Яруллин Хәмит Ғатаулла улы

Яруллин Хәмит Ғатаулла улы (25 февраль 1935 йыл — 5 июнь 2015 йыл) — СССР һәм Рәсәй театр һәм кино актёры, режиссёр һәм педагог. 1961 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1985) һәм Башҡорт АССР-ының халыҡ (1977) артисы.

Хәмит Яруллин
Яруллин Хәмит Ғатаулла улы
Тыуған ваҡыты:

25 февраль 1935({{padleft:1935|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Салауат районы Ахун ауылы

Вафат ваҡыты:

5 июнь 2015({{padleft:2015|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (80 йәш)

Вафат урыны:

Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы

Һөнәре:

артист

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Театр:

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры

Наградалары:
РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы — 1985
Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы
Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы

Биографияһы

үҙгәртергә

Хәмит Ғатаулла улы Яруллин 1935 йылдың 25 февралендә Башҡорт АССР-ының Малаяҙ районы (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Салауат районы) Ахун ауылында тыуған.

1954—1959 йылдарҙа А. В. Луначарский исемендәге Дәүләт театр сәнғәте институтында (ГИТИС) (педагогтары Б. В. Бибиков һәм О. И. Пыжова) уҡый.

Хеҙмәт эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Хәмит Яруллин — 1961 йылдан алып театр эшмәкәрҙәре Союзы ағзаһы.

2015 йылдың 5 июнендә Өфөлә вафат була. Тыуған ауылы Ахунда ерләнә[1].

Спектаклдәрҙәге ролдәре

үҙгәртергә

Гнат һәм Сват («Бесталанная», И. Карпенко-Карого), Фердинанд («Мәкер һәм мөхәббәт», Ф. Шиллер), Зәкир («Ҡара йөҙҙәр», М. Ғафури), Тибальд («Ромео һәм Джульетта», У. Шекспир), Джильберт («Мария Тюдор», В. Гюго), Язалаусы («Салауат. Өндәге ете төш», М. Кәрим), Сергей Чекмарев («Онотма мине, ҡояш!» А. Абдуллин), Львов («Иванов», А. П. Чехов), Яков («Һуңғылар», А. М. Горький), Бабаев («Грех да беда на кого не живет», А. Н. Островский), Ир («Улар дүртәү», Г. Запольская), Марат («Ул ҡайтты»), Шағир («Шоңҡар», икеһе лә — А. Атнабаевтыҡы), Айбулат («Зәйтүнгөл»), Әбүбәкер («Ҡыҙыл паша», икеһе лә — Н. Асанбаевтыҡы), Ленин («Өсөнсө патетик», Н. Погодин), Мәркиз («Әсәйемдең сал сәстәре», Мирзаһитов), Гәлимйән («Башмағым», Ибраһимов), Рәсих («Онотолған ант», Абдуллин), Тимаҡ («Зимагорҙар», Мифтахов), Хәсән («Торналар ҡайта», Йомағолов), Ильяс («Ҡыҙ урлау»), Ильдар («Айгөл иле»), Әҙәмшах («Ташлама утты, Прометей!») — бөтәһе лә Мостай Кәримдеке; Банко («Макбет», Шекспир), Муров («Ғәйепһеҙ ғәйеплеләр», Островский), король Эдвард («Ричард III», Шекспир), Муса («Париж башҡорто», Рафиҡов), Төйлөгән («Эх, Өфө ҡыҙҙары!», Абдуллин), Ҡотлобай («Мөхәббәткә кәртә юҡ», Ғәитбаев), Джерри («Хәйерле иртә, Энид!», Вуди Аллен).

Фильмография

үҙгәртергә

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1985)
  • Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1977)
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1972)
  • Салауат районының почётлы гражданы[2][3].
  • 2012 йылда Ахун урта мәктәбенең тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында артисҡа арналған мөйөш асыла[4].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Атнабаева З. Яҙмыштар. Ролдәр. Яҙмыштар. — Өфө, 2008.
  • Башҡорт дәүләт академия драма театры. Төҙөүсе В. Г. Ғәлимов, С. С. Сәитов. — Өфө, 1969.

Һылтанмалар

үҙгәртергә