Микоян Анастас Иванович

Анаста́с Ива́нович (Оване́сович) Микоя́н (әрм. Անաստաս Հովհաննեսի Միկոյան; 13 ноябрь (25 ноябрь) 1895 йыл, Рәсәй империяһы,Тифлис губернаһы, Санаин, ауылы, хәҙерге Әрмәнстан — 21 октябрь 1978 йыл, Мәскәү) — революционер, СССР дәүләт һәм партия эшмәкәре. 1915 йылдан партия ағзаһы, 1923 йылдан (1922 йылдан кандидат) Үҙәк комитеты ағзаһы, 1935—1966 йылдарҙа КПСС Үҙәк Комитеты Политбюроһы ағзаһы (1926 йылдан кандидат).

Анастас Иванович Микоян
әрм. Անաստաս Հովհաննեսի Միկոյան
Анастас Иванович Микоян
Флаг
Флаг
Член Политбюро ЦК КПСС
1 февраля 1935 — 8 апреля 1966
кандидат в члены с 23 июля 1926
Флаг
Флаг
Председатель Президиума Верховного Совета СССР
Флаг
Флаг
15 июля 1964 — 9 декабря 1965
Алдан килеүсе: Леонид Брежнев
Дауамсы: Николай Подгорный
Флаг
Флаг
Первый заместитель Председателя Совета Министров СССР
28 февраля 1955 — 15 июля 1964
Хөкүмәт башлығы: Николай Булганин
Никита Хрущёв
один из нескольких одновременно в этой должности
Флаг
Флаг
Заместитель председателя СНК-Совета Министров СССР
22 июля 1937 — 28 февраля 1955
Хөкүмәт башлығы: Вячеслав Молотов,
Иосиф Сталин,
Георгий Маленков,
Николай Булганин
Флаг
Флаг
Министр торговли СССР
24 августа 1953 — 22 января 1955
Алдан килеүсе: он сам как министр внутренней и внешней торговли
Дауамсы: Дмитрий Павлов
вновь образованное министерство — выделением из министерства внутренней и внешней торговли
Флаг
Флаг
Министр внутренней и внешней торговли СССР
15 марта 1953 — 24 августа 1953
Алдан килеүсе: министр внешней торговли Павел Кумыкин
министр торговли Василий Жаворонков
Дауамсы: министр внешней торговли Иван Кабанов
новообразовано объединением министерства внешней торговли и министерства торговли, затем вновь разъединено
Флаг
Флаг
Министр (Нарком до 1946) внешней торговли СССР
29 января 1938 — 4 марта 1949
Алдан килеүсе: Евгений Чвялев
Дауамсы: Михаил Меньшиков
Флаг
Флаг
Народный комиссар пищевой промышленности СССР
29 июля 1934 — 19 января 1938
Алдан килеүсе: он сам как нарком снабжения
Дауамсы: Абрам Гилинский
Флаг
Флаг
Народный комиссар снабжения СССР
22 ноября 1930 — 29 июля 1934
Алдан килеүсе: он сам как нарком внешней и внутренней торговли
Дауамсы: нарком внутренней торговли Израиль Вейцер
наркомат разделён на Наркомат внутренней торговли и Наркомат пищевой промышленности
Флаг
Флаг
Народный комиссар внешней и внутренней торговли СССР
14 августа 1926 — 22 ноября 1930
Алдан килеүсе: Лев Каменев
Дауамсы: нарком внешней торговли Аркадий Розенгольц
наркомат разделён на Наркомат внешней торговли и Наркомат снабжения
Флаг
Флаг
Первый секретарь Северокавказского крайкома ВКП(б)
1924 — 1926
Алдан килеүсе: Должность учреждена
Дауамсы: Григорий Орджоникидзе
 
Дине: атеизм
Тыуған: 13 (25) ноябрь 1895({{padleft:1895|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})
с. Санаин, Борчалинский уезд, Тифлис губернаһы, Рәсәй империяһы
Үлгән: 21 октябрь 1978({{padleft:1978|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (82 йәш)
Москва, РСФСР, СССР
Ерләнгән: Новодевичье кладбище
Ҡатыны: Ашхен Лазаревна Туманян (с 1921)
Балалары: сыновья: Степан, Владимир, Алексей, Вано и Серго
Партия: КПСС (с 1915)
Белеме: Духовная академия Эчмиадзина
 
Хәрби хеҙмәт
Хеҙмәт иткән йылдары: 1941-1945
Принадлежность: РККА
Ғәскәр төрө: Интендантская служба
Звание: Генерал-полковник
 
Автограф:
 
Наградалары:
Социалистик Хеҙмәт Геройы — 1943
Ленин ордены Ленин ордены Ленин ордены — 1943 Ленин ордены — 1945
Ленин ордены — 1955 Ленин ордены — 1965 Октябрь Революцияһы ордены Ҡыҙыл Байраҡ ордены

1964—1965 йылдарҙа СССР Юғары Советы Президиумы Рәйесе. 1937 йылдан СССР хөкүмәте башлығы урынбаҫары, 1955—1964 йылдарҙа беренсе урынбаҫары булып эшләй. 1926—1955 йылдарҙа (1949—1953 йылдарҙан тыш) бер нисә министр (1946 йылға тиклем халыҡ комиссариаттары), башлыса сауҙа өлкәһендә, айырыуса тышҡы сауҙа министры вазифаларын биләй. Артём Микояндың ағаһы.

Иң абруйлы совет сәйәсмәндәренең береһе[1], Микоян В. И. Ленин иҫән сағында уҡ карьераһын башлай һәм Л. И. Брежнев осоронда ғына отставкаға китә. 1970 йылдар аҙағында уның тураһында «инфарктһыҙ һәм фалижһыҙ Ильичтан Ильичҡа тиклем» тигән әйтем сығарыла[2].

Социалистик Хеҙмәт Геройы (1943). Алты Ленин ордены кавалеры.

Биографияһы

үҙгәртергә
 
Анастас Микоян, Иосиф Сталин һәм Григорий Орджоникидзе, 1924 йыл

Ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған, әрмән. Башта әрмән, һуңынан рус грамотаһын өйрәнеп, күп уҡыған. Үҙенә йоғонто яһаған Раффиҙың Әрмәнстандың милли азатлыҡ темаһына арналған романдарын, Жан Жорестың уны ныҡ әсир иткән Француз революцияһы тарихы тураһындағы китабын, шулай уҡ Д. И. Писарев хеҙмәттәренең донъяға ҡарашының формалашыуына булышлыҡ иткән әҫәрҙәрен иҫенә төшөрә. Ул Беренсе бөтә донъя һуғышы башланғандан һуң уҡылған В. И. Лениндың «Что делать?» «Нимә эшләргә?» китабы уның сәйәси ҡараштарын билдәләй[3]. Шуныһы ҡыҙыҡ: бала саҡтан Микоян вегетариан булған, ләкин һуңынан ит ризыҡтарын ҡуллана башлаған[3].

1906 йылда Тифлис дини семинарияһында уҡый башлай, 1914 йылдың аҙағында Андраник Озаняндың әрмән ирекле дружинаһына яҙыла, һуңынан 1915 йылдың яҙына тиклем Кавказ-Төркиә фронтында һуғыша, тапма ауырыуы арҡаһында армия сафын ҡалдыра. Тифлисҡа ҡайтҡас, шунда РСДРП(б) ағзалығына алына һәм семинарияны тамамлай

1916 йылда Эчмиадзин дини академияһына уҡырға инә. Шул уҡ йылда тәүге мәҡәләһен яҙған[3]. Освоил грузинский и азербайджанский языки[3]. Грузин һәм әзербайжан телдәрен үҙләштерә[3]. Освоил грузинский и азербайджанский языки[3]. Февраль революцияһынан һуң Тифлиста һәм Баҡыла партия-пропаганда эшен алып бара, һуңғыһында Степан Шаумян менән таныша[4]. Сентябрҙән Тифлис партия комитеты секретары[4]. Октябрҙә үткән йәшерен Дөйөм Кавказ партия съезында ҡатнашыусы[4]. Марттағы ваҡиғалар ваҡытында Баҡыла ҙур булмаған отрядҡа етәкселек итә, һуңынан Амазасп Срванцтян бригадаһында (Ҡыҙыл Армияның Өсөнсө бригадаһы) комиссар була. Баҡы комиссарҙары ҡасҡандан һуң, большевиктарҙың йәшерен өлкә комитеты етәксеһе булараҡ, Баҡыла ҡала. Төрөктәр 1918 йылда Баҡыны алыр алдынан Микоян Үҙәк Каспий Диктатураһы башлығы Абрам Велунцтан Баҡы комиссарҙарын азат итеү һәм эвакуациялау рөхсәтен алыуға ирешә. Оҙаҡламай Анастас Микоян «Төркмән» пароходында комиссарҙарҙы алып сыға, әммә Красноводскиҙа (Төркмәнбашы) улар ҡулға алына. Микоян 1919 йылдың февралендә азат ителә һәм шул уҡ йылдың мартында РКП(б)-ның Кавказ край комитеты Баҡы бюроһын етәкләй. Үҙенең әйтеүенсә, Микоян 1919 йылда Әзербайжандың бойондороҡһоҙлоғо өсөн сығыш яһаған һәм был мәсьәләлә байтаҡ әрмән коммунистары менән күҙегешкән, шуның өсөн уны Баҡылағы әрмән даирәләрендә «мосолман коммунисы» тип атай башлағандар[5]. 1919 йылдың октябрендә Мәскәүгә саҡырыла, унда Бөтә Рәсәй Үҙәк башҡарма комитеты ағзаһы булып китә.

Кавказдағы революция хәрәкәте етәкселәренең береһенә әүерелә[1]. РСДРП(б)-ның Баҡы комитеты Президиумы ағзаһы, Анастасияс Микоян «Социал-демократ» һәм «Известия Бакинского Совета» гәзиттәре мөхәррире була[6].

1920 йылдан Микоян ҡабат Кавказда эшләй. Большевиктар менән Баҡы ҡалаһына XI армияның Реввоенсоветтың армия вәкиле сифатында инә һәм 1920 йылға тиклем Түбәнге Новгород губерна комитетына етәкселек итә[6]. Махсус тәғәйенләнешле частар коммунары[7]. Микоян тиҙҙән Сталин тәҡдиме менән РКП(б) ҮК-ның Көньяҡ-Көнсығыш бюроһы секретары итеп тәғәйенләнә.[8].

Партияның Баҡы комитеты секретары булараҡ, Әзербайжан ССР-ы Халыҡ Комиссарҙары Советы рәйесе Нариман Наджаф оглы Нариманов Микоянды мосолман эшселәрен дискриминациялауҙа һәм уны, Наримановты, алмаштырыу буйынса системалы эш алып барыуҙа ғәйепләй. Нариманов, Микоян 1920 йылдың яҙында уҡ уның йоғонтоһонан мәхрүм итергә ынтылған, тип инанған[9].

1922—1924 йылдарҙа Дондағы Ростовта РКП(б) Үҙәк Комитетының Көньяҡ-Көнсығыш бюроһы секретары. 1922 йылдан — кандидат, ә 1923 йылдан РКП(б)-ның Үҙәк Комитеты ағзаһы була. 1924—1926 йылдарҙа партияның Төньяҡ Кавказ край комитеты секретары, Төньяҡ Кавказ хәрби округының Революцион Хәрби Советы ағзаһы.

Сталиндың тәҡдиме буйынса 1926 йылдың 23 июленән Политбюро ағзалығына кандидат.

1926 йылдың 14 авгусынан СССР-ҙың эске һәм тышҡы сауҙа халыҡ комиссары (иң йәш нарком булған), Лев Каменевтың вариҫы. Был вазифала дәүләт ҡаҙнаһын тулыландырыу маҡсатында уға совет музейҙарынан ҡайһы бер сәнғәт әҫәрҙәрен һатыу бурысы йөкмәтелә.

1930 йылдың 22 ноябрендә тышҡы һәм эске сауҙа наркоматы Тышҡы сауҙа халыҡ Комиссариатына һәм Тәьминәт халыҡ комиссариатына бүленә, һуңғыһын Микоян етәкләй. 1934 йылдың 29 июлендә Тәьминәт халыҡ комиссариаты үҙ сиратында Эске сауҙа халыҡ комиссариатына һәм Аҙыҡ-түлек сәнәғәте халыҡ комиссариатына бүленә, шул уҡ ваҡытта уның етәксеһе итеп Микоян тәғәйенләнә. Был вазифала ул 1936 йылда өр-яңы технологиялар менән танышыу маҡсатында Америка Ҡушма Штаттарына бара, аҙыҡ-түлек тармағының тиҙ үҫешенә өлгәшә, был хаҡта әле булһа Микоян ит комбинатының исеме хәтерләтә.

1935 йылдан КПСС Үҙәк Комитеты Политбюроһы ағзаһы. 1938—1949 йылдарҙа тышҡы сауҙа министры (1946 йылға тиклем — халыҡ комиссары). 1938 йылда БАССР-ҙың беренсе саҡырылыш Юғары Советына депутат итеп һайлана.

Анастас Микояндың ҡушыуы буйынса СССР-ҙа балыҡ көндәре индерелә[10]..

Сталиндың шәхси тәржемәсеһе В. М. Бережков мемуарҙарында раҫлауынса, Микоян совет рекламаһын үҫтереүгә булышлыҡ иткән[11].

1920—1930 йылдарҙа сәйәси позицияһы һәм репрессияларҙа ҡатнашыуы

үҙгәртергә

1920-се йылдарҙа Микоян Төньяҡ Кавказда булған сағында казактарға ҡарата урталыҡ сәйәсәтендә сағылыш тапҡан, ә крәҫтиәндәргә ҡарата, иген әҙерләү көрсөгөнә ҡаршы уң позицияла торған тиерлек — ғәҙәттән тыш саралар менән түгел, ә ауыл крәҫтиәндәренә сәнәғәт продукцияһын килтереүҙе киңәйтеү менән көрәшергә тәҡдим иткән.

Бөйөк һынылыш ваҡытында Сталинды яҡлап сыға. Үҙәк башҡарма комитеттың Бухарин Николай Иванович һәм Рыков Алексей Иванович яҙмышын билдәләү буйынса комиссияһын етәкләй.

1937 йылдың көҙөндә партия һәм дәүләт органдары хеҙмәткәрҙәренең репрессиялау маҡсатында Әрмән Совет Социалистик Республикаһына бара. Уны был сәфәрҙә Маленков Георгий Максимилианович һәм Литвин Михаил Иосифович етәкселегендәге Эске эштәр Халыҡ Комиссариатының IV йәшерен-сәйәси олитического отдела ГУГБ хеҙмәткәрҙәре төркөмө оҙатып йөрөй. Улы Серго раҫлауынса, тышҡы сауҙа наркомы булып киткәндән һуң, Микоян Сталиндан Эске эштәр ХК-ның «Внешторг эшенә ҡыҫылмаҫҡа», йәғни уның хеҙмәттәштәрен ҡулға алмаҫҡа" тигән күрһәтмәһенә өлгәшкән.

Улы Серго раҫлауынса, тышҡы сауҙа наркомы булып киткәндән һуң, Микоян Сталиндың Эске эштәр Халыҡ Комиссариатының «Внешторг эшенә ҡыҫылмаҫҡа», йәғни уның хеҙмәттәштәрен ҡулға алмаҫҡа тигән күрһәтмәһенә өлгәшкән[12].

Партияның күренекле ағзаларын контрреволюцион эшмәкәрлектә ғәйепләү комиссияһын етәкләй. 1937 йылда ул, атап әйткәндә, Ежов менән бергә Бухарин эше буйынса ВКП(б) Үҙәк комитетының февраль-март пленумында докладсы була. Тап Микоян ССР Союзы Ҙур театрында Эске эштәр ХК-ның Бөтә Рәсәй ғәҙәттән тыш комиссияһы-Баш сәйәси идаралығы (ГПУ)-Эске эштәр Халыҡ Комиссариаты (НКВД) органдарының 20 йыллығына арналған тантаналы активында ВКП(б) Үҙәк Комитеты Политбюроһы исеменән сығыш яһай. Ежовтың эшмәкәрлеген маҡтағандан һәм күләмле репрессияларҙы аҡлағандан һуң, Микоян, 1937 йылды күҙ уңында тотоп, үҙенең докладын: «Ошо ваҡыт эсендә Эске эштәр Халыҡ Комиссариаты дан эшләне!» тигән һүҙҙәр менән тамамлай[13]. Шулай ҙа, улы раҫлауынса, «доклад», алдан яҙылып, Микоянға тапшырылған булған, ә ул уны уҡып ҡына сыҡҡан.

Бөйөк Ватан һуғышы һәм һуғыштан һуңғы осор

үҙгәртергә

1941 йылдан Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһының аҙыҡ-түлек һәм әйбер менән тәьмин итеү комитеты рәйесе[1][14], шулай уҡ эвакуация буйынса совет һәм азат ителгән райондарҙың хужалыҡтарын тергеҙеү буйынса Дәүләт комитеты ағзаһы була, 1942 йылдан Дәүләт оборона комитеты ағзаһы вазифаһын башҡара[1][6]. 1941 йылдың 16 авгусында СССР менән Берләшкән Короллек араһында һуғыш ваҡытында ҡорал һәм тауарҙарҙы берлектә килтереүҙе көйләгән үҙ-ара тәьмин итеү, кредитлау һәм түләүҙәр тәртибе тураһында Килешеүгә СССР яғынан ҡул ҡуйыла.

1942 йылдың 6 ноябрендә көндөҙгө сәғәт 3 тула 5 минутта Ҡыҙыл майҙандың Лобное местоһында А. Микояндың юлды кәртәләп торған ылаусы машинаһына фронттан ҡасҡан ҡыҙылармеец Савелий Дмитриев (Усть-Каменогорск ҡалаһында тыуған), мылтыҡтан өс тапҡыр ата һәм кремль һаҡсылары менән алышып маташа. Ике граната ярҙамында уны зарарһыҙландырыуға өлгәшелгән. Дмитриев Микояндың машинаһын Иосиф Сталиндың машинаһы тип ҡабул иткән була. Дмитриевты 1950 йылда аталар.

СССР Юғары Советы Президиумының 1943 йылдың 30 сентябрендәге Указы менән Ҡыҙыл Армияны аҙыҡ-түлек, яғыулыҡ һәм кәрәк-яраҡ менән тәьмин итеү эшендәге хеҙмәттәре өсөн Анастас Иванович Микоянға Ленин орденын һәм, «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалын тапшырып, Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.

СССР Халыҡ Комиссарҙары Советы СССР Министрҙар Советы итеп үҙгәртелеү менән, 1946 йылда Микоян СССР Министрҙар Советы рәйесе урынбаҫары һәм СССР-ҙың тышҡы сауҙа министры вазифаларын һаҡлап ҡала.

1940-сы йылдар аҙағына, В. Молотов менән бер рәттән, Иосиф Сталиндың яңы «таҙартыу» әҙерлеге арҡаһында, уны хәүефле хәл һағалай. күрһәтмәләр «Йәһүдтәр антифашистик комитеты» эше буйынса ғәйепләнеүселәрҙән А. Микоянға ҡаршы мәғүмәт туҡмау ысулы менән асыҡланған[15].

 
А. И. Микоян һәм Мао Цзэдун Сибайпо ҡасабаһында, 1949 йылдың феврале

1949 йылдың ғинуар-февралендә Ҡытай Коммунистар партияһы етәкселеге һәм, атап әйткәндә, Мао Цзэдун менән осрашыуға юллана[16].

1949 йылда тышҡы сауҙа министры вазифаһынан бушатыла, ә 1952 йылда КПСС-тың XIX съезынан һуң, Үҙәк Комитет пленумында Сталин уға бик ҡаты бәрелә, Микоян менән Молотовты эшлектән сығарып тәнҡитләй[17]. Ул Президиумдың партия уставы менән ҡаралмаған, Политбюроны алмаштырған йәшерен Президиум бюроһына индерелмәһә лә, Үҙәк Комитет Президиумына һайлана[18].

Чечен һәм ингуштарҙы депортациялау

үҙгәртергә

Чечен автономиялы өлкәһе 1922 йылда А. Микояндың башланғысы менән булдырылған. 1944 йылда чечендарҙы һәм ингуштарҙы депортациялау мәсьәләһе күтәрелгәс, Микоян ғына Сталинға ҡаршы сыға. 1956 йылда, чечендар һәм ингуштар төркөмөн ҡабул итеп, А. Микоян уларға тыуған иленә ҡайтырға тәҡдим итә.

А. И. Микояндың хәтирәләренән:

«Черендар үҙҙәре етәкләгән Чечен милли автономияһын ойошторорға кәрәк».

«Мәскәүҙә Сталин менән кәңәшләштем. Ул был идеяны хупланы, һаҡ булырға һәм халыҡтың ысын кәйефен асыҡларға кәрәклеген иҫкәртте»[19].

1956 йылдың июлендә СССР Юғары Советы Президиумының «чечендарҙың, ингуштарҙың, ҡарасайҙарҙыыың һәм уларҙың ғаилә ағзаларының махсус күсеп ултырыуы буйынса сикләүҙәрҙе бөтөрөү тураһында»ғы Указы сыға[20] 1957 йылдың яҙында һәм йәйендә тыуған яғына 140 мең самаһы кеше ҡайта.

Әнүәр Ходжа Микоян тураһында

Албанияға, башҡа илдәр кеүек үк, совет ярҙамы тураһында һүҙ барғанда, эште Микоян хәл итә ине. … Бындай алыпһатар һәм барышник менән иҡтисад һәм сауҙа өлкәһендә бәйләнеш тоттоҡ. Албанияға ҡағылған бөтә нәмәне — кредит биреүҙе лә, сауҙа әйләнешен дә - сауҙа призмаһы аша ғына ҡараны. Уның интернационалистик, социалистик, дуҫтарса тойғолары юҡҡа сыҡҡан һымаҡ ине. … Цифроман булараҡ, Микоян проценттар, һандар, сағыштырыуҙар, таблицалар телендә һөйләште.

Сталин үлгәндән һуң

үҙгәртергә
 
1954

Сталин үлгәндән һуң Үҙәк башҡарма комитет Президиумы бюроһы бөтөрөлә, Үҙәк Комитет Президиумы составы ярайһы уҡ ҡыҫҡара, Микоян уның ағзаһы булып ҡала, һөҙөмтәлә ул илдең юғары етәкселеге составына инә. Күптән түгел йәберләнеүе, һуңынан властағы позициялары тергеҙелеүе КПСС-тың ябай ағзалары һәм ил халҡы өсөн сер булып ҡала, сөнки Президиум бюроһының барлығы тураһында матбуғатта хәбәр ителмәй. Микоян Министрҙар Советы рәйесе урынбаҫары вазифаһын һаҡлап ҡала һәм, шул уҡ ваҡытта, Тышҡы сауҙа министрлығы менән Сауҙа министрлығы берекмәһе ойошторған Эске һәм тышҡы сауҙа министрлығын етәкләй. Шул уҡ йылдың 24 авгусында ул йәнә айырыла, Микоян сауҙа министры итеп тәғәйенләнә[21].

Хрущёвҡа тиклем беренселәрҙән булып Сталиндың шәхес культын ғәйепләү менән сығыш яһаны һәм һөҙөмтәлә Хрущёвтың Сталинды фашлауын хупланы[22]. Шулай итеп, XX съезд барышында Сталинға ҡаршы йүнәлтелгән (Сталинды исеме менән атамаһа ла) телмәр менән сығыш яһап, «шәхес культы» булғанлығын билдәләне, Көнбайыш менән тыныс һыйышып йәшәү һәм социализмға табан тыныс юл кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды, Сталиндың «ВКП(б) тарихының ҡыҫҡа курсы» һәм «СССР-ҙа социализмдың иҡтисади проблемалары» хеҙмәттәрен тәнҡитләне.

Унан һуң Микоян тотҡондарҙы реабилитациялау буйынса комиссияны етәкләй. 1957 йылда Үҙәк башҡарма комитет пленумында, партияға ҡаршы төркөмдө фашлауында Хрущёвты яҡлап, партия карьераһында яңы баҫҡысҡа күтәрелде.

1956 йылда Микоян инициативаһы менән Донъя иҡтисады һәм халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институты ойошторола, уның тәүге директоры итеп бажаһы А. А. Арзуманян (Микояндың һәм Арзуманяндың ҡатындары апалы-һеңлеле була) тәғәйенләнә[23].

Польшала һәм Венгрияла коммунистарға ҡаршы сығыштарҙы баҫтырыу тураһында ҡарар ҡабул иткәндә, 1956 йылда Микоян венгрҙарҙың үҙ көстәре тәртипкә һала алыуы һәм хәлде сәйәси саралар менән хәл итергә мөмкинлеген тәҡдим итеүсе, «ғәскәрҙәр индереүгә ҡарата шик» белдереүсе берҙән-бер Политбюро ағзаһы була[24]. Александр Стыкалин: «КПСС Үҙәк Комитеты президиумы ғәскәрҙәр индереү тураһында ике тапҡыр ҡарар ҡабул иттә — 23 октябрҙән 24-енә һәм 31 октябргә ҡарай төндә. Микоян икеһендә лә „ҡаршы“ тауыш бирҙе»[25]. Бер үк ваҡытта көрсөк ҡыҙған осорҙа, урындағы хәлде өйрәнеү өсөн, Будапештҡа осто[26].

1962 йылда Новочеркасск атыуындағы роле

үҙгәртергә

1962 йылдың 1 июненән Советтар Союзында төп аҙыҡ-түлеккә (ит, һөт, майға — 30 %) хаҡтар ярайһы уҡ арта һәм бер үк ваҡытта эшселәрҙең тариф ставкалары яңынан ҡарала. 1962 йылдың 1-2 июнендә Новочеркасск ҡалаһында йәшәү кимәлен түбәнәйтеүгә ҡаршылыҡ күрһәткән эшселәр урамға сыға. Сығыштар башлыса стихиялы характерҙа була. Эшселәр ҡала властары менән диалогҡа инеү өсөн үҙәк майҙанға сыға. Яуаплылыҡтан ҡурҡып, урындағы етәкселек сығыш яһаусы эшселәр менән бәйләнешкә инмәй һәм Мәскәүҙән ниндәй саралар күрергә кәрәклеген һорарға ашыға. Асыҡланыуынса, майҙанға йыйылған кешеләр таралырға йыйынмаған, һәм урындағы властар уларҙы үҙ көстәре менән туҡтата алмаҫынан ҡурҡа. Мәскәүҙән Новочеркасскиға хәлде асыҡлау өсөн КПСС ҮК Президиумы ағзаһы А. И. Микоян менән Ф. Р. Козлов ебәрелә; демонстрацияны хәрби көс ярҙамында ҡыуып ебәреү тураһында берлектәге ҡарар ҡабул ителә. КПСС ҮК-ның 1-се секретары Н. С. Хрущёв ҡарар ҡабул итеү тураһында хәбәрҙар була. 1-2 июндә Новочеркасскиҙа булған ваҡиғалар тураһында мәғлүмәт биреү тыйылда.

Майҙандан демонстрацияһын ҡыҫырыҡлап сығарыу буйынса операция ҡан ҡойоу менән тамамлана (16 кеше үлтерелә, 42-һе яралана). Унан һуң майҙандағы ҡанды йыуырға һәм мәйеттәрҙе ҡала ситенә исемһеҙ ҡәбергә күмергә бойороҡ бирелә. Һәләк булғандарҙың туғандарына һәм яҡындарына уларҙы ерләргә рөхсәт ителмәй. 100-ҙән ашыу кеше ҡулға алына. Августа суд процесы уҙа: ете кешене юғары язаға һәм ете кешене 15 йылға иркенән мәхрүм итеү тураһында хөкөм ҡарары сығарыла. Новочеркасск ваҡиғалары тураһындағы дөрөҫлөк рәсми властар тарафынан тиҫтә йылдар дауамында йәшереп тотола. 1980-се йылдар аҙағында ғына был ваҡиғалар тураһында объектив мәҡәләләр донъя күрә.

Рәсәй Федерацияһының төп хәрби прокуратураһы 1992 йылда Хрущёв Никита Сергеевич, Козлов Фрол Романович, Микоянға һәм фигуранттарҙың үлеме менән бәйле туҡтатылған тағы һигеҙ кешегә ҡаршы Новочеркасскиҙа атыу факты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыла.

Тышҡы сәйәси эшмәкәрлеге

үҙгәртергә
 
Берлинда рәсми визит менән, 1954 йыл. Вильгельм Пик менән осрашыу

Н. С. Хрущёв 1954 йылда уҡ Микоянға дипломатик бурыс йөкмәтә: Сталиндың тышҡы сәйәсәте менән ассоциациялашмаған кеше булараҡ, ул Броз Тито менән мөнәсәбәттәрҙе көйләү өсөн Югославияға ебәрелә.

1957 йылдан һуң Микоян Хрущёвтың төп ышаныслы кешеләренең береһенә әүерелә: Азия илдәре буйлап сәйәхәт итә, 1959 йылда Хрущёвтың визитын әҙерләү өсөн Америка Ҡушма Штаттарына бара, шулай уҡ Фидель Кастро менән совет-кубин мөнәсәбәттәрен булдырыу тураһында һөйләшеүҙәр алып бара.

Куба революцияһы етәкселәре Микоянға яҡшы тәьҫир ҡалдыра; Кастро тураһында ул былай тип әйтә: «Эйе, ул революционер. Беҙҙең кеүек үк. Мин үҙемде йәш сағыма ҡайтҡандай хис иттем». 1962 йылда Кеннеди һәм Кастро менән һөйләшеүҙәр алып барып, "Кариб кризисы"н көйләүҙә әүҙем ҡатнаша.

Был ваҡытта уның ҡатыны вафат булған.

1963 йылдың ноябрендә А. И. Микоян Америка Ҡушма Штаттарының үлтерелгән президенты Джон Кеннедиҙы ерләүҙә совет етәкселеген кәүҙәләндерә.

СССР Юғары Советы Президиумы рәйесе. Отставкала

үҙгәртергә

1964 йылдың 15 июленән 1965 йылдың 9 декабренә тиклем СССР Юғары Советы Президиумы Рәйесе (формаль яҡтан — юғары дәүләт вазифаһы). КПСС Үҙәк комитетының октябрь (1964 йыл) Пленумында Хрущёв Никита Сергеевичты һаҡ ҡына яҡларға, уның тышҡы сәйәси ҡаҙаныштарын һыҙыҡ өҫтөнә алырға маташа. Һөҙөмтәлә 1965 йылдың декабрендә, Микоян 70 йәше тулғандан һуң, отставкаға ебәрелә һәм Брежневҡа лояль булған Подгорный Николай Викторовичҡа алмаштырыла. Шуның менән бергә Анастас Микоян КПСС-тың Үҙәк комитеты ағзаһы һәм СССР-ҙың Юғары Советы Президиумы ағзаһы (1965—1974) булып ҡала, алтынсы Ленин ордены менән бүләкләнә.

1976 йылда КПСС-тың XXV партия съезы эшендә ҡатнашмай һәм КПСС-тың Үҙәк Комитеты ағзаһы итеп һайланмай, ләкин вафатына тиклем СССР-ҙың Юғары Советы депутаты булыуын дауам итә.

«Так бы­ло: Раз­мыш­ле­ния о ми­нув­шем» китабының нигеҙе булған күп кенә иҫтәлектәрен яҙып ҡалдырған.

Васыятына ярашлы, ҡатыны янында Новодевичье зыяратында ерләнә. Уның ҡәберендә әрмән телендә эпитафия бар.

А. И. Микоян фонды материалдары Рәсәй дәүләт социаль-сәйәси тарих архивында һаҡлана.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Социалистик Хеҙмәт Геройы һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы (30.09.1943) — «Ҡыҙыл Армияны һуғыш осоронда ауыр шарттарҙа аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү эшен асыу өлкәһендәге хеҙмәттәре өсөн»
  • 6 Ленина ордены:
  1. 17.01.1936 — «СССР Аҙыҡ-түлек сәнәғәте халыҡ комиссариаты буйынса 1935 йылғы производство планын арттырып үтәгәне һәм производствоны ойоштороуҙа, техникаға эйә булыуҙа өлгәшкән уңыштары өсөн»
  2. 30.09.1943 — Социалистик Хеҙмәт Геройы исеменә
  3. 24.11.1945 — тыуыуына 50 йыл тулыу айҡанлы
  4. 24.11.1955 — тыуыуына 60 йыл тулыу айҡанлы һәм «Коммунистар партия һәм совет халҡы алдындағы ҙур ҡаҙаныштарын билдәләп»
  5. 24.11.1965 — тыуыуына 70 йыл тулыу айҡанлы
  6. 25.11.1975 — тыуыуына 80 йыл тулыу айҡанлы
 
Анастас Микоян ғаиләһе 1960-сы йылдарҙа

Ҡалып:Микоян Атаһы 1918 йылда вафат була, шунан һуң әсәһе оҙаҡ йылдар улы менән йәшәй.

  • Энеһе Артём Иванович Микоян (1905—1970) — авиаконструктор
  • Ҡатыны Ашхен Лазаревна Туманян[27] (1896—1962)
  • Улдары:
    • Микоян Степан Анастасович (1922—2017) — лётчик-испытатель
      • Ейәне Микоян Александр Степанович (1952 йылда, Мәскәүҙә тыуған) — СССР һәм Рәсәй рок-музыканты һәм автоуҙышсыһы
    • Микоян Владимир Анастасович (1924—1942) — хәрби лётчик, Сталинград алышында һәләк булған
    • Микоян Алексей Анастасович (1925—1986) — хәрби лётчик
      • Ейәне: Стас Намин (ысын исеме Анастас Алексеевич Микоян) — музыкант, композитор һәм продюсер
    • Микоян Вано Анастасович (1927—2016) — инженер-конструктор (МиГ-29).
      • Ейәнсәре: Ольга Ивановна Микоян — «Экспоүҙәк» ЦВК хеҙмәткәре
    • Микоян Серго Анастасович (1929—2010) — тарихсы һәм публицист
  • Диспропорция и товарный голод. — [Харьков] : Пролетарий, 1927. — 30, [1] с.

Мемуарҙары

үҙгәртергә
  • Мысли и воспоминания о Ленине. — М.: Политиздат, 1970.
  • Дорогой борьбы: Книга первая. — М.: Политиздат, 1971. — 590 с., илл.
  • В начале двадцатых… — М.: Политиздат, 1975.
  • В дни блокады (к вопросу о снабжении осажденного Ленинграда). // Военно-исторический журнал. — 1977. — № 2. — С.45-54.
  • В Совете по эвакуации. // Военно-исторический журнал. — 1989. — № 3. — С.31-38.
  • Так было : Размышления о минувшем. — М. : Вагриус, 1999. — 636, [1] с., [24] л. ил., портр. — (Мой 20 век). — ISBN 5-264-00032-8
Файл:Надгробие Анастаса Микояна на Новодевичьем кладбище.jpg
Могила Микояна на Новодевичьем кладбище

А. И. Микояндың исеме түбәндәгеләргә бирелгән:

  • Мәскәү ит комбинатына (унан һуң — «Микомс» фирмаһы, «Микоян» фирмаһы, Микоян ит комбинаты)
  • Бөтә Союз тәмәке һәм махорка институтына (ВИТИМ)
  • Һыуытҡыстар сәнәғәте ҒТИ-ы (ВНИИ)
  • Киев аҙыҡ-түлек сәнәғәте технология институтына (КТИПП)
  • А. И. Микоян исемендәге Куйбышев инженер-төҙөлөш институты
  • Йәш тамашасы дәүләт театрына (Ереван)
  • Микояновка ауылы — хәҙерге Октябрьский ҡасабаһы (Белгород өлкәһе)
  • Микоянабад ҡасабаһы — хәҙерге Кабадиён (Тажикстан)
  • Микоян исемендәге ҡасаба — хәҙерге Ҡара-Балта ҡалаһы (Ҡырғыҙстан)
  • Микоян исемендәге ауыл — хәҙерге Мичурин исемендәге ауыл (Татарстан)
  • Микоян ҡасабаһы — хәҙерге Ехегнадзор (Әрмәнстан)
  • Микоян утары — хәҙерге Таловый (Ростов өлкәһе)
  • Микояновка ҡасабаһы — хәҙерге Октябрьский (Камчатка крайы)
  • Микояновка ҡасабаһы — хәҙерге Хинганск (Йәһүд автономиялы округы)
  • Микоян-Шәһәр ҡалаһы — хәҙерге Карачаевск (1926—1944)
  • Микоян урамы, Карачаевск ҡалаһы
  • Микоян районы — хәҙерге Октябрьский (Ханты-Манси автономиялы округы — Югра)
  • Талицк заводтары төркөмө: 01.04.1939 йылдан 01.06.1941 йылға тиклем.
  • Микоян урамы, Запорожье ҡалаһы — хәҙерге Богдан Завада урамы
  • урман ташыусы судноға (1928) һәм боҙватҡысҡа (1938)
  • Дондағы Ростов ҡалаһының Пролетар районы Нансен урамындағы туҡталыш пункты.

