Платон
Платон (грек. Πλάτων) (б.э.тиклем 423-424-347 йылдар тирәһе) — Боронғо Греция фәйләсүфе. Идеализм йүнәлеше вәкиле. Европа идеализмына нигеҙ һалған боронғо грек философы.
Платон | |
бор. грек. Πλάτων | |
Исеме |
бор. грек. Αριστοκλής |
---|---|
Тыуған көнө |
- 427 |
Тыуған урыны | |
Вафат көнө |
- 348 |
Вафат булған урыны |
Афины |
Ил | |
Основные интересы |
Метафизика, эпистемология, этика, эстетика, политика, образование, философия математики |
Оказавшие влияние | |
Испытавшие влияние |
Аристотель, барлыҡ Европа һәм Яҡын Көнсығыш философтары |
Ни өсөн ул бөтә донъя философияһы өсөн олуғ һәм әһәмиәтле һуң. Платон, үҙ заманындағы башҡа философтар кеүек үк, бөтә хеҙмәте менән кешеләрҙе объектив рәүештә белемгә, донъяның диалектик закондарын танып белеүгә, өҙлөкһөҙ эҙләнеүҙәргә саҡырған. Философия фәнендә ул, нигеҙе хаталы булыуға ҡарамаҫтан, билдәле бер системаға һалынған ижади мираҫ ҡалдырған. Уның хеҙмәттәре философия тарихында тулы бер осор тәшкил итә һәм ул һис шикһеҙ кешелек мәҙәниәтен (бигерәк тә философияны) үҫтереү, яңы фекерҙәргә байытыу өсөн ҙур, этәргес роль уйнаған.
Кешелек тарихында иң мөһим һәм абруйлы шәхестәрҙең береһе[3] һәм үҙенең уҡытыусыһы Сократ һәм уның иң билдәле уҡыусыһы Аристотель менән бер рәттән боронғо грек һәм көнбайыш фәлсәфәһе тарихында төп фигура булып тора.[1] Платон шулай уҡ йыш ҡына көнбайыш диненә һәм рухиәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе булараҡ та ҡабул ителә. Плотин һәм Порфирий кеүек фәйләсуфтарҙың неоплатонизмы христианлыҡҡа Августин кеүек сиркәү аталары аша көслө йоғонто яһай. Альфред Норт Уайтхед ҡасандыр былай тип билдәләй: «Европа фәлсәфәүи традицияһына хас булған иң ышаныслы дөйөм характеристика — ул Платонға иҫкәрмәләр серияһы».[2]
Платон фәлсәфәлә яҙма диалог һәм диалектик формалар новаторы була. Платон шулай уҡ көнбайыш сәйәси фәлсәфәһенә нигеҙ һалыусы тип һанала. Уның иң билдәле өлөшө булып аҡыл менән билдәле идеялар теорияһы тора, унда Платон платонизм булараҡ билдәле универсалдар проблемаһының сиселешен тәҡдим итә (шулай уҡ платон реализмы йәки платон идеализмы тип тә атала). Шулай уҡ платон мөхәббәте һәм платон есемдәре эпонимы булып тора.
Сократ, Гераклит һәм Парменидтар Сократҡа тиклемге Пифагор, Гераклит һәм Парменидтар уға иң хәл иткес фәлсәфәүи йоғонто яһаған, тип иҫәпләнелә, әммә уның элгәрҙәренең әҫәрҙәре беҙҙең көндәргә тиклем бик аҙ һаҡланып ҡалған, һәм бөгөнгө көндә был фигуралар тураһында белгәндәребеҙҙең күбеһе Платондың үҙенән алынған. Бөтә замандаштарының әҫәрҙәренән айырмалы рәүештә, Платондың бөтә әҫәрҙәре 2400 йылдан ашыу һаҡланып ҡалған тип иҫәй.[3] Популярлығы үҙгәреп торһа ла, Платондың әҫәрҙәре даими уҡыла һәм өйрәнелә.[4]
Биографияһы
үҙгәртергәУл боронғо Афинала грек аристократы Аристон ғаиләһендә Афина менән Спарта һуғышы (Пелопоннес һуғышы) барған дәүерҙә тыуған. Боронғо Элладала ҡабул ителгәнсә, уның тыуған көнө тип 7 таргелион (21 май) иҫәпләнә.Был байрам көн- боронғо грек мифы буйынса Делос утрауында был көндө эллиндарҙың иң яратҡан илаһтарының береһе Аполлон тыуған. Диоген (Лаэрттан) фекеренсә, Платондың үҙ исеме — Аристокл (др.-греч. Ἀριστοκλῆς; «иң шәп дан»). Платон ҡушаматы уға (грекса «plato» — киң) мәктәптә уҡығанда бирелгән. Уға был ҡушамат киң яуырынлы булғаны өсөн гимнастика уҡытыусыһы тарафынан, йәки бик аҡыллы булғаны өсөн бирелгән тигән мәғлүмәттәр осрай. Платон Афина йәмғиәте юғары ҡатлам кешеләренең балалары өсөн асылған мәктәптә уҡый. Унда грамматика, музыка, риторика, һынлы сәнғәт, гимнастика һәм башҡа шундай фәндәр буйынса дәрестәр була.
Платондың ғүмерендә иң мөһим ваҡиға тип уның Сократ менән осрашуы һанала. Ул саҡта Платонға 20 йәш кенә тулған була, һәм ул үҙенең оло йәштәге уҡытыусыһының һәр әйткән һүҙен, һөйләмен үҙләштерергә тырыша. Ул был бурысты бик яҡшы үтәп сыға. Сократ үлгәс (илаһтарҙы хөрмәтләмәгән, йолаларҙы үтәмәгәнгә һ.б. Афина суды ҡарары буйынса ул ағыу эсә), бер нисә йылға Афинанан китеп тора, төрлө илдәрҙә була, ундағы ғалимдар, уларҙың ғилми тәғлимәттәре менән таныша. Афинаға ҡайткас, Платон мәктәп ойоштора һәм уға (ошо ерҙә йәшәгән Академ исемле геройға бәйләп) Академия атамаһын бирә. Ошо мәктәптә Платон үҙенең фәлсәфәүи хеҙмәттәрен ижад итә, шәкерттәрен тәрбиәләй. Уҡытыу эшенә Платон 40 йыллап ғүмерен бирә. Ул 80 йәштә, һис көтмәгәндә, бер мәжлестә ултырғанда вафат була. Үлеменең сәбәбе мәжлескә бәйле булмаған, әлбиттә. Платондың ашау-эсеү мәсьәләһендә ғәйәт тәртипле, тыйнаҡ булғаны, уның аскеттарса йәшәү рәүеше алып барғаны мәғлүм.
Ижади мираҫы хронологияһы
үҙгәртергәПлатон үҙенең донъяға ҡарашы буйынса объектив идеалист була. Уның һәм уның тураһындағы ҡайһы бер хеҙмәттәр (бигерәк тә биографик материалдар) юғалған булһа ла, ижади мираҫының шаҡтай өлөшө беҙҙең осорғаса һаҡланып ҡалған. Платондың ижад юлын бер нисә осорға бүлеп ҡарарға мөмкин.
- Башланғыс осор (б.э.т. IV быуаттың 90-сы йылдарына тиклем). Был осорҙа Платон, күберәк Сократ йоғонтоһона бирелеп, әхләки проблемалар йүнәлеше менән шөғөлләнә. Ҡайһы бер мөһим төшөнсәләргә анализ яһай.
- Күсеү осорона (80-се йылдар) субстанциаль ысынбарлыҡ дәрәжәһендә бирелгән идея концепцияһын дәлилләү хас. Был осорҙа Платон ҡайһы бер башҡа фәлсәфәүи тәғлимәттәрҙе лә тәнҡитләй. Мәҫәлән, софисттар фәлсәфәһен, Гераклит һәм Пифагор тәғлимәттәрен, ә социаль философия ҡалыбында ул тарҡалыу процессын кисерә башлаған демократия принциптарын тәнҡиткә дусар итә , аристократия принциптарын иһә күккә сөйә. - Етлегеү осоро (70—60 -сы йылар) өсөн характерлы күренеш — ул да булһа мөстәҡил һәм субстанциаль ысынбарлыҡ юғарылығында бәйләнгән идеялар тураһындағы тәғлимәтте дәлилләргә ынтылыу. Платонса, был идеялар материаль ысынбарлыҡты ла билдәләй. Үҙенең ошо йүнәлештәге фекерҙәрен иҫбатлауҙа Платон сикләнгән эмпиризмдың кәмселектәренә таянып эш итергә тырыша. Шуның өҫтөнә бер аҙ абстракт (адресһыҙ) тәнҡитләү менән дә мауығып китә. Был осор өсөн бөйөк ғалимдың мифология сиренә, урыны-урыны менән мистикаға бирелеп китеүе лә хас.
- Һуңғы осор (50-се йылдар) Платондың дәүләт философияһына мөрәжәғәт итеүе менән характерлана.
Платон онтологияһы
үҙгәртергәҠыҫҡаһы, Платон философияһында ҙур урынды өс онтологик субстанция («бер бөтөн», «аҡыл» һәм «йән») тураһында тәғлимәт ала (онтология- учение о бытии, субстанция- то, что существует само по себе). Был тәғлимәт русса «учение о триаде» тип атала. Платонса, булыуҙың нигеҙен «бер бөтөн» тәшкил итә. «Бер бөтөн» өлөштәргә бүленмәй, уның сиктәре лә юҡ. Уны «бер ни түгел» тип тә әйтеп булмай, сөнки «бер ни» тигән һүҙҙе ҡулланыу ул үҙе үк «бер бөтөн» тураһында «нимәлер» әйтеү булыр ине… Ләкин шулай ҙа, Платонса, «бер бөтөн» ул — булыуҙың нигеҙе. «Аҡыл» — өс субстанцияның икенсеһе, тип ҡарала. Ул — "бер бөтөн"дөң сағылышы. Аҡыл материаль ысынбарлыҡтан ирекле, азат, уға бәйләнмәгән. «Аҡыл», Платонса, әйберҙәрҙең асылы. Ләкин ул — «саф», әйберҙәр менән бәйләнештә түгел. Ул — барлыҡ әйберҙәрҙең дөйөмләштерелгән асылы. Аҡыл ул — йәшәү, ләкин уның (йәшәүҙең) дөйөмләштерелгән формаһы. Аҡылдың иң дөйөмләштерелгән йыйылмаһы ғаләм (космос) рәүешендә сағыла. Күренеүенсә, Платон "аҡыл"ды (ә ул, беҙҙең ҡарашта, кешегә хас булған иң ҙур һәм мөһим үҙенсәлек) кешенән айырып ҡарай. Ул — абстракция һәм уның ана шул элегерәк ҡаралған абстракт "бер бөтөн"дән әллә ни айырмаһы юҡ.
Йән тураһында тәғлимәт
үҙгәртергәПлатон фекере буйынса, субстанцияның өсөнсөһө — йән. Уның «вазифаһы» — юғарыла ҡаралған «аҡыл» менән тәндең үҙенә күрә бер синтезы, йыйылмаһы. Йән һәр әйберҙә бар, хатта ғаләмдә лә. Һәм ошо йәндең сағылышы, Платон фекеренсә, әлбиттә, һәр индивидта. Тән ул йән менән бергә. Үлеү — тәндең башҡа төрлө торошҡа ғына күсеүе. Ләкин тәндең «башҡа торошо» шулай уҡ үлеүгә дусар. Ә бына йән — үлемһеҙ (бында логик ҡаршылыҡ: Платон йән менән тәнде айырылғыһыҙ тип ҡарай, шулай булғас, тән дә, йән кеуек үк, үлемһеҙ тип ҡаралырға тейеш ине. Йә булмаһа, киреһенсә. Йән дә, тән дә — икеһе лә — мәңге түгел, үлә).
Идея һәм материя
үҙгәртергәПлатон тәғлимәттәренең үҙәген һәм төп фекерен идея менән материя араһындағы мөнәсәбәт тәшкил итә. Уныңса, идея — беренсел, ә материя — икенсел. Йәғни материя идеяның тоноҡ күренеше генә. Платонса, материяның һис ниндәй рәүеше,формаһы (ғәрәпсә шәкел) лә юҡ. Булған хәлдә лә ул идеянан бер нимә лә ала алмаҫ ине («алһа ул идеянан килгән шәкелде боҙор ғына ине»). Идеяның беренсел һәм хәл иткес ролдә алыныуы Платондың гносеологияһында (танып белеү теорияһындә) ла сағыла. Уныңса, һәр әйберҙең нигеҙен идея тәшкил итә. Әгәр ҙә кешеләр нимәнелер танып белеүгә ирешәләр икән, улар ошо идеяны танып белеүгә ирешкән булалар. Ғөмүмән, Платондың «идея» тураһындағы фекерҙәре (улар менән килешеп булмаһа ла) иғтибарға лайыҡ. Платон — фәнгә «идея» һәм «идеаль» терминдарын керетеүе менән ҙур ихтирам ҡаҙанған ғалим. Дөрөҫ, Платонса, идеялар донъяла иң беренсел, иң башланғыс ролде үтәүсе ҡимммәт булып сыға. Шул уҡ вакытта реаль предметтар һәм күренештәр бер ниндәй ҙә иғтибарға лайыҡ түгел. Был яҡтан ҡарағанда, Платондың материя менән идея араһындағы мөнәсәбәтте сағыштырыу тураһындағы фекерҙәре ҡыҙыҡлы.
Платон диалектикаһы
үҙгәртергәПлатон үҙенең тәғлимәттәрендә диалектикаға ла (билдәле, уны әлеге идея концепцияһына яраштырып) урын бирә. Шулай ҙа Платондың танып белеү, диалектика, онтология теориялары, бер-береһе менән бәйләнешле булһа ла, һаман да бер яҫылыҡта — үҙе тарафынан уйлап сығарылған һәм уны сикләнмәгән көскә әүерелдергән идеяға ғына ҡайтып кала. Платондың идеалистик фекерҙәре үҙе хеҙмәт ҡуйған барлыҡ гуманитар фәндәр өлкәһендә лә урын таба. Этикала ул өс төрлө игелекте (благо) атай: аҡыл, батырлыҡ һәм айыҡ ажарлыҡ. Улар барыһы бергә ғәҙеллек тип аталған игелекте тәшкил итәләр.
Сәйәси хоҡуҡ өлкәһендә эшмәкәрлеге
үҙгәртергәПлатон дәүләттең килеп сығыуы тураһында ла иғтибарға лайык фекер күтәрә. Дәүләттең ойошоу сәбәбе — ихтыяж, ти ул. Был, әлбиттә, материализм уҡ түгел, шулай ҙа идеализмдың да иң сик варианты түгел. Платон дәүләт менән идара итеүҙә өс форманы атай: монархия, аристократия һәм демократия. Ошо өс форманың һәр ҡайһыһының эсендә ул икешәр вариантты — барлығы алты вариантты күрә. Мәҫәлән, монархия ул — бер кешенең хаҡимлығы. Ошо форманың бер варианты — законлы монархия (батша), икенсе варианты — көсләү ысуллы монархия (тиран). Аристократия иһә — бер нисә (бер төркөм) кешенең хаҡимлығы. Уның варианттары: яҡшы һәм насар кешеләрҙең (олигархия) хаҡимлығы. Демократия — күптәрҙең хаҡимлығы.
Сәнғәт һәм гүзәллек тураһында
үҙгәртергәПлатон гүзәллек тураһында ла үҙенсәлекле генә фекерҙәр ҡалдыра. Гүзәл предметтар, уныңса, гүзәл тигән әйбер түгел әле. Гүзәллек, Платонса, предметтарҙа, күренештәрҙә түгел, ә уларҙан айырым, мөстәҡил торошта йәшәй. Гүзәллек ул — ғөмүми категория. Ул үҙенә бөтә идеяларҙы туплай. Платон гүзәллек тураһында ошондай, беҙҙең ҡолаҡ һәм зиһен өсөн ятыраҡ булған фекерҙәр менән бергә, материалистик пландағы ҡараштарын да белдерә. Мәҫәлән, ул былай ти: булыуҙың һәм йәшәүҙең матурлығы ул сәнғәттәге матурлыҡтан өҫтөнөрәк… Тағы ла өҫтәп: булыу һәм йәшәү — улар бары тик мәңгелек идеяларға эйәреү генә (был — идеализм); сәнғәт — булыу менән йәшәүгә эйәреү, йәғни уларҙы сағылдырыу (быныһы — материализм). Әгәр ҙә шулай икән, сәнғәт ул эйәреүгә эйәреү (йә иһә сағылышты сағылдырыу) булып сыға. Күренеүенсә, Платонса, сәнғәт, «ҡуян һурпаһының һурпаһы» кеүегерәк, икенсе сортҡа эйә булған бер нәмә генә булып кала… һәм был «саф» теорияла ғына түгел.
Платон сәнғәткә, уның күп төрлө үҙенсәлегенә бер төрлө ҡалыптар ҡуйырға ынтылыуы менән айырылып тора. Мәҫәлән, ул «идеаль дәүләт» мәнфәғәтенә «тап килмәгән» әҫәрҙәрҙе ситкә этәрә. Ундайҙар рәтенә ул Гомер әҫәрҙәрен, гөмүмән мифтарҙы, шулай уҡ халыҡ ижадын индерә. Ә музыкала, уныңса, ҡайғылы моңдар, шулай уҡ «еңел» төрҙәр ҙә булырға тейеш түгел. Музыка ҡоралдарынан ук фәҡәт лираны һәм цитраны (ҡыллы музыка ҡоралын) ғына таный. Ә флейтаны «әҫәрләндереүсе», кәрәкмәй торған ҡорал тип һанай. Платон грек мифологияһын ғөмүмән инҡар итә. Дөрөҫ, Платон — үҙенең беренсе ижад осоронда мифология сире менән дә ауырып алған шәхес. Ләкин мифологиянан ул уның илаһтарын ғына ҡабул итә, ә кеше сифаттарына эйә булған геройҙарҙы танырға теләмәй, улар ҡылған ғәмәлдәрҙең йәштәргә тиҫкәре йоғонтоһо булырға мөмкин, тигән фекерҙә тора. Күренеүенсә, Платон ҡалдырған ижади мираҫ бай ҙа, ҡаршылыҡлы ла, урыны менән хатта килешмәҫлек тә.
Платондың сәйәсәт һәм хоҡуҡ тәғлимәте
үҙгәртергәПлатондың төп сәйәси әҫәрҙәре- «Дәүләт», «Закондар» трактаттары һәм «Сәйәсмән» (Политик) диалогы.
«Дәүләт»- Платондың иң билдәле диалогы. Ул ысынлап та йәшәп килгән бихисап дәүләт формаларына сәйәси утопияны ҡапма-ҡаршы ҡуйып һүрәтләй.
Был фекерҙәр дөйөм фәлсәфәүи ҡараштарға нигеҙләнгән. Платон фекеренсә, ике донъя бар: идеялар донъяһы (эйдостар) һәм әйберҙәр донъяһы. Һәр әйбер- тик үҙ идеяһының сағылышы, уға яҡынайырға тырыша, тик бер ҡасан да уға барып етә алмаясаҡ. Философ әйберҙәрҙең үҙен түгел, ә идеяларҙы өйрәнергә тейеш. Был дәүләткә лә ҡағыла, Платон бер-береһен алмаштырып торған төрлө дәүләт формаларын тасуирлай, тик улар барыһы ла камил түгел, сөнки улар әйберҙәр донъяһында йәшәй, уларға полистың идеаль формаһы ҡаршы тора.
"Дәүләт"тәге сәйәси идеялар
үҙгәртергәДәүләттең килеп сығышы дөрөҫлөккә яҡын итеп һүрәтләнә: хеҙмәт бүленеше кешеләр араһында алмашыуҙы барлыҡҡа килтерә, ә алмашыу бергә йәшәгәндә уңайлы була. Платон утопияһы нигеҙендә хеҙмәт бүленеше тураһындағы фекер ята.
Идеялар донъяһында бөтөнләй башҡаса. Хеҙмәт бүленеше һәр бер һөнәр ниндәй ҙә булһа игелек булдырыуын зарур итә. Башта был ер эшкәртеүсе, төҙөүсе һәм туҡыусы (Платон буйынса беренсел хәжәттәрҙән — ашау, өй һәм кейемдән сығып) игелектәре. Һуңыраҡ дәүләт үҫеү менән башҡа дәүләттәр менән низағтар башлана, төп шөғөлө хәрби хеҙмәт булған яугирҙар берләшмәһе барлыҡҡа килә. Шулай итеп, ике класс : етештереүселәр һәм яугирҙар әҙер ҙә инде. Өсөнсөһө, фәйләсүф- хакимдар (аҡыл эйәләре), дәүләт формалары алмашынып тормаһын өсөн иң яҡшы закондар булдыра— был Сократтың " күпте белеүселәр хакимлығы"на оҡшаш. Шулай итеп, Платон өсөн сәйәси идеал— дәүләттең тотороҡлоғо. Ул тотороҡло булһын өсөн, йәмғиәттә тотороҡлолоҡ кәрәк, һәр кем үҙ эшен башҡара— был ғәҙел. Төрлө ҡатламдарҙың тигеҙ булмауы — был да ғәҙәти хәл, сөнки айырым бер кешенең бәхетенең полис бәхете өсөн бер ниндәй ҙә әһәмиәте юҡ.
«Закондар»ҙа сәйәси идеялар
үҙгәртергәҺуңыраҡ «Закондар»ҙа Платон башҡа утопияны һәм башҡа дәүләт ҡоролошон— аристократик республика йәки аристократик монархияны һүрәтләйәсәк.
- 4 класс (милек цензына ҡарамай),
- 5040 граждан һәм бик ҡатмарлы идара итеү системаһы .
- шәхси милек, аҡса, бөтә ҡатламдарға ла ғаилә төҙөү рөхсәт ителә[5].
- йәмғиәттәге бөтә мөнәсәбәттәрҙе лә тейешле ҡағиҙәләргә буйһондороп тотоусы дәүләт контроле көсәйеүе .
Платон аристократик идара итеүҙең ике төр дәүләт ҡоролошон айырып күрһәтә:
— бөтәһе менән дә хакимдар идара итә,
— барыһы ла закондарға буйһона.
Суд (хөкөм итеү) системаһы закондар һағында тора. Ысын суд эшмәкәрлеге булмаһа, дәүләт тә булмай .
Әгәр ҙә хаким итеүселәр араһында берәйһе айырылып сыҡһа, аристократик дәүләт монархияға әүрелә ала (царская власть).
Әгәр бер нисә хаким булһа, дәүләтреспублика (аристократтар идара иткән) була.
«Закондар»ҙа бирелгән төп хоҡуҡи фекер: бер гражданин бәхете мөһим булмағас, полис бәхете өсөн айырым кешегә ҡарата физик көс ҡулланырға ярай. Шулай итеп, Платон дәүеренән алып, санкция (сара ҡулланыу) позитив закондың (дәүләт булдырған) айырылғыһыҙ билдәһенә әүерелә .
«Сәйәсмән» диалогы
үҙгәртергә«Сәйәсмән» (бор. грек. Πολιτικός) —Платондың ижадының һуңғы осорона ҡараған диалогы; «Софист» диалогының дауамы тип иҫәпләргә була.
Диалогта ҡатнашалар: Сократ менән Феодор Кирендан, икеһе лә тик диалогта ҡатнашыусыларҙы тәҡдим итәләр, үҙҙәре бер нисә генә һөйләм әйтеп үтә. Диалогта төп ҡатнашыусылар — йәш Сократ һәм сит ил кешеһе, Элеянан килгән ҡунаҡ.
Диалогтың композицияһы
Лосев Алексей Фёдорович буйынса[6]
— Инеш һүҙ (257a — 267c).
— Сәйәсмән тураһындағы тәғлимәт диалектикаһы (258b — 267с).
— Был тышҡы бүленештең бигерәк ҙур берләшмә икәнен таныу, сөнки батша башҡаларҙан юғарыраҡ тип күҙаллана һәм айырым бер кеше заты булып тора (267с — 269с).
— Ысын батшаны билдәләр, асыҡлар өсөн кәрәк булған ғаләмдәге боролоштар тураһында тәғлимәт (269с — 274d).
— Космология буйынса ысын сәйәсмән тураһында тәғлимәт өсөн һығымталар һәм алдағы әңгәмәнең һөҙөмтәләрен кире ҡарау (274d — 292с)
— Камил сәйәсмәндең һәм уның сәнғәтенең закондарҙан бәйһеҙлеге (292d — 297с).
— Улар өсөн закондарға ҡәтғи буйһоноу кәрәк булған, бик камил булмаған, башҡаларға оҡшарға тырышҡан хакимлыҡ формалары тураһында тәғлимәт(297с — 303d).
— Сәйәсәтте риториканан, хәрби эш һәм хөкөм итеүҙән айырыу һәм батша үреүе (царское плетение- аҡыллы һәм көслө кешеләрҙән дәүләт туҡымаһын булдырыу) тураһында тәғлимәт (303d — 311с).
Рус теленә тәржемә иткәндәрҙән — Шейнман-Топштейн Сесиль Яковлевна.
Әхлаҡи ҡараштары
үҙгәртергәПлатон философияһының башынан аҙағына тиклем әхлаҡ мәсьәләре ҡарала. Уның диалогтарында ошондай һорауҙар ҡуҙғатыла: иң юғары байлыҡ (мәнфәғәт) тәбиғәте, уны кеше тәртибе һынланышында, йәмғиәт тормошонда ғәмәлгә ашырыу.
Платондың донъяға әхлаҡи ҡарашы "эскерһеҙ эвдемонизм"дан (Протагор) абсолют әхлаҡ («Горгий» диалогы) идеяһына тиклем үҫешә. «Горгий», «Теэтет», «Федон», «Республика» диалогтарында Платон этикаһы аскетик йүнәлеш ала: ул йәндең таҙарыуын, донъяуи ләззәттәрҙән, хис-тойғоларға бай йәмғиәт тормошонан арыныуҙы талап итә.
Кешенең маҡсаты— тәртипһеҙлек-боланан (камил булмаған хис-тойғоло донъянан) айырылып, юғарыға күтәрелеү һәм бар күңелдән бер ниндәй яуыз нимәгә ҡағылмай торған Илаһҡа оҡшарға тырышыу («Теэтет»); йәнде тәндән азат итеү, уны үҙеңә, үҙеңдең эске фекерләү донъяңа йүнәлтеү , мәңгелек һәм хәҡиҡәт менән генә эш итеү («Федон»). Платонға «Филеб» менән «Закондар» диалогтарында аңлатылған татыулаштырыусы эвдемоник позиция ла хас.
Платондың бөтә хеҙмәттәрендә лә эрос бар икәне, юғары матурлыҡтың идеалына һәм йәшәйештең мәңгелек тулылығына етергә тырышыу фаразлана.
Кеше
үҙгәртергәКешенең асылын Платон уның тыуған саҡта тәненә инеп урынлашҡан мәңгелек һәм үлемһеҙ йәнендә күрә. Ул (тимәк кеше лә) белемде үҙләштерә ала. Платон быны дөйөм кеше затының хайуандарҙан айырмаһы тип иҫәпләгән. Ә төр (айырым) кимәлендә кеше хайуандан үҙенең тышҡы үҙенсәлектәре менән айырылып тора. Был үҙенсәлектәр нигеҙендә Платон иң тәүге кеше асылы билдәләнештәренең береһен аныҡ итеп әйтеп бирә :
Кеше— ҡанатһыҙ, ике аяҡлы, яҫы тырнаҡлы, фекерләүгә нигеҙләнгән белемде үҙләштерә алған йән эйәһе [7] |
Әлбиттә, Платон хайуандар менән кешене тулыһынса ҡапма-ҡаршы ҡуймай. Кешенең йәне үлемһеҙ, ә тәне мәңгелек булмағанлыҡтан, кеше ике бер -береһенә ҡапма-ҡаршы башланғыстан тора (дуализм). Бер легенда буйынса, Диоген (Синоптан) Платондың « Кеше- ике аяҡлы, ҡанатһыҙ хайуан», тигән билдәләмәһен ишеткәс, тауыҡты йолҡоп, мәктәпкә алып килгән дә : « Бына Платондың кешеһе!» тигән. Быға ҡаршы Платон үҙенең билдәләмәһенә «…һәм киң тырнаҡлы» тигәнде өҫтәргә мәжбүр булған[8].
Текстар
үҙгәртергәПлатон үҙ ҡулы менән яҙған текстар беҙҙең заманға тиклем килеп етмәгән. Оксиринхта Мысыр папирустарында яҙылған, б.э.тиклем 200 йылдарҙағы тип һаналған бер нисә диалогтың өҙөктәре иң бороғолары тип һанала. Һаҡланып ҡалған иң тулы текстар X быуатҡа ҡарай.
VI быуатта уның хеҙмәттәре әрмән теленә тәржемә ителгән. XII быуатҡа тиклем платондың берҙән-бер латин теленә тәржемә ителгән хеҙмәте- «Тимей», уны IV Халкидий тәржемә иткән. Иртә урта быуаттарҙа (5-11-се быуаттар)Платон тәғлимәттәре тураһында мәғлүмәттәрҙе тәүсығанаҡтан эҙләмәй, Платон идеяларын дини һәм өлөшләтә мистик идеялар менәнбәйләгән неоплатониктар хеҙмәттәренән эҙләйҙәр.
XII быуат уртаһында Платондың "Тимей"ын өйрәнеү менән шөғөлләнгән «Шартр мәктәбе» хәрәкәте барлыҡҡа килә. Шул уҡ XII быуатта Аристипп[en] «Менон» һәм «Федон» диалогтарын латин теленә тәржемә итә.
XV быуат уртаһында Марсилио Фичино философтың бөтә хеҙмәттәрен дә латин теленә тәржемә иткәндән һуң, Платон мираҫы Европаның ижтимағи һәм фәнни тормошона тулыһынса кире ҡайта.
Әҫәрҙәре
үҙгәртергәСығанаҡтар
үҙгәртергәПлатон Викиөҙөмтәлә | |
Платон Викикитапханала | |
Платон Викимилектә |
- Гиззәтов К. Т., Философия: 2 китап. 1 -се китап: Ҡыҫҡаса философия тарихы. Философияның нигеҙ проблемалары: Юғары уҡыу йорто өсөн дәреслек. (тат.)
Был мәҡәләгә түбәндәгеләр етешмәй. Ошоларҙы төҙәтеп йә өҫтәп, һеҙ уны яҡшырта алаһығыҙ?: |
- ↑ Who's More Famous Than Jesus? (14 March 2014).
- ↑ Whitehead, 1978, p. 39
- ↑ Cooper, John M.; Hutchinson, D.S., eds. (1997): "Introduction."
- ↑ Cooper, 1997, p. VII
- ↑ История политических и правовых учений 2010 йыл 24 февраль архивланған.: Учебник / Под ред. О. Э. Лейста. — М.: Юридическая литература, 1997.
- ↑ А. Ф. Лосев. Комментарии к диалогам Платона Политик // Платон. Законы / Общ. ред. А.Ф. Лосева, В.Ф. Асмуса, А.А. Тахо-Годи. — М.: «Мысль», 1999. — (Классическая философская мысль). — ISBN 5-244-00924-9.
- ↑ Платон. Определения. — В кн.: Платон. Диалоги. М., 1986. — С.433. Цитата взята из «Определений», которые входят в платоновский корпус, но относятся к числу произведений Платона, которые исследователи считают неподлинными. См. Лосев А. Ф. Жизненный и творческий путь Платона / Платон. Собрание сочинений. В 4 т. Т.1 / Общ. ред. А. Ф. Лосева и др. — М.: Мысль, 1994. — (Серия «Философское наследие»). — С.44—45.
- ↑ О жизни, учениях и изречениях знаменитых философов 2013 йыл 12 июль архивланған., на сайте psylib.ukrweb.net по книге: [Пер. М. Л. Гаспарова; Ред. тома и авт. вступ. ст. А. Ф. Лосев]; АН СССР, Ин-т философии. — 2-е изд., испр. — М.: Мысль, 1986.