Аллилуева Светлана Иосифовна
Аллилуева Светлана Иосифовна (груз. სვეტლანა იოსებინა ალილუევა; ҡыҙ фамилияһы Сталина (Джугашвили)[9][10], эмиграцияла — Лана Питерс (ингл. Lana Peters)) (28 февраль 1926 йыл — 22 ноябрь 2011 йыл[11]) — совет тәржемәсеһе, филолог, филология фәндәре кандидаты, мемуарист.
Иң элек И. В. Сталиндың ҡыҙы булараҡ билдәле, атаһы тураһында мемуарҙар жанрында бер нисә китап яҙа. 1967 йылда СССР-ҙан АҠШ-ҡа эмиграцияға китә.
Биографияһы
үҙгәртергәСветлана Иосифовна Аллилуева Мәскәүҙә ВКП(б) Үҙәк комитетының генераль секретары Иосиф Сталиндың ғаиләһендә 1926 йылдың 28 февралендә тыуған. 1932 йылдың 9 ноябрендә уның әсәһе үҙ-үҙенә ҡул һала.
Бала саҡта Светланаға уның няняһы, элек Н. Н. Евреинов ғаиләһендә эшләгән Александра Андреевна ҙур йоғонто яһай.
Мәскәү ҡалаһының 25-се өлгөлө мәктәбен отличие менән тамамлай, унда ул 1932—1943 йылдарҙа уҡый. Мәктәптән һуң Әҙәбиәт институтына инергә йыйына, әммә атаһына уның һайлауы оҡшамай.
М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә, әммә ауырыуы арҡаһында был факультетта бер йыл ғына уҡырға тура килә. Бер йылдан һуң тарих факультетында уҡый башлай. Яңы һәм иң яңы тарих кафедраһында Германия темаһын һайлай (Бружеставицкий хәтирәләре буйынса, профессор Л. И. Зубок етәкселегендә шөғөлләнә; Бружеставицкий Сталина менән бер төркөмдә өс йыл уҡый: «Ул бик матур ҡара-ерән сәсле, бик баҫалҡы, йыуаш йәш ҡатын ине. Ул үҙенә иғтибарҙы йәлеп итмәҫкә тырыша ине, бер ниндәй студент компанияларына ылыҡманы, бер генә Лена (Ленина) Мельник исемле ҡыҙ менән дуҫ ине. Мәктәп йылдарынан ике сит — немец һәм инглиз — телдәрен белә ине»[12]). Мәскәү дәүләт университетының тарих факультетын (1949) һәм КПСС Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы ижтимағи фәндәр академияһы аспирантураһын тамамлай. 1954 йылда «Совет романында урыҫ реализмының алдынғы традициялары үҫеше» темаһы буйынса кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. Филология фәндәре кандидаты. Инглиз теленән тәржемәсе һәм әҙәби мөхәррир булып эшләй, бер нисә китапты тәржемә итә, шул иҫәптән, инглиз философы-марксисты Джон Льюистың әҫәрҙәрен.
1944 йылда ағаһы Василийҙың класташы Григорий Морозовҡа кейәүгә сыға. Һуңғараҡ никах тарҡатыла. Улы Иосиф Аллилуев (1945—2008), кардиолог, медицина фәндәре докторы.
1949 йылда Юрий Ждановҡа кейәүгә сыға. Юрий Светлананың улы Иосифты уллыҡҡа ала. 1950 йылда уларҙың ҡыҙы Екатерина тыуа[13].
1957 йылда Иван Александрович Сванидзеға кейәүгә сыға[14]. Әммә төрлө ҡәнәғәтһеҙлектәр һәм фекер төрлөлөгө арҡаһында 1959 йылда никах тарҡала.
Сталин үлгәндән һуң уның йоҡо бүлмәһендә һаҡлау книжкаһы табыла, унда 900 һум йыйылған була — книжка Светланаға тапшырыла[15].
1956 йылдан алып 1967 йылға тиклем Донъя әҙәбиәте институтындағы совет әҙәбиәтен өйрәнеү секторында эшләй.
1962 йылдың май айында Мәскәүҙә суҡына һәм балаларын да протоиерей Николай Голубцовта суҡындыра[16].
Эмиграцияла
үҙгәртергә1966 йылдың 20 декабрендә, ысынында үҙенең ире Браджеш Сингтың көлөн оҙатып, Һиндостанға килә[17]. 1967 йылдың 6 мартында совет илсеһе Бенедиктовтан Һиндостанда ҡалырға рөхсәт һорай, әммә ул 8 мартта Мәскәүгә ҡайтыуҙы талап итә һәм артабан уға башҡаса СССР-ҙан сығырға рөхсәт итмәйәсәктәр, тип белдерә. Шул уҡ көндө Аллилуева Делиҙағы АҠШ илселегенә паспорты һәм багажы менән килә һәм сәйәси һыйыныу урыны һорай. СССР-ҙан сығырға рөхсәтте уға КПСС Үҙәк комитеты Политбюроһы ағзаһы А. Н. Косыгин бирә.
Көнбайышҡа күсенеү һәм артабанғы «Егерме хат дуҫыма» әҫәрен (1967) нәшер итеү донъя сенсацияһына әүрелә, китапта ул үҙенең атаһы һәм Кремлдәге тормошо тураһында яҙа, был китап уға яҡынса 2,5 миллион доллар алып килә[18][19]). Күпмелер ваҡыт у. Швейцарияла туҡтала, артабан АҠШ-та йәшәй.
Светлана Аллилуеваның ике туған ҡустыһы Владимир Федорович Аллилуев хәтерләүенсә, үҙенең беренсе «Егерме хат дуҫыма» китабын ул СССР-ҙа йәшәгән осорҙа яҙа, ҡулъяҙманың бер күсермәһе урлана һәм совет журналисты Виктор Луиға тапшырыла, Луи китапты Көнбайышҡа ебәрә һәм «Штерн» немец журналында унан өҙөктәр баҫтырған саҡта белә тороп бер нисә фактты үҙгәртә. «Бер генә йыл» китабы «тәжрибәле белгестәр ҡушыуы буйынса яҙыла» Уның һүҙҙәренсә, Көнбайышта Светлана ҡаты контроль аҫтына эләгә[20].
Үҙенең «Бер генә йыл» китабында Светлана Аллилуева, «Егерме хат дуҫыма» китабы ҡулъяҙмаһы СССР-ҙан Һиндостанға 1966 йылдың ғинуарында илсе Т. Кауль ярҙамында уның ире Браджеш Сингх кәңәше буйынса алып сығарыла, тип тасуирлай. Ошо уҡ китапта ул Катындәге массауи үлтереү өсөн яуаплылыҡты атаһына йөкмәй[21].
1970 йылда американ архитектор Уильям Питерсҡа (1912—1991) кейәүгә сыға, уларҙың ҡыҙы тыуа (Ольга Питерс, һуңғараҡ Крис Эванс (Evans Chrese)). 1972 йылда улар айырылышалар, әммә Светлана Аллилуева Лана Питерс исемен һаҡлап ҡала. Аҡса яғынан Аллилуеваның эштәре сит илдә уңышлы бара. «Егерме хат дуҫыма» хәтирәләренеңжурнал варианты Гамбургта аҙнаға бер сыҡҡан «Шпигель» гәзитенә 480 мең маркаға һатыла, доллар менән 122 мең (уның кесе туғаны Надежданың һүҙҙәре буйынса, СССР-ҙа атаһы уға барыһы 30 мең һум ҡалдырған). Тыуған илдән сығып киткәс, Аллилуева яҙыусылыҡ менән тапҡан аҡсаға йәшәй, шулай уҡ уға граждандар һәм ойошмалар ярҙам итә.
1982 йылда Аллилуева АҠШ-тан Бөйөк Британияға, Кембриджға, күсә, унда ҡыҙы Ольганы мәктәп-интернатҡа бирә. Үҙе донъя буйлап сәйәхәт итә.
Советтар Союзына ҡайтыу
үҙгәртергәЯңғыҙлыҡта ҡалып, 1984 йылдың ноябрь аҙағында көтөлмәгәндә С. Аллилуева ҡыҙы менән Мәскәүгә килеп төшә, бының хаҡта ул улы Иосиф үтенесе буйынса «Ейәнсәрҙәр өсөн китапта» яҙа. Уны совет властары бик йылы ҡаршы алалар, шундуҡ совет гражданлығын тергеҙәләр. Әммә Аллилуева тиҙ арала төнөлә, ул 1967 йылда ташлап киткән улы һәм ҡыҙы менән уртаҡ тел таба алмай. Совет хөкүмәте менән мөнәсәбәттәр насарая башлай. Ул Грузия ССР-ына күсеп китә, унда ул яҡшыртылған типтағы өс бүлмәле фатирҙа йәшәй, уға аҡса, махсус тәьминәт һәм автомобиль саҡыртыу хоҡуғы бирелә (Грузия ССР-ы Министрҙар Советы гаражында ҡара «Волга» һәр саҡ әҙер тора). Грузияла Аллилуева үҙенең 60 йәшен билдәләй, юбилейы Гори ҡалаһындағы Сталин музейында үткәрелә. Ҡыҙы мәктәпкә йөрөй, ат спорты менән шөғөлләнә, уҡытыусылар өйҙә уны урыҫ һәм грузин телдәренә өйрәтәләр. Әммә Грузияла ла Аллилуева властар һәм элекке дуҫтары менән һыйышмай.
Икенсе тапҡыр Көнбайышҡа китеү
үҙгәртергәЯҡынса ике йыл СССР-ҙа йәшәгәндән һуң, Аллилуева КПСС Үҙәк Комитетына сит илгә сығыу рөхсәтен алыу өсөн хат яҙа. КПСС Үҙәк Комитетының Генераль секретары М. С. Горбачевтың булышлығы менән 1986 йылда Аллилуеваға АҠШ-ҡа кире ҡайтырға рөхсәт ителә. Унда ул 1986 йылдың 16 апрелендә барып етә .[22]. Аллилуева ССРгражданлығынан баш тарта.
АҠШ-та Аллилуева Висконсин штатында йәшәүгә урынлаша. 1992 йылдың сентябрендә корреспонденттар уны Бөйөк Британияла ҡарттар йортонда табалар. Шунан ул бер аҙ ваҡыт Швейцарияла Изге Иоанн монастырында йәшәй. 1992 йылдың сентябрендә уны Лондонда Кенсингтон-Челси районында күрәләр. Аллилуева ярҙам хоҡуғы буйынса документтар юллап йөрөй, сөнки ҡарттар йортонан китеп, үҙ бүлмәһендә йәшәргә теләй. Уның ҡыҙы Ольга Портлендта (Орегон штаты) үҙаллы йәшәй[23].
2005 йылда «Светлана Аллилуева һәм уның ирҙәре» фильмы өсөн «Рәсәй» телеканалына интервью бирә.
2008 йылда журналистар менән оҙайлы ваҡыт аралышыуҙан баш тартҡан Аллилуева «Светлана тураһында Светлана» исемле 45 минутлыҡ документаль фильмда төшә (режиссеры — Лана Паршина). Интервью ваҡытында ул, урыҫ түгелмен тип, урыҫ телендә һөйләүҙән баш тарта (уның атаһы — грузин, ә әсәһе — сиған һәм немец ҡыҙы)[24].
Һуңғы ваҡытта Светлана Аллилуева Мэдисон ҡалаһы тирәһендәге ҡарттар йортонда (Висконсин штаты) Лана Питерс исеме аҫтында йәшәй.
2011 йылдың 22 ноябрендә 86-сы йәшендә Ричланд ҡалаһының ҡарттар йортонда (Висконсин штаты, АҠШ) йыуан эсәк рагы ауырыуынан вафат була. 28 ноябрҙә «Нью-Йорк Таймс» гәзитендә уның вафаты тураһында иғлан ителә. Шул уҡ ваҡытта муниципалитет вәкиле, Ричланд ерләү йортонда уның вафаты һәм ерләү урыны тураһында бер ниндәй мәғлүмәт юҡ, тип белдерә. Урындағы ерләү йорто хужаһы журналистарға, бер нисә ай элек Лана Питерстың ҡыҙы Ричландҡа әсәһенең вафаты осрағына документтар юллау өсөн килеп киткән, тип әйтә. Ҡыҙының үтенесе буйынса, Светлана Аллилуеваның кәүҙәһе Портлендҡа (Орегон штаты) ебәрелгән. Ерләү ваҡыты һәм урыны билдәһеҙ[25].
2012 йылдың ноябрендә ФБР Светлана Аллилуеваның досьеһын аса; документтарҙан күренеүенсә, американ махсус хеҙмәттәре Сталин ҡыҙының АҠШ-тағы тормошо күҙәтеп барғандар[26].
Шәхси тормошо
үҙгәртергәБик күп мөхәббәт бәйләнештәре, дүрт никахы һәм бер никахһыҙ йәшәү осрағы була. Ун дүрт йәшендә Лаврентий Берияның улы Серго Берияға ғашиҡ була[27]. 1940-сы йылдар башында Светлана яҙыусы Алексей Каплер менән таныша, Каплер унан ике тапҡырға олораҡ була. 1943 йылда Каплер ҡулға алына, сит ил вәкилдәре менән бәйләнештәрҙә һәм Англия файҙаһына шпионажда ғәйепләнә һәм Воркутаға 5 йылға һөрөлә, унда ул фотограф булып эшләй, 1948 йылда иреккә сыҡҡас, Мәскәүгә килә һәм ҡабаттан ҡулға алына һәм холоҡто төҙәтеү — хеҙмәт лагерына оҙатыла. 1954 йылда реабилитациялана.
Китаптары
үҙгәртергәС. Аллилуева дүрт иҫтәлектәр китабы яҙа, улар сит илдә баҫтырыла:
- Двадцать писем к другу (Нью-Йорк, Harper & Row, 1967)
- Только один год (Нью-Йорк, Harper & Row, 1969), ISBN 0-06-010102-4, в России книга издана под названием Один год дочери Сталина. — М.: Алгоритм, 2014. — 336 с. — ISBN 978-5-4438-0767-6
- Книга для внучек: Путешествие на родину (Нью-Йорк, Liberty Publishing House, 1991), в России: М.: Издательство «Новости», — 1992. 168 с. ISBN 5-7020-0520-1
- Далёкая музыка (издана в 1984 г. в Индии и в 1992 г. в Москве)
- Перевела с английского языка книгу Э. Ротштейна «Мюнхенский сговор» (1959), написала несколько небольших работ, в том числе о писателе Б. Л. Пастернаке.
- Аллилуева С. Дочь Сталина. Последнее интервью. — М.: Алгоритм, 2013. — 304 с. — ISBN 978-5-4438-0346-3
Кинолағы образдары
үҙгәртергә- Джейн Галловей — «Ҡыҙыл монарх» (Англия, 1983)
- Джоанн Рот — «Сталин» (АҠШ-Венгрия, телефильм, 1992)
- Наталья Боротникова — «Сталин. Live» (Рәсәй телесериалы, 2006)
- Надежда Михалкова — «Халыҡтар атаһы улы» (Рәсәй-Украина-Беларусь, телесериал, 2013)
- Кристина Казинская — «Власик. Сталин шәүләһе» (Рәсәй телесериалы, 2015)
- Андреа Райсборо — «Сталин вафаты» (Бөйөк Британия-Франция, фильм, 2017)
- Виктория Романенко — «Светлана» (Рәсәй телесериалы, 2018)
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Рафаэль Гругман, «Светлана Аллилуева. Пять жизней» — Ростов: Феникс, 2012, ISBN 978-5-222-19440-9
- Рафаэль Гругман, «Светлана Аллилуева — Пастернаку. Я перешагнула мой Рубикон» 2022 йыл 6 март архивланған., — Москва: Алгоритм, 2018, ISBN 978-5-906995-60-5
- Колесник А. Н. Дочь Сталина. // Военно-исторический журнал. — 1989. — № 4. — С.87-96.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ BeWeB
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 Deutsche Nationalbibliothek Record #118648276 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ 4,0 4,1 https://web.archive.org/web/20111129162636/https://www.nytimes.com/2011/11/29/world/europe/stalins-daughter-dies-at-85.html?hp=&pagewanted=all
- ↑ https://web.archive.org/web/20081001143358/http://www.time.com/time/magazine/article/0,9171,959280,00.html
- ↑ Svetlana Alliluyeva // Encyclopædia Britannica (ингл.)
- ↑ http://www.latimes.com/news/obituaries/la-me-lana-peters-20111129,0,1359088.story
- ↑ https://web.archive.org/web/20150103235304/http://mirnov.ru/arhiv/mn735/mn/26-1.php
- ↑ Душечкина Е. В. Светлана. Культурная история имени. — СПб.: Европейский университет в Санкт-Петербурге, 2007. — С. 97. — ISBN 978-5-94380-059-7.
- ↑ Фамилию Сталина на Аллилуева сменила в сентябре 1957 года
- ↑ В США умерла дочь Сталина
- ↑ И. М. Бружеставицкий и его «Воспоминания бывшего директора» • И. Г. ВОРОБЬЁВА (IRINA VOROBIEVA) • РОИИ
- ↑ Екатерина Юрьевна Жданова р. 1950 — Родовод
- ↑ Люди И Судьбы
- ↑ Бенедиктов И. А. Рядом со Сталиным. М., 2010. С. 132.
- ↑ Хрущев и церковь. Антирелигиозная кампания, Радиостанция «Эхо Москвы», 06.12.2009
- ↑ Владимир Козловский. Американская одиссея Светланы Аллилуевой . Русская служба Би-би-си (29 ноябрь 2011). Дата обращения: 29 ноябрь 2011. Архивировано 19 май 2012 года.
- ↑ Не стало Светланы Аллилуевой . Дата обращения: 29 ноябрь 2011. Архивировано 1 декабрь 2011 года. 2011 йыл 1 декабрь архивланған.
- ↑ Дочь Сталина была под колпаком . Дата обращения: 24 март 2013. Архивировано 4 апрель 2013 года.
- ↑ Источник // Труд, 28.02.2006
- ↑ Светлана Аллилуева: Только один год. Нью-Йорк 1969
- ↑ Chicago Tribune, 19 April 1986 2017 йыл 4 август архивланған.
- ↑ Телеведущая «КП» Елена Ханга: «Как бежать из СССР, Светлане Аллилуевой подсказала моя мама» // Комсомольская правда
- ↑ Дочь Сталина Светлана АЛЛИЛУЕВА: «Я всегда ненавидела советскую Россию» // Комсомольская правда
- ↑ Гругман, Р.А. Светлана Аллилуева. Пять жизней. — Ростов-на Дону: Феникс, 2012. — С. 391—392. — ISBN 978-5-222-19440-9.
- ↑ ФБР рассекретило досье дочери Сталина Светланы Аллилуевой . РИА Новости (20 ноябрь 2012). Дата обращения: 20 ноябрь 2012. Архивировано 30 ноябрь 2012 года.
- ↑ Кремлевская принцесса и ее мужчины. Кого любила Светлана Аллилуева, а кто любил ее
Һылтанмалар
үҙгәртергәФото Викимилектә | |
Фото Викияңылыҡтарҙа |
- Светлана Иосифовна Аллилуева «Rodovid» ағасында. Ата-бабалар һәм ейәндәр шәжәрәһе
- Биография Светланы Аллилуевой в Исторической энциклопедии Хронос.
- Владимир Козловский. Американская одиссея Светланы Аллилуевой . Русская служба Би-би-си (29 ноябрь 2011). Дата обращения: 29 ноябрь 2011. Архивировано 19 май 2012 года.
- Последняя воля Светланы Аллилуевой
- Историко-биографическое исследование и письма опубликованы в работе Чигирина И. И. «Светлана»