Сергеев Фёдор Андреевич
Сергеев Фёдор Андреевич («Артём иптәш» исеме аҫтында билдәле; ҡултамғаһы «Артём (Сергеев)»[1]; 19 март 1883 йыл — 24 июль 1921 йыл) — урыҫ революционеры, совет сәйәси, дәүләт һәм партия эшмәкәре.
1902 йылдан — РСДРП(б)-ның ағзаһы, Донецк-Кривой Рог совет республикаһына нигеҙ һалыусы, Сергей Кировтың һәм Иосиф Сталиндың яҡын дуҫы.
Биографияһы
үҙгәртергәСығышы һәм белеме
үҙгәртергә1883 йылда Курск губернаһының Фатеж өйәҙе Глебов ауылында[2] дәүләт крәҫтиәне, һуңынан — төҙөлөш буйынса подрядсы-артелсе Андрей Арефьевич Сергеев ғаиләһендә тыуған. 1888 йылда ғаиләһе менән бергә Екатеринослав ҡалаһына күсә, унда1892 — 1901 йылдарҙа урындағы реаль училищеһында уҡый[3].
1901 йылдан алып Император Мәскәү техник училищеһында (хәҙер Бауман исемендәге МДТУ) уҡыуын дауам итә. Шул уҡ йылда РСДРП-ға инә[3]. 1902 йылдың 2 мартында студенттар демонстрацяһын ойоштора, ҡулға алына, училищенан ҡыуыла һәм ярты йыл Воронеж төрмәһендә ултырып сыға[3]. «Бүре билетын» алып (Рәсәй юғары уҡыу йорттарында уҡыу тыйыла), белемен сит илдә дауам итергә теләй. 1902 йылда Парижға эмиграциялана, унда М. М. Ковалевский исемендәге Рус юғары йәмәғәт фәндәре мәктәбендә уҡый, Лениндың лекцияларын тыңлай, билдәле ғалим Мечников ғаиләһе менән яҡынлаша.
Революционер
үҙгәртергә1903 йылдың 15 мартында Рәсәйгә ҡайта һәм Донбаста йәшерен революцион эшмәкәрлеген башлай. Екатеринослав губернаһының Александров өйәҙе Воскременкск улысындағы Федоровка ауылында ул төбәктә тәүге ҙур социал-демократик ойошмаһын (400-гә яҡын кеше) булдыра һәм Беренсе Май забастовкаһын ойоштора. Екатеринославта машинист ярҙамсыһы булып эшләгән саҡта тимер юлы эшселәре һәм Юзовка эргәһендәге Берестов-Богодуховск руднигы таусылары араһында пропаганда эшен алып бара. 1904 йылда ике тапҡыр — Елизаветградта һәм Николаевта ҡулға алына.
1905 йылдың ғинуарында Харьковҡа килә һәм паровоз эшләү заводына эшкә төшә, бында ҡораллы ихтилалды әҙерләүсе «Алға» исеме аҫтында революцион төркөмөн ойоштора, большевистик ойошмаһын етәкләй. Декабрҙә Харьковта ихтилалды етәкләй, әммә ихтилалды властар бик тиҙ баҫтыралар.
«Ф. А. Сергеев (Артем) етәкселегендәге большевиктар Харьковта ҡораллы ихтилалды үткәреү планын әҙерләйҙәр. Ул Гельферих -Саде заводында башланырға тейеш була. Баш күтәреү көнө 1905 йылдың 12 декабренә тәғәйенләнә, әммә был турала батша охранкаһына билдәле булып ҡала һәм губернатор ашығыс рәүештә төндә 30 ихтилал етәксеһен ҡулға алырға ҡуша, ә 12 декабрҙә иртәнге сәғәт 5-тә Гельферих-Саде заводы полиция һәм ғәскәри частары тарафынан ҡамауға алына»[4].
