Казанцева Тамара Тимофеевна

совет һәм Рәсәй ғалимы

Казанцева Тамара Тимофеевна (8 май 1934 йыл) — СССР һәм Рәсәй ғалим-тау инженеры‑геолог. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (1991), геология-минералогия фәндәре докторы (1985). Дуҫлыҡ ордены кавалеры (1999).

Казанцева Тамара Тимофеевна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 8 май 1934({{padleft:1934|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})
Тыуған урыны Кривой Рог[d], Днепропетровск өлкәһе, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Вафат булған көнө 2 февраль 2024({{padleft:2024|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (89 йәш)
Хәләл ефете Казанцев Юрий Васильевич
Һөнәр төрө геолог
Эшмәкәрлек төрө тектоника[d]
Эш урыны Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһы
Уҡыу йорто Кривой Рог милли университеты[d]
Ғилми исеме профессор[d] һәм академик[d]
Ғилми дәрәжә геология-минералогия фәндәре докторы[d] (1985)
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Дуҫлыҡ ордены В. И. Лениндың тыуыуына 100 тулыу айҡанлы юбилей миҙалы

Биографияһы

үҙгәртергә

Тамара Тимофеевна Казанцева[1] 1934 йылдың 8 майында Кривой Рог ҡалаһында тыуа 1959 йылда Кривой Рог тау рудалары институтын «геолог» һөнәре буйынса тамамлай.

Юғары белем алғандан һуң 1959—1965 йылдарҙа Красноярск геология идаралығының комплекслы геологик разведка экспедицияһында инженер-геолог, унан һуң «Башнефть» берекмәһенең Стәрлетамаҡ геологик эҙләнеү контораһында партия начальнигы (1966—1975) булып эшләй. 1975 йылдан — Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәге Геология институтында.

Ғилми эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Казанцеваның фәнни ҡыҙыҡһыныуҙар өлкәһе — геотектоника, геология. Ул Уралдағы гепербазит массивтарҙың аллохтонлығы барлыҡҡа килеүен нигеҙләүгә өлгәшә, Уралдың палеозойҙағы күп цикллылығын иҫбатлай.

Казанцева «Теоретик геологияла структура факторы» тигән яңы фәнни йүнәлеш авторы булып тора. Ул тәҡдим иткән методология төрлө рангылы геологик матдәне тикшереү нигеҙендә ер ҡабығы формалашҡандағы мөһим процестар генезисын кәүҙәләндерергә мөмкинлек бирә.

Казанцева хәл иткән өҫтөнлөклө фәнни мәсьәләләр араһында — түбәндәге геологик үҫеш закондарын асыу:

  • төп геологик процестарҙың энергетик йәһәттән тектоник көстәр менән тәьмин ителеүе законы;
  • геологик матдәнең эволюцион йүнәлешенең тектоник режим билдәһе менән ярашыу законы;
  • тектоник режим интенсивлығының тәбиғи берәмектәре составының тап килеү законы;
  • геологик системаларҙа парагенетик компенсация законы һәм башҡалар.

Казанцева яңы дөйөм геологик тәғлимәт — ер ҡабығы формалашыуҙың шарьяжлы-шыуышыулы теорияһы авторы.

1985 йылда докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. 1991 йылда Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы итеп һайлана.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Дуҫлыҡ ордены (1999)
  • Геосинклиналь процестың яңы моделен эшләгән өсөн СССР Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенең дипломы һәм миҙалы (1985 йыл)

Хеҙмәттәре

үҙгәртергә

Тамара Казанцева —350-нән ашыу ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән 18 монография авторы.

  • Аллохтонные офиолиты Урала. М.: Наука, 1985.
  • Аллохтонные структуры и формирование земной коры Урала. М.: Наука, 1987.
  • Научные законы геологического развития. Уфа: Гилем, 2006.
  • Казанцева Т. Т. Структурный фактор в теоретической геологии / Т. Т. Казанцева, Ю. В. Казанцев; Ин-т геологии Уфим.науч.центра РАН. — Уфа: Гилем, 2010. — 325 с.:ил. — Библиогр.: с.303-321.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Казанцева Тамара.(недоступная ссылка)

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Вклад геологов-нефтяников в развитие нефтедобывающей промышленности Башкортостана. Уфа: ДООО «Башнипинефть» ОАО АНК «Башнефть», 2003.
  • Камалетдинов М. А. Учёные и время. Уфа: Гилем, 2007.

Һылтанмалар

үҙгәртергә