Дөйөм Рәсәй муниципаль берәмектәр территориялары классификаторы
Дөйөм Рәсәй муниципаль берәмектәр территориялары классификаторы (Общероссийский классификатор территорий муниципальных образований, ҡыҫҡартмаһы ОКТМО) 2005 йылдың 14 декабрендә раҫланған.
Кәрәкле ОКТМО кодын ОКТМО эҙләү 2017 йыл 4 август архивланған. аша белергә була.
2014 йылдың 1 ғинуарынан Дөйөм Рәсәй муниципаль берәмектәр территориялары классификаторының яңы версияһы индерелә һәм статистика ғәмәлиәтенә керетелә: ОК 033—2013[1]. Яңы версияның төп айырмаһы — тораҡ пункттар өсөн ОКТМО кодының булдырылыуы.
2014 йылдың 1 ғинуарынан һалым түләү поручениеларында нәҡ ОКТМО-ны күрһәтергә кәрәк (ОКАТО урынына, шул уҡ шаҡмаҡҡа яҙырға).
Классификациялау
үҙгәртергәОКТМО-ла классификациялау объекттары булып түбәндәге муниципаль берәмектәрҙең территориялары тора:
- ауыл биләмәләре;
- ҡала биләмәләре;
- муниципаль райондар;
- ҡала округтары;
- федераль әһәмиәттәге ҡалаларҙың ҡала эсе территориялары;
- тораҡ-ара территориялар
ОКТМО һәм ОКАТО
үҙгәртергәРәсәй Федерацияһы Финанс министрлығы квартал һайын ОКАТО кодтарының ОКТМО кодтарына тап килеүен асыҡлай торған таблицаларҙы баҫа[2].
Формат
үҙгәртергәОКТМО ике киҫәктән тора, уларға муниципаль берәмек һәм муниципаль берәмеккә ингән тораҡ пункттар инә[3].
ОКТМО коды структураһының формулаһы беренсе киҫәктә (8 билдә): XX XXX XXX, унда:
- 1, 2 билдәләр классификацияның беренсе баҫҡысындағы классификация объекттарын идентификациялай;
- 3 — 5 билдәләр классификацияның икенсе баҫҡысындағы классификация объекттарын идентификациялай;
- 6 — 8 билдәләр классификацияның өсөнсө баҫҡысындағы классификация объекттарын идентификациялай.
ОКТМО коды структураһының формулаһы икенсе киҫәктә (11 билдә): XX XXX XXX XXX, унда:
- 1 — 8 билдәләр составына тораҡ пункттар ингән муниципаль берәмектәрҙе идентификациялай;
- 9 — 11 билдәләр тораҡ пункттарҙы идентификациялай.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- ОКАТО
- Муниципальная реформа в России (2006)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Общероссийские классификаторы 2018 йыл 13 октябрь архивланған.
- ↑ Таблица соответствия кодов ОКАТО кодам ОКТМО муниципальных образований и входящих в их состав населенных пунктов и межселенных территорий по состоянию на 01 января 2016 года . Министерство финансов Российской Федерации (1 декабрь 2015). Дата обращения: 22 март 2016. 2016 йыл 18 апрель архивланған.
- ↑ Росстат, Росстандарт. Общероссийский классификатор территорий муниципальных образований . Дата обращения: 22 март 2016.