Яҡшығол Ҡаҙыбаев
Яҡшығол Ҡаҙыбаев — 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусы, башҡорт казагы[1].
Яҡшығол Ҡаҙыбаев | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй империяһы |
Тыуған урыны | Лағыр |
Социаль синыф | казактар |
Һуғыш/алыш | Ватан һуғышы |
Биографияһы
үҙгәртергәЯҡшығол Ҡаҙыбаев 1784—1788 йылдар арауығында Лағыр ауылында тыуған, сөнки 1836 һәм 1840 йылғы формуляр исемлек буйынса 52 йәштә тип күрһәтелә. 8-се Башҡорт кантонының 9-сы йортонда йәшәй. 1812 йылғы Ватан һуғышы башланғас, 8-се кантонда 11-се Башҡорт атлы полкы ойошторола, шулай уҡ 8-се, 5-се, 4-се кантондар башҡорттары 4-се Башҡорт атлы полкында хеҙмәт итә. 4-се полк хәрби хәрәкәттәрен Парижда тамамлай, йәғни 8-се кантон яугирҙары Наполеон менән һуғышта мөһим йүнәлештәге хәрби хәрәкәттәрҙә һәм ҙур алыштарҙа ҡатнаша. Документтар раҫлауынса, 8-се башҡорт кантоны башҡорттары шулай уҡ 2-се, 7-се, 18-се башҡорт полктары составында ла һуғыша. 8-се кантонға хәҙерге Салауат районына ҡараған Илтәй, Ахун, Лағыр, Ҡарағол, Шағанай, Әлкә, Иҙрис ауылдары ингән 9-сы йорт та (команда) керә. Әммә архив материалдары һәм сығанаҡтарҙың наҡыҫ булыуы сәбәпле, Яҡшығол Ҡаҙыбаевтың аныҡ ҡына ҡайһы полкта хеҙмәт итеүе билдәһеҙ, шуға ҡарамаҫтан, уның формуляр исемлектә булыуы 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813—1814 йылдарҙағы Наполеонға ҡаршы һәм сит ил походтарында ҡатнашыу ихтималлығын күрһәтә[1].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Башкиры 8-го кантона в Отечественной войне 1812 г. 2021 йыл 4 март архивланған.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башкиры 8-го кантона в Отечественной войне 1812 г. 2021 йыл 4 март архивланған.