Оло таш

иҫтәлекле урын

Оло таш — Лағыр ауылына көньяҡтан ингән урында юлдың һул яғында ятҡан таш.

Оло таш
Урын Лағыр
 

Салауат районының Лағыр ауылына Лаҡлы айырмаһы яғынан ингән юлдың һул яғында урынлашҡан ҙур таш. Халыҡ араһында йәшәгән легендаларҙа уны башҡорт ихтилалдары осорона бәйләйҙәр. Элек ошо юлдан каторжандарҙы Себергә ҡыуғандар, хәҙер ҙә был юлды «Каторжан юлы» йәки «Этап юлы» атайҙар. Ҡараһаҡал ихтилалы йылдарында ошо урында арестанттар конвоирҙарға ташланып, уларҙы үлтереп ҡасырға уйлаған. Конвоирҙар әсирҙәрҙең күбеһен ҡырған, ҙур соҡор ҡаҙып, мәйеттәр менән бергә яралыларҙы ла, тереләрҙе лә бергә күмгән һәм өҫтөнә оло таш ултыртып, баҫырып ҡуйған. Юлдағы ошо ваҡиға тураһында борон, «ҡан йылға булып аҡты», тип һөйләгәндәр. Ошонан алып был урынды «насар урын» тип йөрөтәләр, хатта төндәрен унда ыңғырашҡан, илаған, ат тояҡтары тауышы ишетелә, тиҙәр[1].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә