Нуриев Зыя Нурый улы
Нуриев Зыя Нурый улы (21 март 1915 йыл — 19 октябрь 2012 йыл) — совет дәүләт һәм партия эшмәкәре, СССР-ҙың 4—11-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты, КПСС Үҙәк Комитеты ағзаһы (1961—1986), Социалистик Хеҙмәт Геройы (1975). Иҡтисад фәндәре кандидаты (1966).
Нуриев Зыя Нурый улы | |||||||||
| |||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
3 апрель 1973 — 1 ноябрь 1985 | |||||||||
Хөкүмәт башлығы: | Алексей Николаевич Косыгин Николай Александрович Тихонов | ||||||||
Алдан килеүсе: | Полянский Дмитрий Степанович СССР Министрҙар Советы рәйесенең беренсе урынбаҫары | ||||||||
Дауамсы: | Всеволод Серафимович Мураховский | ||||||||
| |||||||||
17 сентября 1969 — 3 апреля 1973 | |||||||||
Хөкүмәт башлығы: | Алексей Николаевич Косыгин | ||||||||
Дауамсы: | Григорий Сергеевич Золотухин | ||||||||
| |||||||||
26 июнь 1969 — 17 сентябрь 1969 | |||||||||
Хөкүмәт башлығы: | Алексей Николаевич Косыгин | ||||||||
Алдан килеүсе: | Леонид Романович Корниец | ||||||||
Дауамсы: | вазифа бөтөрөлә | ||||||||
| |||||||||
14 июнь 1957 — 15 июль 1969 | |||||||||
Алдан килеүсе: | Семён Денисович Игнатьев | ||||||||
Дауамсы: | Шакиров Миҙхәт Закир улы | ||||||||
Тыуған: | 8 март (21 март) 1915 Үрге Ыласынтау ауылы, Бөрө өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы (хәҙерге Башҡортостандың Бөрө районы) | ||||||||
Үлгән: | 19 октябрь 2012 (97 йәш) Мәскәү, Рәсәй | ||||||||
Ерләнгән: | Новодевичье зыяраты[d] | ||||||||
Партия: | 1939 йылдан ВКП(б) | ||||||||
Белеме: | ВКП(б)ҮК юғары партия мәҡтәбе | ||||||||
Ғилми дәрәжәһе: | иҡтисади фәндәр кандидаты | ||||||||
Профессияһы: | тарих уҡытыусыһы | ||||||||
Наградалары: |
|
Биографияһы
үҙгәртергәЗыя Нурый улы Нуриев 1915 йылдың 21 мартында Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе Үрге Ыласынтау ауылында тыуған.
1933 йылда Башҡортостан халыҡ мәғарифы институтын тамамлай. 1933—1935 йылдарҙа колхоз йәштәре мәктәбе уҡытыусыһы булып эшләй. 1935—1938 йылдарҙа Борай районы мәғариф бүлеге мөдире вазифаһын үтәй.
1938—1940 йылдарҙа Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл армияһы сафында хеҙмәт итә. 1940—1942 йылдарҙа Боҙаяҙ районы мәғариф бүлеге мөдире вазифаһын башҡара.
1942—1943 йылдарҙа Полуб МТС-ы политбүлек етәксеһе вазифаһын үтәй. 1943—1944 йылдарҙа ВКП(б)-ның Боҙаяҙ район комитетының 2-се секретары
- 1944—1945 — ВКП(б)-ның Ҡыйғы район комитетының 1-се секретары
- 1945—1948 — ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитетының ауыл хужалығы бүлеге мөдире
1951 йылда ВКП(б) Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Юғары партия мәктәбен тамамлай. 1951—1952 — ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитетының партия, профсоюз, комсомол ойошмалары бүлеге мөдире
- 1952—1957 — ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты секретары һәм 2-се секретары
- 1957—1969 — КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының 1-се секретары
- 1969—1973 — СССР Министрҙар Советы ҡарамағындағы Әҙерләүҙәр Дәүләт комитеты рәйесе, СССР Әҙерләүҙәр министры
- 1973—1985 — СССР Министрҙар Советы Рәйесе урынбаҫары, СССР Министрҙар Советы Президиумының агросәнәғәт комплексы буйынса комиссия рәйесе
- 1985 йылдың ноябрь айынан — СССР күләмендәге персональ пенсионер
Бүләктәре
үҙгәртергә- Социалистик Хеҙмәт Геройы (1975)
- Дүрт Ленин ордены (1957, 1965, 1975, 1985)
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1949)
- «Почёт Билдәһе» ордены (1944)
- Салауат Юлаев ордены (2009)
Хәтер
үҙгәртергә- 2020 йылдың мартында Башҡортостанда Зыя Нуриев иҫтәлегенә төрлө саралар үтәрелде[1].
- 2015 йылдың 21 мартында Мәскәүҙәге Новодевичье зыяратында Зыя Нуриевҡа һәйкәл асыла[2].
- Республика йорто эргәһендә урынлашҡан скверға уның исеме бирелгән[3].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ В Башкирии проходят памятные мероприятия к 105-летию Зии Нуриева. ИА «Башинформ», 19 марта 2020 года (Тикшерелеү көнө: 19 март 2020)
- ↑ Оло илдең оло ағаһы. «Башҡортостан» гәзите, 2015, 25 март 2016 йыл 9 март архивланған.
- ↑ Республика Хөкүмәте йорто янындағы скверға Зыя Нуриев исеме бирелде . «Башинформ» (18 март 2015). Дата обращения: 23 сентябрь 2016.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Башҡортостан: Ҡыҫҡаса энциклопедия. руссанан тулыландырылған һәм төҙәтелгән тәржемәһе / Баш мөхәррир Р. З.Шәкүров. Өфө: Башҡорт энциклопедияһы дәүләт ғилми нәшриәте, 1997. 696 бит, һүрәттәре менән.
- Ҡотлоғәлләмов М. Бәхет ерҙән сыҡмаҫ, тирҙән сығыр. Зыя Нуриев: ҙур шәхестең оло яҙмышы. «Башҡортостан» гәзите, 2015, 21 март.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Нуриев Зыя Нурый улы . «Герои страны» сайты.
- Нуриев Зыя Нурый улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- «Башҡортостан» гәзите, 2015, 21 март(недоступная ссылка)
- Мәскәүҙәге Новодевичье зыяратында Зыя Нуриевҡа һәйкәл асылды