Ихтилал баҫтырылғандан һуң Санкт-Петербургка юллана, һуңынан — Уралға. 1906 йылдың яҙында Стокгольмда РСДРП-ның IV съезына делегат итеп һайлана. Артабан — Мәскәүҙә һәм Пермдә партия эшендә, РСДРП-ның Пермь комитетын етәкләй. Ҡулға алына, Пермь төрмәһендә һәм Николаев арестант роталарында ултыра. 1909 йылдың декабрендә Харьков Суд палатаһының Махсус присутствиеһы уны Көнсығыш Себергә мәңгелек һөргөнгә хөкөм итә. Иркутск губернаһының Ангаралағы Ипыманский ауылына ебәрелә.
Эмиграцияла
үҙгәртергәМин бер ҡасан да, шулай тип мин уйлайым, үҙемдең бер өлөшөм булған хәрәкәткә хыянат итмәйәсәкмен. Ошо хәрәкәттең уңыштарына ҡамасаулағандарға мин бер ҡасан да түҙемле булмам. Ер шарының ҡайһы мөйөшөндә булһам да, мин партиямдың ағзаһы булдым, бармын һәм буласаҡмын. Аннибал антын биргәнгә түгел, ә тик мин үҙем булып ҡалырға тейеш булған өсөн.— Артём иптәштең 1912 йылдың 12 апрелендә яҙылған хатынан
1910 йылда сит илгә Япония, Корея, Ҡытай аша Австралияға ҡаса. Харбин, Нагасаки, Гонконг ҡалаларында йәшәй, Шанхайҙа бер йыл самаһы кули сифатында эшләй.
1911 йылдың июненә ул Австралияла йәшәй башлай, унда ул ваҡытты күберәк Брисбенда уҙғара. 1911 йылдың аҙағына Брисбендың Урыҫ эмигранттары Ассоциацияһының абруйлы лидеры булып китә. Уның йоғонтоһо аҫтында ойошма радикализациялана һәм үҙен эшсе синыфын кәүҙәнләндереүсе ойошма итеп күрһәтә, һуңғараҡ ойошма Урыҫ Эшселәре Союзы итеп үҙгәртелә һәм ул 1913 йылда уның идара итеү комитетына инә[5]. Шулай уҡ ул урыҫ эшселәре өсөн инглиз телен өйрәнеү буйынса курсын ойоштора, профсоюз ойошмаһына, марксистик түңәрәккә инә. 1912 йылдың июнендә «Австралия шаңдауы» урыҫ гәзитенең мөхәррире була, әммә ул популярлыҡ яуламағанға күрә тиҙҙән ябыла[6]. Ошо уҡ йылда дөйөм забастовка ойоштороуҙа ҡатнаша. Австралия социалистик эшселәр партияһы эшмәкәрлегендә ҡатнаша, митинг рөхсәтһеҙ ойошторолған митингтарҙы ойошторған өсөн Брисбен төрмәһендә ултыра. Ул урыҫ һәм австралиялы эшселәрҙе берләштерергә тырыша[7]һәм уны Квинсленд штаты радикалдар даирәһендә әле лә иҫләйҙәр. «Ҙур Том» псевдонимы һәм Артем, Артимон исемдәре аҫтында билдәле була[8]. Уның тормош эпизодтары австралиялы яҙыусыһы Том Кенилли романы «Халыҡ поезы» (Tom Keneally, The People’s Train) урын ала, китап 2009 йылда баҫыла.
1917 йылдың 1 майында Дарвин ҡалаһында маёвка ойоштора, шунан Рәсәйгә Владивосток аша ҡайта.
