Яуын Сыуашев

Тырнаҡлы ырыуы старшинаһы, Крәҫтиәндәр һуғышы ҡатнашыусыһы

Яуын Сыуашев (18-се быуаттың беренсе сиреге — 1784 йылдан һуң) — Емельян Пугачёв етәкселегендәге 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы ҡатнашыусыһы. Тырнаҡлы улусы старшинаһы[1].

Яуын Сыуашев
Зат ир-ат
Тыуған урыны Яуын
Ҡыйғы районы
Башҡортостан Республикаhы
Ҡатнашыусы 1773—1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышы

Биографияһы

үҙгәртергә

Яуын Сыуашев Өфө наместниклығы Себер даруғаһы Тырнаҡлы улусының Яуын ауылында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡыйғы районы Яуын ауылы) тыуа. Һуңынан ошо уҡ волостың старшинаһы булып китә.

1765 йылда Себер линияһында хеҙмәт иткән отряд менән етәкселек итә, уның командаһына 184 йорт инә.

1773 йылда улы менән бергә Салауат Юлаевтың отрядына ҡушыла, 1774 йылда Салауат ғәскәре составында Красноуфимск һәм Көңгөр районы эргәһендәге хәрби операцияларҙа ҡатнаша. 1774 йылдың 20 ноябрендә Ҡытау-Ивановск заводы эргәһендә подполковник И. К. Рылеевтың деташементына ҡаршы алышта ҡатнаша.

Силәбе өлкәһе порталында килтерелгән мәғлүмәттәр буйынса, Юлай Аҙналин менән 1774 йылдың 11 ноябрендә Силәбе ҡәлғәһенә полковник И. Л. Тимашевҡа килә[2]. Бер мәғлүмәткә ярашлы, И. Л. Тимашев тарафынан ҡулға алына, артабанғы яҙмышы билдәһеҙ[1]. Силәбе өлкәһе порталында яҙылыуынса, батшаға ант итә һәм кире элекке вазифаһына — старшиналыҡҡа кире ҡайтарыла.

Тырнаҡлы ырыуы буйынса нәшер ителгән китапта һәм Силәбе өлкәһе порталында Яуын Сыуашевтың 1784 йылда ла старшина булып хеҙмәт итеүе теркәлә[3][2].

Архив мәғлүмәттәре күрһәтеүенсә, 1816 йылда уның улы Фәйзулла Яуыновҡа 51 йәш була, ейәне Ейәнгилде[3].

  • Яуын ауылына уның исеме бирелгән һәм әлегәсә ошо атама һаҡланып килә[3].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә