Йәндүрин Дияс Хатип улы

Йәндүрин Дияс Хатип улы (20 ғинуар 1940 йыл — 4 октябрь 2022 йыл) — тарихсы, тарих фәндәре докторы (2005), профессор (2004). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2009)[1], СССР Юғары мәктәбе отличнигы (1985), Рәсәй Федерацияһы юғары һөнәри белем биреүҙең почетлы хеҙмәткәре (2007)[2].

Йәндүрин Дияс Хатип улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 20 ғинуар 1940({{padleft:1940|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})
Тыуған урыны Лағыр, Салауат районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 4 октябрь 2022({{padleft:2022|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (82 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Рәсәй
Һөнәр төрө тарихсы
Уҡыу йорто Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт университеты
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә тарих фәндәре докторы[d] (2005)
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы

үҙгәртергә

Йәндүрин Дияс Хатип улы 1940 йылдың 20 ғинуарында Лағыр ауылында тыуа. Атаһы Хатип Өмөтбай улы — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, Ҡыҙыл Йондоҙ, I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордены һәм миҙалдар менән наградлана, тыныс тормошҡа гвардия капитаны дәрәжәһендә ҡайта. Төбәктең тәүге мәғариф бүлеге мөдире була, Салауат райкомының пропаганда һәм агитация бүлеге мөдире вазифаһында эшләй. Һуғыштан һуң Лаҡлы ауылына балалар йортона директоры, Лағыр ете йыллыҡ мәктәбе директоры, колхоз рәйесе, пенсияға сыҡҡансы уҡытыусы була[3]. Шуға ла Дияс Хатип улы бәләкәйҙән белемгә ынтыла. Мәктәпте тамамлағандан һуң юғары белемде Башҡорт дәүләт университетында ала (1967). Шул уҡ йылда Лағыр урта мәктәбендә директорҙың уҡытыу буйынса урынбаҫары вазифаһына тәғәйенләнә. 19681970 йылдарҙа атаһының юлын ҡабатлап КПСС-тың Салауат район комитетында пропаганда һәм агитация бүлеге мөдире булып эшләй. 1974 йылдан алып Башҡорт дәүләт университетында уҡыта.
2022 йылдың 4 октябрендә Өфө ҡалаһында вафат була.

Хеҙмәттәре

үҙгәртергә

100-ләгән хеҙмәт авторы.

  • Яндурин Дияс Хатипович. Национально-государственное строительство в автономиях Урало-Поволжья в 20-30-е годы XX в. : Дис. … д-ра ист. наук : 07.00.02 : Уфа, 2003 380 c. РГБ ОД, 71:05-7/186.
  • Подготовка национальных кадров в Башкортостане (1920—1930-е годы) [Текст] / Д. Х. Яндурин // Вестник Академии наук Республики Башкортостан. — 2003. — Т. 8, № 4. — С. 29-33 : 1 табл. — Библиогр.: с. 33 (12 назв.)

ББК 74.03(2Рос. Баш) + 74.5(2Рос. Баш).

  • Яндурин, Дияс Хатипович. Национализм и национально- государственное устройство России: история и современная практика: Формирование национально — территориальных государственных образований народов Урало — Поволжья.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә