Ҡаңлы
Был мәҡәлә Башҡорт Википедияһының яҡшы мәҡәләләр исемлегенә инә. |
Ҡаңлы (ҡаңны) — башҡорт ҡәбиләһе.
Һаны һәм йәшәгән урыны | |
---|---|
Барлығы: билдәһеҙ | |
Тел | |
Дин |
Телдәре башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалекты түбәнге ағиҙел-ыҡ менән танып һәм көньяҡ диалекттың дим һөйләштәренә ҡарай[1][2].
Тарих
үҙгәртергәҠаңлы ҡәбиләһенең барлыҡҡа килеүен боронғо Туран халҡы менән бәйләйҙәр, улар актик һәм иртә урта быуаттарҙа Һырдаръя һәм Көньяҡ Урал араһындағы далаларҙа йәшәгән. Боронғо иран ижади ҡомартҡыларында («Авеста», «Хвадай-намаг» («Хоҙайнамә»)), зороастрий яҙмаларында («Денкард», «Бундахишн»), «Шаһнамә» поэмаһында туран һәм иран (арий) халыҡтарының ҡан-ҡәрҙәш булыуы тураһында әйтелә. Тәүге турандарҙың мифик ата-бабаһы Арийҙың ҡустыһы булған, был хәҙерге генетик тикшеренеүҙәр менән дә раҫлана[3].
Урта быуат ҡаңлылары «Сокровенное сказание»ла — канг-лин, Рәшит әт-Диндә — канлы, Әбү әл-Ғази ла канкли, канглы тип телгә алына. Был этноним шулай уҡ ҡаҙаҡтар, ҡараҡалпаҡтар, ҡырғыҙҙар, ҡырым татарҙары, нуғайҙар һәм үзбәктәрҙең составында теркәлгән[4]. Ҡәбилә формалашыуына уларҙың ҡыпсаҡтар араһында йәшәүе йоғонто яһай. Тикшеренеүселәрҙең күбеһенең раҫлауынса, ҡаңлыларҙың берләшмәһе XI—XII быуаттарҙа Арал буйы далаларында бәшнәк-уғыҙ нигеҙендә барлыҡҡа килгән. Шул уҡ ваҡытта «ҡаңлы» этнонимы бәшнәктең боронғо үҙатамаһы булған «ҡаңғар» менән оҡшаш. Ҡаңлыларҙың этник формалашыуында шулай уҡ ҡыпсаҡтарҙың ҙур роль уйнауы һыҙыҡ өҫтөнә алына, улар 1220 йылда монголдар тарафынан тар-мар ителгәндән һуң башлыса Ҡыпсаҡ далаһы (Дешт-и-Ҡыпсаҡ) халҡы составына ҡушыла. Икенсе гипотеза буйынса, ҡаңлылар Һырдаръяла Ҡаңгөй дәүләтен төҙөгән ҡаңгөйҙәрҙең этник вариҫтары булып тора[4].
Беҙҙең эраға тиклем I быуатта һундарҙың империяһы тарҡала башлай, был ҡаңлыларҙың дәүләте — Ҡаңғарҙың (Ҡаңгөйҙөң; б.э.т. II — б.э.т. III бб.) көсәйеүенә килтерә. «Цянь Хань-шу» («Өлкән Хань династияһы тарихы») ҡытай хроникаһы хәбәр итеүенсә, Ҡаңгөй территорияһының әйләнәһе яҡынса 4000 км тәшкил иткән, ә халҡы 120000 ғаиләнән, 600000 кешенән; 120000 һанлы даими ғәскәрҙән торған[5].
Һундарҙың һәм усундәрҙең көсһөҙләнеүе һәм артабан Ҡытайға буйһоноуы Ҡанғар дәүләтенең күтәрелеүенә килтерә. Ҡытай яҙмаларына ярашлы, Ҡаңғарға биш күрше кенәзлек буйһонған: Сусйе, Фуму, Юни, Ги, Юегянь (Ургенч). Беҙҙең эраның II—III быуаттарында ҡаңлылар дәүләте тарҡалыш кисерә[6]. Бөйөк Төрки ҡағанаты осоронда ҡаңғарҙар нигеҙендә бәшнәк сәйәси берләшмәһе барлыҡҡа килә[7].
Уғыҙҙарҙан, ҡарлуҡтарҙан һәм ҡимаҡтарҙан еңелгәндән һуң, IX быуат аҙағында бәшнәктәрҙең күп өлөшө көнбайышҡа йүнәлә, бер өлөшө Яйыҡ далаларында тороп ҡала һәм башҡорттар составына инә, ә башҡалары уғыҙ берләшмәһенә керә[8].
Дәшт-и-Ҡыпсаҡта ҡаңлылар һәм ҡыпсаҡтар союздаш, шул уҡ ваҡытта көнәркәш ҡәбиләләр булалар. Ҡаңлы башҡорттары шәжәрәһе буйынса ырыуҙың ата-бабаһы Әтиктең (Ҡаңлы-бабаның) улы ҡыйыу һәм аҡыллы Балғаҙы була. Балғаҙының йәш сағында, ҡаңлылар Тубыл башында Һынташ йылғаһында йәшәгән осорҙа, аҡһаҡалдар йыйылып Ҡыпсаҡты илбашы тип иғлан итәләр. Әммә Ҡыпсаҡ «халыҡ теләгәнде эшләмәгән», һәм ҡаңлылар бөлгөнлөккә төшкәндәр, шул ваҡытта Балғаҙы үҙенең зирәклеген һәм көсөн күрһәтә, ә аҡһаҡалдар уны хан итеп ҡуйғас, Балғаҙы ырыуҙаштарын Асылыкүл буйҙарына алып китә[9].
Ҡаңлылар Асылыкүл менән Ҡандракүл буйында, Сәрмәсән йылғаһы бассейны, шулай уҡ Баҙы йылғаһының — үрге, Өҫән йылғаһының — урта, Ағиҙел йылғаһының түбәнге ағымында төпләнә, бында улар дыуан, йылан, йәлдәк, ҡаршын, ҡобау, мең һәм унлар ҡәбиләләре менән күрше була. Р. Ғ. Кузеев буйынса, көнбайыш Башҡортостанда ҡаңлылар боронғо башҡорт ҡәбиләләре менән ныҡ ҡатышалар, бының хаҡында ҡаңлылар араһында үҫәргән, бөрйән һәм юрматы ҡәбиләләренең тамғалары таралыуы дәлилләй. Шулай уҡ ҡаңлы һәм үҫәргән ҡәбиләләренең ҡошо ла бер — торна[9].
Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң ҡәбиләнең аҫаба ерҙәре Ҡазан даруғаһының Ҡаңлы улусын тәшкил итә. 1672 йылда ҡаңлылар аҫабалыҡ хоҡуғын раҫлаған батша грамотаһын ала. Был документта улар биләгән ерҙәрҙең сиктәре күрһәтелгән — Ҡармасан йылғаһының һул яҡ яры буйлап инешенән тамағына тиклем, ике Пушияшты шишмәһенең тамағынан баштарына ҡәҙәр, Өҫән йылғаһының ике яры буйлап инешенә тиклем, Йылан улусына ҡәҙәр, унан Һарыһаҙ йылғаһы тамағына тиклем, Баҙы йылғаһының инешенә ҡәҙәр, унан Йылан йылғаһына, унан Кеүәш йылғаһының башына тиклем, Йәлдәк улусына ҡәҙәр, Бөрө йылғаһы инешенән Борай урманына тиклем, Ҡармасан йылғаһының тамағына ҡәҙәр[10][11].
XVII быуат аҙағында ҡаңлы ҡәбиләһе түбәләргә бүленә. Был осорҙа Ҡаңлы улусынан Шәмшәҙе түбәһе[12]барлыҡҡа килә, аҙаҡ ул айырым улус булып китә. XVIII быуат уртаһында П. И. Рычков Ҡаңлы улусы составында 4 аймаҡты теркәй:
- аҡтау‑ҡаңлы
- иҙел‑ҡаңлы
- йөрәктау‑ҡаңлы
- ҡыр‑ҡаңлы[13].
Ә. З. Әсфәндиәров буйынса, XVIII—XIX быуат сығанаҡтарында түбәләр уларҙың башлыҡтары исемдәре һәм гидроним (Актау күле) буйынса атала: Туҡбай, Балғаҙы, Актау, Үрмәкәй[11]. Улар барыһы ла, йәғни уларҙың улдары сығанаҡтар буйынса билдәле: Үрмәкәй Көнгилдин (Ҡыр-Ҡаңлы ауылынан, артабан ауыл һәм түбә атамалары Үрмәкәй тип үҙгәртелгән), Ырыҫҡол Балғаҙин (Ҡаңны-Төркәй ауылынан) һ.б. XIX быуат башында өс түбәнең — 217 мең, ә Туҡбай түбәһенең 10 мең дисәтинә ере булған[11]. XVIII быуат аҙағында — XIX быуатта ҡәбилә йәшәгән биләмә Бөрө, Бәләбәй һәм Өфө өйәҙҙәренә, идара итеүҙең кантон системаһы осоронда 7-се (8-се, 9-сы), 10-сы (12-се, 13-сө) башҡорт кантондарына ҡарай[14].
Ҡаңлылар башҡорт ихтилалдарында әүҙем ҡатнаша. 1662—1664 йылдарҙағы ихтилал барышында, башҡа тораҡ пункттар менән бергә баш күтәреүселәр Архангельский ауылын яндыралар. Һуңыраҡ ошо урында, ҡаңлы ҡәбиләһенең аҫаба ерендә Бөрө ҡалаһына нигеҙ һалына. 1735—1740 йылдарҙағы ихтилалдары тоҡаныу алдынан Ҡаңлы улусының Балғаҙы (Ҡаңны-Төркәй) ауылында Ҡазан даруғаһы башҡорттарының йәшерен йыйыны була, бында Аҡай Күсемов, Солтанморат Дүскәев, Ғүмәр Туҡтаров һ.б. ҡатнаша. Ихтилал башланғас, 1735 йылдың 1 июлендә Килмәк Нурышев етәкселегендәге башҡорттарҙың 3 меңлек отряды Вологда драгун полкына һөжүм итә, был алышта Ҡаңлы улусынан Ҡанмырҙа һәм Төркәй Балғаҙиндарҙың ҡатнашыуы билдәле. Ихтилал тамамланғас, ерҙәр тартып алына һәм ҡаңлы башҡорттарының ерҙәре бик ныҡ кәмей. Быға бигерәк тә А. И. Тевкелев булышлыҡ итә, ул төрлө янап та, алдап та ҡаңлы ҡәбиләһенең бик ҙур аҫаба еренә хужа була. Һөҙөмтәлә ерһеҙ ҡалған аҫаба-ҡаңлылар күпләп типтәрҙәр ҡатламына күскән. 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы барышында, ҡаңлылар старшина Минәй Султуков (Сабай ауылынан) етәкселегендә ҡатнаша. Минәй Султуков «Пугачев поковнигы» дәрәжәһен алғас, Ҡаранай Моратовтың баш күтәреүселәр ғәскәренә ҡушыла. 1774 йылдың яҙына тиклем Кама буйында, Сарапул ҡалаһы эргәһендә хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғыша[15].
Урынлашыуы
үҙгәртергәБорон ҡаңлы башҡорттары тарихи Башҡортостандың көнбайыш өлөшөндә бик ҙур территорияны биләгән. Биләмәләренә Иҙәш, Төрөш, Юрмый, Киәҙе ҡушылдыҡтары менән бергә Сәрмәсән йылғаһы үҙәне һәм Ҡандракүл буйы, шулай уҡ Ҡармасан, Яубазы, Нөгөш (Өҫән йылғаһы ҡушылдығы), Ағиҙел (Бөрө ҡалаһы тирәһендә) йылғалары үҙәндәре ингән. Ҡаңлыларҙың аҫаба ерҙәрендә ике өйәҙ үҙәгенә — Бөрө һәм Бәләбәй ҡалаларына нигеҙ һалына[16].
Хәҙерге ваҡытта ҡәбиләнең аҫаба биләмәләренә Благовар, Бөрө, Бүздәк, Бәләбәй, Дүртөйлө, Дәүләкән, Кушнаренко, Мишкә, Саҡмағош, Туймазы һәм Шаран райондары инә[16].
Билдәле кешеләре
үҙгәртергә- Шәйехзада Бабич — шағир
- Таңсулпан Бабичева — актриса
- Флорид Бүләков — драматург
- Вәлитов Нәжип Хатмулла улы — профессор
- Фидан Ғафаров — актёр һәм йырсы
- Ғабдулла Ғиләжев — актёр, режиссёр
- Хәким Ғиләжев — яҙыусы
- Ғәлийән Ғәлиев — генерал-майор
- Фәррәх Дәүләтшин — сәсән
- Али Карнай — шағир
- Кирәй Мәргән — яҙыусы
- Зыя Нуриев — дәүләт эшмәкәре
- Ғәлиасҡар Сыртланов — адвокат, депутат
- Муллайәр Сыртланов — Советтар Союзы Геройы
- Рауил Сыртланов — генерал-майор
- Рим Сыртланов — актёр
- Шаһихәйҙәр Сыртланов — депутат
- Факиһа Туғыҙбаева — яҙыусы
- Муллайән Халиҡов — дәүләт эшмәкәре[19]
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ История башкирских родов, 2014, с. 69—79
- ↑ Шәкүров Р. З. Башҡорт диалектологияһы. — Өфө: Китап, 2012. — С. 100—111, 190—220. — 240 с. — ISBN 978-5-295-05479-2. (баш.)
- ↑ История башкирских родов, 2014, с. 12—17
- ↑ 4,0 4,1 Кузеев Р. Г., 2010, с. 336
- ↑ История башкирских родов, 2014, с. 22—23
- ↑ История башкирских родов, 2014, с. 25—26
- ↑ История башкирских родов, 2014, с. 31
- ↑ История башкирских родов, 2014, с. 34
- ↑ 9,0 9,1 Кузеев Р. Г., 2010, с. 337—338
- ↑ «..по левому берегу р. Кармасан с вершин до ее устья, с устья и до вершин двух речек Пушияты (?), до вершины р. Усень по обоим ее берегам, до Еланской волости, оттуда до устья р. Сарсаз, до вершины р. Базы, оттуда на р. Еланку, оттуда до вершины р. Куваши, до Ельдякской волости, с вершины р. Бирь до Бураев лес, до устья р. Кармасан.»
— Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа: Китап, 2009. — С. 257. — 744 с. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ 11,0 11,1 11,2 Асфандияров А. З., 2009, с. 257
- ↑ Түбәнең атамаһы хәҙер Шәмсетдин тип йөрөтөлгән Шәмшәҙе күленән барлыҡҡа килгән.
- ↑ История башкирских родов, 2014, с. 38—39
- ↑ Йәнғужин Р. З. Ҡаңлы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ История башкирских родов, 2014, с. 39—41
- ↑ 16,0 16,1 История башкирских родов, 2014, с. 92—93
- ↑ Асфандияров А. З., 2009
- ↑ История башкирских родов, 2014, с. 93—131
- ↑ История башкирских родов, 2014, с. 42—68, 137—144
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4. (рус.)
- Западные башкиры по переписям 1795—1917 гг. — Уфа, 2001. (рус.)
- История башкирских родов. Канглы. Том 5. / С. И. Хамидуллин, Ю. М. Юсупов, Р. Р. Асылгужин, Р. Р. Шайхеев, А. М. Зайнуллин, И. Р. Саитбатталов, В. И. Муратова, Р. М. Рыскулов, А. Я. Гумерова, Г. Ю. Галеева, Г. Д. Султанова. — Уфа: ГУП РБ Уфимский полиграфкомбинат, 2014. — 560 с. — ISBN 978-5-85051-625-3. (рус.)
- Йәнғужин Р. З. Башҡорт ҡәбиләләре тарихынан. — Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 1995. — 96 с. — ISBN 5-295-02551-3.
- Кузеев Р. Г. Происхождение башкирского народа: Этнический состав, история расселения. — М.: Наука, 1974. — 572 с. (рус.)
- Кузеев Р. Г. Происхождение башкирского народа. Этнический состав, история расселения. — 2-е изд., доп.. — Уфа: ДизайнПолиграф-Сервис, 2010. — 560 с. — ISBN 978-5-94423-212-0. (рус.)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Йәнғужин Р. З. Ҡаңлы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Шарипов Ф. Шежере рода Кан-Канлы // Ватандаш. — 2007. — № 5. — С. 178—195. — ISSN 1683-3554.