Граждандар һуғышы
үҙгәртергә1917 йылдың июлендә Харьковҡа килә һәм тиҙҙән Харьков советының большевиктар фракцияһына етәкселек итә; РСДРП(б)-ның Донецк өлкә комитеты бюроһы секретары итеп һайлана, артабан — Харьков металлистар профсоюының өлкә бюроһы секретары. Августа РСДРП-ның VI съезына делегат итеп һайлана, съезда Президиум ағзаһы итеп һайлана һәм Үҙәк Комитеттың ағзаһы булып китә. Октябрҙә — Харьковта һәм Донбасста ҡораллы ихтилалды ойоштороусыларҙың береһе. 1917 йылдың 24 ноябрендә Артем Харьков Советының башҡарма Комитеты Советы һәм губерна ВРК-һы рәйесе итеп һайлана. Шулай уҡ большевиктарҙан Ойоштороу йыйылышы депутаты итеп һайлана. 1917 йылдың декабрендә Бөтә Украин Советтарының 1-се съезында Украина Советтарының Үҙәк башҡарма Комитеты ағзаһы һәм сауҙа һәм сәнәғәт эштәре буйынса халыҡ секретары итеп һайлана.
Донецк автономияһы идеяһының әүҙем яҡлаусыһы булараҡ 1918 йылда Донецк-Кривой рог совет республикаһына нигеҙ һала һәм уны етәкләй, 14 февралдә Халыҡ Комиссарҙары Советының рәйесе һәм ДКР-ҙың халыҡ хужалығы халыҡ комиссары итеп һайлана, һуңғараҡ Республиканың сит ил эштәре халыҡ комиссары була. Украина КП(б)-ның Үҙәк Комитеты ағзаһы була. Үҙәк рада ғәскәрҙәренә, атаман Каледин казактарына, австро-герман оккупанттарына ҡаршы көрәш ойоштороусыларҙың береһе була. Беренсе Донецк Армияһын ойоштороусы. 21 мартта ДКР-ҙың Ғәҙәттән тыш комиссияһы ҡарамағындағы эвакуация комиссияһын етәкләй. Царицын походында ҡатнаша. Июнь башында юлдар менән тәьмин итеү өсөн Төньяҡ Кавказға командировкаға ебәрелә, Армавирға, Майкопҡа, Владикавказда, Туапсела була. Август аҙағында Украинаға ебәрелә, унда ихтилалды әҙерләгән Бөтә Украин үҙәк хәрби-революцион комитетының ағзаһы булып китә. Ноябрь айында Украина Ваҡытлы эшсе-крәҫтиән хөкүмәтенең хәрби бүлеген етәкләй.
1919 йылдың 16 ғинуарында Г. Л. Пятаковтың отставкаһынан һуң хөкүмәт ултырышында рәйес итеп һайлана, ләкин тиҙҙән (22 ғинуарҙа) Мәскәүҙән ебәрелгән Х. Г. Раковскийға урынын бушата[9]. УССР-ҙың совет пропагандаһы наркомы итеп тәғәйенләнә. 23 мартта Славянск ҡалаһында яңы булдырылған Донецк республикаһы Советтарының І губерна съезы ойошторола һәм унда Артем губисполком рәйесе итеп һайлана. Ул яңы территориаль берәмегенең административ үҙгәртеп ҡороуын әҙерләй һәм үткәрә, өйәҙҙәр урынына 12 район булдырыла, әммә Деникин армияһыһының һөжүме административ реформаны тамамларға мөмкинлек бирмәй. Сумыларҙа август айында Ҡыҙыл Армияның сигенеү ваҡытында Артем тиф менән ҡаты ауырып китә.
Башҡортостанда
үҙгәртергә1919—1920 йылдарҙа Автономиялы Совет Башҡорт Республикаһы хөкүмәте[10][11] — Башҡортостан хәрби‑революцион комитеты янында РКП(б)-ның Үҙәк Комитеты һәм ВЦИК-тың тулы хоҡуҡлы вәкиле. Бер үк ваҡытта 1919 йылдың декабренән 1920 йылдың июненең уртаһына тиклем «Башкирпомощь» Үҙәк идаралыҡтың етәксеһе була. Башҡорт АССР-ында 1920 йылғы Ғинуар конфликтында ҡатнаша. Тулы хоҡуҡлы вәкил Т. И. Седельников фекеренсә: Йыл башында «йомшаҡ телле быҙау» иптәш Артем үҙенең ваҡ һәм һай сәйәсәте һәм тулыһынса тиерлек эшкинмәнлеге менән Башҡортостанды баш түбән ҡуйҙы. 1920 йылдың февраль—март айҙарында Республика буйынса ВЧК-ның тулы хоҡуҡлы вәкиле булараҡ «Ҡарағош яуы» ихтилалын баҫтырыу менән етәкселек итә. Башҡорт милли хəрəкəтенә ҡаршылыҡ күрһәтә, Башҡорт республикаһы автономияһының сәйәси һәм иҡтисади хоҡуҡтарынан мәхрүм итеүгә булышлыҡ итә[12].
Һуңғы йылдары
үҙгәртергә1920 йылдың апрелендә Донецк губерна башҡарма комитеты рәйесе итеп яңынан һайлана, күмер шахталарын тергеҙеү буйынса эш алып бара. РКП(б)-ның IX и Х съездарында Үҙәк Комитеты ағзаһы итеп һайлана. 1920 йылдың ноябренән 1921 йылдың ғинуарына тиклем — РКП(б)-ның Мәскәү комитеты секретары, артабан Бөтә Рәсәй тау эшселәре союзының Үҙәк Комитеты рәйесе, ВЦИК-тың ағзаһы.
Туланан Мәскәүгә ҡайтҡан саҡта аэровагонды һынау ваҡытында һәләк була. Мәскәүҙә, Ҡыҙыл майҙанда, туғандар ҡәберлегендә ерләнгән.
Атаһы үлгәндән һуң уның улы — Артёмды — Сталин тәрбиәгә ала.
Ғаиләһе
үҙгәртергә- Ҡатыны: Елизавета Львовна Сергеева (ҡыҙ фамилияһы Репельская), 1896—1983. Мәскәү дәүләт университетының медицина факультетын тамамлаған, хәрби һәм партия эшендә була.
- Улы: Сергеев Артём Федорович (5 март 1921 — 15 ғинуар 2008), генерал, Сталиндың тәрбиәгә алған улы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, пленға эләгә, ҡаса, партизан хәрәкәтендә ҡатнаша. Һуғыштан һуң ПВО-ның 9-сы дивизияһы менән етәкселек итә. Китап яҙған[13].
Уның хөрмәтенә аталған
үҙгәртергәҠалалар һәм ҡасабалар
үҙгәртергә- 1921 — Бобров күмер копиҙары Артём исемен йөрөтә, һуңынан Артем шахта ҡасабаһы (1938 йылдан — Артёмовский).
- 1921 — Екатерина руднигына Артем исеме бирелгән, артабан — Луганск өлкәһендәге Артёмовск ҡалаһы. Екатерина руднигының 16-сы шахтаһы Артём исемендәге 10-сы һанлы шахта тип үҙгәртелә.
- 1924 — Бахмут ҡалаһының исеме Артёмовск тип үҙгәртелә. Декоммунизация тураһында законға ярашлы 2016 йылда элекке исеме ҡайтарыла.
- 1924 — Приморье крайында Артём хөрмәтенә ҡала аталған.
- 1929 — Иркутск өлкәһендәге Феодосиевский приискыһына ҡала тибындағы ҡасабаның статусы менән Артёмовский исеме бирелгән.
- 1936 — Пираллах утрауы һәм унда урынлашҡан ҡасабаға Артём исеме бирелгән.
- 1938 — Свердловск өлкәһедәге Артём исемендәге ҡасабаһынан һәм Егоршин ауылынан Артёмовский ҡалаһы барлыҡҡа килә (1965 йылдан — административ үҙәк)
- 1939 — Красноярск крайында Ольховский ҡалаһының исеме Артёмовск тип үҙгәртелә.
Хәрби техника
үҙгәртергә- Уның исемен Граждандар һуғышында билдәлелек алған броневик «Артём иптәш» исемен йөрөткән.
