Сыртланов Ғәлиасҡар Шәхәйҙәр улы

(Ғәлиасҡар Сыртланов битенән йүнәлтелде)

Сыртланов Ғәлиасҡар Шәхәйҙәр улы (1875, Өфө губернаһы, Бәләбәй өйәҙе, Шланлыкүл ауылы (Башҡортостан Республикаһының Бүздәк районы) — 7 август 1912) — башҡорт, Өфө губернаһынан 3-сө Дәүләт думаһы (1907—12) депутаты[2]. Дворяндарҙан.

Ғәлиасҡар Шәхәйҙәр улы Сыртланов
Тыуған көнө

1875({{padleft:1875|4|0}})

Тыуған урыны

Өфө губернаһы, Бәләбәй өйәҙе, Шланлыкүл ауылы[1]

Вафат булған көнө

7 август 1912({{padleft:1912|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})

Вафат булған урыны

Өфө губернаһы, Өфө

Гражданлығы

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы

Эшмәкәрлеге

депутат

Атаһы

Шаһихәйҙәр Сыртланов

Тормош иптәше

Әминә Сыртланова (Шейх-Али)

 Сыртланов Ғәлиасҡар Шәхәйҙәр улы Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Шаһихәйҙәр Шаһгардан улы Сыртланов 1875 йылда Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Шланлыкүл ауылында башҡорт дворян ғаиләһендә тыуған. Өфө губернаһынан 3‑сө Дәүләт думаһы (1907—1912) депутаты. Дворяндарҙан. Сыртлановтар нәҫеленән. Шаһихәйҙәр Сыртлановтың улы. Неплюев кадет корпусын, Александр хәрби училищеһын (Мәскәү), Хәрби-юридик академияһы (Санкт-Петербург, 1903) тамамлаған. Лейб-гвардия Литва полкында, 1903 йылда алып Хәрби министрлыҡтың Баш хәрби-суд идаралығында (икеһе лә — Санкт-Петербург), 1905 йылдаң — Санкт-Петербург хәрби судында адвокат булып хеҙмәт итә. рус-япон һуғышында (1904—1905) рус армияһының һәм флотының еңелеүендә ғәйепләнгән вице-адмирал З. П. Рожественский, адмирал Н. И. Небогатов, генерал-лейтенант А. М. Стесселгә ҡарата алып барылған суд процесында яҡлаусы булып сығыш яһаған. Думала финанс, дәүләт оборонаһы, шәхестең тейелгеһеҙлеге, күскенселәр эштәре буйынса комиссиялар ағзаһы. Дәүләт думаһының мосолман фракцияһында торған. Санкт-Петербург мосолмандар хәйриә йәмғиәте рәйесе (1910—1912). Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙендә 350 дисәтинә ер биләгән.

«В Уфе на квартире генерал-майора Шейх-Али убит член Г. Думы Али-Оскар-Шах Сыртланов.»

Газетные старости

1912 йылдың 7 августа Өфөлә генерал-майор Шәйех-Али фатирда Дәүләт думаһы депутаты Ғәлиасҡар Шәхәйҙәр улы Сыртланов үлтерелгән.

Файл:Amina Syrtlanoff (Sheikh-Ali)2.tif
Әминә Сыртланова (Шәйех-Али), 1895—1905

Ҡатыны: Әминә Сыртланова (Шәйех-Али) (18841939 йылдан һуң, Франция) — йәмәғәт эшмәкәре.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бүздәк районы.
  2. Государственная дума III созыв — 3-я сессия. Справочник. Составлен приставской частью Государственной Думы. С.-Петербург. Государственная типография. 1910

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Ямаева Л. Ә. Сыртланов Ғәлиасҡар Шәхәйҙәр улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.