ОКАТО́ коды, ОКАТО́ һаны (рус. Общероссийский классификатор административно-территориальных объектов һүҙҙәренән ҡыҫҡартма) — Рәсәй Федерацияһының барлыҡ төбәктәре һәм тораҡ пункттарының дөйөм төркөмләүсе исемлеге; статистика һәм иҡтисад кеүек өлкәләрҙә мәғлүмәтте ышаныслы, сағыштырырлыҡ һәм автоматик рәүештә эшкәртеү өсөн булдырылған.

Иҫәп-теркәү берәмектәре үҙгәртергә

ОКАТО исемлегенә түбәндәге теркәү административ бүленеш берәмектәре инә:

  • республикалар
  • крайҙар
  • өлкәләр
  • Федераль әһәмиәткә эйә булған ҡалалар
  • автономлы өлкәләр
  • автономлы округтар
  • райондар
  • ҡалалар
  • ҡала райондары һәм округтары
  • ҡала тибындағы ҡасабалар
  • ауыл советтары
  • ауыл тораҡ пункттары (ауылдар, ҡасабалар, утарҙар, станицалар һ.б.)

Административ бүленеш берәмектәре исемлектә иерархия рәүешендә төркөмләнә.

Берәмектәренең барыһы ла административ бүленеш буйынса төркөмдәргә бүленә; был төркөмдәр административ буйһоноу буйынса өс классификация кимәленә ҡарай. Билдәле кимәлгә ингән һәр берәмек үрге кимәлгә ҡараған ярашлы берәмеккә туранан-тура буйһона.

Классификацияның беренсе кимәленә федерал әһәмиәткә эйә булған берәмектәр ҡарай:

  • республикалар
  • крайҙар
  • өлкәләр
  • Федераль әһәмиәткә эйә булған ҡалалар
  • автономлы өлкәләр
  • * Рәсәй Федерацияһы составына ингән автономлы округтар.

Икенсе кимәлгә түбәндәгеләр ҡарай:

  • край йәиһә өлкә составына ингән автономлы округтар
  • Республика, край, өлкә, автономлы өлкә, Рәсәй Федерацияһы составына ингән автономлы округ райондары; ҡала-эсе райондары, Федераль әһәмиәткә эйә булған ҡала округтары
  • республика, край, өлкәлргә буйһонған ҡалалар һәм ҡасабалар.

Өсөнсө кимәлгә түбәндәгеләр ҡарай:

  • республика, край, өлкәләргә буйһонған ҡалаларҙың эске райондары һәм округтары
  • районға буйһонған ҡалалар
  • районға буйһонған ҡала тибындағы ҡасабалар
  • ауыл советтары.

Ауыл тораҡ пункттары өсөнсө кимәл берәмектәре эсендә танытыла.

ОКАТО һаны төҙөлөшө миҫалы үҙгәртергә

Миҫал өсөн, Учалы районының Ҡарт Муйнаҡ ауылының ОКАТО һаны — 80 253 884 004. Был һан ошондай өлөштәрҙән төҙөлгән:

  • 80 (1-се һәм 2-се һан урыны) — Башҡортостан Республикаһы;
  • 2 (3-сө урын) — «район» билдәһе (классификацияның өсөнсө кимәле) — бынан һуң район тураһында мәғлүмәт бирелә;
  • 53 (4-се һәм 5-се урын) — Учалы районы коды;
  • 8 (6-сы урын) — «ауыл советы» билдәһе — бынан һуң ауыл советы тураһында мәғлүмәт бирелә;
  • 84 (7-се һәм 8-се урын) — Туңғатар ауыл советы коды;
  • 004 (9-сы, 10-сы һәм 11-се урын) — Ҡарт Муйнаҡ ауылын танытҡан код.

Һылтанмалар үҙгәртергә