Ғәлиев Ғәлийән Шәйхетдин улы

(Ғәлийән Ғәлиев битенән йүнәлтелде)

Ғәлиев Ғәлийән Шәйхетдин улы (24 апрель 1905 йыл16 декабрь 1964 йыл) — СССР-ҙың партия, хәрби һәм дәүләт эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, генерал-майор (1945). 1938—1941 йылдарҙа ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты секретары. 1947—1949 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы Рәйесе урынбаҫары, 1950—1955 йылдарҙа СССР Мәҙәниәт министрлығы Кинофикация һәм кинофильмдарҙы прокатлау буйынса баш идаралығының Башҡортостан бүлексәһе идарасыһы. Башҡорт АССР-ының 1-се һәм 2-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты, ВКП (б)-ның ХVIII съезы (1939) делегаты. Ҡыҙыл Байраҡ (1944), 1-се һәм 2-се дәрәжә Богдан Хмельницкий (1945), 1-се дәрәжә Ватан һуғышы (1943) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) ордендары кавалеры.

Ғәлийән Шәйхетдин улы Ғәлиев
Ғәлийән Шәйхетдин улы Ғәлиев
Башҡортостан АССР-ының Һаулыҡ һаҡлау халыҡ комиссары
1937 — 1938
 
Тыуған: 24 апрель 1905({{padleft:1905|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})
Өфө губернаһы, Бөрө өйәҙе, Ҡыҙғанбаш улусы, Оло Шаҙы ауылы
Үлгән: 16 декабрь 1964({{padleft:1964|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (59 йәш)
Башҡорт АССР-ы, Өфө ҡалаһы
Партия: КПСС
 
Наградалары:
Ҡыҙыл Байраҡ ордены Орден Богдана Хмельницкого I степени Орден Богдана Хмельницкого II степени 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Ғәлийән Шәйхетдин улы Ғәлиев 1905 йылдың 24 апрелендә Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе Ҡыҙғанбаш улусы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Мишкә районы) Оло Шаҙы ауылында тыуған. Милләте башҡорт. Ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, немец, төркмән, үзбәк телдәрен белгән.

1927—1928 йылдарҙа Бөрө ҡалаһында Ҡыҙыл Армияның полк мәктәбендә уҡый.

1929—1932 йылдарҙа Ҡазанда Коммунистик юғары уҡыу йортонда белем ала.

1937 йылдың июненән октябренә ҡәҙәр ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты хеҙмәткәре була. 1937 йылда Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитеты ағзаһы, шулай уҡ Башҡортостан АССР-ының 1-се һәм 2-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты итеп һайлана.

1937 йылдың октябре — 1938 йыл — Башҡортостан АССР-ының Һаулыҡ һаҡлау халыҡ комиссары вазифаһын биләй.

1938—1941 йылдарҙа ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитетының 3-сө сәркәтибе була: идеология буйынса (1938—1940) һәм нефть сәнәғәте буйынса (1940—1941). 1939 йылда ВКП(б)-ның ХVIII съезына делегат итеп һайлана.

Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, 1941 йылдың 8 июлендә Ҡыҙыл Армияға хәрби-сәйәси эшкә ебәрелә. Полковник званиеһында авиация училищеһының сәйәси бүлек начальнигы була. 1942 йылдың июленән фронт тылы идаралығының хәрби комиссары булып хеҙмәт итә. Һуғышта яралана. Артабан 68-се армияның, Воронеж фронтының 3-сө танк армияһының (1943 йылдың 1 февраленән 26 апреленә тиклем) һәм 3-сө Украина фронтының 57-се армияның Хәрби советтары ағзаһы була. 1945 йылдың 19 апрелендә «генерал-майор» званиеһы ала.

1946—1947 йылдарҙа КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты сәркәтибе урынбаҫары, өлкә комитеттың урман сәнәғәте бүлеге мөдире була.

1947—1949 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы Рәйесе урынбаҫары вазифаһын биләй.

1949—1950 йылдарҙа «Октябрьский натиск» нәшриәте директоры була.

1950—1955 йылдарҙа СССР Мәҙәниәт министрлығының Кинофикация һәм кинофильмдарҙы прокатлау буйынса баш идаралығы Башҡортостан бүлексәһенең идарасыһы булып эшләй.

1964 йылдың 16 декабрендә Өфө ҡалаһында вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә