәр алып бара. 1987—1989 Уэллсли колледжында һәм Тафтс университетында уҡыта. 1989 йылда Сент-Луис ҡалаһында урынлашҡан Вашингтон университетының Ислам йәмғиәттәрен һәм цивилизацияларын өйрәнеүсе үҙәктә ғилми хеҙмәткәр булып эшләй һәм шул уҡ университеттың тарих бүлегендә 1992 йылға тиклем Урта Азия, Урта Көнсығыш, Ҡытай тарихын уҡыта[3].

Ғилми хеҙмәттәре үҙгәртергә

  • Ottoman History by Inner Asian Norms // The Journal of Peasant Studies 18, (1991), pp. 185–210;
  • Islam in a Changing Society: The Khojas of Eastern Turkestan" // Muslims in Central Asia (ed. Jo-Ann Gross), (Duke University Press, 1992), pp. 134–148;
  • Uluğ Bey Zamanında Yasa ve Şeriat Tartışmaları // Tarih Çevresi 10 (1994), pp. 9–16;
  • Flexibility and Limitation in Steppe Formations: The Kerait Khanate and Chinggis Khan (Leiden: Brill, 1998);
  • Fortunate Occasion to Salvation // N. N. Vohra (ed.) Culture, Society and Politics in Central Asia (New Delhi: India International Center, 1999), pp. 39–48;
  • Inner Asian Muslim Merchants at the Closing of the Silk Road (17th Century) // The Silk Roads. Highways of Culture and Commerce (ed. Vadime Elisseeff), (Paris: Unesco Publishing, 2000), pp. 247–263;
  • As Culture Evolves into Religion: Pre-Islamic Notions of Cosmology and Orientation // Central Asian Islam in Collection of Materials. Unesco International Forum “Culture and Religion in Central Asia", (National Commission of the Kyrghyz Republic for Unesco, 2001), pp. 213–243;
  • Sosyal Bilimlerde Yöntem Sorunları ve Geçerlilik: Makro Düzeyde Sorgulamadıklarımız Üzerine Düşünceler // İlhan Tekeli için Armağan Yazılar (ed. Selim İlkin, Orhan Silier, Murat Güvenç), (Istanbul: Tarih Vakfı Yurt Yayınları, 2004), pp. 277–296;
  • Eski T′ang Tarihi (Chiu T′ang-shu) 194a: “Türkler” Bölümü. Çin Kaynaklarında Türkler. Açıklamalı Metin Neşri (Ankara: TTK, 2006);
  • The Qongrat in History // History and Historiography of Post-Mongol Central Asia and the Middle East. Studies in Honor of John E. Woods. (ed. Judith Pfeifer and Sholeh A. Quinn), (Wiesbaden: Harrassowitz Verlag, 2006), pp 61–83;
  • Selçuklu ve Osmanlı Tarihi Bağlamında Cinsiyet Rollerini Farklı Algılama Yollarının İsim ve Unvanlara Yansıması // Osmanlı′nın Peşinde Bir Yaşam, Suraiya Faroqhi′ye Armağan (ed. Onur Yıldırım), (Ankara: İmge, 2008), pp. 45–96;[3]

Шәжәрәһе үҙгәртергә

 
Шежере (родословная) Ахметзаки Валиди

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә