Маленков Георгий Максимилианович

Георгий Максимилианович Маленков (6 декабрь 1901 йыл[6] — 14 ғинуар 1988 йыл) — СССР-ҙың дәүләт һәм партия эшмәкәре. 1953—1955 йылдарҙа СССР-ҙың Министрҙар Советы Рәйесе. И. В. Сталиндың фекерҙәше. «Партияға ҡаршы» тип исемләнгән төркөм ағзаһы.

Маленков Георгий Максимилианович
рус. Георгий Максимилианович Маленков
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 8 ғинуар 1902({{padleft:1902|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})[1][2][3][…]
Тыуған урыны Ырымбур, Ырымбур губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 14 ғинуар 1988({{padleft:1988|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})[4][5][2][…] (86 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР[3]
Ерләнгән урыны Кунцево зыяраты[d]
Хәләл ефете Валерия Алексеевна Голубцова[d]
Һөнәр төрө сәйәсмән
Биләгән вазифаһы СССР Министрҙар Советы рәйесе[d], СССР-ҙың Юғары Советы Президиумы ағзаһы[d], СССР Юғары Советы депутаты[d], СССР Юғары Советы депутаты[d], СССР Юғары Советы депутаты[d] һәм СССР Юғары Советы депутаты[d]
Уҡыу йорто Н. Э. Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университеты
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ҡатнашыусы ВКП(б)-ның XVII съезы[d], ВКП(б)-ның XVIII съезы[d], КПСС-тың XIX съезы[d] һәм КПСС-тың ХХ съезы[d]
Хәрби звание генерал-лейтенант[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ойошма ағзаһы КПСС Үҙәк комитетының сәйәси бюроһы[d]
Сәйәси спектрҙағы урыны ультралевые[d]
Сәйәси идеология коммунизм һәм марксизм-ленинизм[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены «Урак һәм Сүкеш» алтын миҙалы Ленин ордены Ленин ордены «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы
 Маленков Георгий Максимилианович Викимилектә

КПСС Үҙәк Комитеты ағзаһы (1939—1957), ВКП(б) Үҙәк Комитеты Политбюроһы ағзалығына кандидат (1941—1946), Үҙәк Комитет Политбюроһы (Президиум) ағзаһы (1946—1957), ВКП(б)-ның Ойоштороу комитеты ағзаһы (1939—1952), Үҙәк Комитет секретары (1939—1946, 1948—1953), СССР-ҙың Юғары Советы депутаты (1938—1958). Оборона сәнәғәтенең иң мөһим тармаҡтары өсөн яуаплы була, шул иҫәптән термоядролы бомбаны һәм донъялағы тәүге АЭС-ты булдырыу өсөн. 1953 йылдың март-сентябрь айҙарында Совет дәүләте етәксеһе.

Биографияһы

үҙгәртергә

Революцияға тиклем

үҙгәртергә

Тимер юлы хеҙмәткәре ғаиләһендә тыуа, уның атаһы сығышы буйынса Македониялағы дворян Максимилиан Маленков ғаиләһенән (билдәле руханиҙар Маленковтар вариҫы) була, әсәһе — тимерсе ҡыҙы Анастасия Шемякина[7][8]. Атаһы яғынан ҡартатаһы — полковник, ҡартатаһының бер ағаһы — контр-адмирал.

1919 йылда классик гимназияны тамамлай һәм РККА-ға саҡырыла, 1920 йылдың апрелендә РКП(б)-ға инә һәм Көнсығыш һәм Төркөстан фронттарында эскадрон, полк, бригада политработнигы булып хеҙмәт итә.

Төркөстан фронтында хеҙмәт иткән саҡта агитпоезд китапханасы булып эшләгән Валерия Голубцоваға өйләнә. Ҡәйнәһенең (Голубцова Ольга) өлкән апалары «Апалы-һеңлеле Невзоровалар» исеме аҫтында билдәле була (Зинаида, Августина һәм Софья) — В. И. Лениндың 1890-сы йылдарҙағы марксистик түңәрәктәр буйынса фекерҙәштәре. Зинаида Невзорова 1899 йылда Г. М. Кржижановскийға кейәүгә сыға, ире 1920-се йылдар башында ГОЭЛРО Комиссияһын етәкләй. Маленков та һәм уның ҡатыны Валерия энергетика өлкәһендә белем ала.

1921 йылда Мәскәү ҡалаһына күсеп килгәндән һуң Маленков МВТУ-ның электр-техник факультетына уҡырға инә. Валерия Голубцова Үҙәк Комитеттың Ойоштороу бүлегенә эшкә урынлаша һәм Элекке Лоскутной ҡунаҡханаһында айырым бүлмә ала, ҡунаҡхана Мәскәү коммунистик богеманың үҙәге һаналған Тверь урамында урынлашҡан була[9][10].

Маленков МВТУ партия ойошмаһы секретары вазифаһын биләй һәм троцкистар оппозицияһына ҡаршы йүнәлтелгән таҙартыуҙар менән етәкселек итә. Студент саҡтағы партия эшмәкәрлеге буйынса уның фекерҙәштәре араһында М. З. Сабуров, М. Г. Первухин, В А. Малышев була[9]. Бигерәк тә уға Малышев яҡын була, ул һуңғараҡ, Маленков Үҙәк Комитеты секретариатына эшкә күскәс, уның урынында секретарь булып ҡала.

Маленковтың белеме тураһында аныҡ мәғлүмәттәр юҡ, Б. Г. Бажанов фекеренсә, уның хатта урта белеме юҡ һәм ул МВТУ-ға рабфак аша уҡырға инә һәм унда өс йыл ғына уҡыған[10]. Маленковтың улы, атаһы гимназияны алтын миҙалға тамамланы һәм МВТУ-ны бөтөргәндән һуң уға аспирантураға ҡалырға тәҡдим итәләр, әммә ул партия эшен ташлай алмай һәм ике йыл дауамында академик К. К. Круг етәкселеге аҫтында фәнни тикшеренеүҙәр алып барҙы, тип яҙа[11].

Карьераһы башы

үҙгәртергә

1920—1930 йылдарҙа — ВКП(б) Үҙәк комитетының Ойоштороу бүлеге хеҙмәткәре, 1927 йылдан- ВКП(б) Үҙәк Комитеты Политбюроһының техник секретары.

1930—1934 йылдарҙа ВКП(б)-ның Мәскәү өлкә комитетында бүлек мөдире була (бер сығанаҡтар буйынса — агитация-масса[12][13], башҡа мәғлүмәттәр буйынса — ойоштороу[14][15]), өлкә комитетын ул осорҙа Л М. Каганович етәкләгән.

ВКП(б)-ның XVII съезынан һуң, 1934—1936 йылдарҙа — ВКП(б) Үҙәк Комитетының етәксе партия органдары бүлеге мөдире (1935 йылдың мартынан Ежов Н. И.) урынбаҫары. 1936 йылдың февралендә Ежовты ошо вазифала алмаштыра (1939 йылға тиклем).

1935—1936 йылдарҙа, Сталин «Кадрҙар бөтә нәмәне хәл итә» лозунгын иғлан иткәндән һуң, партия документтарын тикшереү һәм алмаштырыу кампанияһын үткәрә, тикшереү барышында ВКП(б) ағзаларына һәм кандидаттарына иҫәп карточка-досье төҙөлә — барыһы 2,5 миллион тирәһе. Йыйылған картотека базаһында бик ҙур үҙәкләштерелгән кадрҙар системаһы булдырыла һәм был тармаҡ Маленковтың төп партия һөнәренә әйләнә. Картотекаға шулай уҡ партияһыҙ етәкселәр һәи белгестәр ҙә индерелә.

1937 йылдың йәйендә Сталиндың ҡушыуы буйынса Н. И. Ежов, М. П. Фриновский, А. И. Микоян һәм Л. М. Каганович менән берлектә «урындағы партия ойошмаларының, НКВД, УНКВД һәм башҡа дәүләт органдарының эшмәкәрлеген тикшереү маҡсатында» Белоруссия, Әрмәнстан, Грузия, Тажикстан, Татар АССР-ы, Новосибирск өлкәһе, Свердловск өлкәһе һәм башҡа райондарға сығалар, унда массауи террор йәйелдерелә[15]. Ғинуар Пленумында «ВКП(б)-нан коммунистарҙы сығарыу ваҡытындағы партия ойошмаларының етешһеҙлектәре» исемле доклад менән сығыш яһай, ә 1938 йылдың авгусында — «Самаһыҙлыҡ тураһында» доклады менән. Георгий Маленков Н. И. Ежовты эштән бушатыуҙа ҙур роль уйнай, ул уны һәм уның ҡарамағындағы ведомствоны партияға тоғро коммунистарҙы юҡҡа сығарыуҙа ғәйепләй[16]. Берия менән бергә Ежовты ҡулға алыуҙа ҡатнаша (уны Маленковтың кабинетында ҡулға алалар).

1939 йылдан ВКП(б)Үҙәк Комитеты ағзаһы. 1939 йылдың 22 мартынан алып 1946 йылдың яҙына тиклем — Үҙәк Комитеттың кадрҙар идаралығы начальнигы һәм Үҙәк Комитеты секретары. 1939 йылдың мартынан алып 1952 йылдың октябренә тиклем — ВКП(б) Үҙәк Комитеты Ойоштороу бюроһы ағзаһы.

Һуғыш һәм һуғыштан һуңғы осор

үҙгәртергә

Һуғыш алдынан хәрби даирәһе мәсьәләләре менән шөғөлләнә: йәшерен Коминтерн аппаратын етәкләй[9], хәрби кадрҙар, авиация һәм реактив тематикаһы мәсьәләләре буйынса яуаплы. 1940 йылдың июленән — РККА-ның Баш Хәрби Советы ағзаһы. Маленков имзаһы (Жуков һәм Тимошенконың ҡултамғалары менән бергә) 1941 йылдың 22 июнендә ғәскәрҙәргә ебәрелгән 2-се һәм 3-сө «директивалар» аҫтында тора.

1941 йылдың 21 февраленән — ВКП(б) Үҙәк Комитеты Политбюроһы ағзалығына кандидат.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында — Дәүләт оборона комитеты ағзаһы. 1941 йылдың авгусында Ленинград фронтында була; 1941 йылдың көҙөндә һәм ҡышында Мәскәү эргәһендә немец ғәскәрҙәрен тар-мар итеү буйынса операцияларҙы ойоштороуҙа әүҙем ҡатнаша. 1941 йылдың июль — октябрь айҙарында РККА-ның яңы ҡорал төрө — Гвардия миномет частарын булдырыуҙа кураторлыҡ итә. 1942 йылдың мартында Волхов фронтына, һуңынан июль һәм август-сентябрҙә — Сталинград һәм Дон фронттарында, 1943 йылдың март айында — Үҙәк фронтта була. Маленков тип исемләнгән эксперт төркөмдәрен (ГКО комиссиялары) етәкләй. Был комиссияларға юғары дәрәжәле чиндар индерелә, улар киҫкен фронт участкаларына барып етәләр. Әлеге ваҡытта асыҡ архивта һуңғы комиссия эше буйынса ғына мәғлүмәттәр бар[17]. Авиация сәнәғәте халыҡ комиссариатының кураторы булараҡ самолеттарҙы һәм моторҙарҙы етештереү буйынса айырым ҡаҙаныштары өсөн 1943 йылдың 30 сентябрендә Маленков Социалистик Хеҙмәт Геройы исеменә лайыҡ була һәм уға Ленин ордены тапшырыла.

1943 йылдың июленән — ГКО ҡарамағындағы радиолокация буйынса Совет рәйесе (һуңынан «3-сө һанлы спецкомитет» исеме аҫтында билдәле була)[18], 1947 йылдың июненән уны был вазифала М. З. Сабуров алмаштыра.

1943 йылда Маленков азат ителгән райондарҙы тергеҙеү буйынса Комитетты етәкләй, ә 1944 йылда — немец сәнәғәтен һүтеү буйынса ойошторролған комитетты етәкләй.

1946 йылдың 18 мартынан алып — ВКП(б) Үҙәк Комитеты Политбюроһы ағзаһы. «Ысынбарлыҡта Маленковҡа Сталиндың партия буйынса урынбаҫары вазифаһын йөкмәттеләр», — тип билдәләй тарих фәндәре докторы О. В. Хлевнюк[19].

1946 йылдың мартында ТУ-4 бомбардировщигын төҙөү буйынса комиссия рәйесе итеп тәғәйенләнә[20], 1947 йылдың май айында бомбардировщик беренсе осош яһай.

Авиация сәнәғәте етәкселеге даими рәүештә бракка сығарылған самолеттарҙы фронтҡа ебәреүҙә ғәйепләнә («Авиация эше») 1946 йылдың апрель-майында Маленков Үҙәк Комитеттағы юғары сәйәси вазифаһынан һәм Үҙәк Комитетының кадрҙар идаралығы начальнигы вазифаһынан бушатыла.

1946 йылдың 4 майындаҮҙәк Комитеты Политбюроһы ултырышында И. В. Сталиндың доклады һөҙөмтәһендә Маленков ВКП(б) Үҙәк Ккмитеты секретариаты составынан сығарыла, уны Патоличев С. Н. алмаштыра. Маленков авиация сәнәғәтен етәкләүсе булараҡ әхләки яҡтан әлеге тармаҡта асылған йәмһеҙ күренештәр өсөн һәм улар тураһында ВКП(б) Үәҙк Комитетына хәбәр итмәүҙә ғәйепләнә"т. Маленков, как шеф над авиационной промышленностью и по приёмке самолётов — над военно-воздушными силами, морально отвечает за те безобразия, которые вскрыты в работе этих ведомств (выпуск недоброкачественных самолётов), что он, зная об этих безобразиях, не сигнализировал о них в ЦК ВКП(б)"[21].

Тикшереүҙәр һөҙөмтәһендәге йәбер һәм һөргөн тураһында мәғлүмәттәр — ҡапма-ҡаршылыҡлы[22].

Сталин кабинетында ҡабул ителеүселәр журналында Маленков тураһында яҙыуҙар бар. Июнь башында Маленков Калининды ерләүҙә ҡатнаша[23]. Әммә Ойоштороу бюроһы һәм секретариат ултырыштарының протоколдары буйынса Маленковтың уларҙа 1946 йылдың 18 майынан 17 июленә тиклем ҡатнашмағанлығы күренеп тора[24]. Совет версияһына ярашлы, махсус комитеттар буйынса Маленковтың етәкселектә ҡатнашыуы рәсми рәүештә йәшерелгән, биографияһының 1946—1948 йылдар осоро бөтөнләй төшөрөп ҡалдырыла йәки Урта Азияға командировкалары тураһында хәбәр ителә.

Ракета техникаһын үҫтереү буйынса «2-се спецкомитет» рәйесе (1946 йылдың 13 майынан)[25]) по май 1947 года[26]. Маленков шулай уҡ атом энергияһын файҙаланыу буйынса спецкомитет составына инә[27], комитет эше буйынса мәғлүмәттәрҙе контролдә тота, әммә совет ядро программаһындағы конкрет роле әлеге ваҡытҡа тиклем аныҡланмаған.

1947 йылдың көҙөнән А. Ждановтың етәкселегендәге Коминформ эшендә ҡатнаша. Югославия бүленгәндән һәм Берлиндың уңышһыҙ блокадаһынан һуң 1948 йылдың июлендә Ждановты тышҡы сәйәсәт менән идара иткән Ждановты эшенән бушата. Блокаданы артабан дауам итеп (ҡайһы бер тарихсылар фекеренсә, күҙ буяу өсөн генә[9]), Маленков төп тырышлығын Ҡытай коммунистарына ярҙамға һала (1949 йылда Ҡытай коммунистары Граждандар һуғышында триумфаль рәүештә еңеү яулай).

Ленинград эше һәм Фашизмға ҡаршы йәһүд комитеты (ЕАК) эше

үҙгәртергә

1949—1952 йылдарҙа Маленков "Ленинград эшендә (блокада геройҙарына ҡаршы сығыш яһай, шәхсән үҙе Ленинград блокадаһы тарихы музейында ҡыйралыш башҡара һәм башҡалар) Фашизмға ҡаршы йәһүд комитетын тар-мар итеүҙә төп ролдәрҙең береһен уйнай.

1949 йылдың 21 февралендә ВКП(б)Үҙәк Комитеты секретары Маленков литера поезында Мәскәүҙән Ленинградҡа килә, ул МГБ ҡораллы отрядын етәкләй, әлеге отряд Ленинград өлкә һәм ҡала комитетының ябыҡ ултырышын үткәреү өсөн Смольныйҙы уратып ала. Маленков ҡурҡытыу ярҙамында өлкә һәм ҡала комитеттары секртетарҙарынан Ленинградта дошмандарса партияҡаға ҡаршы төркөмө барлығын таныуҙы талып итә. Сталин ҡушыуы буйынса 1949 йылдың июленән Лениград етәкселәрен ҡулға алыу башлана[28].

Эштән бушатылыуы, партия һәм енәйәт яуаплылығына тарттырылыуы, суд процестары тураһында мәғлүмәттәр матбуғатта яҡтыртылмай. Нәҡ «ленинградсылар» өсөн Ленинград эше буйынса тикшереү эштәре барышында уҡ, 1950 йылдың 12 ғинуарында, СССР-ҙа «Ватанға хыянат итеүселәргә, шпиондарға һәм шартлатыусы-диверсанттарға ҡарата» (быға тиклем, 1947 йылғы СССР-ҙың Юғары Совнты Президиумы Указына ярашлы үлем язаһы ғәмәлдән сығарылған була) ҡабаттан үлем язаһы индерелә. Үлем язаһы ВКП(б) Үҙәк Комитеты Политбюроһының «Партияға ҡаршы ғәмәлдәр тураһында» исемле ҡарарынан өс көн алда индерелә[28].

«Ленинград эше» һөҙөмтәһендә атып үлтереү язаһына хөкөм ителәләр: СССР Госпланы рәйесе Н. А. Вознесенский, РСФСР Министрҙар Советы рәйесе М. И. Родионов, ВКП(б) Үҙәк Комитеты секретары А. А. Кузнецов, Ленинград өлкә һәм ҡала комитеттарының беренсе секретары П. С. Попков , ВКП(б) Ленинград ҡала комитетының икенсе секретары Я. Ф. Капустин, Ленгорисполком рәйесе П. Г. Лазутин. 1950 йылдың 1 октябрендә төнгө сәғәт 2-лә хөкөм ҡарары үтәлә. И. М. Турко, Т. В. Закржевская һәм Ф. Е. Михеев оҙайлы ваҡытҡа төрмәгә ултыртыла.

[Берия] менән Маленков ҙур власты ҡапыл ғына алманылар. Һуғыштан һуң бик тиҙ арала уларҙы Сталиндан яңы быуын етәкселәре ҡыҫырыҡланы — «ленинградсылар» — Вознесенский һәм башҡалар…

Әммә тиҙҙән улар үс алдалыр. ГосСнаб рәйесе урынбаҫары Михаил Помазнев Министрҙар Советына, Госплан рәйесе Вознесенский йыллыҡ пландарға түбәнәйтелгән күрһәтмәләрҙе һала, тип хат яҙа. Хатты тикшереү өсөн Маленков һәм Берия етәкселегендәге комиссия булдырыла. Улар үҙҙәренең тикшереүенә Ленинградтағы Бөтә Рәсәй ярмаркаһына әҙерлек тарихын тарттыралар, әҙерлекте РСФСР һәм ҡала етәкселәре Вознесенскийға йөкмәткән була. Быларҙың барыһы ла сепаратизм сағылышы итеп күрһәтелә. Шулай итеп, Маленковтың һәм Берияның шәхси дошмандары тулыһынса халыҡ дошмандары булып сыҡты.

Һуңынан Сталин яйлап көндәлек эштәрҙән ситләшә башлай, һәм оператив мәсьәләләрҙе хәл итеү, ә асылында, ил менән идара итеү Маленков менән Берия ҡулында булып сыға. Минеңсә, үҙ белдеге менән. Ленинград эшенән һуң ил етәкселегенең башҡа ағзалары уларҙан шул тиклем ҡурҡа, хатта улар ысынында үҙ ҡулдарына власты алғас, бер кем ҡаршы төшөргә баҙнат итмәй

— СССР Совнаркомы секретариаты мөдире урынбаҫары Михаил Смиртюковтың хәтирәләренән[29]

Рәсми рәүештә бер ваҡытта ла «Ленинград эшенең» асылы тураһында хәбәр ителмәй. Һуңынан Маленков, Ленинградты таҙартыу буйынса Сталиндың бойороҡтарын үтәүен таный. Хрущевтың ҡайһы бер һүҙҙәренән ошолар билдәле: ленинградсылар бер ниндәй ҙә фетнә ойошторорға йыйынмаған, улар бары Рәсәй Коммунистик партияһын булдырыу тураһында тәҡдим яһаған. Үҙәк Комитеты — Ленинградта урынлашырға, шулай уҡ РСФСР-ҙың Министрҙар Советы ла Мәскәүҙән Ленинградҡа күсерелергә тейеш була. Бөтә эш шунда: РСФСР СССР составындағы үҙ Рәсәй, йәки урыҫ, коммунистик партияһы булмаған берҙән-бер союз республикаһы була[30]. [31]. 1988 йылғы КПСС Үҙәк Комитеты Политбюроһы комиссияһы ЕАК эше буйынса йәлеп ителгән һәм репрессияға дусар ителгән шәхестәр буйынса Маленков туранан-тура яуаплы[31].

Маленков И. В. Сталиндың иң ышаныслы кешеләренең береһе була һәм ВКП(б) — КПСС-тың (1952 йылдың октябре) XIX съезында уның урынына Отчет Докладын яһай.

Сталиндан һуңғы йылдар

үҙгәртергә
Сталин үлгән көндө беҙҙе Маленков саҡыртып алды, һәм ул Сталин кабинетын биләп тә алған булып сыҡты

— СССР Совнаркомы секретариаты мөдире урынбаҫары Михаила Смиртюковтың хәтирәләренән

Сталиндың вафатынан һуң Маленков тотороҡло рәүештә партияла һәм дәүләттә икенсе кеше урынын биләй. КПСС Үҙәк Комитеты Президиумы Бюроһы 1952 йылдың 10 ноябрендәге ҡарары буйынса Маленков Министрҙар Советындағы эшенән ситләшә һәм Үҙәк Комитет эштәре менән шөғөлләнә. Шул уҡ Бюроның 1952 йылдың 17 ноябрендәге ҡарарына ярашлы И. В. Сталин булмаған саҡта КПСС Үҙәк Комитеты Секретариаты ултырыштарын Маленковҡа, Пеговҡа һәм Сусловҡа сиратлап алып барыу йөкмәтелә.[32].

Сталиндың вафатынан һуң (1953 йылдың 5 марты) Маленков СССР-ҙың Министрҙар Советы рәйесе вазифаһын биләй. 1953 йылдың мартында уҡ ул (Үҙәк Комитеты Президиумының беренсе ултырышында) «шәхес культы сәйәсәтен туҡтатыу һәм коллектив етәкселеккә» күсеү кәрәклеге тураһында белдерә[33][34] һәм Үҙәк Комитеты ағзаларына, Сталин уның тирәләй культты өнәмәүен һәм тәнҡиткә дусар итеүе, н хәтерҙәренә төшөрә, әммә Маленковтың тәҡдименә бер ниндәй ҙә яуап булмай.

 
Г. М. Маленков, Н. С. Хрущев, Н. А. Булганин, К. Аденауэр. 1955 йыл.
 
1954 йылғы М. Маленков, Хо Ши Мина һәм Мао Цзэдун портреттары менән Вьетнам маркаһы

1953 йылдың майында Маленковтың башланғысы менән Хөкүмәт Ҡарары ҡабул ителә, уға ярашлы партия чиновниктарына аҡсалата бүләкләү кәметелә һәм иҫәптә тормаған «конверттар»ҙағы өҫтәмә түләүҙәр бөтөрөлә[35]. Әлеге башланғыс Н. С. Хрущевҡа, дүрт айҙан һуң, «һарай түңкәрелешен» ойоштороу, йәғни 1953 йылдың 26 июнендә үҙенең төп конкуренты Лаврентий Берияны ҡулға алыу, партия Үҙәк комитетының коллектив етәкселеген юҡҡа сығарыу, элекке өҫтөнлөктәрҙе («конверттарҙы») ҡайтарыу һәм партия етәкселегенә эш хаҡы буйынса юғалтыуҙарҙы ҡаплау, шулай уҡ Үҙәк Комитетының Беренсе секретары вазифаһын үҙе өсөн булдырыу мөмкинлеген бирә[36].

 
Г. М. Маленков

1953 йылдың 15 майында Ҡытайҙы индустриялаштырыуҙа ярҙам күрһәтеү буйынса бик мөһим ҡарар ҡабул ителә -«бөйөк дуҫлыҡ» осороноң башы (ғәҙәттә 1953—1957 йылдар тип билдәләнә).

Берияны ҡулға алғандан һуң, Июль Пленумында, Маленков Сталиндың культы булыуы тураһында белдерә, уның кире яҡтары итеп ул Үҙәк Комитетының октябрь пленумында (1952) Сталин тарафынан Молотовты һәм Микоянды «сәйәси яҡтан дискредитациялауҙы», 1953 йылда 40 миллиард һумға ауыл налогтарын арттырыуҙы, Төркмән каналын төҙөүҙе һәм тауар алмашыуҙан аҙыҡ -түлек алмаштырыуға күсеүҙе атай[37][38].

Маленковтың реформалар сәйәсәте дауам итә, әммә уңышҡа өмөттәр юғала башлай. 1953 йылдың авгусында Юғары Совет сессияһы ултырышында Маленков ауыл хужалығы налогын (сельхозналог) ике тапҡырға кәметеү, түләнеп бөтмәгән һалымды юҡҡа сығарыу, шулай уҡ ауыл халҡына һалым түләү принцибын үҙгәртеү буйынса тәҡдимдәр яһай. Маленков тәүгеләрҙән булып ике системаның һыйышып йәшәү тезисы менән сығыш яһай [35], еңел һәм аҙыҡ-түлек сәнәғәттәренең үҫеше яҡлы була, өҫтөнлөктәр һәм партия һәм дәүләт аппараты бюрократизмына ҡаршы көрәшкә саҡыра.

1955 йылда тәнҡиткә дусар була[39] һәм Министрҙар Советы рәйесе вазифаһына бушатыла[40], электр станцияһы министры итеп тәғәйенләнә, ләкин КПСС Үҙәк Комитеты Президиумы ағзаһы булып ҡала.

1957 йылда В. М. Молотов һәм Л. М. Каганович («Молотов, Маленков, Каганович һәм уларға ҡушылған Шепилов»), менән берлектә Н. С. Хрущевты КПСС Үҙәк Комитеты секретары вазифаһынан ситләштереүҙе ойоштороуҙа ҡатнаша.

1957 йылдың июнендәге Үҙәк комитеты Пленумында «Партияға ҡаршы төркөм» эше ҡарала һәм Маленков Үҙәк Комитеты составынан сығарыла, Усть-Каменогорскиҙағы электр станцияһы директоры итеп күсерелә, һуңынан — Икебаштоҙҙағы йылытыу станцияһы директоры итеп тәғәйенләнә. 1961 йылдың ноябрендә КПСС-тан сығарыла (Молотовтан айырмалы рәүештә кире тергеҙлмәй) шул уҡ йылда уҡ пенсияға оҙатыла[13].

Маленковтың ҡыҫҡа идара итеү осоро күп кенә тыйыуҙарҙы юҡҡа сығарыу менән айырыла: сит ил матбуғатына, сик буйҙарын үтеүгә, таможня ташыуҙарына. Әммә яңы сәйәсәтте Маленков элеккенең дауамы итеп күрһәтә, шуға күрә илдең ҡала халҡы үҙгәрештәргә иғтибар бирмәй тиерлек, уларҙы насар аңлай һәм иҫендә лә ҡалдырмай.

Атайҙы ҡаршы алыуға бөтә ҡала демонстрацияға сыҡты — флагтар менән, уның портреттары менән. Һәм ошо демонстрация менән осрашыу килеп сыҡмаһын өсөн, нәҡ шуның өсөн, беҙҙе далала туҡтаттылар, автомобилгә ултырттылар һәм насар юлдарҙан йәшерен рәүештә алып килделәр…

— Воля Маленкова (Г. М. Маленковтың ҡыҙы) Усть-Каменогорскиға килеү тураһында[41]

Һуңғы йылдары

үҙгәртергә

Барлыҡ партия-дәүләт вазифаларын бушатылғандан һуң 1957 йылда һөргөнгә — Усть-Каменогорскиға, һуңынан Экибастузҡа ебәрелә[42]. Әсәһенең вафатынан һуң 1968 йылда Мәскәү тирәһендәге Удельная ҡасабаһына шәхси дачаһында йәшәй.

1973 йылдан алып Мәскәүҙә 2-се Синичкин урамындағы ике бүлмәле фатирында йәшәй. 1980 йылда, Ю. В. Андропов ҡушыуы буйынса, уға Фрунзе набережныйында ике бүлмәле фатир бирелә, шунда ул ғүмеренең аҙаҡҡы йылдарын үткәрә[43].

Молотовҡа һәм Кагановичҡа һуңынан пенсияларын арттырҙылар, ә Маленков пенсия тураһында ла, Кремль ашханаһына беркетеү тураһында ла һораманы. Беҙ уға фатир менән, санаторийға юлланмалар менән ярҙам иттек. Әммә уның менән осрашырға тура килмәне. Уның үтенестәре менән ғаризаларын йә ҡатыны, йә ҡыҙы Воля алып киләләр ине. Ул үҙе Кремлдә башҡаса бер тапҡыр ҙа булманы. Әллә Маленков илдең яңы етәкселегенә үҙе тураһында иҫкәртеүҙән шикләнде, әллә үҙ-үҙенә нимәһе булғанын һәм нимә юғалтҡанын хәтерләтергә теләмәне

— СССР Совнаркомы секретариаты мөдире урынбаҫары Михаила Смиртюковтың хәтирәләренән

Der Spiegel журналы Маленковтың һуңғы йылдары тураһында үҙенең некрологында яҙып сығарҙы[44]:

Ул үҙенең ҡатыны Валерия менән Фрунзенскаяла йәшәне, функционерҙар өсөн махсус магазинда тауарҙар алды һәм Кратовалағы үҙенең дачаһына электричкала йөрөнө. Унда уны ауыл сиркәүендә күрә торғандар. Ул православиеға ылыға — тәүбәгә килә.

Ҡатыны (1920 йылдан), Валерия Алексеевна Голубцова — Мәскәү энергетика институты ректоры (1942—1952 йылдарҙа).

Балалары

үҙгәртергә
  • Воля (Валентина) Георгиевна Маленкова (кейәүҙә — Шамберг[45]). 1924 йылдың 9 сентябрендә тыуған, архитектор. 2010 йылда вафат була[46].
  • Андрей Георгиевич Маленков. 1937 йылдың 29 майында тыуған. Ғалим, биофизика өлкәһе белгесе; белеме буйынса физик; биология фәндәре докторы, профессор, РАЕН-дың почетлы вице-президенты . «Минең атайым Георгий Маленков тураһында» хәтирәләр китабы авторы.
  • Георгий Георгиевич Маленков. 1938 йылдың 20 октябрендә тыуған. Профессор, химия фәндәре докторы.

Төп сәйәси акциялары

үҙгәртергә
  • Ленинград эшен ойоштора, блокада геройҙарына ҡаршы сығыш яһай, шәхсән үҙе Ленинград блокада тарихы музейын ҡыйрата.
  • Фашизмға ҡаршы йәһүд комитетын (ЕАК) тар-мар итеүҙә төп ролде уйнай (1948—1952 йылдарҙа).
  • Л. П. Берияның Сталин репрессиялары ҡорбандарын азат итеү һәм аҡлау буйынса башланғысын өлөшләтә тормошҡа ашыра.
  • Ауыл хужалығы өлкәһендә: һатып алыу хаҡтарын күтәреү, һалымдарҙы кәметеү, ауыл хужалығы буйынса пленум (1953) үткәреү, колхозсыларға паспорттар биреү.
  • РСФСР составындағы Ҡырым өлкәһен УССР-ға тапшырыу.
  • 1949 — Сталинград алышы — Виктор Хохряков
  • 1983 — Ҡыҙыл монарх — Питер Вудторп
  • 1989 — Закон — Юрий Рудченко
  • 1990 — Хатлашыуһыҙ ун йыл — Юрий Рудченко
  • 1991 — Яҡын даирә — Валентин Червяков
  • 1996 — Революция балалары — Стивен Эббот
  • 2005 — Дәүер йондоҙо — Сергей Николаев
  • 2009 — Һәм уларға ҡушылған Шепилов — Юрий Митрофанов
  • 2010 — Берия. Еңелеү — Валерий Магдьяш
  • 2011 — Жуков — Игорь Марычев
  • 2013 — Халыҡтар атаһының улы — Сергей Беляев
  • 2017 — Сталиндың вафаты — Джеффри Тэмбор

Филателияла

үҙгәртергә
  • 1953 йылда ЧССР Халыҡ-ара хеҙмәтсәндәрҙең теләктәшлек Көнө — 1 майға арналған серия сығара, улар араһында Прагалағы демонстрация һүрәтендә И. В. Сталин һәм Г. М. Маленков портреттары бар.
  • 1954 йылда Вьетнам Демократик Республикаһы өс марканан торған вьетнам-совет дуҫлығына арналған серия сығара (өҫтәрәк ҡарағыҙ).
  • Чад республикаһында 2014 йылда «Советтар Союзы етәкселәре Икенсе донъя һуғышында» почта серияһын сығара (улар араһында Маленковтың портреты бар).

Наградалары

үҙгәртергә

Званиеһы

үҙгәртергә
  • Генерал-лейтенант (1943)[15].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Georgij Maksimilianovič Malenkov // https://aleph.nkp.cz/F/?func=find-c&local_base=aut&ccl_term=ica=jx20040723002&CON_LNG=ENG
  2. 2,0 2,1 Georgi Maximilianowitsch Malenkow // Энциклопедия Брокгауз (нем.)
  3. 3,0 3,1 Чешская национальная авторитетная база данных
  4. Georgy Malenkov // SNAC (ингл.) — 2010.
  5. Georgi Maksimilianovich Malenkov // Find a Grave (ингл.) — 1996.
  6. Исследователи уточнили возраст соратника Сталина Георгия Маленкова
  7. Зенькович Н. А. Самые секретные родственники. — М.: ОЛМА-ПРЕСС; Звёздный мир, 2005. — C. 248—249. — ISBN 5-94850-408-5
  8. Интервью сына Г. М. Маленкова — А. Г. Маленкова(недоступная ссылка) Ҡалып:Битая ссылка
  9. 9,0 9,1 9,2 9,3 Николаевский Б. И. Тайные страницы истории
  10. 10,0 10,1 Борис Бажанов. Воспоминания бывшего секретаря Сталина
  11. А. Маленков, 1992
  12. Екатерина Рыбас. Российские вожди в борьбе, любви и смерти. Скачать книги бесплатно. Современная и классическая литература. Дата обращения: 7 март 2013. Архивировано 9 март 2013 года. 2013 йыл 9 март архивланған.
  13. 13,0 13,1 Биография: Маленков Георгий Максимилианович // Правители России и Советского Союза. Дата обращения: 7 март 2013. Архивировано 9 март 2013 года.
  14. Герой Соц. Труда Маленков Георгий Максимилианович // Герои страны. Дата обращения: 7 март 2013. Архивировано 9 март 2013 года.
  15. 15,0 15,1 15,2 Маленков, Георгий Максимилианович. Хронос. Дата обращения: 7 март 2013. Архивировано 9 март 2013 года.
  16. Полянский А. И. Ежов. История «железного» сталинского наркома. Дата обращения: 1 март 2013. Архивировано 9 март 2013 года.
  17. Доклад Комиссии ГКО № М-715 от 11.04.1944
  18. Ерофеев Ю. Н. Аксель Иванович Берг. Жизнь и деятельность
  19. Хлевнюк О. В. Советская экономическая политика на рубеже 1940—1950-х годов и «дело Госплана». — С. 82.
  20. Костырченко Г. В. Маленков против Жданова
  21. Радиолокационная трёхлетка 2009 йыл 22 апрель архивланған.
  22. Пихоя Р. Опала Маленкова
  23. Похороны Калинина
  24. Пыжиков А. В., Данилов А. А. Рождение сверхдержавы: 1945—1953 гг.
  25.   документа Постановление СМ СССР от 13 мая 1946 года № 1017-419сс «Вопросы реактивного вооружения» в Викитеке
  26. Дмитрий Юрьев. Георгий Маленков — главный организатор советского ракетостроения?
  27.   документа Распоряжение ГКО СССР от 20 августа 1945 года № 9887сс/ов «О специальном комитете [по использованию атомной энергии] при ГКО» в Викитеке
  28. 28,0 28,1 Инициатор «Ленинградского дела». (Торчинов В. А., Леонтюк А. М. Вокруг Сталина. Историко-биографический справочник. Санкт-Петербург, 2000
  29. "После расстрела Берии Маленков все время улыбался" – Власть – Коммерсантъ
  30. Авторханов А. Загадка смерти Сталина. М., 1992. стр 32
  31. 31,0 31,1 О так называемом «деле Еврейского антифашистского комитета» // «Известия ЦК КПСС», 1989, № 12.
  32. Сергей Кремлёв. Зачем убили Сталина? Преступление века. Гл. 13. Быль о «Тройке»
  33. Р. Медведев, 1990
  34. Опенкин Л. А. На историческом перепутье // Вопросы истории КПСС. 1990. № 1. — С. 110.
  35. 35,0 35,1 Жуков Ю. Н. Борьба за власть в партийно-государственных верхах СССР весной 1953 года(недоступная ссылка) // Вопросы истории. — 1996. — № 5-6. — С. 39-57.
  36. XX съезд: материалы конференции к 40-летию XX съезда КПСС. — М.: Апрель-85, 1996. — С. 38.
  37. Черкасов П. П. ИМЭМО. Портрет на фоне эпохи. — М.: Весь Мир, 2004. С. 84—85.
  38. Известия ЦК КПСС, 1991, № 2. С. 196.
  39. Постановление ЦК КПСС от 31 января 1955 г. о Г. М. Маленкове 2018 йыл 20 октябрь архивланған.
  40. Постановление Президиума ЦК КПСС от 9 февраля 1955 г. об информационном письме Центральным комитетам братских коммунистических и рабочих партий об освобождении от обязанностей председателя Совета Министров СССР Г. М. Маленкова 2019 йыл 16 август архивланған.
  41. Документы прошлого: Георгий Маленков. 50 лет со дня отставки // Радио Свобода
  42. Кузнецова В. В. Валерия Алексеевна Голубцова — самый могущественный ректор в истории Московского энергетического института // Всеобщая история. — 2013. — № 12. — С. 51—57.
  43. Зенькович Н. А. Самые секретные родственники. Энциклопедия биографий — М.: ОЛМА-ПРЕСС, 2005. — C.249—250.
  44. Георгий Максимилианович Маленков // Der Spiegel. — 1988. — № 6. — С. 138, 141.
  45. Генеалогия советской партэлиты
  46. Запись:738264. ru.rodovid.org. Дата обращения: 28 ғинуар 2016.


  • Баландин Р. К. Маленков. Третий вождь Страны Советов. — М.: Вече, 2007. — 336 с. — (Досье эпохи). — ISBN 5-9533-1757-3.
  • Маленков А. Г. О моём отце Георгии Маленкове. — М.: НТЦ «Техноэкос», 1992. — 116 с. — ISBN 5-87928-005-5.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
Алдан килеүсе:
Ежов Николай Иванович
ВКП(б) Үҙәк Комитетының Етәксе партия органдары бүлеге (ОРПО) начальнигы
1936—1939
Һуңынан килеүсе:
Кадрҙар идаралығы тип үҙгәртелгән
Алдан килеүсе:
ВКП(б) Үҙәк Комитетының ОРПО начальнигы буларак ул үҙе
ВКП(б) Үҙәк Комитетының Кадрҙар идаралығы начальнигы
1939—1946
Һуңынан килеүсе:
Кузнецов Алексей Александрович
Алдан килеүсе:
Алексей Сергеевич Павленко
СССР Электр станциялары министры
19551957
Һуңынан килеүсе:
Алексей Сергеевич Павленко

Ҡалып:КПСС етәкселәре Ҡалып:СССР лидерҙары Ҡалып:Советтар Союзы хөкүмәте етәкселәре