Ежов Николай Иванович

Ежов Николай Иванович (1 май 1895 йыл4 февраль 1940 йыл) — совет партия һәм дәүләт эшмәкәре, дәүләт именлеге генераль комиссары (1937 йылдың 28 ғинуарынан[5], 1941 йылдың 24 ғинуарында званиеһынан мәхрүм ителә[6]). ВКП(б)-ның Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Партия контроле комиссияһы рәйесе (1935—1939),ВКП(б)-ның Ойоштороу бюроһы ағзаһы (1934—1939), ВКП(б)-ның Үҙәк Комитеты секретары (1935—1939), ВКП(б)-ның Үҙәк Комитеты Политбюроһы ағзалығына кандидат (1937—1939). СССР-ҙың эске эштәр наркомы (1936—1938), СССР Һыу транспорты халыҡ комиссары (1938—1939[7].

Ежов Николай Иванович
Рәсем
Ҡултамға
Зат ир-ат[1]
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 РСФСР
 СССР
Тыуған көнө 8 (20) апрель 1895[2]
Тыуған урыны Каунас[d], Рәсәй империяһы[2]
Вафат булған көнө 4 февраль 1940({{padleft:1940|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:4|2|0}})[1][3] (44 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, РСФСР, СССР[1]
Үлем төрө Үлем язаһы[4]
Үлем сәбәбе пуля (снаряд ярсығы) яраһы[d][4]
Ерләнгән урыны Мәскәүҙәге Дон зыяраты[d]
Хәләл ефете Antonina Titova[d] һәм Ежова Евгения Соломоновна[d]
Һөнәр төрө сәйәсмән, хәрби хеҙмәткәр
Биләгән вазифаһы СССР Юғары Советы депутаты[d] һәм депутат Верховного Совета БССР 1-го созыва[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ҡатнашыусы ВКП(б)-ның XIV съезы[d] һәм ВКП(б)-ның XVII съезы[d]
Хәрби звание дәүләт именлегенең генераль комиссары[d]
Һуғыш/алыш Беренсе донъя һуғышы
Ғәскәр төрө пехота[d]
Ойошма ағзаһы КПСС Үҙәк комитеты
Йоғонто яһаусы Сталин Иосиф Виссарионович
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены «Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһының егерме йыллығы» юбилей миҙалы Ҡыҙыл Байраҡ ордены Дәүләт именлегенең почётлы хеҙмәткәре
 Ежов Николай Иванович Викимилектә

Сталин етәкселегендә Эске эштәр халыҡ комиссары вазифаһында эшләгән Ежов 1937—1938 йылдарҙағыОло террор термины аҫтында билдәле булған массауи репрессияларҙың төп ойоштороусыларының береһе була. 1937 йыл үҙенең бөтә дауамында Ежов етәкселегендә үткәрелгән репрессияларының символик тамғаланышы булып ҡала, осорҙоң үҙе инде ежовщина исемен ала, сөнки ошо осорға совет ваҡыты репрессиялар пигы тура кила. 1939 йылда Ежов ҡулға алына, ә бер йыл үткәндән һуң советтарға ҡаршы дәүләт түңкәрелеш әҙерләүҙә ғәйепләнеп, атып үлтерелә.

Николай Иванович Ежовтың ата-әсәһе һәм ғүмеренең тәүге йылдары тураһында мәғлүмәттәр ҡапма-ҡаршылыҡлы. Үҙенең анкеталарында Ежов, Санкт-Петербургта 1895 йылда урыҫ эшсе- ҡойоусы ғаиләһендә тыуҙым, тип яҙа. 1922 һәм 1924 йылдарҙағы анкеталарҙа, поляк һәм литва телдәрендә аралашам, тип яҙа[8].

Әммә А. Павлюков үҙенең китабында Николай Ежовтың атаһы Литвала 111-се пехота полкының музыканттар командаһында хеҙмәт иткән Тула губернаһы Волхонщино ауылы кешеһе Иван Ежов булған, тип яҙа. Тейешле хеҙмәт срогын тултырғас, Иван Ежов Литвала, Ковно ҡалаһында, үҙ ирке менән хеҙмәттә ҡала, урындағы литовка ҡыҙына өйләнә[9], ә отставкаға сыҡҡандан һуң күрше Сувалк губернаһына (хәҙер территорияһы өлөшләтә Польша составында, өлөшләтә Литва составында) һәм земство һағына (полицияға) эшкә төшә. Николай тыуған саҡта ғаиләһе, күрәһең, Мариамполь өйәҙенең Вейверы ауылында йәшәгән, ә өс йыл үткәс, атаһы эш буйынса үрләтелә һәм Мариамполь ҡала участкаһы земство стражнигы итеп тәғәйенләнә һәм ғаиләһе Мариаполгә күсеп китә. Бында малай башланғыс училищела өс йыл уҡый, ә 1906 йылда Петербургтағы туғандары янына тегенсе һөнәренә өйрәнергә ебәрелә[10].

Рәсми версия буйынса, 1911 йылдан алып Николай Ежов Путилов заводында слесарь өйрәнсеге булып эшләй, әммә был мәғлүмәт архив документтары менән дәлилләнмәй[11]. 1913 йылда ул Петербургтан сығып китә һәм бер аҙ ваҡыт ата-әсәһендә, Сувалк губернаһында, йәшәй, ә һуңынан эш эҙләп башҡа ерҙәрҙә, хатта сит илдә, Тильзитта (Көнсығыш Пруссия) йәшәй.

1915 йылдың июнендә үҙ теләге менән армияға китә. 76-сы запастағы пехота батальонында (Тула ҡалаһы) белем алғас, Төньяҡ-Көнбайыш фронтына, 172-се Лида пехота полкына ебәрелә. 14 августа ауырып киткән һәм еңел яраланған Ежов тылға ебәрелә. 1916 йылдың июнендә кәүҙәгә бик бәләкәй (151 см) булған Ежов, строевой хеҙмәткә яраҡһыҙ тип таныла[12] һәм Витебскиҙағы тыл артиллерия оҫтаханаһына ебәрелә. Бында уны тәүҙә башлыса ҡарауылдарҙа һәм нарядтарҙа файҙаланалар, ә 1916 йылдың аҙағында уны, һалдаттар араһында иң уҡымышлы булараҡ, писарь итеп тәғәйенләйҙәр.

Ежовтың 1920-се йылдар башында тултырған анкеталарына ярашлы, РСДРП(б)-ға уны 1917 йылдың 5 майында ҡабул итәләр. 1927 йылдан алып ул башҡа датаны атай башлай — 1917 йылдың марты. Ысынында, Павлюков яҙыуынса, Витебск ҡала РСДРП (интернационалистар) ойошмаһы документтарына ярашлы уның сафтарына Николай Ежов 1917 йылдың 3 авгусында ингән, был ойошмаға большевиктар ҙа, меньшевик-интернационалистар ҙа ингән[10].

1917 йылдың көҙөндә Ежов ауырып китә һәм госпиталгә эләгә, кире әйләнеп ҡайтҡас, 1918 йылдың 6 ғинуарында ауырыу сәбәпле 6 айға ата-әсәһенә ҡайтарыла. Ғаиләһе был ваҡытта Тверь губернаһының Вышневолоцк өйәҙендә йәшәй[10]. 1918 йылдың авгусынан алып Вышний Волочек ҡалаһында быяла заводында эшләй[12].

Ежовтың НКВД башлығы булған осоронда 22 йәшлек тыл писарының революция ваҡытындағы эшмәкәрлеге арттырып күрһәтелә: мәҫәлән, ВКП(б)-ның Ҡыҫҡа курсында 1917 йылдың октябрендә «Көнбайыш фронтында, Белоруссияла, ихтилалға һалдат массаһын Ежов иптәш әҙерләгән», тип яҙыла.

Партия карьераһы

үҙгәртергә

1919 йылдың апрель айында Ҡыҙыл Армияға хеҙмәткә саҡыртыла һәм Һарытау радиоформированиелар базаһына (һуңыраҡ — 2-се Ҡаҙан базаһы) йүнәлтелә, унда ул башта рядовой булып хеҙмәт итә, ә һуңынан база идаралығы комиссары янында күсереүсе булып хеҙмәт итә[12]. 1919 йылдың октябрендә радиобелгестәрҙе әҙерләгән мәктәп комиссары вазифаһын биләй, 1921 йылдың апрель айында база комиссары булып китә, бер үк ваҡытта РКП(б)-ның Татар өлкә комитеты агитация-пропаганда бүлеге етәксеһе урынбаҫары булып һайлана[12].

1921 йылдың июлендә Титова Антонина менән никахҡа инә, ҡатыны туйҙан һуң Мәскәүгә сығып китә һәм шул уҡ йылдың сентябрендә үҙенең ирен партия эшенә күсеү сәбәпле Мәскәүгә күсереүгә өлгәшә[12].

Оппозицияға ҡарата «принципиаллеге» өсөн РКП(б)-ның Үҙәк Комитеты Ойоштороу бюроһының 1922 йылдың 10 февралендәге ҡарарына ярашлы Мари өлкә комитеты яуаплы секретары итеп тәғәйенләнә[13].

  • 1922 йыл, март — октябрь — Мари өлкә комитеты яуаплы секретары[14], 1922 йылдың октябрендә отпускыға китеп, кире әйләнеп ҡайтмай[13].
  • 1923, март — 1924 — РКП(б)-ның Семипалатинск губерна комитеты секретары[15].
  • 1924—1925 — ВКП(б)-ның Ҡырғыҙ өлкә комитетының ойоштороу бүлеге мөдире
  • 1925—1926 йылдарҙа — ВКП(б)-ның Ҡаҙаҡ крайкомы яуаплы секретары урынбаҫары, Ф. И. Голощёкин етәкселегендә эшләй.

Партияның XIV съезы делегаты (декабрь 1925 йыл). Съезда партия аппаратсыһы И. М. Москвин менән таныша. 1926 йылдың февралендә Москвин ВКП(б)-ның Үҙәк Комитеты Орграспредотдел мөдире булып китә һәм 1927 йылдың февралендә Ежовты үҙе етәкләгән бүлеккә инструктор вазифаһына саҡыра.

Һуңғараҡ Москвин үҙенең ҡул аҫтында эшләгән Ежов тураһында былай тип яҙа[10]:

  Мин Ежовтан да яҡшыраҡ хеҙмәткәрҙе белмәйем. Дөрөҫөрәге, хеҙмәткәрҙе түгел, ә башҡарыусыны. Берәй нәмәне уға ҡушһаң, тикшермәйенсә, ул барыһын да эшләйәсәгенә шикләнмәҫкә мөмкин. Ежовтың бер генә, әммә етди етешһеҙлеге бар: ул туҡтай белмәй. Ҡайһы берҙә шундай хәлдәр була, бер нәмә лә эшләп булмай, туҡтар кәрәк. Ежов — туҡтамай. Шуға ҡайһы берҙә, ваҡытында туҡтатыр өсөн, уның артынан күҙәтергә тура килә…  

Орграспредотделда 1929 йылға тиклем эшләй, һуңынан йыл дауамында СССР-ҙың Игенселек наркомы урынбаҫары була, ә 1930 йылдың ноябрендә Орграспредотделға мөдир булып ҡайта. Москвинды ВСНХ рәйесе урынбаҫары итеп күсерәләр. Нәҡ 1930 йылдың ноябрендә Ежов Сталин менән таныша.

Орграспредотделға Ежов 1934 йылға тиклем, Сталиндың кадрҙар сәйәсәтен тормошҡа ашырып, етәкселек итә. 1933—1934 йылдарҙа ВКП(б)-ның партияны «таҙартыу» буйынса Үҙәк комиссияһына инә. 1934 йылдың ғинуар-февралендә үткән XVII партия съезында Ежов мандат комиссияһын етәкләй. 1934 йылдың февралендә Үҙәк Комитеттың, Үҙәк Комитеттың Ойоштороу бюроһы ағзаһы һәм ВКП(б)-ның Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Партия контроле комиссияһы рәйесе урынбаҫары тиеп һайлана. 1935 йылдың февраленән — Партия контроле комитеты рәйесе, ВКП(б)-ның Үҙәк Комитеты секретары.

1934—1935 йылдарҙа ВКП(б)-ның Үҙәк Комитеты сәнәғәт бүлеген етәкләй. 1935—1936 йылдарҙа — ВКП(б)-ның Үҙәк Комитеты етәксе партия органдары бүлеге етәксеһе. Бер аҙ ваҡыт ВКП(б)-ның Үҙәк Комитетының план-сауҙа-финанс бүлеге һәм ВКП(б)-ның Үҙәк Комитетының сәйәси-административ бүлеге мөдире вазифаһын башҡара.

1934—1935 йылдарҙа Ежов ысынында, Сталиндың ҡушыуы буйынса, Кировты үлтереү эше һәм Кремль эше буйынса тикшереүҙе етәкләй һәм уларҙы элекке оппозиционерҙар Зиновьев, Каменев һәм Троцкийҙың эшмәкәрлеге менән бәйләй. Тарихсы О. В. Хлевнюк дәлилләүенсә, ошо юҫыҡта Ежов ысынында НКВД -ның эске эштәр наркомы Ягодағаһәм уның фекерҙәштәренә ҡаршы уның урынбаҫары Я. С. Агранов менән заговорға инә, мәҫәлән, 1936 йылда Агранов НКВД-лағы кәңәшмәлә хәбәр итә[16]:

  Ежов мине үҙенә дачаға саҡырып алды. Әйтергә кәрәк, был күрешеү конспиратив характерҙа ине. Ежов троцкистар үҙәге эше буйынса хаталар ебәрелеүе тураһында Сталиндың күрһәтмәһен бирҙе һәм троцкистар үҙәген фашлау, күрәләтә фаш ителмәгән террористик банданы табыу һәм Троцкийҙың был эштә шәхси ролен асып биреү өсөн саралар ҡабул итергә ҡушты. Ежов мәсьәләне ҡабырғаһы менән ҡуйҙы: йә ул үҙе оператив кәңәшмәне йыясаҡ, йә мин үҙем был эште башлайым. Ежовтың күрһәтмәләре аныҡ ине һәм эште асыуға дөрөҫ юл күрһәтте  

1937 йылдың 12 октябренән алып — ВКП(б)-ның Политбюроһы ағзалығына кандидат.

НКВД башлығында

үҙгәртергә
Нарком Ежов

В сверкании молний ты стал нам знаком,
Ежов, зоркоглазый и умный нарком.
Великого Ленина мудрое слово
Растило для битвы героя Ежова.

— Ҡаҙағстандың халыҡ шағиры Джамбул Джабаевтың шиғыры,
народного поэта Казахстана
в переводе К. Алтайского
1937 йылдың 20 декабрендә «Пионерская правда» гәзитендә баҫтырыла.
[17]

Шул уҡ авторҙарҙың «Песнь о батыре Ежове» йыры билдәле
[18].

ТЕЛЕГРАММА

ШИФР менән

МӘСКӘҮ. ВКП(б)-ның Үҙәк Комитеты.

Каганович, Молотов иптәштәргә һәм Үҙәк Комитеты Политбюроһының башҡа ағзаларына.

Беренсе. Ежов иптәште Накомвнудел вазифаһына тәғәйенләүҙе бик кәрәкле һәм ашығыс эш тип һанайбыҙ. Ягода троцкистар-зиновьевсылар блогын фашлау эшендә һис шикһеҙ юғары талаптарға яуап бирерлек дәрәжәлә булманы, был эштә 4 йылға һуңланы. Бының хаҡта бөтә партия хеҙмәткәрҙәре һәм Нарковнудел өлкә вәкилдәренең күпселеге һөйләй. Наркомвнуделда Ежовтың урынбаҫары итеп Аграновты ҡалдырырға мөмкин.…

Сталин. Жданов.

44-се һанлы

25/IX.36 йыл.

Алтынсы. Үҙенән-үҙе аңлашыла, Ежов Үҙәк Комитеты секретары булып ҡала.

1936 йылдың 25 сентябрендә ялда булған И. В. Сталин һәм А. А. Жданов Мәскәүгә киләһе йөкмәткеле шифротелеграмма ебәрәләр[19]:

  ВКП(б)-ның Үҙәк Комитеты. Каганович, Молотов иптәштәргә һәм Үҙәк Комитеты Политбюроһының башҡа ағзаларына. Беренсе.. Ежов иптәште Накомвнудел вазифаһына тәғәйенләүҙе бик кәрәкле һәм ашығыс эш тип һанайбыҙ. Ягода троцкистар-зиновьевсылар блогын фашлау эшендә һис шикһеҙ юғары талаптарға яуап бирерлек дәрәжәлә булманы, был эштә 4 йылға һуңланы. Бының хаҡта бөтә партия хеҙмәткәрҙәре һәм Нарковнудел өлкә вәкилдәренең күпселеге һөйләй. Наркомвнуделда Ежовтың урынбаҫары итеп Аграновты ҡалдырырға мөмкин.… КПК-ға килгәндә, Ежовты бер үк ваҡытта эшләргә ҡалдырып була, КПК буйынса Ежовтың беренсе урынбаҫары итеп Яковлев Яков Аркадьевичты ҡуйып булыр ине… Ежов беҙҙең тәҡдимдәр менән риза… Әлбиттә, Ежов Үҙәк Комитеты секретары булып ҡаласаҡ.  

