Конарев Василий Григорьевич

Конарев Василий Григорьевич (23 декабрь 1915 йыл — 27 ғинуар 2006 йыл) — ғалим-генетик, биохимик. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1956 йылдан Биология институтының биохимия лабораторияһы мөдире, институт директоры, 1962 йылдан — Биохимия һәм цитохимия бүлеге мөдире, бер үк ваҡытта 1963 йылдан Башҡорт дәүләт университетының биохимия кафедраһы мөдире. 1966 йылдан Н. И. Вавилов исемендәге Бөтә Рәсәй үҫемлекселек ғилми-тикшеренеү институты хеҙмәткәре. В. И. Ленин исемендәге Бөтә Союз ауыл хужалығы фәндәре академияһы (ВАСХНИЛ) академигы (1978), биология фәндәре докторы (1955), профессор (1956). Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһының почётлы академигы (1991). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған  фән эшмәкәре (1965). 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) ордендары кавалеры.

Конарев Василий Григорьевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 23 декабрь 1915({{padleft:1915|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})
Тыуған урыны Сорочинск районы[d], Ырымбур өлкәһе, РСФСР
Вафат булған көнө 27 ғинуар 2006({{padleft:2006|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (90 йәш)
Вафат булған урыны Санкт-Петербург, Рәсәй
Һөнәр төрө ғалим
Уҡыу йорто Һамар дәүләт социаль педагогия университеты[d]

Биографияһы үҙгәртергә

Василий Григорьевич Конарев[1] 1915 йылдың 23 декабрендә хәҙерге Ырымбур өлкәһе Сорочинск районы Голубовка ауылында тыуа. Атаһы, Конарев Григорий Васильевич, крәҫтиән, Беренсе донъя һәм граждандар һуғыштарында ҡатнашҡан, агроном, урта мәктәптә биология уҡытыусыһы булып эшләгән.

Василий Григорьевич колхозсы йәштәр мәктәбендә, шунан Сорочинск малсылыҡ техникумында уҡый, 1938 йылда Куйбышев дәүләт педагогия институтын тамамлай. Студент йылдарында институттың ҡыллы оркестрында уйнай (домрала).

1941—1942 йылдарҙа оборона эштәрендә һәм блокада шарттарында Бөтә Союз ауыл хужалығы фәндәре академияһы Бөтә Союз үҫемлекселек институтының (Ленинград) донъя әһәмиәтендәге коллекцияһын һаҡлауҙа ҡатнаша. 1942 йылдың 20 ғинуарында институттың башҡа аспиранттары һәм хеҙмәткәрҙәре менән бергә, «тормош юлы» аша алып сығылып, Омск ҡалаһына эвакуациялана. 1942 йылдың 15 майында армияға алына. Омск 1-се хәрби-пехота училищеһы курсанты була. Лейтенант званиеһы ала.

1942—1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында була. Яуҙар менән Ельнянан алып Берлинғаса етә. Ике тапҡыр яралана, дүрт тапҡыр контузия ала. Юғары Баш командующийҙан алты рәхмәт хаты ала, миҙалдар һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә. Һуғыштан һуң Ҡырымдағы Никита ботаника баҡсаһында эшләй.

1946 йылдың 22 июнендә кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай. 1946—1956 йылдарҙа — Ырымбур дәүләт педагогия институтының өлкән уҡытыусыһы, ботаника кафедраһы мөдире, 1955 йылдан Чкалов педагогия институтының фән буйынса директор урынбаҫары була. 1955 йылда В. Г. Конаревҡа биология фәндәре докторы тигән ғилми дәрәжә бирелә, 1956 йылдан профессор була.

1956 йылда СССР Фәндәр академияһы селтәренә эшкә күсерелә һәм Академияның Башҡортостан филиалы Агробиология институты директоры итеп тәғәйенләнә.

1956—1966 йылдарҙа — СССР Фәндәр Академияһы Башҡортостан филиалы Биология институты директоры, Бөтә Рәсәй Үҫемлекселек ғилми-тикшеренеү институты молекуляр биология бүлеге етәксеһе (1967—1997), баш хеҙмәткәр-консультанты (1998 йылдан).

1975 йылда В. Г. Конарев ВАСХНИЛ-дың мөхбир ағзаһы итеп һайлана, 1978 йылдан — ВАСХНИЛ (хәҙерге Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы академияһы) академигы.

Конаревтың фәнни ҡыҙыҡһыныуҙар өлкәһе — генетика. Аҡһымдарҙың үҙлелеге һәм полиморфизмы нигеҙендә ул культуралы үҫемлектәрҙең геномдары сығышын өйрәнеү мөмкинлеген биргән аҡһым маркерҙарының принциптарын эшләй. Ул үҫемлектәр морфогенезында аҡһымдар һәм нуклеин кислоталары ролен асыҡлау буйынса эш алып бара. Культуралы үҫемлектәрҙең уларҙың ҡырағай ҡәрҙәштәренең сорттары генофондтарын сорттар буйынса идентификациялау һәм теркәү принциптарын һәм ысулдарын билдәләү; ҡулланма ботаника, генетика һәм селекцияның фундаменталь һәм ҡулланма мәсьәләләрен сисеү өсөн молекуляр ысулдарын эшләү уның фундаменталь тикшеренеүҙәренең һөҙөмтәһе булып тора.

Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһы шөһрәтле академигы (Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһы ауыл хужалығы бүлексәһе). Өфөлә һәм Ленинградта 67 фән кандидаты әҙерләй.

Ғаиләһе: ҡатыны Ида Адольфовна Лихтнер — әҙәбиәтсе, улдары Алексей Васильевич һәм Александр Васильевич — биология фәндәре докторҙары, Настя исемле ейәнсәре бар.

Хеҙмәттәре үҙгәртергә

Ғалимдың 450-ләп ғилми хеҙмәте, шул иҫәптән 110 китабы һәм брошюраһы нәшер ителгән. Улар араһында:

  • В. Г. Конарев. «Нуклеиновые кислоты и морфогенез растений». — М., 1959. — 347 с.
  • Физиологические и биохимические аспекты гетерозиса и гомеостаза растений. Уфа, 1976 (соавт.);
  • В. Г. Конарев. Белки растений как генетические маркеры. М., 1983;
  • В. Г. Конарев. Молекулярно-биологические аспекты прикладной ботаники, генетики и селекции. М., 1993
  • В. Г. Конарев. Белки растений как генетические маркеры. — М., 1983. — 320 с.
  • В. Г. Конарев. Идентификация сортов и регистрация генофонда культурных растений по белкам семян. — СПб., 2000. — 186 с.
  • В. Г. Конарев. Морфогенез и молекулярно-биологический анализ растений. — 2-е изд., перераб. и доп. — СПб., 2001. — 417 с.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1945),
  • Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) ордены,
  • СССР миҙалдары,
  • ВДНХ-ның алтын миҙалы.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Биографии. Дата обращения: 16 ғинуар 2013. Архивировано 28 ғинуар 2013 года. 2016 йыл 27 август архивланған.

Һылтанмалар үҙгәртергә