Лағыр мәктәбенең крайҙы өйрәнеү музейы
Лағыр мәктәбенең крайҙы өйрәнеү музейы — Салауат районы Лағыр ауылының Лағыр урта мәктәбендә урынлашҡан мәктәп крайҙы өйрәнеү музейы. «Янғантау» геопаркы маршрутына инә.
Лағыр мәктәбенең крайҙы өйрәнеү музейы | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Лағыр һәм Салауат районы |
Бағышланған | тыуған яҡты өйрәнеү[d] һәм тарих |
Лағыр мәктәбенең крайҙы өйрәнеү музейы Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергәЛағыр музейы тарихы уҙған быуаттың 80-се йылдарынан башлана. Ул иҫке мәктәп бинаһында урынлаша. Етәксеһе Мәүлиә Яруллина була. Материалдар йыйыуға Мәүлизә Байрамова, Резеда Ғөбәйҙуллина ҙур өлөш индерә[1]. 2001 йылда яңы мәктәп төҙөлгәс, музей уның беренсе ҡатында урынлаша. Тупланған материалдар системаға һалынып, «Башҡорт көнкүреше», «Ауылдың билдәле кешеләре», «Хеҙмәт ветерандары», «Мәктәп тарихы», «Совхоз тарихы», «Ауылыьбыҙ Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында» бүлектәре буйынса урынлаштырылған. Бөгөн музейҙың төп фондында — 330, фәнни-ярҙамсы фондта 120 экспонат бар. Төп фондта яугир-ветерандарҙың шәхси әйберҙәре, көнкүреш әйберҙәре, археологик ҡаҙылмалар, кейем-һалым, фотолар һәм башҡалар бар. Музейҙа край этнографияһы, боронғо донъя, мәктәп тарихы, колхоз, совхоз тарихы, абруйлы яҡташтарыбыҙ, уларҙың исеме үлемһеҙ, яугир-интернационалистар темалары буйынса экскурсиялар ойошторола. Райондың Салауат Юлаев һәм башҡа мәктәп музейҙары менән бәйләнеш булдырылған. 2012—2013 уҡыу йылында музейҙа ремонт эшләнә, заманса мебель алына. 2019 йылдан музей «Янғантау» геопаркы маршрутына индерелгән[2].
Галерея
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ История музея
- ↑ ЭКСКУРСИЯ «БАШКИРСКАЯ ДЕРЕВНЯ» 2020 йыл 19 сентябрь архивланған.