Сванидзе Екатерина Семёновна

Сванидзе Екатерина (Като) Семеновна (груз. ეკატერინა (კატო) სვიმონის ასული სვანიძე-ჯუღაშვილი; 1885 йыл[1] — 5 декабрь 1907 йыл) — Иосиф Джугашвилиның (Сталиндың) беренсе ҡатыны, уның әсәһе Сталиндың өлкән улы Яковты тәрбиәләп үҫтерә.

Сванидзе Екатерина Семёновна
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 2 (14) апрель 1885
Тыуған урыны Баджи[d], Кутаиси губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 22 ноябрь (5 декабрь) 1907 (22 йәш)
Вафат булған урыны Тбилиси, Тифлис губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбе туберкулёз һәм Сабыртмалы тиф
Ерләнгән урыны Тбилиси
Атаһы Свимон Сванидзе[d]
Әсәһе Сепора Двали[d]
Бер туғандары Сванидзе, Александра Семёновна[d], Александр Семёнович Сванидзе[d] һәм Сванидзе, Мария Семёновна[d]
Хәләл ефете Сталин Иосиф Виссарионович
Балалары Джугашвили Яков Иосифович
Һөнәр төрө белошвейка
 Сванидзе Екатерина Семёновна Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Екатерина Сванидзе — азнаур (ваҡ грузин дворяны) нәҫеленән, атаһы Семен (Семион) һәм Сепора (Саппора) Двали-Сванидзе (1908 йылдан һуң вафат була)[2]. Ике апаһы — Мария (1888—1942) һәм Александра, ағалары — Александр (Алеша)(1886—1941) һәм Михаил (Миха) булған. Тбилиси ҡалаһында Фрейлинская урамы, 3 йорт адресы буйынса йәшәгәндәр, Като көнлөксө булып эшләгән: кер йыуған һәм теккән.

Уның ағаһы Иосиф Джугашвили менән бергә Тифлис дини семинарияһында уҡый.

Никахлашыу 1906 йылда Тифлистағы Изге давид храмында уҙғарыла. Миха Цхакая уның әйттерелгән атаһы була.

1907 йылдың 5 декабрендә, һигеҙ айлыҡ балаһын ҡалдырып, туберкулез йәки ҡорһаҡ тифынан (ҡара һырҡау) вафат була [3][2]. Тбилисиҙа Кука зыяратында ерләнгән[4].

«Йәш Сталин» китабы авторы, британ тарихсыһы Саймон Монтефиоре Сталиндың Катоға ҡарата булған тойғоларында шикләнмәй: ҡатынының туғандары (улар бөтәһе лә 1930-сы йылдарҙа һәләк ителә) шаһитлығына таянып, ҡатынын ерләгән саҡта Сталин аҡылдан яҙыу хәленә барып етә, Като менән табутты ҡәбергә төшөргән саҡта Сталин соҡорға ырғый һәм уны ҡыйынлыҡ менән унан тартып сығаралар, тип яҙа[5]. Сталиндың беренсе улы Яковты Катоның әсәһе тәрбиәләп үҫтерә.

Екатеринаның ағаһы Александр Семенович Сванидзе 1937 йылдың декабрендә ҡулға алына һәм 1941 йылдың 20 авгусында атып үлтерелә. Шулай уҡ уның ҡатыны Мария, Тбилиси опера театры йырсыһы, һәм уның Мария һеңлеһе репрессияға эләгәләр һәм 1942 йылда СССР НКВД Махсус бүлеге ҡарары буйынса атып үлтереләләр[6][1].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Торчинов, Леонтюк, 2000
  2. 2,0 2,1 Kotkin, 2014
  3. Торчинов, Леонтюк, 2000, с. 421
  4. Могила Екатерины Сванидзе
  5. Огонек: Портрет тирана в молодости 2013 йыл 22 март архивланған.
  6. Зенькович Николай Александрович. Собрание сочинений. — М.: ОЛМА Медиа Групп, 2004. — Т. 5: Вожди и сподвижники. Слежка. Оговоры. Травля. — С. 618—619. — 638 с. — ISBN 5-224-01947-8.

Ҡалып:Шәжәрә (генеалогия ағасы)