При́пять (укр. Прип’ять) — Украинаның Киев өлкәһенең ташлап кителгән ҡалаһы. Ҡала Припять йылғаһы буйында, Чернобыль АЭС-нан 2 км алыҫлыҡта, Белоруссия менән сиктән алыҫ түгел урынлашҡан. Киевкә тиклем алыҫлыҡ — 94 км.

Ҡала
Припять
укр. Прип’ять
Герб
Герб
Ил

Украина

Статус

өлкә әһәмиәтендәге ҡала,
1986 й. 27 апрелендә 15:00 сәғ. ташлап ҡалдырылған

Өлкә

Киев

Власть органы

Киев өлкә советы

Координаталар

51°24′ с. ш. 30°03′ в. д.HGЯO

Эске бүленеш

5 микрорайон, 6 микрорайон төҙөлөүгә әҙер була (котлован стадияһында)

Нигеҙләнгән

4 февраль 1970 й.

Ҡала с

1979 й.

Майҙаны

8 км²

Бейеклеге

10 м

Рәсми теле

[[Ҡалып:НП-Украина/Язык]]

Халҡы

50 000 кеше (1986)

Тығыҙлығы

0 кеше/км²

Этнохороним

припятчане, припятчанин, припятчанка

Сәғәт бүлкәте

UTC+2, йәйге UTC+3

Телефон коды

+380 4499

Почта индексы

255614 (1986 й. тиклем)[1]

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

Ҡалып:НП-Украина/Автомобильный код

КОАТУУ

3211100000

Припять (Украина)
Припять
Припять

Тарихы һәм ҡаланың үҫеүе

үҙгәртергә
Файл:A Picture Of Prypiat, pictured before the Chernobyl Disaster to add Context to what the city was like.jpg
Припять, 1983 йыл
 
Ҡалаға ингән ерҙә
 
Төп майҙандағы йорт
 
Горисполком бинаһы

1970 йылдың 4 февралендә нигеҙ һалынған. Припять ҡала статусын 1979 йылда Украина ССР-ы Юғары Советының № 1264/686 һанлы ҡарары нигеҙендә ала. Ҡалаға нигеҙ һалыуға генераль сәбәп булып Европала иң эре атом электростанцияларының береһе , Чернобыль АЭС-ын — Припятҡа атомсылар ҡалаһы исеме биргән, ҡаланы барлыҡҡа килтереүсе предприятиене төҙөү һәм артабан эксплуатациялау тора. Припять Советтар Союзында туғыҙынсы атом ҡалаһы була. Эвакуацияға тиклем үткәрелгән (1985 йылдың ноябрендә) халыҡ иҫәбен алыу буйынса, 25-тән артыҡ милләт, халыҡ һаны 47 мең 500 кеше була. Йыллыҡ халыҡ һанының артымы ул осорҙа 1500-ҙән артыҡ кеше тәшкил итә, шуларҙан яҡынса 800 кеше яңы тыуған бала, һәм яҡынса 500—600 кеше — Советтәр Союзының төрлө өлкәләренән даими йәшәү урынына килеүселәр . Проект буйынса, иң тәүҙә иҫәпләнгән халыҡ һаны — 75—78 мең кеше. Йәнәш урынлашҡан Чернигов — Овруч участкаһының Янов тимер юл станцияһы, Припять йылғаһындағы йылға судоходствоһы пристане, автомобиль юлдары Припять ҡалаһын Полесьеның уңайлы транспорт магистрале үҙәгенә әйләндерҙе. Припять халҡы 1986 йылдың 27 апрелендә Чернобыль АЭС-һындағы авария арҡаһында эвакуациялана. Чернобыль АЭС-һының хеҙмәтләндереүсе персоналы йәшәү өсөн АЭС-һынан 50 км алыҫлыҡта яңы юлдаш-ҡала Славутич төҙөлә. Хәҙер Припять Чернобыль ситләшеү зонаһында урынлашҡан. Административ бүленеш буйынса ҡала территорияһы Киев өлкәһенең Иванков районына инә. Авариянан һуң ҡала территорияһында радиацион фонды һиҙелерлек кәметеүгә килтереүсе дезактивациялау эштәре үткәрелде. Хәҙер Припять ҡалаһына даими экскурсиялар ойошторола.[сығанаҡ 3136  көн күрһәтелмәгән]

Припять, үҙенең атомщиктар ҡалаһы тигән төп тәғәйенләнешенә параллель рәүештә, транспорт артериялары киҫешкән ерҙә торған эре йөк күсереп тейәү пункты итеп проектлана. Төҙөлөш Бөтә союз удар төҙөлөш тип иғлан ителә. Партия саҡырыуы буйынса ҡаланы төҙөүгә СССР-ҙың төрлө мөйөштәренән комсомол путевкаһы буйынса йәштәр килде. Ҡала киңәйҙе, уның тәүге кешеләре - төҙөүселәр тәжрибә тупланылар. Дөйөм ҡала үҙәге тирәләй радиустар буйынса урынлашҡан микрорайондар композицияһы Припять ҡалаһына үҙенсәлекле йөҙ бирә. Бында яҡты реклама, сағыу панно һәм ҡоролмалар фасадындағы декоратив керамика бик уңышлы ҡулланылған. Ҡаланың урамдарына һәм проспекттарына, башлыса, совет эпохаһы өсөн традицион исемдәр ҡушылған. Ленин проспекты, Халыҡтар Дуҫлығы һәм Сталинград Геройҙары урамы кеүек тулыһынса идеологик атамаларҙан тыш, Припяттә шулай уҡ Яр буйы урамы, Төҙөүселәр һәм Энтузиастар проспекты бар. Леся Украинка урамы атамаһында Украина республикаһының милли-мәҙәни йөҙө сағыла. Припять ҡалаһы төҙөлөүҙең төп сәбәбе — тыныс атом да иғтибарһыҙ ҡалмай. Шул сәбәпле ҡалала Курчатов урамы барлыҡҡа килә. Припять — үҙәге сағыу кәүҙәләндерелгән ҡала. Традиция буйынса, ҡаланың үҙәгендә административ биналар (ҡала советы), күңел асыу, мәҙәниәт һәм ял итеү объекттары («Прометей» кинотеатры, дәүләт мәҙәниәт һәм ял итеү паркы (ГПКиО), «Энергетик» мәҙәниәт һарайы, «Полесье» ҡунаҡханаһы), универсаль аҙыҡ-түлек һәм сәнәғәт тауарҙары магазины, ҡунаҡхана комплексы. Элекке Советтар Союзы киңлектәрендә «Энергетик» мәҙәниәт һарайы (20-06-9/70) һәм «Прометей» кинотеатры (264-13-53) кеүек үк проект буйынса төҙөлгән тағы ла 19 мәҙәниәт һарайы һәм 11 кинотеатр булыуына ҡарамаҫтан, Припять төҙөлөш уникаллеге һәм совет архитектура нәзәкәтлелеге эталоны булды. 1988 йыл аҙағына ҡалала ике эре сауҙа үҙәге (шуларҙың береһе «Припять таңдары»), пионерҙар һарайы һәм яңы ике залы булған кинотеатр, «Юбилейный» сәнғәт һарайы һәм «Октябрь» ҡунаҡханаһы, ике спорт комплексы — «Чернигов» һәм «Припятчанин» тулыһынса файҙаланыуға тапшырылырға тейеш ине. Шулай уҡ, Төҙөүселәр проспекты һәм Леся Украинка урамы киҫелешендә 52 метр бейеклектәге телевизион сигналдарҙы ҡабул итеү һәм тапшырыусы ретранслятор барлыҡҡа килергә тейеш ине. Припяттың төп ҡала төҙөлөшө идеяһы булып, Николай Остоженко етәкселегендәге Мәскәү архитекторҙары төркөмө ижад иткән, «өсмөйөшлө» төҙөлөш тип аталған принцип торҙо. Һуңынан, баштағы раҫланғандан һуң, киев архитекторҙары төҙөлөш проектына үҙҙәренең үҙгәртеүҙәрен индерҙеләр, һәм был компиляцияланған вариант ҡәтғи раҫлана. Ул осор өсөн төҙөлөштөң ундай формаһы уникаль ине. Әммә, Припятте төҙөү менән параллель рәүештә, ошо уҡ схема Советтар Союзының башҡа тиҫтәләгән ҡалаһын төҙөүҙә ҡулланылды. Айырып әйткәндә, Припяттың айырым микрорайондары башҡа атом ҡалаларының (Курчатов, Семипалатинск-21, Волгодонск һәм автомобилдәр ҡалаһы Тольятти) кеше йәшәгән кварталдары менән йөҙ процент оҡшаш. «Өсмөйөшлө» төҙөлөш принцибы өсөн стандарт этажлы йорттар менән күп этажлы йорттарҙың аралашыуы характерлы. Ундай төҙөлөштөң айырмалы үҙсәнлеге булып визуаль иркенлек һәм йорттар араһындағы иркен арауыҡ тора. Тар урамлы һәм тығыҙ урынлашҡан төҙөлөштәре булған боронғо ҡалаларҙан айырмалы рәүештә, Припять, башҡа бер үк типтағы ҡалалар кеүек, бер генә маҡсат менән проектлана - йәшәү уңайлылығы. Ҡаланың буш арауығын аңлы рәүештә арттырыуҙан тыш, был маҡсатҡа урам һәм проспекттарҙы үҙенә бер төрлө, тигеҙ мөйөшлө итеп урынлаштырыу ярҙамында өлгәшелә. Ҡала магистралдәренең шулай урынлашыуы ярҙамында Припять ҡалаһы автомобилдәр тығыны мөмкин булмаған ҡала булырға тейеш ине.

