Сыртланов Шаһихәйҙәр Шаһгардан улы

(Шаһихәйҙәр Сыртланов битенән йүнәлтелде)

Сыртланов Шаһихәйҙәр Шаһгардан улы (1847, Ырымбур губернаһы Бәләбәй өйәҙе Шланлыкүл ауылы[1] — ?) — башҡорт, Өфө губернаһынан 1‑се (1906) һәм 2‑се (1907) саҡырылыш Дәүләт Думаһы ағзаһы. Дворяндарҙан. Почётлы мировой судья[2][3].

Шаһихәйҙәр Шаһгардан улы Сыртланов
Тыуған көнө

1847({{padleft:1847|4|0}})

Тыуған урыны

Ырымбур губернаһы Бәләбәй өйәҙе Шланлыкүл ауылы[1]

Вафат булған көнө

билдәһеҙ

Вафат булған урыны

билдәһеҙ

Гражданлығы

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы

Эшмәкәрлеге

депутат

Атаһы

Шаһигардан Сыртланов

Балалары

Ғәлиасҡар
Рауил
Йософ
Сафия
Рөстем

 Сыртланов Шаһихәйҙәр Шаһгардан улы Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә
 
Шаһихәйҙәр Сыртланов (түбәнге рәттә һул яҡта икенсе) 2‑се (1907) Дәүләт думаһы депутаты.

Шаһихәйҙәр Шаһгардан улы Сыртланов 1847 йылда Ырымбур губернаһы Бәләбәй өйәҙе[1] Шланлыкүл ауылында башҡорт дворян ғаиләһендә донъяға килә. Өфө губернаһынан 1‑се (1906) һәм 2‑се (1907) саҡырылыш Дәүләт Думаһы ағзаһы итеп һайлана. Дворяндарҙан. Сыртлановтар нәҫеленән. 1906 йылда алып Халыҡ азатлығы партияһы ағзаһы. Неплюев кадет корпусын тамамлаған. ?— 1877 йылға тиклем рус армияһында, капитан. Хәрби-халыҡ идаралығында (Сәмәрҡәнд ҡалаһы) бүлек начальник булып хеҙмәт итә. 1878—83 йылдарҙа, 18871908 йылдарҙа Бәләбәй өйәҙ земство йыйылышы гласныйы, 1892 йылда алып ҡала эштәре буйынса Өфө губерна присутствиеһы ағзаһы. 1‑се Думала дәүләт килемдәре һәм сығымдары үтәлеше, бюджет, аграр, императорға яуап хаты төҙөү комиссиялары, 2‑селә — бюджет комиссияһы ағзаһы. Кадеттар фракцияһына һәм Дәүләт думаһының мосолман фракцияһы бюроһына ингән. Аграр мәсьәләне тикшергәндә башҡорттарҙың аҫаба ерҙәрен законһыҙ алыу т‑да мәғлүмәттәр килтереп, уның башҡорттар тормошона кире йоғонто яһауы хаҡында белдергән. Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙендә 2200 дисәтинә ер биләгән. Рәсәй мосолмандары иттифағын ойоштороусыларҙың һәм етәкселәренең береһе. Кадеттарҙың 3‑сө съезында (1906 йылда апрель, Санкт-Петербург), 1—3‑сө Бөтә Рәсәй мосолмандары съездарында ҡатнашыусы. 1906 йылдаң башлап Рәсәй мосолмандары иттифағының ҮК ағзаһы. Хәйриә менән шөғөлләнгән. Өфөләге оло йәштәге ирҙәр һәм мосолман малайҙары приютына мөдирлек итеү комиссияһы ағзаһы (18971917). Почётлы мировой судья.

Атаһы: Шаһигардан Сыртланов (1804—?) — ғәскәри старшина. 1821 йылда башлап 12‑се башҡорт кантонында хеҙмәт итә. 1833 йылда алып 12‑се башҡорт кантоны башлығы ярҙамсыһы, 1834 йылдаң — башлығы, 1856 йылдаң — 21‑се башҡорт кантоны башлығы. «1853—1856 йылдарҙа Көнсығыш һуғышы иҫтәлегенә» миҙалы менән бүләкләнгән. Бәләбәй өйәҙендә 2 тирмәне һәм йылҡы заводы була.

Ҡатыны:

Балалары:

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Бүздәк районы.
  2. Бойович М. М. Наши депутаты. Государственная дума 1го созыва. Москва. 1906. Издание т-ва Сытина И. Д.
  3. Бойович М. М. Члены Государственной Думы. Второй созыв. 1907—1912 г. Москва. 1907. Издание т-ва Сытина И. Д.
  4. Кондратьев А. Дочь, достойная памяти отца // Уфа. — 2008. — № 8. — С. 75.

Һылтанмалар

үҙгәртергә