Микрокредитлау (ингл. microcredit) — граждандарға, бик фәҡир булғанлыҡтан банк кредитына дәғүә итә алмаған ваҡ эшҡыуарҙарға ҙур булмаған күләмдә үтес биреп тороусы финанс тармағы.

Үҫеш кисереүсе илдәрҙә микрокредитлау ҙур мохтажлыҡта көн күргәндәргә ваҡ эшҡыуар булып китеү һәм матди хәлен яҡшыртыу мөмкинлеген бирә. Микрокредилау — микрофинанслауҙың мөһим бер өлөшө ул.

Берләшкән Милләттәр ОйошмаһыныңГенераль Ассамблеяһы 2005 йылды Халыҡ-ара микрокредитлау йылы тип иғлан итте, бының менән ул микрокредитлауҙың бөтә донъялағы фәҡирлекте кәметеүгә индергән өлөшөн билдәләне.[1][2]

Микрокредитлау концепцияһы [источник не указан 16 дней] иҡтисад профессоры Мөхәммәт Юныс тарафынан эшләнә. Профессор АҠШ-та белем ала, сығышы менән ул — донъялағы иң фәҡир илдәрҙең береһе булған Бангладештан. 1974 йылда Юныс тыуған илендә аслыҡҡа ҡаршы көрәшкә ҡушыла. Ошо көрәш барышында ул бәләкәй генә кредиттың да фәҡир кешене ас үлемдән ҡотҡарыр көскә эйә булыуын аңлай. Тәүге микрокредитты ул, үҙ кеҫәһенән сығарып, бамбуктан мебель эшләүсе 10 ҡатынға бирә, кредит суммаһы ни бары 27 доллар була. Юныс, ярлыларға көтәсәккә бирелгән аҡсаның кире ҡайтарылмау ихтималлығы ҙур булғанлыҡтан, ҡәҙимге банктарҙың уларға кредит бирә һалып бармауын да күрә.

1983 йылда Юныс үҙенең «Грамин» тигән банкын аса, был банк ярлы бангладештарға микрокредит биреү менән шөғөлләнә. 1983 йылдан алып ул йәмғеһе 5 миллиард долларлыҡ 4 миллион кредит бирә. Кредиттарҙың ҡайтарылыуын тәьмин итеү өсөн банк әйләнәле яуаплылыҡ системаһы ҡуллана: кредитор алыусыларҙың формаль булмаған төркөмдәре төҙөлә, уларҙың ағзалары бер-береһе өсөн яуап бирә һәм кәрәк саҡта бер-береһенә ярҙам итә. Грамин банкы альтернатив кредитлауҙың башҡа юлдарын да эҙләй. Микрокредиттан тыш, банк торлаҡҡа кредиттар, хужалыҡ итеү һәм ауыл хужалығы кредиттары бирә, венчур капиталы менән шөғөлләнә, вкладтар ҡабул итә.

Грамин индергән моделдең уңышлылығы үҫеш кисереүсе башҡа илдәрҙең, хатта, АҠШ-ты ла индереп, алдынғы илдәрҙең дә финансистары иғтибарын йәлеп итә. Махсус ҡатын-ҡыҙҙарға төбәлгән микрокредитлау проекттары ла бар, сөнки, был проекттарҙы эшләүселәр фекеренсә, улар фәҡирлектән айырыуса ныҡ яфалана һәм ғаиләне ҡарауға киткән сығымдарҙың, бигерәк тә тулы булмаған ғаиләләрҙә, ҙур өлөшөн күтәрә. Грамин микрокредиттарының 96%-ы ҡатын-ҡыҙҙарға бирелгән.

Аға хандың микрофинанслау агентлығы (ингл. The Aga Khan Agency for Microfinance, AKAM) — тағы бер инновацион ойошма. Агентлыҡ финанс хеҙмәттәре күрһәтә, шул иҫәптән микростраховкалау, торлаҡ микрокредиттары биреү, һаҡлыҡ вкладтары, белем алыу һәм медицина хеҙмәттәренә иҫәптәр асыу менән шөғөлләнә. Агентлыҡ шулай уҡ эшмәкәрлеге мәҙәни ҡиммәттәрҙе аяҡҡа баҫтырыу менән бәйле ваҡ эшҡыуарҙарға төрлө ярҙам күрһәтә. Агентлыҡ Аға хандың үҫеш селтәренең бер өлөшө булып тора (ингл. Aga Khan Development Network, AKDN).

Ҡаҙаныштары, етешһеҙлектәре һәм киләсәге

үҙгәртергә

Халыҡ-ара банк мәғлүмәттәре буйынса, донъяла 7 меңдән ашыу микрофинанслау ойошмаһы бар, улар үҫеш кисереүсе илдәрҙә һәм өсөнсө донъя илдәрендә йәшәгән 16 миллион самаһы кешене хеҙмәтләндерә. 2002йылдың ноябрендә 100 илдән 2 меңләп делегат Нью-Йоркка «Микрокредитлау буйынса саммитҡа» йыйыла. «Саммит» 2005йылға донъялағы 100 миллион иң фәҡир ғаиләгә микрокредит биреү маҡсатын ҡуя. Был маҡсатҡа өлгәшеүҙә билдәле сәйәсмәндәр һәм финанс институттары ярҙам итә. 2005 йылдан алып, микрокредитлау идеяһын БМО ла әүҙем хуплай.

Микрокредитлау хәрәкәтен тәнҡитләүселәр ҙә бар, улар фекеренсә, микрокредитлау программаларының ҡайһы берҙәренә кредит буйынса үтә ҙур процент билдәләнгән. Шулай уҡ микрокредитлау өсөн аҡсаның һаулыҡ һаҡлау, мәғариф һәм эсәр һыуҙы таҙартыу өлкәләрендәге бик мөһим гуманитар программалар иҫәбенән алыныуы ихтимал. Кредит программалары ярлыларға матди хәлен яҡшырта төшөү мөмкинлеген бирә ала, ләкин улар инфраструктураға һәм башҡа төп социаль хеҙмәттәргә булған ихтыяжды ҡәнәғәтләндерә алмай.

Бына микрокредитлауҙың дөйөмләштерелгән проблемалары:

  • ҡайһы бер ойошмалар, кредит буйынса үтә ҙур проценттар тәғәйенләп, байығыу маҡсатын ҡуя;
  • ғәмәлдә, микрокредитлау иң фәҡирҙәргә барып етмәй;
  • микрокредиттар уны алыусыларҙы бойондороҡло итә;
  • микрокредит финанс именлегенә этәргес бирә ала, ләкин бурысҡа алыусы үҙе тырышмаһа, уңыш оҙаҡҡа һуҙылмай.

Микрокредитҡа бәйлелек йәһәтенән эксперттарҙың фекере айырылды. Берәүҙәр кире ҡарашта тора. Икенселәр алдынғы илдәрҙә күпселектең торлаҡ кредитына бәйлелеген миҫалға килтерә һәм халыҡтың бай булмаған ҡатламдары шунһыҙ йәшәй алмауына һылтана.

Һиндостанда микрокредитлау

үҙгәртергә

ҺиндостандаАуыл хужалығы һәм ауыл үҫеше милли банкы үҙ-ара ярҙам төркөмдәренә кредиттар биреүсе 500-ҙән ашыу банкты финанслай. Был төркөмдәрҙең ағзалары һаны 20-нән артмай, уларҙың күпселеге — түбәнге касталар һәм ҡәбиләләләрҙән сыҡҡан ҡатын-ҡыҙҙар. Төркөм ағзалары ай һайын фондҡа (үҙ-ара ярҙам кассаһына) бер нисә рупия һала, төркөмдөң һәр ағзаһы унан аҡса алып тора ала. Төркөм үҙенең фонды менән уңышлы идара итергә өйрәнгәс, ул берәй бизнесҡа йә ауыл хужалығы эшмәкәрлегенә инвестициялау өсөн банктан кредит һорай ала. Банк ғәҙәттә төркөмдөң үҙ-ара ярҙам кассаһында булғандан дүрт тапҡырға күберәк күләмдә кредит бирә. Бындай төркөмдәргә кредит ғәҙәттә йылына 11-12 % менән бирелә. Хәҙер Һиндостанда бындай кредитты 1,4 миллион үҙ-ара ярҙам төркөмө ала, уларға 20 миллион ҡатын-ҡыҙ инә. Микрокредитлауҙың һинд моделе донъяла иң ҙур микрофинанслау программаһы булып тора. «Catholic Relief Services», «CARE», «APMAS» һәм «Oxfam» кеүек ойошмалар ярҙамында быға оҡшаш программалар Африкала һәм Көньяҡ-Көнсығыш Азияла ла үҫеш ала.

Казахстанда микрокредитлау

үҙгәртергә

Микрокредитлау Казахстанда экоңомиканың үҙеүендә маһим рөл уйнай. Был финанс инструменты кече һәм урта бизнестың үҙ проекттарын өҫтәү өсөн кәрәкле ваҡытлы средстваларҙы алыуға мөмкинлек бирә. Микрокредитлау ойошмалары уңышлы кредитлау шарттарын ҡулланып берә, был бир нык ялһан борҫлыҡ процесс менән ниҫәнләүен йәһәлләй. Ләкин, юғары фәәле процент ставкалары менән байланышлы рисктар тураһында уйлап ҡарарға кәрәк. Һуңғы йылдарҙа Казахстан һөкүмәтее микрокредитлау секторын регулироватьлау буйынса эш башҡарырға башлаған, был рисктарҙы кәметләү маҡсаты менән. [3]

Рәсәйҙә микрокредитлау

үҙгәртергә

Рәсәйҙә микрокредитлау микрофинанслау эшмәкәрлеге тип атала, уны микрофинанс ойошмаһы статусына эйә булған юридик берәмектәр һәм Рәсәй ҡануниәтенә ярашлы микрозаемдар биреү (микрофинанслау) буйынса микрофинанслау эшмәкәрлеге алып барыуға хоҡуҡлы башҡа юридик берәмектәр тормошҡа ашыра[4]

Ҡануниәттә шундай билдәләмәләр бар:

  • Микрофинанс ойошмаһы — микрофинанслау эшмәкәрлеге алып барған, «Микрофинанслау эшмәкәрлеге һәм микрофинанс ойошмалары тураһында» федераль законда (02.07.2010 N 151-ФЗ) ҡаралған тәртиптә дәүләт реестрына индерелгән һәм фонд, коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошма, учреждение (бюджет учреждениеһынан башҡа), коммерцияға ҡарамаған партнерлыҡ, хужалыҡ йәмғиәте йәки ширҡәт рәүешендә теркәлгән юридик берәмек.[4]
  • Микрозаём — заём договоры буйынса килешелгән шарттарҙа заем биреүсенең заем алыусыға бер миллион һумдан артмаған суммала бирелгән үтес аҡсаһы.

Фонд, коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошма, учреждение (бюджет учреждениеһынан башҡа), коммерцияға ҡарамаған партнерлыҡ, хужалыҡ йәмғиәте йәки ширҡәт рәүешендә теркәлгән юридик берәмек уның тураһында мәғлүмәттәр микрофинанс ойошмаларының дәүләт реестрына индерелгән көндән микрофинанс ойошмаһы статусын ала һәм был мәғлүмәттәр ошо реестрҙан алынған көндән микрофинанс ойошмаһы статусын юғалта.

Кредит ойошмалары, кредит кооперативтары, ломбардтар, аҡса туплаусы торлаҡ кооперативтары һәм башҡа юридик берәмектәр микрофинанслау эшмәкәрлеген Рәсәй Федерацияһының бындай юридик берәмектәр эшмәкәрлеген көйләүсе ҡануниәтенә ярашлы тормошҡа ашыра.

Ғәмәлдәге ҡануниәт тарафынан физик берәмектәрҙең һәм юридик берәмектәрҙең аҡсаһын заем рәүешендә йәлеп итеүсе микрофинанс ойошмалары өсөн средстволарының етерлек күләмдә булыуын һәм ликвидлығын хисаплау тәртибе һәм уларҙың һанлы дәүмәлдәре билдәләнә.

Рәсәйҙә микрофинанс баҙары 3 төп төркөмгә бүленә:

  1. Бәләкәй бизнесҡа бирелеүсе заемдар.
    Был өлкәлә нигеҙҙә ҙур капиталлы эре ойошмалар эшләй. Заемдарының эффектив ставкаһы йылына 20 % — 40 % араһында тирбәлә.
  2. Ҡулланыусыларға заемдар.
    Ҙур һәм уртаса капиталлы компаниялар эшләй. Эффектив ставкалары йылына 100%-тан 140 %-ҡаса тирбәлә. Көтәсәккә аҡсаны ярты йылдан бер йылға тиклем мөҙҙәт менән бирәләр.
  3. «Эш хаҡына тиклемге үтес» (ҡыҫҡа мөҙҙәтле үтестәр; pay day loans) — финанс компанияһы (кредитлаусы) ҙур булмаған сумманы үтескә алыусыға ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа биреп тора. Ғәҙәттә 30 көнгә бирелә. Эффектив процент ставкаһы йылына 450 % — 1000 % һәм унан да күберәк арауыҡта тирбәлә. Ставканың үтә юғарылығы объектив сәбәпле — ул ҡыҫҡа мөҙҙәтле үтесте хеҙмәтләндереүҙең ҙур сығымлылығына (эшмәкәрлек һөҙөмтәһендә һәр үтестән компания уртаса 400 һумдан 5 мең һумға тиклем эшләй), шулай уҡ үтестең ҡайтарылмау ихтималлығының юғары булыуына бәйле. Үтескә биреүҙең стандарт мөҙҙәте — 5 — 15 көн, үтес суммаһы уртаса 1000 — 15 000 һум.

