СССР Эске эштәр халыҡ комиссариаты

1934—1943 йылдарҙа (1941 йылдың 3 февраленән 20 июленә тиклем өҙөклөк менән) СССР-ҙың енәйәтселек менән көрәш һәм йәмәғәт тәртибен һаҡлау һәм дәүл
"НКВД" бите бында йүнәтелә.

Совет Социалистик Республикалар Союзының Эске эштәр халыҡ комиссариаты (НКВД СССР, СССР НКВД-һы, Наркомвнудел) — 19341943 йылдарҙа (1941 йылдың 3 февраленән 20 июленә тиклем өҙөклөк менән) СССР-ҙың енәйәтселек менән көрәш һәм йәмәғәт тәртибен һаҡлау һәм дәүләт именлеген тәьмин итеү буйынса дәүләт идаралығының үҙәк органы.

СССР Эске эштәр халыҡ комиссариаты
(НКВД СССРСССР НКВД-һы)
«СССР НКВД-һының атҡаҙанған хеҙмәткәре» билдәһе
Дөйөм мәғлүмәт
Ил СССР
Нигеҙләнгән 10 июля 1934
Алдан килеүсе РСФСР Халыҡ Комиссарҙары Советы ҡарамағындағы Милиция һәм уголовный розыктың баш идаралығы
СССР Халыҡ комиссарҙары Советы ҡарамағындағы Берләшкән дәүләт сәйәси идаралығы
Бөтөрөлгән 15 марта 1946
Дауамсы СССР-ҙың Дәүләт именлеге министрлығы
СССР Эске эштәр министрлығы
Бойһоноусылар СССР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советы
Штаб-квартира Мәскәү, Дзержинский майҙаны (1991 йылдан Лубянка майҙаны), 2-се йорт.
Халыҡ комиссары см. список
НКВД бинаһы. 1940-сы һәм 1980-се йылдарҙағы төҙәкләндереүҙәрҙән һуң хәҙерге күренеше. Бөгөн унда Рәсәй Федераль именлек хеҙмәте урынлашҡан.

СССР Үҙәк Башҡарма Комитетының 1934 йылдың 10 июль ҡарары менән ойошторола[1]. НКВД составына СССР Халыҡ Комиссарҙары Советы ҡарамағындағы элекке СССР-ҙың Берләштерелгән Дәүләт Сәйәси Идаралығы (ОГПУ при СНК СССР -Объединённое Государственное Политическое Управление СССР) инә, ул Дәүләт именлегенең баш идаралығы итеп үҙгәртелә (Главное управление государственной безопасности НКВД СССР-ГУГБ).

НКВД-ның яуаплылығы өлкәһенә коммуналь хужалыҡ һәм төҙөлөш, сәнәғәттең башҡа тармаҡтары, шулай сәйәси сыск һәм судтан тыш приговор сығарыу хоҡуғы, яза башҡарыу системаһы, тышҡы разведка, сик буйы һәм эске ғәскәрҙәр, армиялағы контрразведка инә.

1946 йылда СССР-ҙың Эске эштәр министрлығы (рус. МВД СССР) итеп үҙгәртелә.

НКВД-ның үҫеше үҙгәртергә

СССР эске эштәр халыҡ комиссары (наркомы) итеп Ягода Генрих Григорьевич тәғәйенләнә[2].

Яңы ойошторолған НКВД-ға түбәндәге бурыстар йөкмәтелә:

  • йәмәғәт тәртибен һәм дәүләт именлеген тәьмин итеү,
  • социалистик милекте һаҡлау,
  • гражданлыҡ торошо акттарын яҙыу,
  • сик буйы һағы,
  • төҙәтеү-хеҙмәт лагерҙарын тотоу һәм һаҡлау.

НКВД составында ойошторола:

  • Дәүләт именлегенең баш идаралығы;
  • Эшсе-крәҫтиән милицияһының баш идаралығы;
  • Сик буйы һағының һәм эске һаҡтың баш идаралығы[3];
  • Янғын һағының баш идаралығы;
  • Төҙәтеү-хеҙмәт лагерҙарының һәм хеҙмәт биләмәләренең баш идаралығы;
  • гражданлыҡ торошо актары бүлеге (ЗАГС);
  • административ-хужалыҡ идаралығы;
  • финанс бүлеге (ФИНО);
  • кадрҙар бүлеге;
  • секретариат;
  • махсус уполномоченный бүлек.

НКВД-ның үҙәк аппараты штатында 8 211 хеҙмәткәр була.

Дәүләт именлегенең баш идаралығы эшмәкәрлеге менән СССР эске эштәр халыҡ комиссары Ягода үҙе етәкселек итә. Был Баш идаралыҡ составына элекке ОГПУ-ның төп оператив подразделелары инә:

  • махсус бүлек (контрразведка)
  • йәшерен-сәйәси бүлек (сәйәси дошмандар менән көрәш)
  • иҡтисади бүлек (диверсиялар һәм ҡоротҡослоҡ менән көрәш)
  • сит ил бүлеге (сит илдәрҙәге разведка)
  • оператив бүлек (партия һәм хөкүмәт етәкселәрен һаҡлау, тентеүҙәр, ҡулға алыуҙар, тышҡы күҙәтеү)
  • махсус бүлек (шифрлау эше, ведомстволарҙа йәшеренлек тәьмин итеү)
  • транспорт бүлеге (транспортта ҡоротҡослоҡ һәм диверсиялар менән көрәш)
  • иҫәп-статистика бүлеге (оператив иҫәп, статистика, архив)

Артабан идаралыҡтар һәм бүлектәр күп тапҡырҙар үҙгәртеп ойошторола, уларҙың атамалары үҙгәртелә.

 
НКВД тарафынан бирелгән совет сит ил паспорты (1929 йыл)
 
Репрессияланғандарҙың күсемһеҙ милеген һәм мебелен СССР НКВД-һына биреү тураһындағы ҡарар.

1936 йылдың сентябрендә СССР эске эштәр халыҡ комиссары итеп Ежов Николай Иванович тәғәйенләнә.

1938 йылдың 20 апрелендә ВКП(б) Үҙәк Комитеты Политбюроһы НКВД-ның сик буйы һәм эске ғәскәрҙәр хеҙмәткәрҙәренең һанын раҫлай[4].

1938 йылдың 23 сентябрендә ВКП(б) Үҙәк Комитеты Политбюроһы НКВД-ның яңы структураһын раҫлай[5][6].

1938 йылдың декабрендә СССР эске эштәр халыҡ комиссары итеп Берия Лаврентий Павлович тәғәйенләнә.

1941 йылдың 3 февралендә СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән НКВД ике үҙ аллы органға бүленә: НКВД (нарком — Лаврентий Берия) һәм СССР дәүләт именлеге халыҡ комиссариаты (нарком — Меркулов Всеволод Николаевич)[2]. НКВД-ның армиялағы контрразведка өсөн яуаплы булған Махсус бүлек ҡоро ер ғәскәрҙәре һәм Хәрби-диңгеҙ флоты бүлектәренә айырыла. Бер үк ваҡытта НКВД-ның Дәүләт именлеге баш идаралығының Махсус бүлеге таратыла, уның урынына Оборона халыҡ комиссариатының һәм Хәрби-диңгеҙ халыҡ комиссариатының 3-сө идаралыҡтары һәм НКВД-ның 3-сө бүлеге (НКВД ғәскәрҙәрендә оператив эш буйынса) ойошторола.

Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, 1941 йылдың 20 июлендә НКВД һәм НКГБ берҙәм наркомат структураһына — НКВД-ға кире ҡайтарыла. СССР-ҙың эске эштәр наркомы булып Берия ҡала, ә СССР-ҙың элекке дәүләт именлеге наркомы Меркулов уның беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. Дәүләт именлеге органдары эшмәкәрлеге фронтағы немец разведкаһы менән көрәшкә, Советтар Союзының тыл райондарында дошмандың махсус хеҙмәттәре агенттарын эҙләп-табыу һәм юҡ итеүгә, фашист ғәскәрҙәре тылында разведкаға һәм диверсиялар ойоштороуға йүнәлтелә. НКВД бойһоноуында шулай уҡ тылды һаҡлау ғәскәрҙәре лә була.

1941 йылдың 17 октябрендә Дәүләт Оборона Комитеты ҡарары менән СССР НКВД-һы ҡарамағындағы Айырым кәңәшмәгә РСФСР-ҙың 1926 йылғы Енәйәт кодексының 58-се һәм 59-сы статьяларында ҡаралған СССР-ҙың идара итеү тәртибенә ҡаршы контрреволюцион енәйәттәр буйынса үлем язаһына тиклем приговорҙар сығарыу хоҡуғы бирелә. Айырым кәңәшмә ҡарарҙары һуңғы була, уларҙы бер кем дә үҙгәртә алмай. Дәүләт Оборона Комитетының был ҡарары 1953 йылдың 1 сентябрендә Айырым кәңәшмәләр бөтөрөлгәс кенә ғәмәлдән сыға.

1942 йылдың 11 ғинуарында НКВД һәм Хәрби-диңгеҙ халыҡ комиссариатының берлектәге приказы менән һуңғыһының 3-сө идаралығы НКВД-ның Махсус бүлектәре идаралығының (1941 йылдың 17 июлендә Оборона халыҡ комссариатының 3-сө идаралығы базаһында ойошторола) 9-сы бүлеге итеп үҙгәртелә.

СССР Юғары Советы Президиумының 1943 йылдың 14 апрелендәге Указы менән оператив-чекист идаралыҡтарын һәм бүлектәрен НКВД составынан сығарыу юлы менән Меркулов етәкселегендә яңынан үҙ аллы СССР-ҙың Дәүләт именлеге халыҡ комиссариаты ойошторола.

СССР Халыҡ Комиссарҙары Советының 1943 йылдың 18 апрель ҡарары менән хәрби контрразведка (Махсус бүлектәр идаралығы) Оборона һәм Хәрби-диңгеҙ наркоматтарына бирелә, уларҙа Оборона наркоматының СМЕРШ баш контразведка идаралығы һәм һәм Хәрби-диңгеҙ наркоматының СМЕРШ Контрразведка идаралыҡтары ойошторола.

1945 йылдың декабрендә СССР-ҙың эске эштәр халыҡ комиссары итеп Круглов Сергей Никифорович тәғәйенләнә.

 
НКВД-ның юл бүлеге штампы һуғылған пропуск. 1944
 
НКВД-ның юл бүлеге мисәте 1944

Төрлө йылдарҙа НКВД түбәндәге баш идаралыҡтарҙан тора:

  • Дәүләт именлеге баш идаралығы (ГУГБ);
  • Эшсе-крәҫтиән милицияһының баш идаралығы (ГУРКМ);
  • Сик һағы һәм эске һағ баш идаралығы (ГУПиВО;
  • Янғын һағы баш идаралығы (ГУПО);
  • Шоссе юлдары баш идаралығы (ГУШосДор);
  • Лагерҙар баш идаралығы (ГУЛАГ);
  • Баш иҡтисад идаралығы (ГЭУ);
  • Баш транспорт идаралығы (ГТУ);
  • Хәрби әсирҙәр һәм интернированныйҙар эштәре буйынса баш идаралыҡ (ГУВПИ).

1946 йылда НКВД СССР-ҙың Эске эштәр министрлығы итеп үҙгәртелә (МВД СССР)[7].

Үҙәк аппарат структураһы үҙгәртергә

Был бүлектә СССР НКВД-һың Үҙәк аппараты системаһында төрлө йылдарҙа булған подразделение һәм махсус вазифалар бирелә, уларҙы ойоштороу һәм бөтөрөү тураһындағы приказдарҙың номерҙары һәм даталары, етәкселәренең исемдәре һәм теге йәки был вазифаны биләү даталары күрһәтелә[8].

СССР-ҙың эске эштәр наркомдары үҙгәртергә

СССР-ҙың эске эштәр наркомы урынбаҫарҙары үҙгәртергә

  • Агранов Яков Саулович (1-се урынбаҫар) 10.07.193415.04.1937 (1938 йылда атыла)
  • Агранов Яков Саулович 15.04.193717.05.1937 ((1938 йылда атыла)
  • Прокофьев Георгий Евгеньевич 10.07.193429.09.1936 (1937 йылда атыла)
  • Берман Матвей Давыдович 29.09.193616.08.1937 (1939 йылда атыла)
  • Фриновский Михаил Петрович 16.10.193615.04.1937 (1940 йылда атыла)
  • Фриновский Михаил Петрович (1-се урынбаҫар) 15.04.193708.09.1938 (1940 йылда атыла)
  • Бельский Лев Николаевич 03.11.193608.04.1938 (1941 йылда атыла)
  • Курский Владимир Михайлович (вазифа башҡарыусы) 15.04.193708.07.1937
  • Чернышёв Василий Васильевич 07.08.193722.04.1946
  • Рыжов Михаил Иванович 16.08.193729.12.1937
  • Жуковский Семён Борисович 08.01.193803.10.1938 (1940 йылда атыла)
  • Заковский Леонид Михайлович 29.01.193816.04.1938 (1938 йылда атыла)
  • Берия Лаврентий Павлович (1-се урынбаҫар) 22.08.193825.11.1938 (1953 йылда атыла)
  • Филаретов Глеб Васильевич 04.10.193818.02.1939
  • Меркулов Всеволод Николаевич] (1-се урынбаҫар) 16.12.193803.02.1941 (1953 йылда атыла)
  • Масленников Иван Иванович 28.02.193903.07.1943
  • Круглов Сергей Никифорович (кадрҙар буйынса) 28.02.193925.02.1941

СССР эске эштәр наркомының оператив секретары үҙгәртергә

Вазифа булдырыла 28.03.1936 НКВД приказы № 198; Бөтөрөлә 28.11.1936 НКВД приказы № 00383:

СССР эске эштәр наркомы ҡарамағындағы Айырым совещание үҙгәртергә

Вазифа НКВД-ның 2-се приказы менән булырылған 11.07.1934; НКВД-ның 26.11.1938 00762–се приказы менән СССР эске эштәр наркомы ҡарамағындағы Айырым совещаниеның секретариаты ойошторолған һәм СССР эске эштәр наркомы ҡарамағындағы Айырым совещаниеның секретариаты начальнигы вазифаһы булдырылған:

СССР эске эштәр наркомы ҡарамағындағы Айырым бюро үҙгәртергә

Шул уҡ бурыстары менән НКВД-ның 02.08.1939 00888-се приказы менән ҡабаттан ойошторола:

СССР эске эштәр наркомы ҡарамағындағы Махсус төркөм үҙгәртергә

1937 йылда Дәүләт именлеге Баш идаралығының Сит илдәр бүлегенә айырым подразделение итеп айырыла; төркөмгә сит илдәрҙә террор һәм диверсия ойоштороу йөкмәтелә; 1938 йылдың ноябрендә бөтөрөлә:

  • Серебрянский Яков Исаакович 1937—10.11.1938

СССР эске эштәр наркомы ҡарамағындағы Айырым уполномоченныйҙар үҙгәртергә

Вазифа 27.12.1936 НКВД-ның 00415-се приказы менән бөтөрөлә:

  • Беленький Абрам Яковлевич 10.07.193427.12.1936 (1941 йылда атыла)
  • Цесарский Владимир Ефимович 08.10.193628.11.1936 (1940 йылда атыла)

СССР эске эштәр наркомы ҡарамағындағы Баш инспекция үҙгәртергә

СССР Халыҡ Комиссарҙары Советының 26.12.1934 2769-сы Ҡарары нигеҙендә 29.12.1934 НКВД-ның 00190-сы приказы менән сик һәм эске һаҡта һәм эшсе-крәҫтиән милицияһы органдарында инспекция үткәреү өсөн ойошторола; упразднена 28.11.1936 НКВД-ның 00383-се приказы менән бөтөрөлә:

  • Быстрых Николай Михайлович 29.12.193428.11.1936 (1939 йылда атыла)

СССР НКВД-һы Коллегияһы үҙгәртергә

ВКП(б) Үҙәк Комитеты Политбюроһының 05.04.1938 П60/62–се ҡарары менән ойошторола[9]. Уның составына инәләр:

  • Ежов Николай Иванович (1940 йылда атыла))
  • Фриновский Михаил Петрович (1940 йылда атыла)
  • Бельский Лев Николаевич (1941 йылда атыла)
  • Заковский Леонид Михайлович (1938 йылда атыла)
  • Жуковский Семён Борисович (1940 йылда атыла)
  • Чернышёв Василий Васильевич
  • Ковалёв Александр Антонович
  • Каруцкий Василий Абрамович

СССР НКВД-һы Секретары үҙгәртергә

Вазифа 11.07.1934 НКВД-ның 2-се приказы менән булдырыла:

  • Буланов Павел Петрович 11.07.193428.11.1936 (1938 йылда атыла)

СССР НКВД-һы Секретариаты үҙгәртергә

28.11.1936 НКВД-ның 00383-сө приказы менән ойошторола:

СССР НКВД-һы Секретариаты ҡарамағындағы Айырым бюро үҙгәртергә

15.02.1937 НКВД-ның 0064-се приказы менән разведка һәм контрразведка тәжрибәһен обобщения, капиталистик илдәр эшмәкәрҙәренә досье алып барыу һәм уҡыу әсбаптары әҙерләү өсөн ойошторола. НКВД-ның 0197-се приказы менән 05.10.1938 бөтөрөлә:

  • Горожанин Валерий Михайлович 15.02.193727.05.1937 (1938 йылда атыла)
  • Рубинштейн Николай Леонидович 27.05.1937—11.1937
  • Буздес Абрам Моисеевич (ваҡытлыса вазифа башҡарыусы) 11.1937—05.10.1938

СССР НКВД-һының Айырым уполномоченныйҙары үҙгәртергә

Вазифа 11.07.1934 НКВД-ның 2-се приказы менән булдырыла:

СССР НКВД-һының кадрҙар секторы үҙгәртергә

Вазифа 11.07.1934 НКВД-ның 2-се приказы менән булдырыла, 16.10.1934 НКВД-ның 192-се приказы менән СССР НКВД-һының кадрҙар бүлеге итеп үҙгәртелә:

  • Вейншток Яков Маркович 11.07.193416.10.1934 (1939 йылда атыла)

СССР НКВД-һының кадрҙар бүлеге үҙгәртергә

Кадрҙар секторынан 16.10.1934 НКВД-ның 192-се приказы менән үҙгәртелә:

СССР НКВД-һының тикшереү бүлеге үҙгәртергә

1938 йылдың 22 декабрендә НКВД-ның 00813-се приказы менән ойошторола; 1939 йылдың 4 сентябрендә НКВД-ның 001050-се приказы менән Дәүләт именлеге Баш идаралығының (ГУГБ) һәм Баш иҡтисад идаралығының (ГЭУ) тикшереү бүлектәренә бүленә.

  • Кобулов Богдан Захарович 22.12.193804.09.1939 (1953 йылда атыла)

СССР НКВД-һының Төҙәтеү-хеҙмәт лагерҙарының һәм хеҙмәт биләмәләренең баш идаралығы (ГУЛАГ) үҙгәртергә

НКВД составына ОГПУ-нан күсерелә, НКВД-ының 1934 йылдың 11 июлендәге 2-се приказында телгә алына; СССР-ҙың Үҙәк Башҡарма Комитеты һәм Халыҡ Комиссарҙары Советының 1934 йылдың 27 октябрендә Ҡарары нигеҙендә НКВД-ның 1934 йылдың 29 октябрендәге 00122-се приказы менән союздаш республикаларҙың Юстиция Халыҡ Комиссариаттарының төҙәтеү-хеҙмәт учреждениелары СССР НКВД-һы составына бирелә, һәм СССР НКВД-һының Төҙәтеү-хеҙмәт лагерҙарының һәм хеҙмәт биләмәләренең баш идаралығы СССР НКВД-һының лагерҙар, хеҙмәт биләмәләре һәм ябып тотоу урындарының баш идаралығы итеп үҙгәртелә:

  • Берман Матвей Давыдович 11.07.1934—16.08.1937 (1939 йылда атыла)
  • Плинер Израиль Израилевич 16.08.1937—14.11.1938 (1939 йылда атыла)
  • Филаретов Глеб Васильевич 16.11.1938—18.02.1939
  • Чернышёв Василий Васильевич 18.02.1939—26.02.1941

СССР НКВД-һы Эшсе-крәҫтиән милицияһының баш идаралығы (ГУРКМ) үҙгәртергә

НКВД составына ОГПУ-нан күсерелә, НКВД-ының 1934 йылдың 11 июлендәге 2-се приказында телгә алына:

  • Бельский Лев Николаевич 11.07.1934—07.08.1937 (1941 йылда атыла)
  • Чернышёв Василий Васильевич 07.08.1937—18.02.1939
  • Серов Иван Александрович 18.02.1939—29.07.1939
  • Зуев Павел Никитич 29.07.1939—14.03.1940
  • Галкин Александр Григорьевич 14.03.1940—26.02.1941

СССР НКВД-һы ның Сик һағы һәм эске һаҡ баш идаралығы (ГУПиВО үҙгәртергә

НКВД составына ОГПУ-нан күсерелә, НКВД-ының 1934 йылдың 11 июлендәге 2-се приказында телгә алына; НКВД-ның 1939 йылдың 8 мартындағы 00206-сы приказы менән алты баш идаралыҡҡа бүленә:

  • Сик буйы ғәскәрҙәренең баш идаралығы (ГУПВ)
  • Тимер юлы ҡоролмаларын һаҡлаусы НКВД ғәскәрҙәренең баш идаралығы
  • Үтә мөһим сәнәғәт предприятиеларын һаҡлаусы НКВД ғәскәрҙәренең баш идаралығы
  • НКВД-ның һаҡсы (конвой) ғәскәрҙәре баш идаралығы
  • НКВД-ның хәрби тәьминәт баш идаралығы (ГУВС)
  • НКВД ғәскәрҙәренең баш хәрби-төҙөлөш идаралығы:
  • Фриновский Михаил Петрович 11.07.1934—15.04.1937 (1940 йылда атыла)
  • Кручинкин Николай Кузьмич 15.04.1937—29.01.1938 (1938 йылда атыла)
  • Ковалёв Александр Антонович 29.01.1938—03.02.1939
  • Соколов Григорий Григорьевич (вазифа башҡарыусы) 03.02.1939—08.03.1939

СССР НКВД-һының Янғын һағы баш идаралығы (ГУПО) үҙгәртергә

НКВД-ның 1934 йылдың 11 июлендәге 2-се приказы менән ойошторола:

  • Хряпенков Михаил Елисеевич (ваҡытлыса вазифа башҡарыусы) 11.07.1934—15.08.1934 (1939 йылда атыла)
  • Хряпенков Михаил Елисеевич 15.08.1934—21.09.1938 (1939 йылда атыла)
  • Вершинин Сергей Яковлевич 29.09.1938—07.09.1939
  • Истомин Николай Александрович 07.09.1939—26.02.1941
  • Козик Емельян Васильевич 26.02.1941—31.07.1941
  • Тимер юлы ҡоролмаларын һаҡлаусы НКВД ғәскәрҙәренең баш идаралығы
  • Үтә мөһим сәнәғәт предприятиеларын һаҡлаусы НКВД ғәскәрҙәренең баш идаралығы
  • НКВД-ның һаҡсы (конвой) ғәскәрҙәре баш идаралығы
  • НКВД-ның хәрби тәьминәт баш идаралығы (ГУВС)
  • НКВД ғәскәрҙәренең баш хәрби-төҙөлөш идаралығы:
  • Фриновский Михаил Петрович 11.07.1934—15.04.1937 (1940 йылда атыла)
  • Кручинкин Николай Кузьмич 15.04.1937—29.01.1938 (1938 йылда атыла)
  • Ковалёв Александр Антонович 29.01.1938—03.02.1939
  • Соколов Григорий Григорьевич (вазифа башҡарыусы) 03.02.1939—08.03.1939

СССР НКВД-һының Янғын һағы баш идаралығы (ГУПО) үҙгәртергә

НКВД-ның 1934 йылдың 11 июлендәге 2-се приказы менән ойошторола:

  • Хряпенков Михаил Елисеевич (ваҡытлыса вазифа башҡарыусы) 11.07.1934—15.08.1934 (1939 йылда атыла)
  • Хряпенков Михаил Елисеевич 15.08.1934—21.09.1938 (1939 йылда атыла)
  • Вершинин Сергей Яковлевич 29.09.1938—07.09.1939
  • Истомин Николай Александрович 07.09.1939—26.02.1941
  • Козик Емельян Васильевич 26.02.1941—31.07.1941

СССР НКВД-һының Дәүләт картаға төшөрөү һәм картография баш идаралығы үҙгәртергә

СССР Халыҡ Комиссарҙары Советының 1935 йылдың 15 июнендәге 1196-сы Ҡарары менән НКВД составына бирелә, 1938 йылдың 23 сентябрендәгә Ҡарары нигеҙендә НКВД-нан кире алына һәм СССР Халыҡ Комиссарҙары Советы ҡарамағындағы Геодезия һәм картография баш идаралығы итеп үҙгәртелә:

  • Горянов-Горный Анатолий Георгиевич 20.06.1935—13.02.1937 (1937 йылда атыла)
  • Тиунов Виктор Фатеевич 12.03.1937—01.08.1937 (1938 йылда атыла)
  • Никитин Михаил Викторович 01.08.1937—23.09.1938

СССР НКВД-һының Шоссе юлдары Баш идаралығы (ГУШОСДОР) үҙгәртергә

СССР Халыҡ Комиссарҙары Советының 1936 йылдың 3 мартындағы «ДорТранс Үҙәк идаралығын үҙгәртеп ҡороу тураһында»ғы 424-се Ҡарары нигеҙендә 1936 йылдың 4 мартында НКВД-ның 0086-сы приказы менән ойошторола. СССР Министрҙар Советының 1953 йылдың 18 мартындағы 832-370сс Ҡарары менән СССР Эске эштәр министрлығының Шоссе юлдары Баш идаралығы (ГУШОСДОР) СССР-ҙың Автомобиль транспорты һәм шоссе юлдары министрлығына бирелә, ә уның лагерҙары СССР Юстиция министрлығының ГУЛАГ-ы бойһоноуына күсә[10]:

  • Благонравов Георгий Иванович 27.03.1936—25.05.1937 (1938 йылда атыла)
  • Волков Михаил Александрович 25.01.1938—22.05.1938 (1939 йылда атыла)
  • Дмитриев Дмитрий Матвеевич 22.05.1938—28.06.1938 (1939 йылда атыла)
  • Малинин Николай Фёдорович (вазифа башҡарыусы) 09.1938—21.04.1939
  • Фёдоров Всеволод Тихонович 21.04.1939—05.1942
  • Павлов Карп Александрович 23.05.1942—9.07.1946
  • Богданов Николай Кузьмич 9.07.1946— 12.03.1948 (ГУШОСДОР МВД)
  • Любый Иван Семёнович 12.03.1948—14.04.1950 (ГУШОСДОР МВД)
  • Литвин Николай Ильич 31.07.1950—18.03.1953 (ГУШОСДОР МВД)

СССР НКВД-һының үлсәмдәр һәм үлсәүҙәр баш идаралығы үҙгәртергә

1936 йылдың 26 июнендә СССР Халыҡ Комиссарҙары Советы Ҡарары менән ойошторолған үлсәмдәр һәм үлсәүҙәр баш идаралығы СССР НКВД-һы составына индерелә; Баш идаралыҡ штаты 1936 йылдың 16 сентябрендә НКВД-ның 00316-сы приказы менән иғлан ителә; 1936 йылдың 23 декабрендә НКВД-ның 517-се приказы менән НКВД-ның үлсәмдәр һәм үлсәүҙәр баш идаралығы итеп үҙгәртелә; 1938 йылдың 5 сентябрендә СССР Халыҡ Комиссарҙары Советы Ҡарары менән НКВД-нан алына һәм СССР Халыҡ Комиссарҙары Советы ҡарамағындағы үлсәмдәр һәм үлсәү приборҙары эштәре буйынса комитет итеп үҙгәртелә:

  • Шур Константин Владимирович 21.07.1936—19.05.1937 (1938 йылда атыла)
  • Карманов Георгий Кириллович 19.05.1937—05.09.1938

СССР НКВД-һының Алыҫ Төньяҡтағы төҙөлөш баш идаралығы (ГУСДС НКВД СССР) үҙгәртергә

СССР Халыҡ Комиссарҙары Советының 260-сы Ҡарары менән 1938 йылдың 4 мартында НКВД составына индерелә; НКВД-00641-се приказында 1939 йылдың 29 сентябрендә телгә алына:

  • Павлов Карп Александрович 21.12.1937—11.10.1939
  • Никишов Иван Фёдорович 11.10.1939—24.12.48

СССР НКВД-һының Баш архив идаралығы (ГАУ НКВД СССР) үҙгәртергә

СССР Юғары Советы Президиумының 1938 йылдың 16 апрель Указы менән ойошторола, НКВД-ның 1938 йылдың 11 июнендәге 370-се приказы менән иғлан ителә. Үҙәк архив идаралығы НКВД составына бирелә, НКВД-ның 1938 йылдың 29 сентябрендәге 00641-се приказы менән структураға НКВД-ның Баш архив идаралығы итеп индерелә:

  • Мальцев Николай Владимирович (ваҡытлыса вазифа башҡарыусы) 29.09.1938—02.04.1939
  • Никитинский Иосиф Илларионович 02.04.1939—31.07.1941

СССР НКВД-һының Дәүләт именлеге Баш идаралығы (ГУГБ НКВД СССР) үҙгәртергә

НКВД-ның 1934 йылдың 11 июлендәге 1-се приказы менән ойошторола; ВКП(б) Үҙәк Комитеты Политбюроһының 1938 йылдың 28 мартындағы П60/7-се Ҡарары менән бөтөрөлә:

  • Агранов Яков Саулович 29.12.1936—15.04.1937 (1938 йылда атыла)
  • Фриновский Михаил Петрович 15.04.1937—28.03.1938 (1940 йылда атыла)

Дәүләт именлеге Баш идаралығының Оператив секретары үҙгәртергә

Вазифа НКВД-ның 1937 йылдың 16 апрелендәге 039-сы приказы менән булдырыла:

  • Ульмер Вольдемар Августович 16.04.1937—08.09.1938

Дәүләт именлеге Баш идаралығының бүлектәре үҙгәртергә

НКВД-ның 00411-се приказына ярашлы 1936 йылдың 25 декабренән Дәүләт именлеге Баш идаралығы бүлектәренә түбәндәге исемдәр бирелә:

Һаҡ бүлеге (1-се бүлек) (НКВД-ның 1936 йылдың 28 ноябрендәге 00383-се приказы менән оператив бүлектән айырымлана)
  • Паукер Карл Викторович 28.11.1936—15.04.1936 (1937 йылда атыла)
  • Курский Владимир Михайлович 15.04.1937—14.06.1937
  • Дагин Израиль Яковлевич 14.06.1937—28.03.1938 (1940 йылда атыла)
Оператив бүлек (2-се бүлек)
  • Паукер Карл Викторович 10.07.1934—28.11.1936 (1937 йылда атыла)
  • Николаев-Журид Николай Галактионович 28.11.1936—14.06.1937 (1940 йылда атыла)
  • Залпетер Анс Карлович 14.06.1937—24.01.1938 (1939 йылда атыла)
Иҡтисад бүлеге (ЭКО) (1936 йылдың 28 ноябрендә НКВД-ның 00383-се приказы менән бөтөрөлә)
  • Миронов Лев Григорьевич 10.07.1934—28.11.1936 (1938 йылда атыла)
Контрразведка бүлеге (3-сө бүлек) (1936 йылдың 28 ноябрендә НКВД-ның 00383-се приказы менән Иҡтисад бүлегенән һәм Махсус блектең бер өлөшөнән ойошторола)
  • Миронов Лев Григорьевич 28.11.1936—14.06.1937 (1938 йылда атыла)
  • Курский Владимир Михайлович 14.06.1937—08.07.1937
  • Минаев-Цикановский Александр Матвеевич (ваҡытлыса вазифа башҡарыусы) 11.07.1937—28.03.1938 (1939 йылда атыла)
Йәшерен-сәйәси бүлек (4-се бүлек)
  • Молчанов Георгий Андреевич 10.07.1934—28.11.1936 (1937 йылда атыла)
  • Курский Владимир Михайлович 28.11.1936—15.04.1937
  • Агранов Яков Саулович 15.04.1937—17.05.1937 (1938 йылда атыла)
  • Литвин Михаил Иосифович 17.05.1937—20.01.1938
Махсус бүлек (5-се бүлек)
  • Гай Марк Исаевич10.07.1934—28.11.1936 (1937 йылда атыла)
  • Леплевский Израиль Моисеевич 28.11.1936—14.06.1937 (1938 йылда атыла)
  • Николаев-Журид Николай Галактионович 14.06.1937—28.03.1938 (1940 йылда атыла)
Транспорт бүлеге (6-сы бүлек) (1936 йылдың 28 ноябрендә НКВД-ның 00383-сө приказы менән транспорт һәм элемтә бүлеге итеп үҙгәртелә)
  • Кишкин Владимир Александрович 10.07.1934—27.03.1935 (1938 йылда атыла)
  • Шанин Александр Михайлович 27.03.1935—07.04.1937 (1937 йылда атыла)
  • Волков Михаил Александрович 07.04.1937—25.01.1938 (1939 йылда атыла)
  • Леплевский Израиль Моисеевич 25.01.1938—28.03.1938 (1938 йылда атыла)
Сит ил бүлеге (7-се бүлек)
Иҫәп-статистика бүлеге (8-се бүлек) (1936 йылдың 3 майында НКВД-ның 00174-се приказы менән ГУГБ-ның иҫәп-архив бүлеге итеп үҙгәртелә; 1936 йылдың 28 ноябрендә НКВД-ның 00383-сө приказы менән ГУГБ-ның иҫәп-теркәү бүлеге итеп үҙгәртелә)
  • Генкин Яков Михайлович 10.07.1934—28.11.1936
  • Цесарский Владимир Ефимович 28.11.1936—28.03.1938 (1940 йылда атыла)
Махсус бүлек (йәшерен-шифрлау бүлеге) (9-сы бүлек
  • Бокий Глеб Иванович 10.07.1934—16.05.1937 (1937 йылда атыла)
  • Шапиро Исаак Ильич 05.07.1937—28.03.1938 (1940 йылда атыла)
Төрмә бүлеге (10-сы бүлек) (1936 йылдың 28 ноябрендә НКВД-ның 00383-сө приказы менән Административ-хужалыҡ идаралығынан Дәүләт именлегенең баш идаралығына бирелә)
  • Вейншток Яков Маркович 28.11.1936—28.03.1938 (1940 йылда атыла)
Һыу транспорты, шоссе юлдар һәм элемтә бүлеге (11-се бүлек) (ГУГБ-ның 6-сы бүлегенең бер өлөшөнән ойошторола, 1937 йылдың 31 майында НКВД-ның 00301-се приказы менән 11-се бүлектең ваҡытлыса штаты иғлан ителә).
  • Ярцев Виктор Владимирович 11.07.1937—28.03.1938 (1940 йылда атыла)
Оператив-техник бүлек (12-се бүлек) (ГУГБ-ның 2-се һәм 9-сы бүлектәре өлөшөнән НКВД-ның 00464-се приказы менән 1937 йылдың 8 авгусында ойошторола)
  • Жуковский Семён Борисович 27.07.1937—13.01.1938 (1940 йылда атыла)
ГКГБ-ның кадрҙар бүлеге (НКВД-ның 2-се приказы менән 1934 йылдың 11 июлендә ойошторола; 1936 йылдың 8 декабрендә функциялары НКВД-ның кадрҙар бүлегенә бирелә)
  • Вейншток Яков Маркович 11.07.1934—15.10.1936 (1940 йылда атыла)
  • Литвин Михаил Иосифович 15.10.1936—08.12.1936

СССР НКВД-һының Дәүләт именлеге баш идаралығы (ГУГБ НКВД СССР) үҙгәртергә

НКВД-ның 00641-се приказы менән 1938 йылдың 29 сентябрендә яңынан ойошторола.

ГУГБ начальниктары:

  • Берия Лаврентий Павлович 29.09.1938—17.12.1938 (1953 йылда атыла)
  • Меркулов Всеволод Николаевич 17.12.1938—03.02.1941 (1953 йылда атыла)

ГУГБ начальнигы урынбаҫарҙары:

  • Меркулов Всеволод Николаевич 29.09.1938—17.12.1938 (1953 йылда атыла)
  • Деканозов Владимир Георгиевич 17.12.1938—13.05.1939 (1953 йылда атыла)
  • Кобулов Богдан Захарович 17.12.1938—04.09.1939 (1953 йылда атыла)
  • Серов Иван Александрович 29.07.1939—02.09.1939
1-се бүлек (партия һәм хөкүмәт етәкселәрен һаҡлау)
  • Дагин Израиль Яковлевич 29.09.1938—05.11.1938 (1940 йылда атыла)
  • Власик Николай Сидорович 19.11.1938—26.02.1941
2-се бүлек (йәшерен-сәйәси бүлек)
  • Кобулов Богдан Захарович 29.09.1938—29.07.1939 (1953 йылда атыла)
  • Серов Иван Александрович 29.07.1939—02.09.1939
  • Федотов Пётр Васильевич 04.09.1939—26.02.1941
3-сө бүлек (контрразведка бүлеге)
  • Николаев-Журид Николай Галактионович 29.09.1938—25.10.1938 (1940 йылда атыла)
  • Меркулов Всеволод Николаевич 26.10.1938—17.12.1938 (1953 йылда атыла)
  • Деканозов Владимир Георгиевич 17.12.1938—13.05.1939 (1953 йылда атыла)
  • Корниенко Трофим Николаевич 25.06.1939—26.09.1940
  • Федотов Пётр Васильевич 26.09.1940—26.02.1941
4-се бүлек (айырым бүлек)
  • Фёдоров Николай Николаевич 29.09.1938—20.11.1938 (1940 йылда атыла)
  • Бочков Виктор Михайлович 28.12.1938—23.08.1940
  • Михеев Анатолий Николаевич 23.08.1940—08.02.1941
5-се бүлек (сит илдәр бүлеге)
  • Пассов Зальман Исаевич 29.09.1938—22.10.1938 (1940 йылда атыла)
  • Деканозов Владимир Георгиевич 02.12.1938—13.05.1939 (1953 йылда атыла)
  • Фитин Павел Михайлович 13.05.1939—26.02.1941
6-сы бүлек (милиция, янғын һағы, Осоавиахим, район хәрби комиссариаттары һәм спорт ойошмалары өҫтөнән чекист күҙәтеүе) (1938 йылдың 28 декабрендә, функциялары ГУГБ-ның 2-се һәм 4-се бүлектәренә бирелеп, НКВД-ның 00834-се приказы менән бөтөрөлгән)
  • Морозов Игнатий Дмитриевич 29.09.1938—28.12.1938 (1940 йылда атыла)
7-се бүлек (йәшерен-шифрлау бүлеге)
  • Баламутов Александр Дмитриевич 29.09.1938—08.04.1939
  • Копытцев Алексей Иванович 08.04.1939—26.02.1941
ГУГБ-ның тикшереү бүлеге

(1939 йылдың 4 сентябрендә НКВД-ның 001050-се приказы менән ойошторола)

  • Сергиенко Василий Тимофеевич 04.09.1939—26.02.1940
  • Эсаулов Анатолий Александрович 26.02.1940—26.02.1941

СССР НКВД-һының Баш иҡтисад идаралығы (ГЭУ НКВД СССР) үҙгәртергә

НКВД-ның 1-се идаралығы 7-се, 8-се һәм 9-сы бүлектәренән 1938 йылдың 29 сентябрендә НКВД-ның 00641-се приказы менән ойошторола).

Начальник:

  • Кобулов Богдан Захарович 04.09.1939—26.02.1941 (1953 йылда атыла)

Начальник урынбаҫарҙары:

  • Андреев Григорий Петрович 16.02.1939—26.02.1941
  • Наседкин Виктор Григорьевич 07.08.1939—26.02.1941
1-се бүлек (оборона сәнәғәте; НКВД-ның 00447-се приказы менән 1939 йылдың 29 апреленән функциялары үҙгәртелә
сәнәғәт һәм аҙыҡ халыҡ комиссариаттары)
  • Рейхман Лев Иосифович 29.09.1938—24.10.1938 (1940 йылда атыла)
  • Андреев Григорий Петрович 16.02.1939—04.03.1940
  • Мешик Павел Яковлевич 04.03.1940—26.02.1941 (1953 йылда атыла)
2-се бүлек (ауыр сәнәғәт һәм машиналар эшләү; НКВД-ның 00447-се приказы менән 1939 йылдың 29 апреленән функциялары үҙгәртелә
оборона сәнәғәте)
  • Григорьев Валентин Филатович 29.09.1938—09.03.1939 (1941 йылда атыла)
  • Лерман Иосиф Рафаилович (ваҡытлыса вазифа башҡарыусы) 12.1938—01.1939
  • Даганский Александр Юльевич (вазифа башҡарыусы) 01.1939—06.1939
  • Голубев Николай Алексеевич (ваҡытлыса вазифа башҡарыусы) 04.03.1940—20.04.1940
  • Голубев Николай Алексеевич 20.04.1940—26.02.1941
3-сө бүлек (еңел, аҙыҡ-түлек, урман сәнәғәте һәм урындағы сәнәғәт; НКВД-ның 00447-се приказы менән 1939 йылдың 29 апреленән функциялары үҙгәртелә
ауыл хужалығы, финанс һәм сауҙа)
  • Решетников Степан Георгиевич 04.03.1940—03.10.1940
4-се бүлек (ауыл хужалығы һәм әҙерлүҙәр; НКВД-ның 00447-се приказы менән 1939 йылдың 29 апреленән бөтөрөлә; НКВД-ның 00697-се приказы менән 1939 йылдың 20 июненән яңынан ойошторола; функциялары
Гознак предприятиелары һәм аффинаж (ҡиммәтле металл) заводтары)
  • Гатов Моисей Львович (вазифа башҡарыусы) 29.09.1938—18.12.1938 (1939 йылда атыла)
  • Андреев Григорий Петрович 20.06.1939—26.02.1941
5-се бүлек (сауҙа, кооперация һәм финанс; НКВД-ның 00447-се приказы менән 1939 йылдың 29 апреленән бөтөрөлә; НКВД-ның 00890-сы приказы менән 1939 йылдың 3 авгусында яңынан ойошторола; функциялары
авиация сәнәғәте)
  • Гатов Моисей Львович (вазифа башҡарыусы) 29.09.1938—18.12.1938 (1939 йылда атыла)
  • Шахов Александр Васильевич 03.08.39—26.02.1941
6-сы бүлек. НКВД-ның 00911-се приказы менән 1939 йылдың 7 авгусында ойошторола; функциялары
яғыулыҡ сәнәғәте)
  • Наседкин Виктор Григорьевич 07.08.1939—26.02.1941
Баш иҡтисад идаралығының Тикшереү бүлеге (часы). НКВД-ның 001050-се приказы менән 1939 йылдың 4 сентябрендә ойошторола.
  • Мешик Павел Яковлевич 04.09.1939—04.03.1940 (1953 йылда атыла)
  • Влодзимирский Лев Емельянович 04.03.1940—22.07.1940 (1953 йылда атыла)
  • Шварцман Лев Леонидович (вазифа башҡарыусы) 07.1940—26.02.1941 (1953 йылда атыла)

СССР НКВД-һының Баш транспорт идаралығы (ГТУ НКВД СССР) үҙгәртергә

НКВД-ның 00641-се приказы менән 1938 йылдың 29 сентябрендә НКВД-ының 3-сө идаралығы бүлектәренән ойошторола:

  • Мильштейн Соломон Рафаилович 31.03.1939—26.02.1941

СССР НКВД-һының Баш төрмә идаралығы үҙгәртергә

НКВД-ның 00641-се приказы менән 1938 йылдың 29 сентябрендә төрмә бүлеге базаһында ойошторола:

  • Бочков Виктор Михайлович 23.11.1938—28.12.1938
  • Галкин Александр Григорьевич 13.01.1939—14.03.1940
  • Зуев Павел Никитич 14.03.1940—26.02.1941

СССР НКВД-һының Сик буйы ғәскәрҙәренең Баш идаралығы (ГУПВ НКВД СССР) үҙгәртергә

НКВД-ның 00206-сы приказы менән 1939 йылдың 8 мартында ойошторола:

  • Соколов Григорий Григорьевич 08.03.1939—26.08.1941

Тимер юлы ҡоролмаларын һаҡлаусы НКВД ғәскәрҙәренең баш идаралығы үҙгәртергә

НКВД-ның 00206-сы приказы менән 1939 йылдың 8 мартында ойошторола:

  • Гульев Александр Иванович 08.03.1939—26.02.1941

Үтә мөһим сәнәғәт предприятиеларын һаҡлаусы НКВД ғәскәрҙәренең баш идаралығы үҙгәртергә

НКВД-ның 00206-сы приказы менән 1939 йылдың 8 мартында ойошторола:

  • Козик Емельян Васильевич 8.03.1939—26.02.1941

СССР НКВД-һының Һаҡсы ғәскәрҙәре баш идаралығы үҙгәртергә

НКВД-ның 00206-сы приказы менән 1939 йылдың 8 мартында ойошторола:

  • Шарапов Владимир Максимович 08.03.1939—26.02.1941

СССР НКВД-һының Хәрби тәьминәт баш идаралығы (ГУВС НКВД СССР үҙгәртергә

НКВД-ның 00206-сы приказы менән 1939 йылдың 8 мартында ойошторола:

  • Вургафт Александр Алексеевич 08.03.1939—26.02.1941

СССР НКВД-һының Баш Хәрби төҙөлөш идаралығы үҙгәртергә

НКВД-ның 00206-сы приказы менән 1939 йылдың 8 мартында ойошторола:

  • Любый Иван Семенович 08.03.1939—26.02.1941

СССР НКВД-һының Тимер юл төҙөлөшө лагерҙарының баш идаралығы (ГУЛЖДС НКВД СССР) үҙгәртергә

НКВД-ның 0014-се приказы менән 1940 йылдың 4 ғинуарында ойошторола:

  • Френкель Нафталий Аронович04.01.1940—28.04.47

СССР НКВД-һы ғәскәрҙәренең баш сәйәси пропаганда идаралығы үҙгәртергә

НКВД-ның 001013-се приказы менән 1940 йылдың 17 авгусында ойошторола:

  • Мироненко Пётр Никифорович 17.08.1940—26.02.1941

СССР НКВД-һының айырым төҙөлөш идаралығы (Особстрой НКВД СССР) үҙгәртергә

Куйбышев өлкәһендә авиация заводтары төҙөлөшө менән етәкселек итеү өсөн НКВД-ның 001060-сы приказы менән 1940 йылдың 28 авгусында ойошторола:

  • Лепилов Александр Павлович 28.08.1940—20.12.45

СССР НКВД-һының гидротехник төҙөлөш лагерҙары баш идаралығы (Главгидрострой НКВД СССР) үҙгәртергә

НКВД-ның 001159-сы приказы менән 1940 йылдың 13 сентябрендә ойошторола:

  • Рапопорт Яков Давыдович 13.09.1940—23.08.1941

СССР НКВД-һының һауа һөжүменән урында һаҡланыу баш идаралығы (ГУМПВО НКВД СССР) үҙгәртергә

НКВД-ның 001378-се приказы менән 1940 йылдың 29 октябрендә ойошторола:

  • Осокин Василий Васильевич 29.10.1940—19.11.1949
  • Шперов Михаил Никифорович 20.10.1943—10.08.1956 — хәрби әҙерлек штабы начальнигы — полковник, 27.08.1956—24.01.1958 —МПВО-ның штаб начальнигы — НКГБ-МГБ генерал-майоры.

Дәүләт именлеге баш идаралығы (ГУГБ) бөтөрөлгәндән һуң СССР НКВД-һының яңы структураһы ВКП(б) Үҙәк Комитеты Политбюроһының 1938 йылдың 24 мартындағы П60/7-се Ҡарары менән раҫлана һәм НКВД-ның 1938 йылдың 9 июнендәге 00362-сы приказы менән иғлан ителә; ВКП (б) Үҙәк Комитеты Политбюроһының 1938 йылдың 23 сентябрендәге П64/82-се Ҡарары менән ГУГБ тергеҙелеп, структура ҡабаттан үҙгәртелә һәм НКВД-ның 1938 йылдың 29 сентябрендәге 00641-се приказы менән иғлан ителә.

1-се идаралыҡ: СССР НКВД-һының дәүләт именлеге идаралығы (УГБ НКВД СССР) үҙгәртергә

УГБ начальниктары:

  • Фриновский Михаил Петрович 28.03.1938—08.09.1938 (1940 йылда атыла)
  • Берия Лаврентий Павлович 08.09.1938—29.09.1938 (1953 йылда атыла)

УГБ начальнигы урынбаҫары:

  • Николаев-Журид Николай Галактионович 28.03.1938—29.09.1938 (1940 йылда атыла)
1-се бүлек (партия һәм хөкүмәт етәкселәрен һаҡлау бүлеге)
  • Дагин Израиль Яковлевич 28.03.1938—29.09.1938 (1940 йылда атыла)
2-се (оператив) бүлек
  • Попашенко Иван Петрович 28.03.1938—29.09.1938 (1940 йылда атыла)
3-сө (контрразведка) бүлеге
  • Николаев-Журид Николай Галактионович 28.03.1938—29.09.1938 (1940 йылда атыла)
4-се (йәшерен-сәйәси) бүлек
  • Цесарский Владимир Ефимович. 28.03.1938—28.05.1938 (1940 йылда атыла)
  • Журбенко Александр Спиридонович. 28.05.1938—15.09.1938 (1940 йылда атыла)
  • Кобулов Богдан Захарович. 15.09.1938—29.09.1938 (1953 йылда атыла)
5-се бүлек
сит илдәр бүлеге
  • Пассов Зальман Исаевич. 28.03.1938—29.09.1938 (1940 йылда атыла)
6-сы бүлек
хәрбиләштерелгән ойошмалар: милиция, Осоавиахим, янғын һағы, район хәрби комиссариаттары һәм спорт ойошмалары өҫтөнән чекист күҙәтеүе бүлеге
  • Морозов Игнатий Дмитриевич. 28.03.1938—29.09.1938 (1940 йылда атыла)
7-се бүлек
оборона сәнәғәте өҫтөнән чекист күҙәтеүе бүлеге
  • Рейхман Лев Иосифович 28.03.1938—29.09.1938 (1940 йылда атыла)
8-се бүлек
бөтә сәнәғәт өҫтөнән чекист күҙәтеүе бүлеге
  • Минаев-Цикановский А. М. 28.03.1938—10.07.1938
  • Григорьев Валентин Филатович. 10.07.1938—29.09.1938 (1941 йылда атыла)
9-сы бүлек
сауҙа, әҙерләүҙәр һәм ауыл хужалығы өҫтөнән чекист күҙәтеүе бүлеге
  • Залин Лев Борисович. 28.03.1938—07.06.1938 (1940 йылда атыла)

