Баҙы
Баҙы — Рәсәйҙең Европа өлөшөндәге йылға.
Баҙы | |
---|---|
башҡ. Баҙы | |
Характеристика | |
Оҙонлоғо | 123 км |
Бассейн | 1590 км² |
Һыу сығымы | 2,5 м³/с (Ырыҫай) |
Һыу ағымы | |
Инеше | |
· Урынлашыуы | 2,5 км от д. Михайловка |
· Координаталар | 54°55′18″ с. ш. 54°17′29″ в. д.HGЯO |
Тамағы | Ағиҙел |
· Бейеклеге | 64 м |
· Координаталар | 55°41′04″ с. ш. 54°30′37″ в. д.HGЯO |
Урынлашыуы | |
Һыу бассейны | Ағиҙел → Ҡама → Волга → Каспий диңгеҙе |
Ил | ![]() |
Регион | Башҡортостан |
РДҺР | 10010201612111100026329 |
![]() ![]() |
Географик белешмәҮҙгәртергә
Ағиҙел йылғаһының һул ҡушылдығы. Башҡортостан Республикаһының Шаран районы Михайловка ауылынан көнсығышҡа табан 2,5 км алыҫлыҡта баш ала. көньяҡтан төньяҡҡа Шаран, Саҡмағош, Илеш, Дүртөйлө райондары биләмәһе аша Ағиҙел йылғаһына (тамағынан 110 км) ҡоя. Дөйөм оҙонлоғо 123 км, бассейн майҙаны 1590 км², дөйөм түбәнләнеше 150 метр. Башлыса яҙғы эрегән һыуҙар менән тулылана. Йыллыҡ ағымы 65 %-ы язғы (апрель—май), 20 %-ы йәйге-көҙгө (июнь—октябрь), 15 %-ы ҡышҡы (ноябрь—март) осорҙарға тура килә.
Илеш районы Рсай ауылы янында уртаса йыллыҡ ағымы 2,5 м³/с тәшкил итә. Бассейны Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығының төньяғында һәм өҫкө пермдең уфа ярусы һәм казан ярусының алевролиттары, ҡомташтары, эзбизташтары, доломиттары, мергелдәре һәм аргиллитларынан торған Ҡама Ағиҙел тигеҙ булмаған уйһулығында урынлашҡан. Ландшафттары ярлы ҡара тупраҡтағы урманлы даланан тора, көнбайыш өлөшөндә һоро урман тупрағында киң япраҡлы урмандар осрай. Бассейндың 8%-ын урман ҡаплаган, 65-%ы һөрелгән. Иң ҙур ҡушылдығы — Кеүәш.