Атеи́зм (бор. грек.  ἄθεος «Аллаһһыҙ» һүҙенән; шулай уҡ дәһрилек, динһеҙлек) — Аллаһ, илаһи заттар һәм рухтар, башҡа матди (материаль) булмаған заттар һәм көстәр, әхирәт донъяһы булғанлығын, йәндең үлемһеҙ булыуын һ.б. кире ҡаҡҡан донъяға ҡараш. Атеизм буйынса, тәбиғи донъя үҙ-үҙенә тулы нигеҙ булып тора һәм булмышы өсөн Аллаһ йә илаһи заттар яғынан терәккә мохтаж түгел. Донъялағы барлыҡ диндәр ҙә кеше тарафынан уйлап сығарылған, тип иҫбат ителә.

Атеистар символы

Атеизм бик боронғо заманда уҡ ижтимағи-сәйәси мөнәсәбәттәрҙең үҫеше, фән һәм материалистик философияның уңыштары нәтижәһендә барлыҡҡа килгән.

Үҙ-үҙен атеист тип һанаған кешеләр илаһи заттар барлығына шиксел ҡарай — уларҙың ысынбарлыҡта бар булыуы тәжрибә, һиҙем йә һынау аша иҫбатлана алмай, тип раҫлана. Атеизм яҡлы кешеләр үҙ ҡарашын шулай уҡ фәлсәфә, социология йә тарихҡа таянып яҡлай; уларҙың күбеһе донъяуи (дини булмаған) фәлсәфә йүнәлештәренә эйәрһә лә, барлыҡ атеисттарға хас булған дөйөм фекер-ҡараштар системаһын йәки тәртип ҡалыбын айырым билдәләп булмай.

Этимология

үҙгәртергә
 
III быуатта папируста яҙылған Ефестәргә хаттағы αθεοι (atheoi) тигән грек һүҙе «Аллаһһыҙ» тип тәржемә ителә

Боронғо грек телендеге ἄθεος ( — «юҡ» + θεός — «Аллаһһ») «Аллаһһыҙ» тигәнде аңлата.

Б.э.т V быуатта был һүҙ элекке әшәке, ерәнес һүҙе урынына «Аллаһ менән мөнәсәбәтте өҙгән» тигән мәғәнә ала. Был термин иртә христиандар һәм мәжүсиҙәр араһындағы бәхәстә киң ҡулланыла, һәр яҡ икенсе яҡты кәмһетергә тырыша. «Атеист» һүҙе беренсе мәртәбә 1577 йылда ҡулланыла[1]. Һуңыраҡ, 1621 йылда ҡәрҙәш деист һүҙе ҡулланыла[2], теист — в 1662[3], теизм1678[4] (башҡа сығанаҡтарҙа 1743 йылда [5][6]) һәм деизм1682 йылда[7].

Төшөнсәләр күплеге

үҙгәртергә

Клинтон Ричард Докинз атеизмды түбәндәге төрҙәргә булә:

  1. Теизм — беҙҙең донъялағы ваҡиғалар ағышына һоғонто яһаусы, доғаларҙы тыңлаусы, саҙаҡа кабул итеүсе, ғәжәп эштәр эшләүсе бер (монотеизм) йәки күп (политеизм) Аллаһға ышаныу.
  2. Деизм — Аллаһ донъяны булдырыусы, әммә ваҡиғалар ағышына ҡыҫылмай. Бындай Аллаһ донъя башында һәм ахырында ғына ҡатнаша, ағымдағы ваҡиғалар тәбиғәт закондары буйынса бара.
  3. Пантеизм — Аллаһны бөтә йыһан, тәбиғәт закондары менән тиңләштерә. Шул уҡ атеизм, терминология менән генә айырыла.
  4. Агностицизмбелемдең бөгөнгө кимәлендә Аллаһ булыуын иҫбат итеп булмай тип раҫлаусы.

Атеизм һәм агностицизм

үҙгәртергә

Атеизмды агностицизмдан айырым күрер кәрәк. Агностицизм буйынса, Аллаһның барлығы-булмағанлығын танып белеү йәки аңға таянып иҫбатлау өсөн ысул юҡ [8]; шул уҡ ваҡытта агностиктар берҙәм йә бер нисә Аллаһға ышана ала. Атеистар иһә Аллаһға ышаныуҙы ҡәтғи рәүештә кире ҡаға һәм быны йыш ҡына аҡылға таянып нигеҙләй. Ҡағиҙә булараҡ, уларҙың фекер йөрөтөүе түбәндәге өс юлдың (Аллаһның барлығына ҡаршы дәлилдең) береһенә эйәрә:

  • Яуызлыҡ мәсьәләһе: донъяла миһырбанлы (ихлас күнелле), ҡөҙрәтле (сикһеҙ ҡеүәтле) һәм бөтә нәмәне белеүсе Аллаһ булһа, яманлыҡ менән яуызлыҡ барлығын нисек аңлатып була? Логик фекерләү күҙлегенән, бындай сифаттарға эйә булған Аллаһның барлығы һәм шул уҡ ваҡытта донъяла яуызлыҡ бар булыуы бер-береһенә ҡаршы килә.
  • Бер-беренә тура килмәгән вәхиҙәр (Аллаһ тарафанан күндерелгән асыштар) мәсьәләһе: күпселек теологтар, әүлиә-пәйғәмбәрҙәр һәм динсел әҙәмдәр ҡабул итеп таратҡан асыштар бер-береһенә тура килмәй, тип иҫбатлана. Ябай кеше бындай асыштарҙы тоҫмАллаһп ҡабул итергә йә кире ҡағырға мәжбүр; аңға таянып был ҡаршылыҡтарҙы сисем булмай.
  • Аллаһның йәшерен булыуы мәсьәләһе: Аллаһ ысынбарлыҡта бар булһа һәм бөтә кешеләрҙе үҙенең барлығына ышандырырға булһа, ул бынын өсөн хәл-шарт тыуҙырып үҙен белдерер ине. Әммә-ләкин, уға ышанмаған һәм һаҡсыл ышанмаусан кешеләрҙең күп; был йәһәттән, Аллаһның бар булыуы шикле, тип иҫбатлана.

