Шәмсетдинов Хәмит Мөхәмәҙи улы

Шәмсетдинов Хәмит Мөхәмәҙи улы (5 июнь 1949 йыл — 20 ғинуар 2009 йыл) — театр һәм кино актёры, режиссёр, педагог, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (2007), Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1991)[1].

Шәмсетдинов Хәмит Мөхәмәҙи улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 5 июнь 1949({{padleft:1949|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})
Тыуған урыны Риштан[d], Фирғәнә өлкәһе[d], Үзбәк ССР-ы[d], СССР
Вафат булған көнө 20 ғинуар 2009({{padleft:2009|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (59 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Һөнәр төрө актёр

Биографияһы үҙгәртергә

Хамит Мөхәмәҙи улы Шәмсетдинов 1949 йылдың 5 июнендә Үзбәк ССР-ының Фирғәнә өлкәһе Куйбышев районындағы Риштанда тыуған. Бер нисә йылдан ғаилә тыуған яҡтарына ҡайтып, Әлшәй районы Ҡармыш ауылында төпләнә. Буласаҡ актёр Раевкала һигеҙенсе синыфты тамамлай, ошо уҡ райондың «Еңеү» колхозында төрлө эштәрҙә эшләй. Салауат индустрия техникумына инә, унан һуң Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә. Тырыш егетте ауыл хужалығы институтына уҡырға инергә өгөтлөйҙәр, әммә ул, яҙмыш ҡушыуы буйынса, бер үк ваҡытта ике институтҡа имтихан тота. Ауыл хужалығы институтында уҡый башлағандан һуң, уны Өфө сәнғәт институты ректоры Заһир Исмәғилев саҡыртып ала һәм өмөтлө, буйсан, гармунсы, бөтә яҡтан артист булырлыҡ егетте сәнғәт юлына өндәй (1972—1977; Л. В.Вәлиев, Ф.Ҡ.Ҡасимова курсы). 1973—1985 йылдарҙа һәм 1989—2008 йылдарҙа Башҡорт академия драма театры актёры, 1985—1989 йылдарҙа «Аҡбуҙат» ипподромының «Ижади үҙәк» ПБ режиссёры[1].

Иң баштан уҡ Хәмит Шәмсетдинов киң ижади мөмкинлектәргә эйә булған артист булып таныла. Классик һәм заманса спектаклдәрҙә героик һәм характерлы ролдәрҙе берҙәй уңышлы башҡара[2].

Театрҙа уйнаған ролдәре үҙгәртергә

«Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» — Шәһиҙулла (М. Кәрим); «Ай тотолған төндә» — Дәрүиш (М.Кәрим); «Башҡорт туйы» — Үтәғол (М.Буранғолов); "Рәйсә+Фәйзи — Фәйзи (Н. Асанбаев); «Бибинур, ах, Бибинур!» — Семен (Ф.Бүләков); «Аттила» — Башҡортхан (Ғ. Шафиҡов); «Ғәйепһеҙ ғәйеплеләр» — Муров (А.Островский); «Әкәмәтле һөйөү» — Рикардо (Лопе де Вега); «Һуңғы ғәйнә» — Таймаҫ (А. Иҙелбаев); «Йәрең көнләп, серең һөйләп…» — Исидоро (К.Гольдони); «Мәһәре-байҙан» — Әджиәмит (Ю. Болат); «Башмағым» — Кәримбай (Х.Ибраһимов)[2]; «Йырланмаған йыр» — Вәзир (М.Кәрим; дебют, 1973); «Кәкүк ояһы» — Бромден (К.Кизи); «Ҡыҙыл паша» — Әхмәт (Н. Асанбаев)[1].

Режиссерлыҡ постановкалары үҙгәртергә

Оҙаҡ йылдар театр репертуарында ҙур уңыш менән бара Х. Шәмсетдинов сәхнәләштергән спектаклдәр бара: «Аҫылйәр» (М.Фәйзи), «Һүнмәһен-һүрелмәһен» (Х.Зарипов), «Аҡъял батыр» (З.Вәлитов, башҡорт халыҡ әкиәте буйынса), «Үҙ йөрәгеңде тыңла!» (Г. Х. Андерсен буйынса) спектаклдәре (А. Абушахманов менән берлектә)[2].

Өфө дәүләт сәнғәт институтында уҡыта.

Уның кинематографиялағы ролдәре («Алтын ат һыбайлыһы» («Всадник на золотом коне»), «Емельян Пугачев», «Возвращение чувств» һәм «Муса Мортазин» шулай уҡ Башҡортостан һәм Рәсәй кино сәнғәтенең алтын фондына ингән.

Талантлы актёр һәм режиссёр булараҡ, ул бөтә ғүмерен Башҡортостандың сәнғәтенә һәм мәҙәниәтенә башғышланы. Сағыу ижади шәхес һәм иҫ киткес кеше — Хәмит Мөхәмәҙиә улы Шәмсетдинов тураһында яҡты иҫтәлек мәңгегә беҙҙең йөрәктәрҙә һаҡланыр.


Некрологҡа Республика Президенты Мортаза Рәхимов, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт йыйылышы рәйесе Константин Толкачев, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең премьер-министры Раил Сарбаев һәм башҡа рәсми кешеләр ҡул ҡуйған.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә

ШӘМСЕТДИНОВ Хәмит Мөхәмәҙи улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.

Динара Кәримова. Хәтерләйбеҙ, хөрмәт итәбеҙ(недоступная ссылка)