Миһранов Ғәлимулла Ғимран улы

педагог һәм йәмәғәт эшмәкәре, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған уҡытыусыһы

Миһранов Ғәлимулла Ғимран улы (19242005) — педагог һәм йәмәғәт эшмәкәре, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, миномётчик, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1963). «Почёт билдәһе» ордены (1972) кавалеры[1].

Миһранов Ғәлимулла Ғимран улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 15 октябрь 1924({{padleft:1924|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})
Тыуған урыны Лағыр, Салауат районы
Вафат булған көнө 2005
Вафат булған урыны Урмансы ауылы, Лаҡлы ауыл советы, Салауат районы, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Һөнәр төрө мәктәп уҡытыусыһы
Хәрби звание лейтенант
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған уҡытыусыһы «Почёт Билдәһе» ордены Ватан һуғышы ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Ғәлимулла Ғимран улы Миһранов 1924 йылдың 15 октябрендә Башҡорт АССР-ының Мәсәғүт кантоны биләмәһенә ҡараған (хәҙерге — Салауат районы) Лағыр ауылында тыуа. Әсәһе йәшләй вафат була.

Атаһы Ғимран Миһран улын «Башташ» колхозы рәйесе итеп тәғәйенләгәс, башланғыс белемде Ғәлимулла Башташ (Илсекәй) мәктәбендә ала.

1939 йылда Лағыр ете йыллыҡ мәктәбен тамамлағас, Мәсәғүт педагогия техникумына уҡырға инә, уны 1942 йылда тамамлай.

1943 йылдың 25 февралендә Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына саҡырыла, Одесса хәрби пехота училищеһына уҡырға ебәрелә.

Йәш лейтенант 1943 йыл апрелендә 17-се һауа-десант бригадаһы составында Белоруссияны гитлерсыларҙан азат итеүҙә ҡатнаша, бер нисә тапҡыр дошман тылына төшә. 82 миллиметрлы миномёт атыусыһы була.

«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнә[2].

1945 йылдың 5 декабрендә, СССР Юғары Советы Президиумы Бойороғона ярашлы, демобилизациялана. Фронтовик йәш яугир-педагогты Урмансы башланғыс мәктәбенә уҡытыусы итеп тәғәйенләйҙәр. Ситтән тороп уҡыу бүлегендә Мәсәғүт уҡытыусылар институтын тамамлай.

Бер нисә йылдан һуң Салауат районы мәғариф бүлегенә инспектор итеп саҡырыла.

1950 йылдың авгусында Урмансы ете йыллыҡ мәктәбе директоры һәм рус теле уҡытыусыһы була. 1950 йылдан КПСС ағзаһы.

1964 йылда ситтән тороп Бөрө педагогия институтын тамамлай.

1967—1969 йылдарҙа Ҡалмаҡол урта мәктәбендә директор булып эшләй. Ғаилә хәле буйынса, ҡабат Урмансы ауылына ҡайта, һәм 1985 йылда хаҡлы ялға киткәнсе, Урмансы һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә директор, рус теле уҡытыусыһы булып эшләй.

Мәрфуға Шаһи ҡыҙы менән 5 бала үҫтерәләр: Рима (1949—2010), Рим (1953), Нәғимулла (1954), Райхана (1957—2021), Лилиә (1960—2007).

Наградалары

үҙгәртергә
  • Л. К. Галинурова. Заслуженные учителя Российской Федерации в Республике Башкортостан
  • Земля салаватская, земля батыра./ Автор-составитель: Сабирьянова С. Г. — Уфа: АН РБ, Гилем, 2010. — 400 с. (рус.)
  • Ләйсән Йәһүҙина. Яҡты эҙе ҡалды. Йүрүҙән. 38-39 һаны, 7 май, 2005 йыл.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Земля салаватская, земля батыра./ Автор-составитель: Сабирьянова С. Г. — Уфа: АН РБ, Гилем, 2010. — 400 с. (рус.)
  2. Память народа. Мигранов Галимулла Гимранович
  3. Память народа. Мигранов Галимулла Гимранович