Соҡаҙытамаҡ (рус. Чукадытамак) — Башҡортостандың Туймазы районындағы ауыл. Ҡарамалы-Ғөбәй ауыл Советы 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 387 кеше[2]. Почта индексы — 452786, ОКАТО коды — 80251830006.

Ауыл
Чукадытамак
башҡ. Соҡаҙытамаҡ
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Туймазы районы

Ауыл биләмәһе

Ҡарамалы-Ғөбәй ауыл Советы

Координаталар

54°21′16″ с. ш. 54°06′07″ в. д.HGЯO

Халҡы

398[1] кеше (2010)

Конфессиональ составы

мосолмандар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

452786

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 251 830 006

ОКТМО коды

80 651 430 126

ГКГН номеры

0519870

Чукадытамак (Рәсәй)
Чукадытамак
Чукадытамак
Соҡаҙытамаҡ (Башҡортостан Республикаһы)
Чукадытамак


Географик урыны

үҙгәртергә
  • Район үҙәгенә тиклем (Туймазы): 41 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Ҡарамалы-Ғөбәй): 3 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Ҡандра): 35 км

Соҡаҙытамаҡ ауылы Өҫән йылғаһы ҡушылдығы Соҡаҙы йылғаһы буйында, район үҙәге Туймазы ҡалаһынан көньяҡ-көнсығышҡа табан 41 километрҙа һәм Ҡандра тимер юл станцияһынан көньяҡҡа табан 35 километр алыҫлыҡта урынлашҡан.

 
1937 йыл

XVIII быуаттың 1-се яртыһында, Ҡазан даруғаһы Ҡаңлы улусы башҡорттары ерҙәренә Себер даруғаһы Әйле улусы башҡорттары менән керҙәшлек килешеүенә ярашлы, Соҡаҙытамаҡ ауылына нигеҙ һалынған. Атамаһы гидронимдан — ауыл урынлашҡан урын һүҙмә-һүҙ «Соҡаҙы йылғаһы тамағы» тигән ерҙе аңлата.

Соҡаҙытамаҡ йылғаһы тамағындағы ауыл Ҡаңлы улусының Үрмәкәй түбәһенә ҡараған. Был — Троицк өйәҙе Әйле улусынан сыҡҡан, типтәр ҡатламына күсмәйенсә, үҙлеген һаҡлап ҡалған ерһеҙ керҙәш башҡорттар торамаһы. Әммә уларҙың ҡаңлылар менән керҙәшлек килешеүе төҙөгән һәм йәшәй башлаған датаһы билдәле түгел. Яҡынса XVIII быуаттың 30-сы йылдарын күрһәтергә мөмкин.

Бөтә ревизиялар һәм халыҡ иҫәбен алыуҙар уларҙың этник сығышын башҡорт тип күрһәтә.

1795 йылда Соҡаҙытамаҡ ауылындағы 15 йортта 111 кеше йәшәгән[3].

Соҡаҙытамаҡ — ошо уҡ исемдәге улус үҙәге, ауылда идара, мәсет, 3 тирмән булған. VIII рәүиз мәғлүмәттәре буйынса, 36 йортта 7 ғаилә башлығы күп ҡатынлы булған. 319 кешенең һәр береһенә иген сәсеү ни бары бер бот икмәккә тиң булған (1843 г.). Соҡаҙытамаҡ халҡы йәмғиәтенә саҡ-саҡ картуф үтеп ингән: ул саҡта 12 бот ултыртылған.

1843 йылда иген сәсеү 319 кешенең һәр береһенә бер ботҡа тиң булған. Соҡаҙытамаҡ халҡы картуф сәсеүҙе саҡ үҙләштерә башлаған: ул саҡта 12 бот картуф ултыртылған.

Соҡаҙытамаҡта йәшәгән поход старшинаһы Тажетдин Ҡолошовтың 1783 йылғы формуляр исемлеге башҡорт казактары хеҙмәтенең төрҙәре тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәт бирә: 18061812 йылдарҙа Яйыҡ йылғаһы буйындағы йәйге сик хеҙмәтен үтәгән ваҡытта башҡорттар отряды менән ҡаҙаҡ ханы Ширғәзе ставкаһында, һуңынан Илек Һаҡлауы (Илецкая Защита) тирәһендә Яйыҡ ҡалаһына (Уральск) аҙыҡ-түлек тейәлгән ҡаҙна транспортын оҙатып барған[4][5].

Биләмә берәмектәренә инеүе

үҙгәртергә
Теркәү йылы Улус, ауыл советы Өйәҙ, кантон, район Губерна, Республика Дәүләт
1784 Ҡаңлы улусы Бәләбәй өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй Империяһы
1816 Ҡаңлы улусы, 18-се йорт 12-се Башҡорт кантоны, Үрмәкәй түбәһе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1834 Ҡаңлы улусы, 18-се йорт 12-се Башҡорт кантоны Бәләбәй өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1847 Ҡаңлы улусы, 18-се йорт 12-се Башҡорт кантоны Бәләбәй өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1859 Ҡаңлы улусы, 18-се йорт 12-се Башҡорт кантоны Бәләбәй өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1895 Ҡаңлы улусы Бәләбәй өйәҙе Өфө губернаһы Рәсәй империяһы
1920 Соҡаҙытамаҡ улусы[6] Бәләбәй кантоны Автономлы Башҡорт ССР-ы (Бәләкәй Башҡортостан)   РСФСР
1926 Ҡаңлы улусы Бәләбәй кантоны Автономлы Башҡорт ССР-ы   СССР
1935 Ҡарамалы-Ғөбәй ауыл Советы Туймазы районы Башҡорт АССР-ы   СССР
1941 Ҡарамалы-Ғөбәй ауыл Советы Туймазы районы Башҡорт АССР-ы   СССР
1990 Ҡарамалы-Ғөбәй ауыл Советы Туймазы районы Башҡортостан Республикаһы   Рәсәй Федерацияһы
2008 Ҡарамалы-Ғөбәй ауыл Советы Туймазы районы Башҡортостан Республикаһы   Рәсәй Федерацияһы

Ауылдың XIX быуаттың икенсе яртыһындағы үҫеше

үҙгәртергә

1865 йылда 121 йортта — 680 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек, балта эштәре менән шөғөлләнгәндәр.

Соҡаҙытамаҡ ауылында Ҡаңлы улусы идаралығы урынлашҡан була. Мәсет, 3 һыу тирмәне булған[7].

Ауылдың XX быуаттағы һәм бөгөнгө үҫеше

үҙгәртергә

1906 йылда мәсет, һыу тирмәне, бакалея кибете, запас иген һаҡлай торған мөгәзәй булған. Ҡаңлы улусы идаралығы булған[8].

Әлеге ваҡытта Соҡаҙытамаҡ ауылында балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты бар[9].

Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Соҡаҙытамаҡ ауылында башҡорттар йәшәй (2002).

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 1285
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 1146
1959 йыл 15 ғинуар 739
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 376
2002 йыл 9 октябрь 351
2010 йыл 14 октябрь 398

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Билдәле кешеләре

үҙгәртергә

Йәһүҙин Ғимат Йыһангир улы (1898, Бәләбәй районы, Туҙлыҡыуыш ауылы — 10.07.1938) — дәүләт эшмәкәре, 1920 йылдың мартында Соҡаҙытамаҡ ауылының улус башҡарма комитеты рәйесе итеп тәғәйенләнә. Ишембай нефтен үҙләштереүҙе башлаусы, БАССР-ҙың игенселек халыҡ комиссары (1937), сәйәси золом ҡорбаны[10][11]

Урамдары

үҙгәртергә
  • Бакланов урамы (рус.  Бакланова (улица)
  • Мәктәп урамы (рус.  Школьная (улица)
  • Йылға урамы (рус.  Речная (улица)[12]

Тирә-яҡ мөхит

үҙгәртергә

Ер-һыу атамалары

Тауҙар:

Урмандар:

Йылғалар:

  • Өҫән, Соҡаҙы

Шишмәләр:

Ялан-бесәнлектәр:

Таусыҡтар, түбәләр:

Тарихи ҡомартҡы:

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана (справочник). Уфа: Китап, 2001, книга 9, 64—65 с.
  • Хисамитдинова Ф. Г. Башкирская ойконимия XVI—XIX вв. Уфа, Башкирское книжное издательство, 1991.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йыл 4 март архивланған.
  3. Соҡаҙытамаҡ // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  5. ЦГИА РБ. Ф. 2. Оп. 1. Д. 430. Л. 26. МИБ. Т. 3. С. 63. Малоизученные источники по истории Башкирии. С. 110, 115. ЦГИА РБ. Ф. 10. Оп. 1. Д. 1257. Л. 18. ОИБ. Т. 1.4. 1. С. 177. ЦГИА РБ. Ф. 10. Оп. 1. Д. 1257. Л. 18.
  6. https://vk.com/wall-187020456_644
  7. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  8. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  9. Соҡаҙытамаҡ // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  10. [Курганов Денис, Федин П. А. Возвращение расстрелянного наркома, 2007. isbn: 5-88719-074-4]
  11. Ягудин Гимад Зиянгирович
  12. Карта д. Чукадытамак. Улицы