Напалков Валентин Васильевич

Напалков Валентин Васильевич (30 июль 1941 йыл) — ғалим-математик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Физика-математика фәндәре докторы, профессор (1980), РФА мөхбир ағзаһы (1991; 1990 йылдан СССР ФА мөхбир ағзаһы), 1991 йылдан Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы.

Валентин Васильевич Напалков
Тыуған көнө

30 июль 1941({{padleft:1941|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:30|2|0}}) (82 йәш)

Тыуған урыны

Горький

Вафат көнө

20 октябрь 2021({{padleft:2021|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (80 йәш)

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Ғилми даирәһе

математика

Эшләгән урыны

РФА ӨФҮ Математика институты менән уның хисаплау үҙәге

Альма-матер

Горький университеты

Ғилми дәрәжәһе

фән докторы (1977)

Ғилми исеме

РФА мөхбир ағзаһы (1991; 1990 йылдан СССР ФА мөхбир ағзаһы)

Уҡыусылары

Р. Юлмөхәмәтов, А. Кривошеев, И. Мусин, А. Секерин

Ниндәй өлкәлә танылған

математик, РФА мөхбир ағзаһы

Награда һәм премиялары
II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены миҙалы
II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены миҙалы

Биографияһы үҙгәртергә

Валентин Васильевич Напалков[1][2] 1941 йылдың 30 июлендә Горький ҡалаһында тыуа. 1964 йылла Горький дәүләт университетын тамамлай. Университеттан һуң Напалков Мәскәү энергетика институтының аспирантураһында уҡый (1966—1969) һәм 1970 йылда унда кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай.

1964 йылдан Горький университетында ассистент, өлкән уҡытыусы булып эшләй. Аспирантуранан һуң 1971 йылдан Өфөлә — СССР ФА Башҡортостан филиалы Физика һәм математика бүлегенең кесе, өлкән ғилми хеҙмәткәре, сектор мөдире.

1977 йылда Напалков Мәскәүҙә В. А. Стеклов исемендәге Математика институтында «Күп үлсәмле арауыҡтарҙа свёртка тигеҙләмәләре» тигән темаға докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.

1988 йылдан Напалков — СССР ФА Урал бүлексәһе Башҡортостан фәнни үҙәгенең Математика институты менән уның хисаплау үҙәге директоры, 1993 йылдан — РФА Өфө фәнни үҙәге Математика институты менән уның хисаплау үҙәге директоры; бер үк ваҡытта ул Башҡорт дәүләт университетының — функциялар теорияһы һәм функциональ анализ кафедраһы (1987 йылдан), Өфө авиация университетының махсус математика бүлектәре кафедраһы мөдире булып эшләй. 2006 йылдан Напалков — БР ФА Физика-математика һәм техник фәндәр бүлексәһенең академик-секретары.

Напалковтың фәнни эшмәкәрлек даирәһе — комплекслы үҙгәреүсәндәрҙең функциялары теориялары. Ул күп үлсәмле арауыҡтарҙа свёртка тигеҙләмәләре теорияһында фундаменталь һөҙөмтәләргә өлгәшә, күп комплекслы үҙгәреүсәндәрҙең аналитик функциялары теорияһы буйынса фундаменталь һөҙөмтәләр ала, гиперфункциялар теорияһын эшләүгә өлөш индерә, күп үлсәмле арауыҡтарҙа свёртка тигеҙләмәләрен тикшереүҙең яңы ысулын таба.

Напалков — функциялар теорияһы һәм функциональ анализ буйынса Өфө фәнни мәктәбенә нигеҙ һалыусы һәм уның етәксеһе, БР Фәндәр академияһын ойоштороуҙа ҡатнаша (Академияның 10 ойоштороусыһы иҫәбенә инә), "Уфимский математический журнал"ды аса һәм уның баш мөхәррире булып тора[3].

Уҡыусылары үҙгәртергә

Напалковтың уҡыусылары араһында — 7 фән докторы һәм 20 фән кандидаты.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

II дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштар өсөн» орденының миҙалы (1999).

Хеҙмәттәре үҙгәртергә

Напалков —100-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт авторы, ете авторлыҡ танытмаһына эйә.

  • Уравнение свёртки в многомерных пространствах. М., 1982.
  • Комплексный анализ и уравнения свёртки // Успехи математических наук. 1992. Т. 47, № 6. С. 3-85 (соавтор).
  • Фундаментальный принцип Эйлера для дискретных разностных операторов // Доклады РАН. Т. 390, № 5. С. 599—601.
  • О некоторых свойствах субгармонических и целых функций нулевого порядка // СМФН. 2007. Т.25. С.88-101 (в соавторстве с Таровым В. А.).
  • Операторы Данкла как операторы свёртки //Доклады РАН. 2008. Т.423. № 3. С.300- 302 (в соавторстве с Напалковым В. В.(мл.)).

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Научная элита. Кто есть кто в Российской академии наук. М., 1993.
  • Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов т. 4. Л-О. 2008. −672 с. ISBN 978-5-88185-068-5.; науч.. изд. Башкирская энциклопедия, г. Уфа.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә