Лағыр һаҙлығы
Лағыр һаҙлығы — уйһыу һаҙлыҡ, тәбиғәт ҡомартҡыһы, Әй йылғаһы бассейнында урынлашҡан. Салауат районы Лағыр ауылының төньяҡ-көнбайышында, 1 км алыҫлыҡта ята. Дөйөм майҙаны 1,6 мең гектар, торфтың уртаса ҡалынлығы 5,3 метр.
Лағыр һаҙлығы | |
55°15′45″ с. ш. 58°26′41″ в. д.HGЯO | |
Ил | ![]() |
Регион | Башҡортостан |
Майҙаны | 1,6 мең га км² |
Лағыр һаҙлығы дәүләт тарафынан һаҡланыла, тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иғлан ителгән[1][2], унда көтөү йөрөргә тейеш түгел. Һаҙлыҡта Башҡортостандың Ҡыҙыл китабына ингән үләндәр, сәскәләр үҫә, ҡоштар төйәкләнә. Бында еләк-емеш, үлән йыйырға, бесән сабырға рөхсәт ителә.Туйыныуы ҡатнаш.
Флора һәм фаунаҮҙгәртергә
Аҡ ерек, көлһыу тал, тәлгәш ҡайын, тәпәш ҡайын, мүктәр үҫә; үҫемлектәрҙең Башҡортостан Республикаһыны Ҡыҙыл китабына индерелгән һирәк төрҙәре: бейек бетүлән, ҡоба тал, тутлы схенус, хуш еҫле кәкүк әшәлсәһе, һаҙанаҡ, һаҙ баҙыҡайы һәм башҡалар үҫә. Һаҙлыҡта уникаль бейек мүкле ҡарағайлыҡ һаҡланған. Йылға ҡондоҙо, көйөлдөләр, мышы, һоро торна һәм башҡалар йәшәй.
ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә
- ↑ Экологичиеский портал Республики Башкортостан
- ↑ Управлении Федеральной службы по надзору в сфере природопользования (Росприроднадзора) по Республике Башкортостан [1]
ҺылтанмаларҮҙгәртергә
- Мулдашев А. Ә. Лағыр һаҙлығы // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Ялтыраҡ күл — һаҙ башы
- Беҙ тәбиғәттән яралған… Ниңә уға вайымһыҙбыҙ?
Был Башҡортостан географияһы буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |