Вәлитов Нәжип Хатмулла улы
Вәлитов Нәжип Хатмулла улы һәм Вәлитов Нәжип Хәтмулла улы мәҡәләләрен берләштерергә! |
Нәжип Хатмулла улы Вәлитов (1936 йылдың 15 февралендә, СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Кушнаренко районы, Ҡарасайылға ауылында тыуған — 2008 йылдың 3 октябрендә вафат булған, Өфө ҡалаһы, Башҡортостан Республикаһы) химик, физик-химик, Рәсәй Федерацияһы, XX, XXI быуат ғалимы, технология, етештереүҙе ойоштороу белгесе, уйлап табыусы һәм педагог.
Вәлитов Нәжип Хатмулла улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 15 февраль 1936 |
Тыуған урыны | Ҡарасайылға, Рәсәй |
Вафат булған көнө | 3 октябрь 2008 (72 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө, Рәсәй |
Һөнәр төрө | химик |
Уҡыу йорто | ӨДНТУ |
Биографияһы
үҙгәртергәНәжип Хатмулла улы Вәлитов 1936 йылдың 15 февралендә Башҡорт АССР-ы Кушнаренко районы Ҡарасайылға ауылында (РСФСР, СССР) тыуған — 2008 йылдың 3 октябрендә Өфө ҡалаһында, Башҡортостан Республикаһы вафат булған.
Ижади тормошо йылъяҙмаһы
үҙгәртергә- 1959 йылда Өфө нефть институтын тамамлай.
- «Башнефтепроект» институтының Салауат филиалында инженер-конструктор булып эшләгән.
- 1962 йылдан Салауат нефть химияһы комбинатында хеҙмәт итеүгә менән (хәҙер ОАО «Салауат Газпром нефтехим» ААЙ-е) өлкән инженеры, баш инженер, тикшереү цехы начальнигы, аҙаҡ «Салаватнефтеоргсинтез» Акционер йәмғиәте тәжрибә — тикшереү заводы директоры, «Башнефтехимзаводтар» берекмәһе начальнигы урынбаҫары булып эшләй.
- 1974—1987 йылдарҙа «Башнефтехимзаводтар» эшләй. начальнигы урынбаҫары, баш инженер территориаль берекмәһе «Башнефтехимзавод».
- 1987 йылдан алып Башҡорт дәүләт университетының «Дөйөм химик технология һәм аналитик химия» кафедраһы преподавателе, профессор, химия фәндәре докторы, Нью-Йорк Фәндәр Академияһының академигы.
- Алдараҡ кандидатлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлап, 1978 йылда химия фәндәре докторы исеменә лайыҡ була.
Фәнни эшмәкәрлеге
үҙгәртергә- Нажип Вәлитовтың ғилми эшмәкәрлеге сәнәғәт катализаторҙарының физик-химик үҙенсәлектәрен, гетероген-каталитик реакцияларҙың кинетикаһы һәм механизмы буйынса тикшеренеүҙәр менән бәйле.
- Уның етәкселегендә бутил һәм майлы спирт, метилэтилкетон, нефть яғыулығы, шул иҫәптән калориялы һәм экологик таҙа төрҙәре, пластификатор, аммиак, техник водород алыуҙың яңы технологиялары эшләнә һәм сәнәғәт етештереүенә индерелә.
- Ғалим тарафынан ҡаты һәм шыйыҡ йөҙҙәрҙең поверхностях хемосорбцияһы законлылығы асыҡланған һәм гетероген һәм ферментатив катализ процестарында уларҙың хәл иткес роле күрһәтелгән.
- Нәжип Вәлитов етәкселегендә «Башнефтехимзаводтар» производство берекмәһе заводтарында нефтте тәрән эшкәртеүҙең заманса технологиялары үҙләштерелгән.
Нәжип Хатмулла улы нефть химияһы, химия, катализ, биохимия, физика, астрономия буйынса 129-ҙан ашыу фәнни хеҙмәттәр, 4 хеҙмәте йыйынтығы, Башҡортостанда һәм Рәсәйҙә нефть технологияһын үҙгәртеп ҡороу буйынса 2 фәнни программа авторы, 23 патент һәм яңы асыштарҙың авторлыҡ танытмаһы эйәһе.
- Ул нефтте эшкәртеүҙең бик күп каталитик ысулдарын, ҙур иҡтисади эффектҡа эйә яңы нефть химияһы технологияларын әҙерләүсе тип иҫәпләнә, матдәләрҙең үҙенсәлектәрен фундаменталь тикшеренеүҙең биш ғәҙәти булмаған ысулы авторы.
- Нәжип Вәлитов матдәләрҙең, иретмәләрҙең һәм шыйыҡсаларҙың молекуляр төҙөлөшө, матдәләрҙең электромагнит һәм гравитацион ҡырҙарының матдәләрҙең үҙенсәлегенә йоғонтоһо өлкәһендә абруйлы ғалим бкулараҡ билдәлелек алған.
Атом һәм молекулалар, иретмәләр һәм шыйыҡсалар төҙөлөшө, нефть химияһы һәм катализ, нефтте химик эшкәртеү, электромагнит һәм гравитацион ҡырҙарының көс һыҙығы өлкәһендә ҙур физик-химик ғалим. Шәхсән үҙе тапҡан күренештәрҙе файҙаланып, 80-се йылдарҙағы хаҡ менән нефть химияһының йылына 20 миллион иҡтисади файҙа килтергән һәм көнәркәш булырлыҡ 9 технологияһын индергән. СССР Юғары аттестация комиссияһы рәйесе һәм Халыҡ-ара Национальная технологическая инициатива НТИ үҙәге уның докторлыҡ диссертацияһын унынсы биш йыллыҡтағы иң ҡиммәт хеҙмәт тип танылған, донъя һәм ватан фәненә тос өлөш индергән хеҙмәт тип танылған. Үҙе тапҡан күренештәрҙе файҙаланып, ул БДУ-ла нефть эшкәртеү һәм нефть химияһының катализаторҙарҙы ҡулланған 18 процесын әҙерләгән, 1997 йылда шуларҙың икеһе сәнәғәткә индерелгән. Ул эшләгән 18 процестар барыһы ла донъя күләмендә дәғүәларгә ҡаршы торорлоҡ һәм сит илдәрҙә лә индерерлек.
Вәлитов ниндәйҙер берҙәм юғары көс тураһында
үҙгәртергә- Уның «Вакуумные колебания при химическом возбуждении атомов, молекул и хаотичность силовых линий электромагнитного и гравитационного поля» монографияһы фән даирәләренең һәм йәмәғәтселектең киң ҡыҙыҡһыныуын тыуҙырған.
- «Научные подтверждения истин Корана, Библии и Торы»
Башҡорт дәүләт университеты профессоры Нәжип Вәлитов — донъяға танылған химик. Тәүҙәрәк ғалим дин ғилеменән алыҫ торған һәм фәҡәт фән мәсьәләләре менән генә шөғөлләнгән булған. Еconet.ru. ресурсы яҙғанса, «Вакуумные колебания при химическом возбуждении атомов, молекул и хаотичность силовых линий электромагнитного и гравитационного поля» монографияһы донъя күргәс, барыһы ла үҙгәргән.
Был фәнни хеҙмәт ысын шау-шыу сығарған. Фәнни мөхиттә генә түгел, ә бар донъяның рухани лидерҙары араһында оло тлҡынланыу тыуҙырҙы. Хәҙер был хеҙмәт донъяның 12 илендәге 45 ғилми китапханаһында, шул иҫәптән АҠШ-та, Бөйөк Британияла, Францияла, Японияла һ. б. һаҡлана. Был монографияның айырылып тороуы шунда, Вәлитов ҡәтғи формулалар теле менән Ғаләмдәге бөтә объекттар, араларында ятҡан алыҫлыҡҡа ҡарамай, үҙ-ара йәшен тиҙлегендә бәйләнешле хәрәкәт итә. Быға саҡлы яҡтылыҡ тиҙлегенән дә артыҡ тиҙлек менән бер нимә лә үҙ-ара тәьҫир итешә алмай, тип иҫәпләнгән. Профессорҙың үҙенең һүҙҙәре буйынса, был Ғаләмдә ниндәйҙер бер берҙәм юғары көс барлығын раҫлай.
Шуныһы иғтибарға лайыҡ, үҙенең эше өсөн Вәлитов Ватикандан — Рим Папа исеменән рәхмәт хаты алған. Бынан һуң профессор Ҡөрьән, Тәүрат һәм Тораны ҡабаттан уҡып сыҡҡан һәм уларҙың оҡшашлығына хайран ҡалған.
«Бөтә изге яҙыуҙарҙа Аллаһы тәғәлә тураһында — барыһын да күреүсе һәм барыһын да ишетеүсе, тип әйтелә. Атеист ғалимдар иң тәүҙә тап ошо моментты тәнҡитләгәндәр. Һәм улар, Ғаләмдәге өлөшсәләрҙең үҙ-ара бәйләнешенә мөмкинлек биргән яҡтылыҡ тиҙлегенең сиге бар, тип һылтанғандар. Уларҙың логикаһы буйынса, был кеше эшләгән бар ғәмәлдәрҙе лә Аллаһы тәғәлә шул арала ишетә лә, күрә лә алмай тигәнгә нигеҙ булып тора. Хәҙер инде, Йыһан өлөшсәләренең, бер-береһенән айырған араларының алыҫлығына ҡарамай, үҙ-ара бәйләнеше шундуҡ башҡарыла, тип раҫланғас, бөтә нәмәне үҙенә буйһондорған ниндәйҙер бер оло көс бар тип әйтеп була. Нисек: Донъя аҡылы, Аллаһы тәғәлә, тип атаһаң да була. Бының менән асылы үҙгәрмәй»
— тип яҙған профессор Вәлитов. Был раҫлау сәбәпле төрлө фекерҙәр барлыҡҡа килә. Леонид Д. бына нимә яҙа (14.12.2017)
… Вәлитов теорияһы термодинамиканың 12 законын, химияның 20 бүлеген, физиканың 28 бүлеген, механиканың 40 бүлеген кире ҡаға.
Ҡыҙыҡ. Ә термодинамиканың 12 законы, химияның 20 бүлеге, физиканың 28 бүлеге, һәм механиканың 40 бүлеге менән тағы ҡайҙалыр танышырға мөмкинме? Мин башҡа белем системаһында уҡығанға оҡшағанмын ахыры… Тимәк, Алла беҙҙең һәр бер уйҙы белә? Эйе. Бөтә нәмәне лә буйһондороусы көс бар, тимәк. Беҙ уны Господь, Аллаһы тәғәлә, Донъяуи зиһен тибеҙ. Мәғәнәһе үҙгәрмәй. Һәм донъяла, объекттар ҡайҙа ғына булмаһын, уларҙың үҙ-ара килешеп эш итеүе, бәйләнешле хәрәкәте тиҙ арала барлыҡҡа килә. Аллаһы тәғәлә беҙҙең уйҙарҙы матди булғанға белә тип раҫлап ҡына булмай, Ул сикһеҙ ҡөҙрәткә эйә!
Алексей Кваснюк тигән кеше бына нимә тип әйткән (25.12.2017)
Әгәр ҙә беҙ бер протондың ғына локалләшкән болотон ҡараһаҡ — Шредингер тигеҙләмәләренә ярашлы, ул ваҡыт үтеү менән арауыҡҡа «тараласаҡ». Әгәр ҙә беҙ протонды тын ятыусы «классик, зарядланған нөктә» тип тасуирлаһаҡ — был нөктәнән алыҫ арауыҡта ятҡан электростатик ҡыр Кулон буйынса тасуирланыр ине. Һәм әгәр ҙә был зарядланған нөктә тирбәлә башлаһа — электромагнит тулҡындар нурланышы булыр ине. Әгәр ҙә макроскопик ҡыр «сикһеҙ шәп» үҙгәрһә — бер ниндәй ҙә электромагнит тулҡын булмаҫ ине. Әммә бөтә электродинамика Максвеллға ҡоролғас — тимәк, Вәлитов бер аҙ «шаярта». Ярай инде, индустар һәм мосолмандар (Ҡөрьән, ведалар) аҙашыуҙары. Ләкин «үҙенең хаҡлылығын» дәлилләү өсөн хатта Хәҡиҡәт — Тәүратҡа һылтаныуҙан да баш тартмай!
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
- Халыҡтар Дуҫлығы ордены
- «СССР-ҙың нефть эшкәртеү һәм нефть-химия сәнәғәте алдынғыһы»,
- «СССР-ҙың уйлап сығарыусыһы»
- бик күп миҙалдар
- Нью-Йорк Фәндәр Академияһының тулы хоҡуҡлы ағзаһы
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- «Башкортостан» ҡыҫҡаса энциклопедияһы,
- Башҡорт энциклопедияһы, 2-се том
- Свободная энциклопедия Урала
- Фрикопедия.
- «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы сығанаҡтарынан
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә* ғалим Нәжип Вәлитовтың 80 йәшенә ҡарата * Өфө. Башҡортостан ғалимдары. Нәжип Вәлитов 2018 йыл 17 март архивланған. * Таҙа интернет. Нәжип Вәлитов