Рәсәйҙә микрокредитлауҙы түбәндәге документтар көйләй:

  • Рәсәй Федерацияһы Финанс министрлығының «Микрофинанс ойошмаларының дәүләт реестрын алып барыу тәртибен раҫлау тураһында» 03.03.2011 N 26н бойороғо (РФ Юстиция министрлығында 30.05.2011 N 20891 теркәлгән).
  • РФ Хөкүмәтенең «Рәсәй Федерацияһы финанс баҙары өлкәһендә дәүләт көйләүенең ҡайһы бер мәсьәләләре тураһында» («Финанс баҙарҙары буйынса федераль хеҙмәт тураһында положение» менән бергә) 29.08.2011 N 717 ҡарары.
  • Рәсәй Федерацияһы Финанс министрлығының «Физик берәмектәрҙең һәм юридик берәмектәрҙең аҡсаһын заем рәүешендә йәлеп итеүсе микрофинанс ойошмалары өсөн средстволарының етерлек күләмдә булыуының һәм ликвидлығының иҡтисади нормативтарын хисаплау тәртибен һәм уларҙың һанлы дәүмәлдәрен аҫлау тураһында» 30.03.2012 N 42н бойороғо (РФ Юстиция министрлығында 24.05.2012 N 24300 теркәлгән).

Микрофинанслау баҙары ҡатнашыусыларының милли ассоциацияһы мәғлүмәттәренән күренеүенсә, Рәсәйҙә микрозаемдарға йыллыҡ ихтыяж күләме 250—300 млрд һум тәшкил итә. 2010 йылға, мәҫәлән, дөйөм микрокредиттар портфеле 22-23 млрд һум тип баһалана, был ихтыяждың 14%-ын ғына ҡәнәғәтләндерә ала[5].

Рәсәй Сауҙа-сәнәғәт палатаһының финанс баҙарҙары буйынса комитеты етәксеһе Я. М. Миркин фекеренсә[6]:

Область (российской экономики), на которую страшно смотреть, — это микрофинансовые организации. В 2012 году их число выросло до 2,4 тысяч, в 1,8 раз. К ноябрю 2013 году — еще в 1,7 раз, и теперь их более 4700. Пока это зона ростовщичества, полной непрозрачности, кредитов до «получки» под 1000 % в месяц и обещаний инвесторам выплатить 20-25 % годовых, по меньшей мере. Это мыльный пузырь, который обязательно лопнет с огромными скандалами.

Микроэшҡыуарлыҡ өлкәһендә донъя премиялары

үҙгәртергә

2004йылдың ноябрендә БМО-ның Капиталь үҫеш фонды, «Ситигруп» фонды (ингл. Citigroup Foundation) һәм донъяның танылған университеттарынан профессионалдар менән аспиранттар төркөмө түбән килемле эшҡыуарҙар ярышына старт бирер өсөн съезға йыйылды. Микроэшҡыуарлыҡ өлкәһендә бөтә донъя премиялары программаһы (ингл. Global Microentrepreneurship Award (GMA) Programme) тип аталған был ярыш бай булмаған эшҡыуарҙарға иғтибар йәлеп итеү маҡсатын ҡуя.

Был программа фәҡирлеккә төшкән йәмғиәттәрҙә микрокредитлауҙың ниске итеп эшҡыуарлыҡ рухы уятыуын күрһәтә. Программа бәләкәй эшҡыуарлыҡтың тотош донъяла ғаиләләргә иҡтисади тотороҡлолоҡ килтереүен һыҙыҡ өҫтөнә ала. Был инициатива шулай уҡ бағыусылар, дәүләт һәм бизнес яғынан микрофинанслауға иғтибар арттырыуҙы күҙҙә тота.

Микрокредитлау өлкәһендә бөтә донъя премияларын уйнатыуҙа 2004 йылда 8 ил ҡатнаша. Беренсе Программаның уңышы киләһе йылына 22 илде, шул иҫәптән Рәсәйҙе, йәлеп итә.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Кабальное кредитование
  • Микрофинансовая деятельность

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Козлов Г. Предоплаченная карта как современный инструмент для микрофинансирования // Банки и деловой мир. 2012. № 11. С. 76—77.
  • Григорян С. А. Синергия взаимодействия банковской и микрофинансовой систем // Банковское кредитование. 2012. № 6. С. 27—38.
  • Каурова Н. Н. Банки и микрофинансовые организации: кто первым придет на помощь малому бизнесу // Банковское кредитование. 2012. № 4. С. 8—16.

Һылтанмалар

үҙгәртергә