Припять панорамаһы, 2011 йыл. Алыҫтан Чернобыль АЭС-ы күренә.

Инфраструктура һәм статистика

үҙгәртергә
Халҡы Припять ҡалаһының халҡы 1986 йылдың 26 апрелендә булған Чернобыль АЭС-ндағы аварияға тиклем 49,4 мең кеше тәшкил итә. Ҡала халҡының уртаса йәше 26 йәш.

Торлаҡ фондының дөйөм майҙаны — 658 700 м², 160 йорт, 13 414 квартира, буйҙаҡтар өсөн 7621 урынлыҡ 18 дөйөм ятаҡ, 1206 бүлмәле 8 ғаиләлеләр дөйөм ятағы һәм ҡунаҡхана тибындағы йорт.

Мәғариф Мәктәпкәсә балалар учреждениеләре — 4980 урынлыҡ 15 берәмек. Урта дөйөм белем биреү мәктәптәре — 6786 уҡыусыға иҫәпләнгән 5 берәмек, СПТУ - 600 уҡыусыға иҫәпләнгән 1 берәмек.
Һаулыҡ һаҡлау 410 койкаға иҫәпләнгән 126 медсанчасть, өс поликлиника.
Сауҙа 9239 м² сауҙа майҙаны булған 25 магазин. Дөйөм туҡланыу — 5535 урынлыҡ 27 ашхана, кафе һәм ресторан. Склад хужалығы һәм һаҡлағыстар — 4213 м² майҙанлы 10 берәмек, 4430 тонналыҡ склад бинаһы.
Мәҙәниәт 3 берәмек мәҙәниәт йорто: мәҙәниәт һарайы, 1220 урынлыҡ кинотеатр, түңәрәктәр үткәреү өсөн 312 уҡыусы һыйҙырышлы һигеҙ бүлмәле сәнғәт мәктәбе.
Спорт 10 спорт залы, йөҙөү өсөн 3 бассейн, 10 атыу тиры, 2 стадион.
Төҙөкләндереү 1 күңел асыу паркы, 35 балалар уйын майҙансығы, 18 136 ағас, 249 247 ҡыуаҡлыҡ, 33 582 роза ҡыуағы.
Сәнәғәт дөйөм етештереү күләме 477 млн һум булған 4 предприятие. Шул иҫәптән, «Юпитер» заводы, "ЮПИТЕР" магнитофоны етештереүсе киев заводы "радар", элекке " коммунист" менән бутамаҫҡа.
Төҙөлөш 132,3 млн һумлыҡ күләмдә төҙөлөш-монтаж эштәре башҡарыусы 6 тәүге төҙөлөш-монтаж ойошмаһы.
Транспорт Янов тимер юл станцияһы, йылға порты (һыу аҫты ҡанатлы Восход, Ракета һәм Метеор караптары хеҙмәтләндерә), һәм 3 транспорт предприятиеһе: № 31015 һанлы автотранспорт предприятиеһе, төҙөлөш идаралығы ТПО, дөйөм 533 берәмек транспорты, шул иҫәптән 167 автобусы булған Чернобыль АЭС-ның автотранспорт комбинаты.
Элемтә 2926 телефон номеры булған ҡала элемтә үҙәге. Бынан тыш — 1950 номерлы төҙөлөш Идаралығы, Чернобыль АЭС-һы, «Юпитер» заводы ведомстволарына ҡараған АТС станцияһы.
Һыу менән тәьмин итеү Тәүлек һыу дебиты 15 мең м³ булған 28 артезиан скважинаһы, шуның 8050 ҡалаға (176 литр (норма буйынса 1 кешегә тәүлегенә 250 литр)).
Электр менән тәьмин итеү Тәүлегенә — 121 мең киловатт-сәғәт. Шул иҫәптән сәнәғәт зонаһына — 29 мең киловатт-сәғәт.

Припяттән эвакуация тураһында белдереү, 1986 йылдың 27 апреле

үҙгәртергә
 
(аудио)
Припяттән эвакуация тураһында белдереү
noicon
Помощь по воспроизведению

Иғтибар, Хөрмәтле иптәштәр ! Халыҡ депутаттарының Ҡала советы, Припять ҡалаһы Чернобыль атом электростанцияһындағы авария менән бәйле, ҡалала уңайһыҙ радиацион хәл килеп тыуҙы тип хәбәр итә. Партия һәм совет органдары, хәрби часть кәрәкле саралар күрә. Әммә, кешеләрҙең тулы хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн, һәм, иң беренсе сиратта, балаларҙың, ҡала халҡын Киев өлкәһенең яҡындағы халыҡ йәшәгән пункттарына ваҡытлыса эвакуациялау кәрәклеге тыуа. Бының өсөн һәр йортҡа бөгөн, егерме етенсе апрелдә, ун дүрт ноль-ноль сәғәттән башлап милиция хеҙмәткәрҙәре һәм горисполком вәкилдәре оҙатыуында автобустар бирелә. Үҙегеҙ менән документтарҙы, иң кәрәк әйберҙәрҙе, шулай уҡ, беренсе осраҡҡа, аҙыҡ-түлек алырға тәҡдим ителә. Предприятиеләр һәм учреждениеләр етәкселәре тарафынан, ҡала предприятиеләренең нормаль эшләүен тәьмин итеү өсөн урынында ҡала торған эшселәр исемлеге билдәләнде. Эвакуация осоронда бөтә кешеләр йәшәгән йорттар милиция хеҙмәткәрҙәре тарафынан һаҡланасаҡ. Иптәштәр, торлағығыҙҙы ваҡытлыса ҡалдырып торғанда, зинһар өсөн тәҙрәләрҙе ябырға, электр һәм газ приборҙарын һүндерергә, һыу крандарын бикләргә онотмағыҙ. Ваҡытлыса эвакуация үткәргән ваҡытта тыныслыҡ, ойошҡанлыҡ һәм тәртип һаҡлауығыҙҙы һорайбыҙ.[2]

Хәҙерге торошо

үҙгәртергә

Әлеге ваҡытта ҡалала емерелгән энергоблоктан ҡойолған һәм сағыштырмаса оҙаҡ йәшәүсе радиоактив элементтарҙан торған радиоактив саң күп. Был саң канауҙарҙа, уйымдарҙа йыйыла. Саң тупраҡҡа, ағастарға, йорттарға ныҡлап үтеп ингән. Ҡаланан көньяҡта Припять ҡалаһын һәм эргә-тирәһен дезактивациялаған ваҡытта аҡтарып ташланған Ерән урман урынлашҡан; әлеге ваҡытта урман тергеҙелә һәм тупраҡтан радиацияны үҙенә һеңдерә. Ҡаланы аварияға тиклем дә уның тирә яғында үҫкән ҡара әрем баҫҡан. Тирә-яҡ мөхит тәьҫирендә бушап ҡалған биналар авария хәленә киләләр. Ҡаланың иң боронғобиналары (шулай уҡ бөтә кирбес биналар) бөтәһенән дә тиҙерәк емереләләр, мәҫәлән ҡаланың иң иҫке биналарының береһе — беренсе урта мәктәп бинаһы, 2005 йылда емерелде һәм 2013 йылда ике тапҡыр емерелде. Шулай уҡ ҡаланың һаҡланыу проблемаһы булып, 80-се йылдар аҙағында уҡ башланған мародёрҙар һәм вандалдар тулҡыны тора. Мародёрҙар электр щиттарының, почта йәшниктәренең эсендәге нәмәләрҙе ҡуптарып алалар, тимер витраждарҙы һәм тәҙрәләрҙе һурып алалар (Мәҫәлән: «Энергетик» Мәҙәниәт Йортоноң, сауҙа үҙәгенең, «Полесье» ҡунаҡханаһының, һ.б. төп витраждарын), квартираларҙан мебелдәрҙе һөйрәп сығаралар. Вандалдар тәҙрәләрҙе ваталар, тростарҙы бысып лифттәрҙе төшөрөп ебәрәләр (ҡайһы бер лифттәрҙе хәҙер ҙә этаждар араһында тотҡарланып ҡалған көйө табалар). 80-се йылдар аҙағында һәм 90-сы йылдар башында Припять ҡалаһына ликвидаторҙар йөрөнөләр, улар ҙа дезактивация барышында йөк машиналарына электроприборҙар (һыуытҡыстар, телевизорҙар һ.б.), шәхси әйберҙәр (кейем-һалым һ.б.) тейәнеләр, әҙерәк кимәлдә ағыулы мебелдәрҙе Славутичҡа алып киттеләр . Дезактивация үткәргәндән һуң, ситләшеү Зонаһындағы ҡайһы бер ҡала биналары һәм ҡоролмалар төрлө ойошмалар тарафынан ҡулланылдылар, ләкин бөгөнгө көндә уларҙың бөтәһе лә тиерлек ташланғандар. Әлеге мәлдә (2017 й.) Припять территорияһындатик бер нисә генә объект эшләй — был махсус кер йыуыу йорто, һыуҙы тимерһеҙләндереү һәм фторлау станцияһы, махсус техника гаражы[3], шулай уҡ ҡалаға ингән ерҙә контроль-үткәреү пункты (КПП). Припять туристар һәм бөтә донъяның ғалимдары өсөн теләп барған урындарҙың береһе[сығанаҡ 3136  көн күрһәтелмәгән]. Припять ҡалаһы эргәһендә көн һайын Славутич ҡалаһынан Семиходы станцияһына электричкалар йөрөй. Чернобыль зонаһының ҡалған кеше йәшәгән пункттарынан айырмалы рәүештә, Припять һәм Чернобыль ҡалалары торама пункт статусын юғалтманылар. Припять формаль рәүештә, үҙенең ҡала советы булмағанлыҡтан, Киев өлкә советына ҡараған өлкә әһәмиәтендәге ҡала булып иҫәпләнә [4] Бөгөнгө көндә Припять ҡалаһы ябыҡ һәм асыҡ һауалағы совет ҡала-музейына әйләндерелгән[сығанаҡ 3136  көн күрһәтелмәгән].

 
Панорама. 2007 йылда ҡаланың үҙәге. Һулда — СССР гербы менән күп этажлы йорт һәм универмаг. Үҙәктә — «Энергетик» мәҙәниәт Һарайы һәм УССР гербы менән тағы ла бер күп этажлы йорт. Уң яҡта — ҡала паркы территорияһының өлөшө, күҙәтеү тәгәрмәсе күренә. Уңдараҡ №19 һанлы дөйөм ятаҡ бинаһы күренә, ә уның артында Сталинград Геройҙары урамындағы ике ун алты этажлы йорт. Һүрәт «Полесье» ҡунаҡханаһынан төшөрөлгән

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Светлана Алексиевич — Чернобыль доғаһы.
  • Андрей Кременчуктың «Chernobyl Zone» трилогияһының икенсе өлөшө Припятҡа арналған. — 2011 «Chernobyl Zone II» KEHRER Heidelberg — ISBN 978-3-86828-210-8
  • Тыуған Припять. — Минск, 1984.
  • Беҙ — припятчандар! — Минск, 1984.
  • Дж. Роллинстың «Һуңғы оракул» романының сюжеты Припять менән бәйле. — «Эксмо» — Мәскәү, СПб, 2009.
  • 2014 йылдың апрелендә Припяттә Pink Floyd төркөмөнөң юбилей клибының икенсе яртыһы төшөрөлгән. Премьера шул уҡ йылдың май айында була.
  • След чорнага ветру. Припять балалар күҙлегенән.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Ҡалып:Киев өлкәһенең тораҡ пункттары Ҡалып:Припяттә тораҡ пункттар Ҡалып:Элекке СССР-ҙың АЭС юлдаш-ҡалалары

Ҡалып:Чернобыль