Али Карнай
Али Карнай (төп исеме — Имамғәли Мөхәммәтдин улы Зөлҡәрнәев; 6 ғинуар 1904 йыл — 16 июнь 1943 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған башҡорт яҙыусыһы, тәржемәсе. 1934 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1935—1941 йылдарҙа «Башгосиздат» мөхәррире, 1941—1943 йылдарҙа 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының «Ҡыҙыл атлылар» гәзите мөхәррире.
Али Карнай | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 6 ғинуар 1904 |
Тыуған урыны | Оло Шаҙы ауылы, Бөрө өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 16 июнь 1943[1] (39 йәш) |
Вафат булған урыны | Чернигов өлкәһе, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР |
Ерләнгән урыны | Чернигов өлкәһе |
Һөнәр төрө | яҙыусы, журналист, тәржемәсе |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы | яуҙа һәләк була[d] |
Биографияһы
үҙгәртергә1904 йылдың 19 ғинуарында Өфө губернаһы Бөрө өйәҙенең[2] боронғо башҡорт ауылы Оло Шаҙыла тыуған. Милләте — башҡорт.
Тәүҙә үҙҙәренең ауыл мәктәбендә, шунан Бөрө ҡалаһында педагогик курста уҡый.
1924 йылда Бөрө педагогия техникумының икенсе курсын тамамлағас, Мәскәүгә юғары уҡыу йортона уҡырға инергә әҙерлек курсына ебәрәләр. 1924—27 йылдарҙа Мәскәүҙә, Ленинградта Центрсоюздың юғары курстарында уҡый. 1932 йылда «Далалағы уттар» повесын яҙа. Шул йылдарҙа Хәйбулла районының Маҡан совхозында эшләй. 1932—35 йылдарҙа Ишембайҙа «Башҡортостан вышкаһы» гәзитендә эшләй. 1940 йылда «Беҙ ҡайтырбыҙ» повесы айырым китап булып баҫылып сыға.
Бөйөк Ватан һуғышында «Башҡорт атлылары» гәзитенең яуаплы мөхәрирре була. 1943 йылдың 16 июнендә һәләк була.
1934 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.
Китаптары
үҙгәртергә- Һайланма әçәрҙәр. F. Хөсәйенов инеш мәкәләhе. — Өфө, 1956;
- Фонтан. — Уфа, 1935:
- Мы вернёмся. Вступ. ст. С. Сафуанова. — Уфа, 1968.
Әҫәрҙәре
үҙгәртергәХәтер
үҙгәртергәОло Шаҙы ауылында Али Карнайҙың музейы бар. Уның исеме менән урам аталған[3].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Башкирская энциклопедия (урыҫ) — Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с.
- ↑ Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Мишкә районы
- ↑ Сафуанов С. Ғ. Карнай Али // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 1 ғинуар 2019)
- Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 1 ғинуар 2019)
- Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ. Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит. (Тикшерелеү көнө: 1 ғинуар 2019)
- Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 стр. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 1 ғинуар 2019)
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Сафуанов С. Г. Али Карнай. — Уфа, 1960.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Али Карнай // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 1 ғинуар 2019)
- башҡа сығанаҡтар