Ниндәй ҙә булһа Аллаһның бар булыуын ҡабул итеү өсөн шәхси асыш кәрәк, тип күрһәтелә. Аллаһның барлығын иҫбатлаған дәлилдәр тик бер генә дин өсөн хас түгел; киреһенсә, был дәлилдәр тигеҙ нигеҙлек менән төрлө диндәргә ҡағылышлы ҡулланыла ала. Кеше ниндәй ҙә булһа бер динде ҡабул итһә, башҡа диндәрҙе кире ҡағырға тейеш була. Шәхси асыш булмаған осраҡта ысынлыҡҡа дәғүә итеүсе диндәр араһынан береһен һайлап алыу ҡыйынға төшә.

Христиандар Ғайса пәйғәмбәр донъяны ҡотҡарыусы һәм Аллаһның улы, тип ышана; йәһүҙиләр быға ҡаршы килә. Мосолмандар Ҡөрьән Аллаһ тарафынан тапшырылған, тип ышана; христиандар ҙа, йәһүҙиләр ҙә быға ышанмай. Бындай бер-беренә тура килмәгән ҡараштар бихисап; хата берҙәм дин эсендә лә тарҡалыу осраҡтары аҙ түгел. Мәҫәлән, христианлыҡ диненең эсендә бер күп йүнәлештәр бар; улар йыш ҡына бер-беренә тап килмәй.

Хәҙерге көндә

үҙгәртергә
 
Донъяла атеистар һәм агностиктар яҡлы кешеләр һаны (%). Сығанаҡ: Zuckerman (2006)

Күп илдәрҙә асыҡтын-асыҡ атеизм фекерен таратыу енәйәт тип иҫәпләнә. Мәҫәлән, Библия йә Ҡөрьән ысынбарлыҡҡа тура килмәй, йәки Аллаһ юҡ тип әйтеү хыянат тип табылған илдәр әле лә бар[9]. Мәҫәлән, Иорданияла 2008-се йылда Ислам Самһан исемле шағирҙы суд «Ислам динен хурлау»ҙа ғәйепле тип таба; ул Ҡөрьәндең ҡайһы бер аяттарын үҙенең ғишык шиғырҙарына ҡушып китап баҫтырған булған [10]. Бөйөк Британия, Канада, Голландия һәм АҠШ кеүек илдәрҙә атеистар хоҡуҡтарын яҡлаған ҡанундар бар. Закон буйлап, был илдәрҙә атеистар башҡа граждандандар менән тигеҙ хоҡуҡлы. “Дин иреклеге” тип аталған халыҡ-ара ҡанун динһеҙ булыу хоҡуғын да үҙенә индерә.

Бөгөнгө көндә, донъя халҡының 2.3%-ы үҙен атеист тип иҫәпләй; 11.9% самаһы үҙен ‘’нонтеизм’’ яҡлы, йәиһә дингә битараф тип таныта. Рәсәйҙә «битараф» кешеләр 48%-ты тәшкил итә. Европа илдәрендә был һан 6%-тан (Италияла) 85%-ҡаса (Швецияла) тәшкил итә.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. {Meredith. The auncient ecclesiasticall histories of the first six hundred years after Christ, written by Eusebius, Socrates, and Evagrius. London. 1577 . pages 63 55193813 The opinion which they conceaue of you, to be Atheists, or godlesse men.
  2. {{ Burton Robert. Бёртон, Роберт. The Anatomy of Melancholy. 1621. III. iv. II. i Cosen-germans to these men are many of our great Philosophers and Deists.
  3. Martin | Edward. His opinion concerning the difference between the Church of England and Geneva [etc.]. London. 1662. Five Letters 45 To have said my office..twice a day..among Rebels, Theists, Atheists, Philologers, Wits, Masters of Reason, Puritanes [etc.].
  4. Cudworth Ralph. Кедворт, Ральф. The true intellectual system of the unive. London. 1678 Preface url=http://www.library.usyd.edu.au/libraries/rare/modernity/cudworth.html%7Cquote=(недоступная ссылка) Nor indeed out of a meer Partiall Regard to that Cause of Theism neither, which we were engaged in.
  5. «Теизм» в БСЭ.(недоступная ссылка)
  6. Кедворт, Малый энциклопедический словарь Брокгауза и Ефрона(недоступная ссылка)
  7. Dryden John. Драйден, Religio laici, or A laymans faith, a poem. London. 1682. 11081103 Prefac…namely, that Deism, or the principles of natural worship, are only the faint remnants or dying flames of revealed religion in the posterity of Noah…
  8. Atheism and Agnosticism. Stanford Encyclopedia of Philosophy.
  9. Goodbye to Blasphemy in Britain 2008 йыл 7 июнь архивланған.
  10. [1] 2009 йыл 21 июль архивланған.