1936 йылдың 26 сентябрендә СССР-ҙың эске эштәр халыҡ комиссары итеп тәғәйенләнә[20]. 1936 йылдың 1 октябрендә Ежов НКВД кбуйынса беренсе бойороҡҡа ҡул ҡуя, әлеге бойороҡҡа ярашлы Ежов нарком вазифа бурыстарын үтәй башлай.

Ежовтың ҡул аҫтында дәүләт именлеге органдары (СССР НКВД ГУГБ), милиция, шоссе юлдары һәм яңғындан һаҡлау идаралыҡтары була.

Яңы эш урынында Ежов советтарға ҡаршы эшмәкәрлектә, шпионлыҡта (РСФСР Енәйәт кодексының 58 статьяһы) шик тыуҙырған кешеләргә ҡаршы репрессиялар, партия «таҙартыуҙары», социаль, ойоштороу, ә һуңынан милләт буйынса массауи ҡулға алыуҙар һәм һөргөнгә ебәреү7`h менән шөғөлләнә. Был кампаниялар системалы рәүештә 1937 йылдың йәйенән башлана, уларға дәүләт именлеге органдарындағы әҙерләк репрессиялары үткәрелә: органдарҙы Ягоданың хеҙмәткәрҙәренән «таҙарталар». 1937 йылдың 2 мартында ВКП(б)-ның Үҙәк Комитеты пленумындағы докладында ул ҡул аҫтындағы хеҙмәткәрен ҡаты тәнҡитләй, агентура һәм тикшереү эштәрендәге уңышһыҙлыҡтарға күрһәтә. Пленум докладты хуплай һәм Ежовҡа НКВД органдарында тәртип булдырыуҙы йөкмәтә. 1936 йылдың 1 октябренән 1938 йылдың 15 авгусына тиклем дәүләт именлеге органдары хеҙмәткәрҙәренән 2273 кеше ҡулға алына, шул иҫәптән «контрреволюцион енәйәттәре» өсөн — 1862 кеше. 1937 йылдың 17 июлендә Ежов «Хөкүмәт заданиеларын үтәү буйынса НКВД органдары менән етәкселек итеү эшендә ҙур ҡаҙаныштары өсөн» Ленин ордены менән наградлана[21].

 
Н. И. Ежов —дәүләт именлеге генераль комиссары.

Тап Ежов ваҡытында урындағы НКВД органдарына разнарядкалар барлыҡҡа килә, уларҙа ҡулға алыу, һөрөү, атып үлтереү һәм төрмәләргә, лагерҙарға ултыртыу буйынса һандар бирелә.

 
Иркутск обкомы секретарының в.в.б. Филипповтың һәм Иркутск өлкәһе НКВД начальнигы Малышевтың беренсе категория буйынса лимитты арттырыу буйынса шифровкаһы (Политбюро ағзалары ҡултамғалары менән).

1937 йылдың 30 июлендә НКВД-ның 00447-се һанлы «Элекке кулактарҙы, енәйәтселәрҙе һәм башҡа советтарға ҡаршы элементтарҙы репрессиялау буйынса операция тураһында» бойороғона ҡул ҡуйыла[22].

Меңдәрсә эштәрҙе тиҙләтеү өсөн судтан тыш репрессив органдары ҡулланыла — СССР НКВД органдары һәм ССР Союзы прокуроры комиссияһы (комиссияға Ежов үҙе инә) һәм республикалар һәм өлкәләр кимәлендәге СССР НКВД тройкалары. 1937 йылдың ғинуарынан 1938 йылдың авгусына тиклем Ежов Сталинға ҡулға алыуҙар, карателдәр операцияларын үткәреү, теге йәки был репрессив акцияларҙы санкциялау буйынса, һорау алыу протоколдары менән буйынса яҡынса 10 000 махсус ҡулхат ебәрә. Шулай итеп, көнөнә 20-нән ашыу, күпселек осраҡта ярайһы ғына киң, документтар ебәрә. Сталин кабинеты журналынан Ежовтың 1937—1938 йылдарҙа башлыҡта 290 тапҡыр булған һәм дөйөм алғанда уның менән бергә 850 сәғәттән ашыу сәғәт үткәргәне билдәле. Был үҙенә күрә рекорд була: Сталин кабинетында Ежовтан йышыраҡ тик Молотов ғына булған[23].

 
Ежов (уңда), Сталин, Молотов, Ворошилов 1937 йылда һайлауҙарҙа.

Ежов «Ленин гвардияһын» сәйәси һәм физик юҡ итеүҙә мөһим роль уйнай. Ул НКВД башлығы булып эшләгән саҡта ВКП-ның Үҙәк Комитеты Политбюроһының элекке ағзалары репрессиялана: Ян Рудзутак, Станислав Косиор, Влас Чубарь, Павел Постышев, Роберт Эйхе, ил етәкселегенең элекке ағзаларына ҡаршы бер нисә асыҡ процестар үткәрелде, улар үлем хөкөмдәре менән тамамланды, айырыуса Икенсе Мәскәү процесы (1937 йылдың ғинуары), Хәрбиҙәр эше (1937 йылдың июне) һәм Өсөнсө Мәскәү процесы (1938 йылдың марты). Үҙенең эш өҫтәлендә Ежов Зиновьев , Каменев һәм башҡаларҙы атып үлтергән пуляларҙы һаҡлаған; әлеге пулялар һуңғараҡ тентеү ваҡытында табыла[24].

Репрессиялар барышында шәхсән үҙе язалауҙарҙа ҡатнаша[25].

Ежовтың разведка һәм контразведка өлкәһендәге эшмәкәрлеге тураһында мәғлүмәттәр ҡапма-ҡаршылыҡлы. Ул НКВД башлығы булған саҡта Парижда органдар тарафынан генерал Евгений Миллер урланғаны (1937 йыл) һәм Японияға ҡаршы бер нисә операция үткәрелеүе мәғлүм; сит илдәбер нисә үлтереү ойошторола, мәҫәлән, Ежовтың етәкселегендә украин милләтселәренең лидеры Евгений Коновалецты юҡ итеү буйынса операция үткәрелә (Нидерландта 1938 йылдың май айында үлтерелә)[26][27].

Ежовтың «дошмандарҙы» аяуһыҙ фаш итеүсе кеше итеп күрһәткән үҙенсәлекле культы барлыҡҡа килә. 1937—1938 йылдарҙа Ежов — иң көслө совет етәкселәренең береһе була, ысынында илдә Сталиндан, Молотовтан һәм Ворошиловтан һуң дүртенсе кеше[28]. Ежовтың портреттары гәзиттәрҙә баҫтырылып сығарыла һәм митингыларҙа күренә. Борис Ефимовтың «Стальные Ежовы рукавицы» плакатының ике версияһы ла киң билдәле була[29][30]. Ҡаҙаҡ аҡыны Джамбул Джабаев исеме аҫтында «Нарком Ежов тураһында баллада» нәшер ителә (ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, «тәржемәсе» Константин Алтайскийҙың ижад емеше). Даими эпитеттары — «Сталин наркомы», «Халыҡ иркәһе».

Ежов телде тойомлап, бик оҫта яҙа белеүсе кеше була:

  Ежовтың эшен тикшергән саҡта мине уның яҙма аңлатмаларының стиле ғәжәпләндергәнен иҫләйем. Николай Ивановичтың тулы булмаған башланғыс белеме генә булыуын белмәһәм, уны ошолай шыма итеп яҙа алған, шундай һүҙҙе яҡшы тоя белгән уҡымышлы кеше тип уйлар инем. Эшмәкәрлегенең масштабы ла аптырата. Тап ошо килбәтһеҙ, наҙан кеше Беломорканалдың (был «эште» Ягода башлай), Төньяҡ диңгеҙ юлының, БАМдың төҙөлөшөн ойоштора бит.
— Уколов А. Т., Рәсәй Федерацияһының Юғары суды хәрби коллегияһы рәйесе
Ежовтың һәм Абакумовтың эшен ҡарау буйынса[31]
 


Ул 1938 йылдың 8 апрелендә ул бер үк ваҡытта Һыу транспорты халыҡ комиссары итеп тәғәйенләнә, был вазифа буласаҡ йәбергә ишара була. 1938 йылдың авгусында НКВД буйынса беренсе урынбаҫары һәм Дәүләт именлегенең Баш идаралығы начальнигы итеп Лаврентий Берия тәғәйенләнә.

1938 йылдың 19 ноябрендә Политбюрола Иванов өлкәһе буйынса НКВД идаралығы начальнигы В. П. Журавлев тарафынан (һуңғараҡ Мәскәү һәм Мәскәү өлкәһе буйынса НКВД начальнигы вазифаһына күсерелә) Ежов өҫтөнән яҙылған ялыуы тикшерелгәндән һуң 23 ноябрҙә Ежов Политбюроға һәм шәхсән Сталин исеменә отставка һорап ғариза яҙа, ул үҙен ҡарап еткермәү арҡаһында НКВД-ға һәм прокуратураға үтеп ингән төрлө «халыҡ дошмандарының» ҡоротҡос эшмәкәрлеге өсөн яуаплы итеп таный. Ул НКВД-ның бер нисә разведчиктарының һәм ябай хеҙмәткәрҙәренең сит илгә ҡасыуы өсөн ғәйепте үҙ өҫтөнә ала (1938 йылда Алыҫ Көнсығыш крайы буйынса НКВД полпреды Генррих Люшков Японияға ҡаса, ошо уҡ ваҡытта УССР НКВД-һы начальнигы билдәһеҙ йүнәлештә юғала, ә Ежовтың иң яҡын арҡаҙашы — Ленинград УНКВД-һы начальнигы М. И. Литвин үҙ-үҙен атып үлтерә)[32] Тиҙ арала ҡулға алыныуын һиҙгән Ежов Сталиндан «70 йәшлек әсәһенә теймәҫкә» үтенә. Шул уҡ ваҡытта Ежов үҙ эшмәкәрлегенә ошондай һығымта яһай: «Бөтә ошо ҙур етешһеҙлектәргә һәм хаталарға ҡарамаҫтан Үҙәк Комитетының көндәлек етәкселеге аҫтында НКВД дошмандарҙы бик ҡаты ҡыйратты, тип әйтә алам…»[33].

1938 йылдың 9 декабрендә «Правда» һәм «Известия» гәзиттәре киләһе белдереүҙе баҫтырып сығара: «Ежов Н. И. иптәш, үҙенең үтенесе буйынса, Һыу транспорты халыҡ комиссары булып ҡалдырыу шарттарында эске эштәр наркомы вазифаһынан бушатыла». Ежовты Грузия ССР-ының Компартияһы Үҙәк Комитеты беренсе секретары вазифаһынан НКВД-ға күсерелгән Лаврентий Берия алыштыра, ул 1938 йылдың сентябренән 1939 йылдың ғинуарына тиклем НКВД-ла, прокуратурала һәм судтарҙа киң масштаблы ҡулға алыуҙар үткәрә.

1939 йылдың 21 ғинуарында Ленин вафатының 15-йыллығына бағышланған тантаналы ултырышҡа саҡырыла, әммә ВКП(б)-ның XVIII съезына делегат итеп һайланмай.

Ҡулға алыу һәм үлеме

үҙгәртергә

1939 йылдың 10 апрелендә Берияның һәм Маленковтың ҡатнашлығында (Маленковтың кабинетында) ҡулға алына. Судоплатовтың раҫлауынса, Ежовтың эшен шәхсән үҙе Берия һәм уның иң яҡын көрәштәше Богдан Кобулов алып бара[34]. СССР НКВД-һының Суханов махсус төрмәһендә тотола.

Ғәйепләү хөкөмөнә ярашлы, «дәүләт түңкәрелешен әҙерләгән саҡта Ежов үҙенең заговор буйынса фекерҙәштәре аша террористик кадрҙар әҙерләй һәм уларҙы уңайы сыҡҡан осраҡта файҙаланырға ниәтләй. Ежов һәм енәйәттәштәре Фриновский, Евдокимова һәм Дагин 1938 йылдың 7 ноябренә Мәскәүҙәге Ҡыҙыл Майҙанда демонстрация ваҡытында партия һәм дәүләт етәкселәренә ҡаршы террористик акциялар ойоштороуҙы сағылдырған фетнә әҙерләнеләр, тип әйтеп була»[33].

Бынан тыш, Ежов совет закондары буйынса эҙәрлекләнгән гомосексуализмда ғәйепләнә[35]. 1939 йылдың 24 апрелендә Ежов, гомосексуаль бәйләнештәрен танып, ғариза яҙа. Ежов исемләгән кешеләр араһында күренекле театр эшмәкәре Я. И. Боярский, билдәле партиялы Ф. И. Голощекин, дивизия комиссары В. К. Константинов, һаҡсы И. Н. Дементьев күрһәтелә. Уларҙың барыһы ла ҡулға алына һәм атып үлтерелә[36][37].

Тикшереү ваҡытында һәм судта Ежов бөтә ғәйепләүҙәрҙе кире ҡаға һәм үҙенең берҙән-бер хатаһы тип дәүләт именлеге органдарын «халыҡ дошмандарынан әҙ таҙартыуын» таный[38]:

  Мин 14 000 чекисты фашланым, әммә уларҙы бик аҙ фашлауымда минең бик ҙур ғәйебем бар.  

Судтағы һуңғы һүҙендә лә Ежов ошондай белдереү яһай[38]:

  Алдан үткәрелгән тикшереүҙә лә, судта ла мин шпион түгелмен, мин террорист түгелмен, тип әйттем, әммә миңә ышанманылар һәм миңә ҡарата бик ныҡ туҡмауҙар ҡулландылар. Үҙемдең егерме йыллыҡ партия тормошомда мин дошмандар менән намыҫлы көрәштем һәм дошмандарҙы юҡ иттем. Мине атып үлтерерлек башҡа енәйәттәрем дә бар, һәм мин улар тураһында һуңынан әйтермен, әммә ғәйепләү хөкөмө буйынса миңә тағылған енәйәттәрҙе мин эшләмәнем һәм уларҙа ғәйепле түгелмен… Эсеп йөрөүемде кире ҡаҡмайым, әммә мин эш үгеҙе һымаҡ эшләнем… Әгәр мин хөкүмәт ағзаларына террористик акт башҡарырға теләгән булһам, был әшәке эште һә тигәнсе эшләр инем…  

1940 йылдың 3 февралендә Николай Ежов СССР Юғары суды Хәрби коллегияһы ҡарары буйынса атып үлтереүгә хөкөм ителә; хөкөм икенсе көндө, 4 февралдә, СССР Юғары суды Хәрби коллегияһы бинаһында башҡарыла[6]. Судоплатов раҫлауынса, "атыуға алып барған саҡта ул "Интернационал"ды йырлап барҙы"[34]. Кәүҙәһе Дон крематорийында яндырыла.

Өҫтә: Ежов Сталин, Молотов, Ворошилов менән Мәскәү — Волга каналында. Аҫта: «Тимер накомдың» юғалыуы.

Ежовтың ҡулға алыныуы һәм атып үлтерелеүе тураһында совет матбуғатында хәбәр ителмәй; ул бер ниндәй аңлатмаһыҙ юҡҡа сыға. 1939 йылда уның хөрмәтенә исемләнгән Ежово-Черкесск ҡалаһы Черкесск ҡалаһы тип үҙгәртелә, ҡайһы бер «тарихи» фотоларҙан уның һүрәте юҡҡа сыға. "ВКП(б)-ның Ҡыҫҡа курсы"ның беренсе баҫмаһында (1938) Ежов тураһында телгә алыу осраҡтары 1939 йылдан алып яңы баҫмаларҙа телгә алынмай.

1988 йылда СССР Юғары суды Хәрби коллегияһы Ежовты аҡлауға хоҡуғы юҡ тип таба[39].

  • Беренсе ҡатыны Титова Антонина Алексеевна (1897—1988), 1919 йылда (башҡа мәғлүмәттәр буйынса 1921), 1930 йылда айырылышалар[40].
  • Икенсе ҡатыны — Ежова Евгения (Суламифь) Соломоновна, ирен ҡулға алғанға тиклем үҙенә-үҙе ҡул һала.
  • Ежовтарҙың аҫрауға алынған балалары — Наталья Хаютина, ата-әсәһе ҡулға алынғандан һуң балалар йортона урынлаштырыла. Үҙгәртеп ҡороу йылдарында атаһын аҡларға тырыша[41].
  • Ағаһы — Иван Иванович Ежов (1897—1940), ҡулға алына һәм атып үлтерелә[42].
  • Апаһы — Евдокия Ивановна Ежова (1893—1958), кейәүҙә Бабулина. Мәскәүҙә йәшәне.[43][44].

Наградалары

үҙгәртергә
  • Ленин ордены — «хөкүмәт заданиеларын үтәүсе нквд органдары етәкселеге буйынса эштәр уңыш өсөн» (июль 1937)[12]
  • «Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияның ХХ-йыллығы» юбилей миҙалы (22.02.1938)
  • «Почетлы чекист» күкрәк билдәһе[45]
  • Ҡыҙыл Байраҡ Ордены (Монголия)[46].

1941 йылдың 24 ғинуарындағы СССР-ҙың Юғары Советы Президиумы Указына ярашлы СССР дәүләт наградаларынан һәм махсус званиеһынан мәхрүм ителә[39].

Ежов образы кинола

үҙгәртергә
  • 1968 — Пинкас Браун (Pinkas Braun) («Тухачевскийҙың ҡолатылыуы» / Der Fall Tuchatschewskij (ФРГ)
  • 1990 — Николай Ферапонтов («Бухарин — халыҡ дошманы», СССР)
  • 1992 — Матьяш Устич (мадьярса  Usztics Mátyás) («Сталин», США — Венгрия — Рәсәй)
  • 2004 — Андрей Смоляков («Арбат балалары», Рәсәй)
  • 2006 — Юрий Черкасов («Яманлыҡтан таң ҡалыу», Рәсәй)
  • 2006 — Сергей Перевозкин («Сталин. Live», Рәсәй)[47]
  • 2010 — Олег Васильков («Тухачевский. Маршал заговоры», Рәсәй)
  • 2011 — Александр Сендерович («Отель Люкс», ФРГ)
  • 2012 — Тимофей Трибунцев («Тәфтишсе Никитин эше», Рәсәй)
  • 2015 — Игорь Арташонов («Власик. Сталиндың күләгәһе», сериал, Рәсәй)
  • 2017 — Юрий Круглов («Иблисҡа һунар», сериал, Рәсәй)[48].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 Deutsche Nationalbibliothek Record #119495465 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  2. 2,0 2,1 Литовский государственный исторический архив
  3. Nikolai Yezhov // Find a Grave (ингл.) — 1996.
  4. 4,0 4,1 http://www.katiousa.gr/istoria/nikolai-giezof-o-nanos-tis-nkvd-kai-oi-ekkathariseis-tou-1936-1938/
  5. Ежов Николай Иванович
  6. 6,0 6,1 [Зенькович Н. А. «Самые закрытые люди. Энциклопедия биографий» — М., ОЛМА-ПРЕСС Звездный мир, 2004, с. 143.]
  7. Ежов, Николай Иванович. Официальная справка члена ЦК // «Известия ЦК КПСС» — июнь 1990. — № 7 (306). — цит. по Исторический проект «Хронос. Всемирная история в интернете» (www.hrono.info) (Тикшерелеү көнө: 19 декабрь 2013)
  8. Петров Н. В., Скоркин К. В., 1999
  9. Петров Н. В., Скоркин К. В., 1999, цит. по Чепраков В. Г. Новое в биографии палача Н. И. Ежова.
  10. 10,0 10,1 10,2 10,3 Павлюков А., 2007
  11. Млечин Л. М., 2010, [1]
  12. 12,0 12,1 12,2 12,3 12,4 12,5 Колпакиди А. И., Серяков М. Л., 2002, ЕЖОВ Николай Иванович. (Ҡалып:Архивировано)
  13. 13,0 13,1 Джагфаров Н., Осипов В., Чиликова Е. Николай Ежов: хроника преступлений // «Простор» — 2002. — № 6. 2020 йыл 22 октябрь архивланған.
  14. Мочаев, 2007, с. 119
  15. Михайлова Светлана. Семипалатинск в ежовых рукавицах // Газета «Экспресс К» — Казахстан — 28.04.2006. — № 77 (15979) 2013 йыл 21 декабрь архивланған.
  16. Хлевнюк О. В., 2012, С. 263−264
  17. Джамбул Джабаев. Нарком Ежов / Пер. с казахского К. Алтайский. // Газета «Пионерская правда». — 20 декабря 1937. — № 171(1989). — С. 3. — цит. по Сайт «Старые газеты» (www.oldgazette.ru) (Тикшерелеү көнө: 19 декабрь 2013) 2008 йыл 5 октябрь архивланған.
  18. Джамбул. «Песнь о батыре Ежове» / Пер. с каз. К. Алтайского, 1937. — цит. по Сайт «Nomad (Кочевник)» (www.nomad.su), 13.07.2002. 2018 йыл 11 февраль архивланған.
  19. Жуков Ю. Н. Иной Сталин. — М.: Вагриус, 2008. — С. 269—270.
  20. Сам Ягода был перемещён на пост наркома связи, а в 1937 году арестован. В феврале 1938 года он предстал на Третьем московском процессе, где был обвинён в сотрудничестве с иностранными разведками и убийстве Максима Горького. — см. Буровский А. 1937. Контрреволюция Сталина — М.: Яуза, Эксмо, 2009. — 288 с. — ISBN 978-5-699-37548-6.
  21. Колпакиди А. И. (автор-составитель). Энциклопедия секретных служб России. — М.: ООО «Издательство Астрель», 2004. — 800 с. — 10 000 экз. — ISBN 5-271-07368-8.
  22. Оперативный приказ Народного Комиссара Внутренних Дел Союза ССР № 00447 от 30.07.1937 «Об операции по репрессированию бывших кулаков, уголовников и др. антисоветских элементов». — АП РФ, 3−58−212, л. 55−78. — цит. по Сайт Международного общества «Мемориал» / Правозащитного центра «Мемориал» (www.memo.ru) (Тикшерелеү көнө: 19 декабрь 2013)
  23. Хлевнюк О. В., 2012, С. 299, 340
  24. Документы о деятельности Н. И. Ежова, Рапорт помощника начальника 3 спецотдела НКВД капитана государственной безопасности Щепилова об обыске в квартире арестованного Ежова Николая Ивановича в Кремле от 11 апреля 1939. (Скачать [2]): «… в пакете находилось четыре пули (три от патронов к пистолету «Наган» и одна, по-видимому, к револьверу «Кольт»). Пули сплющены после выстрела. Каждая пуля была завёрнута в бумажку с надписью карандашом на каждой «Зиновьев», «Каменев», «Смирнов» (причём в бумажке с надписью «Смирнов» было две пули)».