- 1928 — Балтика флотының эжэсминецы «Зиновьев» (элекке «Азард») «Артём» тип үҙгәртелә.
Украинала урамдар һәм ойошмалар
үҙгәртергә2015 йылда декоммунизация законына ярашлы Украинала Сергеев хөрмәтенә ҡушылған объекттарҙың, шулай уҡ Киев, Днепр, Харьков, Запорожье ҡалаларындағы урамдар исемдәре үҙгәртелә.
Башҡа илдәрҙә урамдар һәм ойошмалар
үҙгәртергә- Химки ҡалаһының Фирсановка микрорайонында Артем исемендәге шифахана бар[14].
- Алма-ата, Гомель, Гродно, Ессентуки[15], Воронеж, Пермь, Ульяновск, Ставрополь, Томск, Йошкар-Ола, Фатеж, Стәрлетамаҡ, Муром, Силәбе ҡалаларында Артём урамдары бар.
- 1912 йылдан Силәбе өлкәһендәге Пласт ҡалаһында Артём исемендәге ФЗЦО эшләй (элек — Антонов заводы, Граждандар һуғышынан һуң исеме үҙгәртелгән)
- Уның исеме Ростов өлкәһе Шахты ҡалаһындағы микрорайон һәм «Артёмовец» спорткомплексы уның исемен йөрөтә.
- Уның исеменэлекке Парамонов руднигы йөрөтә (Артём-1 һәм Артём- 2 Ростов өлкәһендә).
- Ростов өлкәһенең Шахты ҡалаһында ТЭЦ Артём исемен йөрөтә.
Сәнғәттә һәм филателияла
үҙгәртергә- 1963 йылда Артёмға арналған СССР-ҙың почта маркаһы.
- 1970 йылда А. Хазиндың «Артём» пьесаһы сыға. Шул уҡ йылда А. С. Пушкин исемендәге Ленинград Дәүләт академия драма театры сәхнһендә ҡуйыла.
- 1978 йылда Одесса киностудияһында «Артём» нәфис фильмы ҡуйыла (төп ролдә Иван Мацкевич).
- 1981 йылда Р. Полонскийҙың — повесы баҫылып «Только бы хватило жизни…: Повесть об Артёме» баҫтырыла.
- 2009 йылда Уның тормош эпизодтары австралиялы яҙыусыһы Том Кенилли романы «Халыҡ поезы» (Tom Keneally, 's The People’Train) урын ала[16].
Һәйкәлдәр
үҙгәртергә-
Артёмға һәйкәл (Донецк)
-
Артёмға һәйкәл (Кривой Рог, Артём майҙаны. 2015 йылда юҡҡа сығарылды)[17]
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ «Артём ха́рьковский» (см. «Переписку Секретариата ЦК РСДРП(б) с местными партийными организациями», Т.1 С.146, и «Большевистские организации Украины в период подготовки и проведения Великой Октябрьской социалистической революции» С.399, «Большевистские организации Украины» С.225); «Том Сергеев» (Tom Sergeyev, Tom Sergeieff, Artymon) — произношение имени «Артём» на иностранный манер, закрепилось за ним в Австралии (Приваленко М. «Большевик Артем», Курское книжное изд-во, 1964 — С.142 — 224 с.); «Большой Том» — характеризовала его массивное телосложение; «Федя Громогласный» — получил в тюрьме, за тембр голоса и громкий заразительный смех (Захаров Б. «Федя Громогласный: (О Ф. А. Сергееве, в честь которого назван г. Артёмовск)» / Б. Захаров // Выбор (Артем). — 2001. — 19 окт. — С. 2.); «товарищ Артём» — последнее стало употребляться в литературе после его смерти; сам он обычно подписывался как «Артём (Сергеев)».
- ↑ Ныне — Глебовщина в Фатежском районе (см.: Это место).
- ↑ 3,0 3,1 3,2 Вавилов С. И.. Большая советская энциклопедия Том 03 — Большая Советская Энциклопедия Второе издание 2016 йыл 5 март архивланған.
- ↑ Верные сыны рабочего класса . Архивировано 30 ноябрь 2012 года.
- ↑ Louise Curtis: Red Criminals (Censorship, Surveillance and Suppression of the radical Russian community in Brisbane during Worl War I), PhD Thesis, Griffith University, Brisbane, Australia, 2010 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ RGASPI 495-94-2. 30 April 1920, A.M. Zuzenko: To the Third Communist International, Report on the work of the Union of Russian Workers in Australia. In Russian, manuscript and typescript copies; overwritten by hand: ‘to Com. Radek’, A version of this document was published in Kommunisticheskii international, No. 11, 14 June 1920
- ↑ Tom Poole and Eric Fried «Artem: A Bolshevik in Brisbane» Australian Journal of Politics & History, Vol. 31, Issue 2, pages 243—254, August 1985
- ↑ Bertha Walker: Solidarity Forever!, 1972
- ↑ http://www.history.org.ua/JournALL/journal/2002/1/6.pdf (стр. 86)
- ↑ Сергеев Фёдор Андреевич, // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- ↑ Касимов С. Ф. Башкирский военно-революционный комитет // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- ↑ Сергеев Фёдор Андреевич // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- ↑ Артём Сергеев, Екатерина Глушик. Беседы о Сталине. — М.: Крымский мост-9Д, 2006. Архивировано 30 ноябрь 2012 года.
- ↑ Санаторий им. Артем 2008 йыл 19 июнь архивланған.
- ↑ Яндекс.Карты — подробная карта России и мира . yandex.ru. Дата обращения: 4 ноябрь 2016.
- ↑ Наталья Голицына — «поезы халыҡ» — романдағы урыҫ революционер тураһында австралияла, азатлыҡ радиоһы, 04.02.2010
- ↑ В Кривом Роге снесли памятники Артему, Дзержинскому и Либкнехту (фото)
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Артем на Украине. Документы и материалы. — Харьков, 1961.
- Артём (Сергеев Ф. А.). Статьи, речи, письма. — М.: Политиздат, 1983.
- Аниканов П. Артем. — Харьков: Молодий більшовик, 1930.
- Круть В. Большевик Артем. — М.: Госполитиздат, 1947.
- Загорський П. С. Революційна діяльність Артема (Ф.Сергєєва). — К., 1949.
- Наседкін В. М. Артём. — Харків: Обл. вид., 1958.
- Могилевский Б. Л. Артём (Фёдор Сергеев). — М.: Молодая гвардия, 1960 (серия ЖЗЛ). — 367 с.: ил., портр.
- Астахова В. И. Революционная деятельность Артёма в 1917—1918 гг. — Харьков, 1966.
- Кузьмин Н. П. Рассвет: Повесть о Фёдоре Сергееве (Артёме). — М.: Политиздат, 1979. — (Пламенные революционеры). — 454 с., ил.
- Могилевский Б. Л. Наш Артём. — Харьков, 1982.
- Шикман А. П. Деятели отечественной истории. Биографический справочник. — М., 1997.
- Tom Poole and Eric Fried Artem: A Bolshevik in Brisbane — Australian Journal of Politics & History, Vol. 31, Issue 2, pages 243—254, August 1985
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Артём в годы гражданской войны . Архивировано 30 ноябрь 2012 года.
- Сергеев Фёдор Андреевич (Артём) на infodon.org.ua . Архивировано 30 ноябрь 2012 года.
- МНИБ — Артём на Украине. Документы и материалы. Архивировано 30 ноябрь 2012 года.
- Товарищ Артём. Документы и фотографии на infodon.org.ua . Архивировано 30 ноябрь 2012 года.
- Салтан А. Н. Товарищ Артем — удельный князь Донкривбасовский? 2019 йыл 3 ғинуар архивланған.