Эшсе һәм һалдат депутаттары Советтарының I Бөтә Рәсәй съезы

Эшсе һәм һалдат депутаттары Советтарының I Бөтә Рәсәй съезы 1917 йылдың 3 (16) июненән 24 июнгә (7 июль) тиклем Петроградтағы Васильев утрауында Беренсе кадет корпусы бинаһында үтә.

Эшсе һәм һалдат депутаттары Советтарының I Бөтә Рәсәй съезы
Дәүләт  Рәсәй республикаһы
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Первый кадетский корпус[d], Рәсәй империяһы
Тәртип буйынса һуңыраҡ килеүсе Эшсе һәм һалдат депутаттары Советтарының II Бөтә Рәсәй съезы
 Эшсе һәм һалдат депутаттары Советтарының I Бөтә Рәсәй съезы Викимилектә

Советтарҙың Беренсе Бөтә Рәсәй съезында меньшевиктар һәм эсерҙар күпселектә була, улар большевиктарҙың һуғышты туҡтатыу һәм бөтә власты Советтарға тапшырыу тураһындағы резолюцияны кире ҡаға һәм эсер-меньшевиктар резолюцияһын ҡабул итә. Уларҙың резолюцияһында социалист-министрҙарға хуплау күрһәтелә һәм аннексияларҙан һәм контрибуцияларҙан баш тартыу принциптарында «революцион һуғышты» дауам итеү иғлан ителә.

Съезд үҙенең даими органын — Эшсе һәм һалдат депутаттары Советтарының Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитетын — һайлай, уның рәйесе итеп меньшевик Н. С. Чхеидзе тәғәйенләнә, шул уҡ ваҡытта ул Петросовет исполкомының рәйесе була (1917 йылдың 6 (19) сентябренә тиклем).

Тарих башы үҙгәртергә

Февраль революцияһынан һуң Петроград Советы Эшсе һәм һалдат депутаттары Советының Бөтә Рәсәй кәңәшмәһенең саҡырылышын әҙерлеү буйынса эшен башлай, кәңәшмә 1917 йылдың 29 мартынан (11 апрель)алып 3 (16) апреленә тиклем үтә. Үҙҙәренең резолюцияһында делегаттар был мәсьәлә буйынса «баҫып алыу ынтылыштарынан баш тартыу» шарттарында Рәсәйҙең донъя һуғышында ҡатнашыу курсы буйынса Ваҡытлы хөкүмәттең сәйәсәтен хуплай[1].

Кәңәшмәнең үткәрелеүе Советтар системаһының формалашыуында бик мөһим аҙым булып тора; «совет легаллеге» формалашыуының артабанғы аҙымы — Эшсе һәм һалдат депутаттары Советтарының I Бөтә Рәсәй съезының саҡырылышы. Ойоштороу эштәре Петросовет Испокомына йөкмәтелә, уның составына губерна Советтарының һәм фронт армия частарының 16 вәкиле индерелә һәм шуға күрә Петросоветтың вәкәләтлеге күпкә киңәйтелә.

Составы үҙгәртергә

Партия составы

Эшсе һәм һалдат
депутаттары Советтарының
I Бөтә Рәсәй съезы

Партия Урын
Эсер 285
Меньшевиктар 248
Большевиктар 105
Меньшевик-

интернационалистар

32
Фракциянан тыш

социалистар

73
Меньшевик-объединенец

(«берләштерелгән
социал-демократтар»)

10
Бундовсылар 10
«Берҙәмлек»

Плеханов фракцияһы

3
Халыҡ социалистары 3
Трудовиктар 5
Анархист-коммунистар 1
«С-р һәм с-д
платформаһында тороусылар»
2

Съезда 1090 делегат ҡатнаша, улар 305 эшсе, һалдат һәм крәҫтиән депутаттарының берләшкән Советтарынан, 53 өлкә, губерна советы һәм район берләшмәләре, 21 ғәмәлдәге армия ойошмалары, 5 флот ойошмаһы, 8 тыл хәрби ойошмаһы һайланған була[2].

Фирҡәгә ҡарағанлығы тураһында 777 делегат белдерә, шул иҫәптән, 285 эсер, 248 меньшевик, 105 большевик, 32 меньшевик-интернационалист, 10 берләшеүсе-меньшевик, тағы башҡа фракцияларға һәм төркөмдәргә ҡараған 24 делегат була.

Көн тәртибе үҙгәртергә

Съезда фекер алышыу өсөн тәҡдим ителгән мәсьәләләр:

  1. Революцион демократия һәм хөкүмәт власы;
  2. Һуғышҡа ҡараш: оборона һәм тыныслыҡ өсөн көрәш мәсьәләләре;
  3. Ойоштороу йыйылышына әҙерлек;
  4. Милли мәсьәлә;
  5. Ер мәсьәләһе һәм крәҫтиән, эшсе һәм һалдат тормошо мәсьәләләре;
  6. Етештереүҙе, бүлеүҙе, транспортты һәм уны контролдә тотоуҙы ойоштороу;
  7. Аҙыҡ-түлек мәсьәләһе;
  8. Финанс сәйәсәте мәсьәләләре;
  9. Урындағы үҙидара органдары;
  10. Ойоштороу мәсьәләләре һәм һайлауҙар.

Большевиктарҙың демаршы үҙгәртергә

Съезда большевиктар әҙселектә була, үҙенең фирҡәгә ҡарағанлығы тураһында белдергән делегаттарҙың һаны тик 13,5 % тәшкил итә. Әммә, шуға ҡарамаҫтан, большевиктарҙың етәксеһе В. И. Ленин, Петросовет рәйесе меньшевик И. Г. Церетелиҙың: «Хәҙерге көндә Рәсәйҙә, бирегеҙ беҙҙең ҡулға власты, китегеҙ, беҙ һеҙҙең урынға киләбеҙ, тигән сәйәси партия юҡ. Бындай партия Рәсәйҙә юҡ», - тигән фекеренә, яуап итеп: «Ундай партия бар!» тип урынынан ҡысҡыра[3].

Съездың ҡарарҙары үҙгәртергә

Съезд делегаттары большевиктар тәҡдим иткән һуғышты туҡтатыу һәм бөтә власты Советтарға тапшырыу тураһындағы резолюцияһын кире ҡағалар, Ленин уларҙы бының өсөн «аумаҡайҙар» (соглашатели) тип атай. Съезд эсерҙар-меньшевиктар резолюцияһын ҡабул итә. Резолюция социалист-министрҙарҙы һәм аннексияларҙан һәм контрибуцияларҙан баш тартыу принциптарында «революцион һуғышты» дауам итеүҙе яҡлап сыға.

Съезд 320 депутат составындағы үҙенең даими органын — Эшсе һәм һалдат депутаттары Советтарының Бөтә Рәсәй үҙәк башҡарма комитетын (ВЦИК) — һайлай. ВЦИК составы шулай уҡ эсерҙар-меньшевиктар күпселегендә була: 123 меньшевик, 119 эсер, 58 большевик, 13 «берләшкән социал-демократ», 7 башҡа делегат. ВЦИК-тың рәйесе итеп меньшевик Н. С. Чхеидзе һайлана.

Съезд тирәһендәге хәлдәр үҙгәртергә

1917 йылдың 8 июнендә ЦК и ПК РСДРП(б)-ның Үҙәк Комитеты һәм Петроград Комитеты 1917 йылдың 10 июнендә Петроград баш күтәргән эшселәренең талаптарын яҡлап, тыныс демонстрацияға сығырға ниәтләү тураһында иғлан итә. Иртәгеһенә Советтар Съезыны. эсерҙар-меньшевиктар күпселеге баҫымы аҫтында (улар большевиктарҙы "хәрби заговор" ойоштороуҙа ғәйепләй) РСДРП(б)-ның Үҙәк Комитеты демонстрация үткәреүҙән баш тарта.

1917 йылдың 18 июнендә Петроградта Марс яланында Советтар Съезы массауи демонстрация ойоштора. Ойоштороусылар Ваҡытлы хөкүмәткә ышаныс күрһәткән дөйөм демонстрация үткәрергә ниәт итә, әммә яҡынса 500 мең кеше йыйған акция большевиктар лозунгылары аҫтында үтә: «Долой капиталист министрҙарҙы!» «Һуғышты тамамларға ваҡыт!», «Бөтә власть Советтарға!»[4].

Манифестацияға ҡушылып киткән анархистарҙың ҡораллы төркөмө митинг ваҡытында «Кресты» төрмәһенә һөжүм итә һәм үҙенең алты яҡлаусыһын һәм РСДРП(б)-ның Хәрби ойошмаһы ағзаһы В. П. Хаустовты азат итә[5].

Большевиктар лозунгылары аҫтындағы эшселәрҙең һәм һалдаттарҙың күп һанлы демонстрациялары был көндө шулай уҡ Мәскәү, Киев, Харьков, Минск, Иванов-Вознесенск, Тверь, Түбәнге Новгород һәм башҡа ҡалаларҙа үтә.

1917 йылдың 19 июнендә съезд делегаттары айырым резолюция менән фронтта башланған Урыҫ армияһының һөжүмен яҡлап сығалар.

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. БСЭ. Всероссийское совещание Советов рабочих и солдатских депутатов. Дата обращения: 25 ғинуар 2011. Архивировано 2 июнь 2012 года.
  2. Первый Всероссийский съезд Советов рабочих и солдатских депутатов / БСЭ // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  3. Из выступления Ленина на I Всероссийском съезде Советов. (4 июнь 1917). Дата обращения: 25 ғинуар 2011. Архивировано 23 октябрь 2006 года. 2006 йыл 23 октябрь архивланған.
  4. Александр Рабинович. Большевики приходят к власти: Революция 1917 года в Петрограде. Предисловие.
  5. Дурново дача. Дата обращения: 23 ғинуар 2011. Архивировано 27 июль 2012 года.

Һылтанмалар үҙгәртергә

  • А. С. Покровский Первый рабоче-солдатский парламент России 2007 йыл 7 октябрь архивланған. I Всероссийский съезд Советов рабочих и солдатских депутатов (3-24 июня 1917 г.): Опыт реконструкции списка участников; Контуры социального портрета. Ответственный редактор В. М. Лавров Москва — 2001

Документтар үҙгәртергә