Ханов Закирйән Хан улы
Ханов Закирйән Хан улы (7 февраль 1920 йыл — 9 август 1990 йыл) — театр актёры. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1937—1940 йылдарҙа һәм 1946 йылдан Ҡыйғы колхоз-совхоз театры, 1952—1987 йылдарҙа Сибай драма театры актёры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған (1971) һәм халыҡ (1978) артисы.
Ханов Закирйән Хан улы | |
Тыуған ваҡыты: | |
---|---|
Тыуған урыны: |
Башҡорт АССР-ы |
Һөнәре: |
актёр |
Гражданлығы: | |
Әүҙем йылдары: |
1937-1987 йылдар |
Театр: |
Салауат башҡорт дәүләт театры, Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театры |
Наградалары: |
Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1978), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1971) |
Биографияһы
үҙгәртергәЗакирйән Хан улы Ханов 1920 йылдың 7 февралендә Башҡорт АССР-ының Мәсәғүт кантоны (хәҙер Башҡортостан Республикаһы) Салауат районы Лағыр ауылында тыуған.
1935—1937 йылдарҙа Мәсәғүт педагогия училищеһында уҡый.
1937 йылда Ҡыйғы колхоз-совхоз театрына уҡыусы булып алына (1937—1940, 1946—1952).
1952—1987 йылдарҙа Баймаҡ колхоз-совхоз театрында, Сибай драма театрында эшләй.
Театрҙағы ролдәре
үҙгәртергәЗакирйән Хановтың сәнғәте халыҡ йола фольклоры традицияларына барып тоташа. Милли сәхнә сәнғәте рус классик театр мәктәбенең һәм башҡорт халыҡ ауыҙ-тел ижадының синтезынан барлыҡҡа килгән. Иң мөһим ролдәрен артист Сибай театры сәхнәһендә башҡарҙы.
Был Ф. Шиллерҙың "Мәкер уй һәм мөхәббәт"ендәге Миллер, Жан-Батист Мольерҙың «Тартюф» пьесаһында Тартюф, Н. В. Гоголдең "Ревизор"ында Сквозник-Дмухановский;
Үҙ заманы темаларына арналған рус совет һәм башҡорт милли ерлеккә бағышланған драма әҫәрҙәрендә: Александр Фадеевтың «Йәш гвардия»һында Сергей Тюленин, Сәғит Мифтаховтың «Һаҡмар» әҫәре буйынса ҡуйылған «Дуҫлыҡ һәм мөхәббәт» пьесаһында Юлай, С. Джемалдең «Фатима Сабри»һында Хәмид, Әнғәм Атнабаевтың «Ул ҡайтты» пьесаһында Тимербулат, Нәжиб Асанбаевтың «Зәйтүнгөл»өндә Ризуанов, Асанбаев һәм Фәнил Әсәновтың «Ихлас һөйләшеүҙәр» әҫәрендә Борханов, А. Вампиловтың "Өлкән ул"ында Сарафанов ролдәрен уйнаны.
Фольклор-этнографик әҫәрҙәрҙә ырыу аҡһаҡалдары ролдәрен башҡарҙы: Мөхәмәтша Буранғоловтың "Башҡорт туйы"нда Әдил, Мәжит Ғафуриҙың "Ҡыҙыл йондоҙ"ында Ғәлим, Төхфәт Ғиззәттең "Ҡыйыу ҡыҙҙар"ында Бәхтийәр, Джемалдең шундай уҡ атамалы романы буйынса В. Ғәлимов ижад иткән "Ҡара раузалар"ында Сәйедбаба ролдәрен онотолмаҫлыҡ әһаң менән уйнаны[1].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1978)
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1971)
- Салауат районының почётлы гражданы[2].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Ханов Закирйән Хан улы (Тикшерелеү көнө: 5 февраль 2021)
- ↑ Ханов Закирьян Ханович 2016 йыл 4 июнь архивланған.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Ханов Закирйән Хан улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 5 февраль 2021)
- Виртуальный музей Лагеревской школы. Знаменитые люди села Лагерево. Галимов Хабир Латифович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 29 ғинуар 2019)