Юлғотло Фәйзуллин

башҡорт казагы, 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусы

Юлғотло Фәйзуллин — 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусы, башҡорт казагы[1].

Юлғотло Фәйзуллин
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
Тыуған урыны Лағыр
Социаль синыф казактар
Һуғыш/алыш Ватан һуғышы

Биографияһы үҙгәртергә

Юлғотло Фәйзуллин 1778—1782 йылдар арауығында Лағыр ауылында тыуған, сөнки 1836 һәм 1840 йылғы формуляр исемлек буйынса 58 йәштә тип күрһәтелә. 8-се Башҡорт кантонының 9-сы йортонда йәшәй. 1812 йылғы Ватан һуғышы башланғас, 8-се кантонда 11-се Башҡорт атлы полкы ойошторола, шулай уҡ 8-се, 5-се, 4-се кантондар башҡорттары 4-се Башҡорт атлы полкында хеҙмәт итә. 4-се полк хәрби хәрәкәттәрен Парижда тамамлай, йәғни 8-се кантон яугирҙары Наполеон менән һуғышта мөһим йүнәлештәге хәрби хәрәкәттәрҙә һәм ҙур алыштарҙа ҡатнаша. Документтар раҫлауынса, 8-се башҡорт кантоны башҡорттары шулай уҡ 2-се, 7-се, 18-се башҡорт полктары составында ла һуғыша. 8-се кантонға хәҙерге Салауат районына ҡараған Илтәй, Ахун, Лағыр, Ҡарағол, Шағанай, Әлкә, Иҙрис ауылдары ингән 9-сы йорт та (команда) керә. Әммә архив материалдары һәм сығанаҡтарҙың наҡыҫ булыуы сәбәпле, Юлғотло Фәйзуллиндың аныҡ ҡына ҡайһы полкта хеҙмәт итеүе билдәһеҙ, шуға ҡарамаҫтан, уның формулыр исемлектә булыуы 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813—1814 йылдарҙағы Наполеонға ҡаршы һәм сит ил походтарында ҡатнашыу ихтималлығын күрһәтә[1].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Сығанаҡтар үҙгәртергә