  25. Куртуа С., Верт Н., Панне Ж-Л., Пачковский А., Бартосек К., Марголин Дж-Л. Чёрная книга коммунизма = Le Livre Noir du Communisme. — М.: Три века истории, 2001. — С. 199. — 864 с. — ISBN 2-221-08-204-4.
  26. Судоплатов, П. А. Спецоперации. Лубянка и Кремль 1930–1950 годы / Глава I. Начало. — Военная литература, 1997.
  27. Дамаскин, Игорь. 100 великих операций спецслужб. — М.: Вече, 2006. — 508 с. — ISBN 5-9533-0732-2.
  28. Николай Ежов. Программа радиостанции «Эхо Москвы» - «Именем Сталина» (6 август 2008).
  29. Ежовы рукавицы, один. Архивировано 24 июнь 2012 года. 2012 йыл 1 март архивланған.
  30. Б. Ефимов Ежовы рукавицы, два. Архивировано 24 июнь 2012 года.
  31. Дело «железного наркома». «Труд» (9 декабрь 1999). Дата обращения: 19 июль 2017.
  32. Литвин М.И., Правозащитники Против Пыток (14 ғинуар 2015). 24 ноябрь 2018 тикшерелгән.
  33. 33,0 33,1 Документы о деятельности Н. И. Ежова, Заявление Н. И. Ежова об отставке в Политбюро ЦК ВКП(б) от 23 ноября 1938 года. (Скачать [3])
  34. 34,0 34,1 Полянский А. И. Ежов. История «железного» сталинского наркома. — М.: Вече, АРИА-АиФ, 2001. — 400 с. — (Особый архив). — 7000 экз. — ISBN 5-7838-0825-3. Архивировано 9 март 2013 года.; ISBN 5-93229-112-5.
  35. Иоффе Г., 2004
  36. Петров Н. В., Янсен М. Заявление арестованного Н. И. Ежова в Следственную часть НКВД СССР. 24 апреля 1939 г. // «Сталинский питомец» — Николай Ежов. — М.: Фонд Первого Президента России Б. Н. Ельцина/ Российская политическая энциклопедия, 2009. — С. 365—366. — 464 с. — (История сталинизма). — 2000 экз. — ISBN 978-5-8243-0919-5.
  37. В антисоветских целях занимался мужеложеством // © Журнал «Коммерсантъ Власть» — 17.11.2003. — № 45. — С. 74.; Сайт «Kommersant.ru» — 17.11.2003.
  38. 38,0 38,1 Документы о деятельности Н. И. Ежова, Последнее слово Н. И. Ежова на судебном процессе 3 февраля 1940 года (Скачать [4])
  39. 39,0 39,1 Сталин. Диктатор в «зеркале» иностранной прессы / Сост. В. Л. Телицын, А. В. Новиков, В. Ю. Иванов; Под общ. ред. В. Л. Телицына; Коммент. В. Н. Шепелев, В. Л. Телицын. — М.: Олма-пресс, 2006. — 319 с. — (Сталин и время) — С. 314. — ISBN 5-224-05555-5
  40. Петров Н., Янсен М. «Сталинский питомец» — Николай Ежов. — Москва: РОССПЭН, Фонд Первого Президента России Б. Н. Ельцина, 2008. — С. 436. — 447 с. — 2000 экз. — ISBN 978-5-8243-0919-5.
  41. Муромский В. Дочь наркома // «Наша Пенза» (газета) — 1998. — № 47.
  42. Мартиролог 1918—1953, И. И. Ежов
  43. Зенькович Н. А. Самые секретные родственники. — М.: ОЛМА-ПРЕСС, 2005. — 512 с. — ISBN 5-94850-408-5. — С. 121.
  44. Петров Н., Янсен М. «Сталинский питомец» — Николай Ежов. — Москва: РОССПЭН, Фонд Первого Президента России Б. Н. Ельцина, 2008. — С. 413. — 447 с. — 2000 экз. — ISBN 978-5-8243-0919-5.
  45. Вергасов Ф. Николай Иванович Ежов // Сайт «Псевдология» (Тикшерелеү көнө: 19 декабрь 2013)
  46. Ежов Николай Иванович // Справочник по истории Коммунистической партии и Советского Союза 1898−1991 (knowbysight.info) (Тикшерелеү көнө: 19 декабрь 2013)
  47. Перевозкин Сергей Петрович.
  48. Охота на дьявола. Актёры и роли. Hotspur.ru. Дата обращения: 1 май 2017.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
Алдан килеүсе:
Москвин, Иван Михайлович
заведующий Отделом административно-хозяйственных и профсоюзных кадров ЦК ВКП(б)
14.11.1930 — 10.3.1934
Һуңынан килеүсе:
образование Отдела руководящих партийных органов (ОРПО) ЦК ВКП(б),
Булатов, Дмитрий Александрович, как заведующий ОРПО
Алдан килеүсе:
отдел образован XVII съездом ВКП(б)
заведующий Промышленным отделом ЦК ВКП(б)
10.3.1934 — 9-10.3.1935
Һуңынан килеүсе:
Андреев, Андрей Андреевич
Алдан килеүсе:
Булатов, Дмитрий Александрович
заведующий Отделом руководящих партийных органов (ОРПО) ЦК ВКП(б)
9-10.3.1935 — 4.2.1936
Һуңынан килеүсе:
Маленков, Георгий Максимилианович

Ҡалып:Руководители КПСС Ҡалып:Секретариат ЦК ВКП(б) (1934-1939) Ҡалып:Руководители органов ГБ СССР Ҡалып:Руководители ОВД России Ҡалып:НКВД СССР