Викидатала элемент юҡ

Хәмит — башҡорт ир-ат исеме.

Этимология

үҙгәртергә

Хәмит башҡорт теленә ғәрәп теленән үҙләштерелгән, маҡтаулы, маҡтауға лайыҡ; зыянһыҙ тигәнде аңлата[1]

Билдәле кешеләр

үҙгәртергә

Хәмит Зөбәйер Ҡушай[2] (төр. Hamit Zübeyir Koşay; 18971984) — шәрҡиәт белгесе, төркиәтсе, этнограф, археолог, тарихсы, яҙыусы, философия докторы (1923). Анкаралағы Этнография музейының тәүге директоры.

Хәмит Бурһыҡаев (1737 — вафат булыу көнө билдәле түгел) — ялан-ҡатай ырыуы башҡорто, эре ер биләүсе, Ҡорбанғәлиевтар нәҫеленә нигеҙ һалыусы[3].

Мәүлийәров Хәмит Дәүләтйәр улы (1 май 1964 йыл) — Рәсәйҙең дәүләт эшмәкәре, 2015 йылдан Рәсәй Федерацияһының төҙөлөш министры урынбаҫары.

Яруллин Хәмит Ғатаулла улы (25 февраль 1935 йыл — 5 июнь 2015 йыл) — СССР һәм Рәсәй театр һәм кино актёры, режиссёр һәм педагог. 1961 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1985) һәм Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1977).

Баймырҙин Хәмит Хәирбара улы (8 февраль 1955 йыл) — ғалим-педагог, юғары мәктәп һәм йәмәғәт эшмәкәре. 20062011 йылдарҙа ул саҡтағы Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһы ректоры. Башҡортостан Республикаһының 4-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Педагогия фәндәре докторы (2001), профессор (2002). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2006), Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2004), Зәйнәб Биишева исемендәге премия лауреаты (2009). Спорт ориентирлашыуы буйынса СССР-ҙың спорт мастеры (1984).

Әһлиуллин Хәмит Шәмсетдин улы (20 март 1919 йыл — 15 октябрь 1943 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир, уҡсылар полкының отделение командиры, өлкән сержант. Советтар Союзы Геройы (1943).

Әйүпов Хәмит Вәли улы (15 ғинуар 1914 йыл — 26 март 1987 йыл) — ғалим-ветеринар, юғары мәктәп эшмәкәре. 19641983 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институтында фәнни эштәр буйынса проректор, бер үк ваҡытта 19781985 йылдарҙа кафедра мөдире. Башҡорт АССР-ының VIII саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Ветеринария фәндәре докторы (1969), профессор (1970). РСФСР‑ҙың (1974) һәм Башҡорт АССР‑ының (1964) атҡаҙанған фән эшмәкәре. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1971).

Йосопов Хәмит Ғәббәс улы (15 июнь 1917 йыл — 21 ғинуар 1993 йыл) — Салауат нефть химияһы комбинаты төҙөлөш механизацияһы идаралығының төҙөлөш буйынса контораһы бульдозерисы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1958). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан.

Ирғәлин Хәмит Әбдрәхим улы (1 сентябрь 1950 йыл) — башҡорт яҙыусыһы, драматург, 2000 йылдан Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәйҙең Яҙыусылар союздары ағзаһы.

Шәмсетдинов Хәмит Мөхәмәҙи улы(5 июнь 1949 йыл — 20 ғинуар 2009 йыл) — театр һәм кино актёры, режиссёр, педагог, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (2007), Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1991)[4].

Әлмөхәмәтов Хәмит Хужиәхмәт улы (1861 йыл — 1923 йыл) — сәсән-импровизатор, ҡурайсы, башҡорт фольклорын йыйыусы.

Әхмәтов Хәмит Борхан улы — (1 ғинуар 1904 йыл, Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Күсей ауылы (Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы) — 9 сентябрь 1966 йыл, Сибай ҡалаһы) ҡурайсы.

Әбү Хәмит Әл-Ғазали (ғәр. ابو حامد محمد بن محمد الغزالى‎) (1058, Тус, Иран,  — 19 декабрь 1111, Тус) — ислам дин белгесе һәм философ. Сығышы менән фарсы Хөрәсән өлкәһенән. Иң абруйлы мөғәллимдәрҙең береһе, суфыйсылыҡ ағымына нигеҙ һалыусы. 1091 йыл Селжут солтаны уға Бағдад ҡалаһындағы мәктәпкә имам булырға тәҡдим итә. Әл-Ғазалиҙың барлыҡ эшмәкәрлеге суфизм тәғлимәтен нығытыу һәм ул суфизмдың теоритик нигеҙен төҙөй.

Әхтәр Хәмит Хан (урду اختر حمید خان, [ˈəxt̪ər ɦəˈmiːd̪ ˈxaːn], 15 июль 1914 йыл — 9 октябрь 1999 йыл) — Пакистан социологы. Пакистанда һәм башҡа үҫешеүсе дәүләттәрҙә ауыл хужалығы үҫешендә ҡатнаша, был сараларҙа ҡатнашырға йәмәғәтселек араһында киң пропаганда эше алып бара. Уның эшмәкәрлеге ауыл райондары үҫешенең комплекслы проекты — Комилла моделе[5] (1959) барлыҡҡа килеүенә килтерә. Был ҡаҙаныштары өсөн Рамон Магсайя премияһы менән бүләкләнә һәм уға Мичиган штаты университетының хоҡуҡ докторы (L.D.) почётлы дәрәжәһе бирелә. Ральф Смуклер үҙенең китабында: «Скандинавия хеҙмәттәштәре һәм башҡа кәңәшселәре Әхтәр Хәмит Ханды Нобель тыныслыҡ премияһына лауреат итеп тәҡдим итте» тип яҙҙы[6]. 1980 йылда «Оранджи» проектының (ингл. Orangi Pilot Project) Карачи ҡалаһы ситендә урынлашҡан «Аҫтан өҫкә» (ингл. Bottom Up) инициативаһын тормошҡа ашыра башлайҙар. Тағы ла ул күп кенә программалар менән — микрокредитлауҙан алып үҙ финанслауға тииклем һәм ауыл общиналарында һәм ҡаланың ярлы өйҙәр районында торлаҡ биреүҙән алып ғаиләне планлаштырыуға тиклем етәкселек иткән.

Хәмитов Рөстәм Зәки улы (18 август 1954 йыл) — Рәсәй дәүләт эшмәкәре, 2010 йылдың 19 июленән — Башҡортостан Республикаһы Президенты[7], 2015 йылдың 1 ғинуарынан 2018 йылдың 11 октябренә тиклем — Башҡортостан Республикаһы Башлығы. Техник фәндәр докторы.

Хәмитова Хәбибъямал Бикмөхәмәт ҡыҙы (1 июль 1890 йыл — 17 сентябрь 2011 йыл) — Рәсәйҙең Силәбе өлкәһендә йәшәгән оҙон ғүмерле башҡорт ҡатыны[8][9][10].

Хәмитов Хөснөтдин Хәйбулла улы (16 март 1933 йыл — 2 ғинуар 2018 йыл) — педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. РСФСР (1972) һәм Башҡорт АССР-ы мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1978)

Шәрәфетдин Йософ улы Хәмитов (Шәрәфи бай булараҡ та билдәле) — 1-се гильдия сауҙагәре. Борай ихтилалының етәксеһе.

Хәмитов Нәжип Шәңгәрәй улы (5 ноябрь 1898 йыл — 5 сентябрь 1943 йыл) — СССР-ҙың Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған хәрби эшмәкәре. Уҡсылар корпусы командиры, генерал-майор (1943). Ленин, Ҡыҙыл Байраҡ һәм 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры.

Хәмитов Нәжип Вилен улы (17 ғинуар 1963 йыл) — СССР һәм Украинаның ғалим-философы, яҙыусы һәм психоаналитик. Украина Милли Фәндәр академияһының Григорий Сковорода исемендәге Философия институты философик антропология бүлегенең әйҙәүсе ғилми хеҙмәткәре. Философия фәндәре докторы (1998), профессор (2007). Генерал-майор Хәмитов Нәжип Шәңгәрәй улының ейәне

Хәмит (рус. Хамитово) — Башҡортостандың Әбйәлил районындағы ауыл.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Әл-хәмдү ли-ллаһ (ғәр. ٱلْحَمْدُ لِلَّٰهِ‎ — Аллаһыға бар маҡтау‎), тәхмид — башҡортса ғәҙәттә «әлхәмдүлиллаһ» тип яҙыла[11] (ғәр. تَحْمِيد‎‎) — ғәрәп һәм мосолман донъяһында Аллаһы тәғәләгә маҡтау белдереү һүҙе, йолаһы. Ғәрәп илдәрендә был һүҙҙе йәһүҙиҙәр ҙә, нәсраниҙар ҙа әйтә. Килеп сығышы һәм ҡулланышы менән «Аллилуйя» тигән дини төшөнсәгә яҡын. Башта «әлхәмдүлиллаһ» һүҙе Аллаһы тәғәләне данлау, һоҡланыу мәғәнәһендә ҡулланылһа, хәҙер инде көнкүрештә шатлыҡлы ваҡиғалар айҡанлы әйтәләр. Ул урыҫ телендәге «слава Богу!» тигән осраҡтарға тап килә. Ғәрәпсә «хәмд» һүҙе маҡтау, данлау тигәнде аңлата, Аллаһы тәғәләнең маҡтаулы исемдәренең береһе — Хәмид тә ошо һүҙҙән алынған. Башҡорт теленә ул Хәмит тип инеп киткән һәм исемдәргә лә ингән. Хәмит, Хәмиҙулла, Хәмиҙә, Хәмдиә тигән исемдәр ошо һүҙҙән яһалған[12].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
  2. 1910 йылға тиклем — Ғәбделхәмит Зөбәйер, 1910—1935 йылдарҙа — Хәмит Зөбәйер, Төркиәлә фамилиялар тураһында закон ҡабул ителгәндән һуң — Хәмит Зөбәйер Ҡушай.
  3. Портал Челябинской области
  4. ШӘМСЕТДИНОВ Хәмит Мөхәмәҙи улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  5. Исеме Бангладештың көньяҡ-көнсығышында урынлашҡан Комилла ҡалаһына бәйле.
  6. Yousaf Nasim, Dr. Akhtar Hameed Khan — An Inspirational Social Scientist,http://akhtar-hameed-khan.8m.com 2017 йыл 1 ғинуар архивланған.
  7. http://www.rian.ru/politics/20100719/256173004.html
  8. На 122-м году жизни скончалась старейшая жительница Южного Урала
  9. Магнитогорск | В Магнитогорске живёт главная долгожительница области — БезФормата. Ru 2016 йыл 4 март архивланған.
  10. Старейшая жительница планеты живёт в Челябинской области. 5-tv. Дата обращения: 21 май 2012. Архивировано 10 июль 2012 года.
  11. taḥmīd // Encyclopaedia of Islam, Second Edition, Glossary and Index of Terms. Leiden : E. J. Brill.
  12. Таңһылыу Кусимова, Светлана Бикҡолова. Башҡорт исемдәре. — Өфө, 2010.- 219 бит

Сығанаҡтар

үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