2-се идаралыҡ: СССР НКВД-һының айырым бүлектәр идаралығы (УОО НКВД СССР) үҙгәртергә

Идаралыҡ начальниктары:

  • Заковский Леонид Михайлович. 28.03.1938—20.04.1938 (1938 йылда атыла)
  • Фёдоров Николай Николаевич (ваҡытлыса вазифа башҡарыусы) 20.04.1938—28.05.1938 (1940 йылда атыла)
  • Фёдоров Николай Николаевич. 28.05.1938—29.09.1938 (1940 йылда атыла)

Идаралыҡ начальнигы урынбаҫарҙары:

  • Фёдоров Николай Николаевич. 28.03.1938—28.05.1938 (1940 йылда атыла)
  • Шапиро-Дайховский Натан Евнович. 28.03.1938—14.04.1938 (1938 йылда атыла)
  • Николаев-Журид Николай Галактионович. 20.04.1938—09.06.1938 (1940 йылда атыла)
  • Шляхтенко Михаил Кондратьевич. 10.07.1938—29.09.1938

2-се идаралыҡ: СССР НКВД-һының айырым бүлектәр идаралығы (УОО НКВД СССР) үҙгәртергә

Идаралыҡ начальниктары:

  • Заковский Леонид Михайлович. 28.03.1938—20.04.1938 (1938 йылда атыла)
  • Фёдоров Николай Николаевич (ваҡытлыса вазифа башҡарыусы) 20.04.1938—28.05.1938 (1940 йылда атыла)
  • Фёдоров Николай Николаевич. 28.05.1938—29.09.1938 (1940 йылда атыла)

Идаралыҡ начальнигы урынбаҫарҙары:

  • Фёдоров Николай Николаевич. 28.03.1938—28.05.1938 (1940 йылда атыла)
  • Шапиро-Дайховский Натан Евнович. 28.03.1938—14.04.1938 (1938 йылда атыла)
  • Николаев-Журид Николай Галактионович. 20.04.1938—09.06.1938 (1940 йылда атыла)
  • Шляхтенко Михаил Кондратьевич. 10.07.1938—29.09.1938

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Об образовании Общесоюзного Народного Комиссариата Внутренних Дел. Постановление Центрального Исполнительного Комитета Союза ССР. Дата обращения: 23 апрель 2012. Архивировано из оригинала 26 ғинуар 2010 года.
  2. 2,0 2,1 Петров Н. В., Скоркин К. В. Кто руководил НКВД, 1934—1941: Справочник / Общество «Мемориал» и др.; Под ред. Н. Г. Охотина и А. Б. Рогинского — М.: Звенья, 1999. — 504 с — ISBN 5-7870-0032-3
  3. История становления и развития правоохранительных органов в России
  4. Выписка из протокола № 60 заседания Политбюро ЦК ВКП(б) о численности пограничных и внутренних войск НКВД СССР. 20 апреля 1938 года 2021 йыл 9 декабрь архивланған.
  5. Выписка из протокола № 82 заседания Политбюро ЦК ВКП(б) об изменении постановления ЦК ВКП(б) от 13 сентября об изменении организационной структуры НКВД 23 сентября 1938 года 2021 йыл 9 декабрь архивланған.
  6. Выписка из протокола № 64 заседания Политбюро ЦК ВКП(б) об изменении организационной структуры НКВД. 13 сентября 1938 года 2021 йыл 9 декабрь архивланған.
  7. Закон от 15 марта 1946 года. О преобразовании Совета Народных Комиссаров СССР в Совет Министров СССР и Советов Народных Комиссаров союзных и автономных республик — в Советы Министров союзных и автономных республик (рус.) // Ведомости Верховного Совета СССР : сб. — 1946. — № 10.
  8. Кто руководил НКВД: 1934—1941. Дата обращения: 4 ғинуар 2013.
  9. Кто руководил НКВД: 1934—1941. old.memo.ru. Дата обращения: 12 декабрь 2018.
  10. Главное управление шоссейных дорог НКВД–МВД СССР (ГУШОСДОР)

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Алексушин Г. В. История правоохранительных органов. — Самара: АНО «ИА ВВС»; АНО «Ретроспектива», 2005.
  • Вознесенский Н. А. Военная экономика СССР в период отечественной войны. — М.: ОГИЗ, 1948. — С. 108—119.
  • Дайнес В. О. Штрафбаты и заградотряды Красной Армии. — М.: Эксмо, 2008. — С. 55-57.
  • Колпакиди А. И., Север А. КГБ. — М.: Яуза; Эксмо, 2010. — С. 235—341. — 784 с. — (Энциклопедия спецслужб). — 3000 экз. — ISBN 978-5-699-37862-3.
  • Мартиросян А. Б. К решающим битвам. — М.: Вече. 2008. — С. 71-73. — ISBN 978-5-9533-3436-5
  • Наумов Л. А. Сталин и НКВД. — М.: Издательство «Алгоритм», 2013.
  • Рыбников В. В., Алексушин Г. В. История правоохранительных органов Отечества. — М.: Щит-М, 2007.
  • Север А. Великая миссия НКВД. — М.: Алгоритм. 2008. — С. 177, 200. — ISBM 978-5-9265-0587-7
  • Тепляков А. Г. О коррупции в органах НКГБ — МГБ СССР 1940—1950-х гг. // Общество. Интеллигенция. Репрессии: Сб. статей к 60-летию профессора С. А. Красильникова / Новосибирский государственный университет. — Новосибирск: Сова, 2009. — С. 205−223.
  • Федеральная архивная служба. Государственный архив Российской Федерации. Архив современной истории России. / Ред.: В. А. Козлов и Мироненко С. В.:
  • Т. 1: «Особая папка» И. В. Сталина: Из материалов Секретариата НКВД — МВД СССР 1944—1953 гг. Каталог документов. — М., 1994.
  • Т. 2: «Особая папка» В. М. Молотова: Из материалов Секретариата НКВД — МВД СССР 1944—1956 гг. Каталог документов. — М., 1994.
  • Т. 3: «Особая папка» Н. С. Хрущёва: Из материалов Секретариата МВД СССР 1954—1959 гг. Каталог документов. — М., 1995.
  • Т. 4: «Особая папка» Л. П. Берии: Из материалов Секретариата НКВД — МВД СССР. Каталог документов: 1946—1949. — М., 1996.

Һылтанмалар үҙгәртергә