2014 йылда Ереван мэрияһының Анастас Микоянға һәйкәл ҡуйыу тураһындағы ҡарары Әрмәнстанда бер төрлө генә ҡабул итмәйҙәр[28].

Кинола кәүҙәләнеше

үҙгәртергә
  • «Падение Берлина» — Симонов Рубен Николаевич
  • «Джамбул» — Копелян Ефим Захарович
  • «Ближний круг» — Виктор Тардян
  • «И примкнувший к ним Шепилов» — Мужикян Самвел Мушегович
  • «Серые волки» — Дуров Лев Константинович
  • «Вольф Мессинг: видевший сквозь время» — Саркис Амирзян
  • «Однажды в Ростове» — Карэн Бадалов
  • «Маргарита Назарова» телесериалы — Павел Груненков
  • «Смерть Сталина» — Уайтхаус Пол
  • «Дорогие товарищи!» — Георгий Пипинашвили

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Anastas Ivanovich MikoyanБританника энциклопедияһында
  2. Анастас Микоян — «От Ильича до Ильича без инфаркта и паралича». Дата обращения: 18 март 2012. Архивировано из оригинала 16 декабрь 2011 года.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 3,5 Анастас Микоян. Так было. Гл. 1.
  4. 4,0 4,1 4,2 Анастас Микоян. Так было. — Гл. 2: В рядах революционеров Тифлиса и Баку.
  5. Баберовски, 2010, с. 291
  6. 6,0 6,1 6,2 Линия адаптивной радиосвязи — Объектовая противовоздушная оборона / [под общ. ред. Н. В. Огаркова]. — М. : Военное изд-во М-ва обороны СССР, 1978. — С. 278—279. — (Совет хәрби энциклопедияһы : [в 8 т.]; vol. 1976—1980, вып. 5).
  7. Захаров А. ЧОН. / Очерки по истории Октябрьской революции в Нижегородской губернии. — Нижний Новгород, 1927. — С. 47-54.
  8. Ҡалып:Hrono
  9. Баберовски, 2010, с. 286
  10. «Рыбному дню» — 80 лет 2016 йыл 4 март архивланған.
  11. Бережков В. М. Как я стал переводчиком Сталина. — М.: ДЭМ, 1993. — ISBN 5-85207-044-0
  12. Михаил Гольденберг. Интервью с Серго Микояном 2010 йыл 22 март архивланған. // Журнал «Вестник», № 13.
  13. Записка А. Н. Яковлева, В. А. Медведева, В. М. Чебрикова, А. И. Лукьянова, Г. П. Разумовского, Б. К. Пуго, В. А. Крючкова, В. И. Болдина, Г. Л. Смирнова в ЦК КПСС «Об антиконституционной практике 30-40-х и начала 50-х годов»
  14. Микоян Анастас Иванович. «Герои страны» сайты.
  15. Микоян Анастас Иванович // Энциклопедия «Кругосвет».
  16. Микоян А.И. Записка А. И. Микояна в ЦК КПСС о его поездке в Китай и переписке с ЦК КПСС в январе-феврале 1949 г. Архив Национальной Безопасности.
  17. Константин Симонов. Глазами человека моего поколения. Размышления о И. В. Сталине. 2 апреля 1979 года
  18. Павлов, 2010, с. 241
  19. Анастас Микоян. Так было 2017 йыл 7 февраль архивланған.
  20. источник=Саид Эминов. «Я поеду туда, где мой народ»
  21. Павлов, 2010, с. 249—250
  22. Микоян Анастас ИвановичОксфордская иллюстрированная энциклопедия
  23. Черкасов П. П. ИМЭМО. Портрет на фоне эпохи. — М.: Весь Мир, 2004.
  24. Владимир Воронов. Будапешт-1956. Танкисты и чекисты — традиционный ответ Кремля реформаторам. Новое время, 27.10.2006.. Дата обращения: 31 март 2013. Архивировано из оригинала 3 ғинуар 2014 года. 2014 йыл 3 ғинуар архивланған.
  25. Почему Хрущёв ввёл войска в Венгрию. Дата обращения: 10 апрель 2013. Архивировано из оригинала 3 ғинуар 2014 года. 2014 йыл 3 ғинуар архивланған.
  26. Малашенко Е. И. Особый корпус в огне Будапешта. // Военно-исторический журнал. — 1993. — № 11. — С.44.
  27. «Девичья фамилия её была Туманян. Впрочем, она и оставалась по закону Туманян, ибо они с отцом никогда так и не зарегистрировали свой брак», — свидетельствовал их сын Серго Микоян. [1] 2013 йыл 28 сентябрь архивланған.
  28. Денис Петлюченко. Памятник Анастасу Микояну в Ереване, мнения. armenia-news.ru (6 май 2014).

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Микоян Анастас Иванович. «Герои страны» сайты.

Алдан килеүсе:
Леонид Ильич Брежнев
Председатель Президиума Верховного Совета СССР
 

15 июля 19649 декабря 1965
Һуңынан килеүсе:
Николай Викторович Подгорный

Ҡалып:Главные секретари Северо-Кавказского крайкома ВКП(б) (1924—1937) Ҡалып:Председатели Президиума Верховного Совета СССР Ҡалып:Министры внешней торговли СССР Ҡалып:Брежневское Политбюро (Президиум) ЦК