БАССР-ҙың 2-се саҡырылыш Юғары Советы депутаттары исемлеге

Wikimedia-Listn

Башҡорт АССР-ының икенсе саҡырылыш (1947—1951) Юғары Советы депутаттары — республиканың һуғыштан һуң тәүге һайланған депутаттары. Улар бөтәһе 155 була.

Район һәм ауыл Советтарына сираттағы һайлау 1942 йылда үтергә тейеш була. Һуғыш барыу сәбәпле БАССР Юғары Советы Президиумының 1941 йылдың 22 декабрендәге Указы менән Советтарҙың вәкәләттәре оҙайтыла һәм һайлау кисектерелә. СССР, РСФСР һәм БАССР Юғары Советтары депутаттарының да вәкәләттәре оҙайтыла. Икенсе һайлауҙар СССР Юғары Советына 1946 йылдың 10 февралендә, РСФСР һәм БАССР Юғары Советтарына — 1947 йылдың 9 февралендә үткәрелә.

Башҡорт АССР-ы Юғары Советы 1937 йылда БАССР Конституцияһына ярашлы булдырыла. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы, СССР Конституцияһы, РСФСР Конституцияһы һәм Башҡорт АССР-ы Конституцияһы тарафынан Башҡорт АССР-ы ҡарамағына ҡалдырылған бөтә һорауҙарҙы хәл итергә тулы хоҡуҡлы Башҡорт АССР-ы дәүләт власының юғары органы булып тора. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы эшмәкәрлеге мәсьәләләрҙе коллектив, ирекле, эшлекле тикшереү һәм хәл итеүгә, асыҡлыҡҡа, Башҡорт АССР-ы Юғары Советы алдында уның булдырған органдарының даими отчет биреүенә, граждандарҙы дәүләт һәм йәмәғәт эштәре менән идара итеүгә киңерәк йәлеп итеүгә, даими йәмәғәт фекерен иҫәпкә алыуға нигеҙләнә.

Башҡорт АССР-ы Юғары Советы үҙ вәкәләттәрен тормошҡа ашырыуҙы уның эшендә һәр Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутатының әүҙем ҡатнашыуы нигеҙендә төҙөй. Депутат үҙ вәкәләттәрен производствонан йәки хеҙмәт эшмәкәрлегенән айырылмайса тормошҡа ашыра.

1970 йылға тиклем Башҡорт АССР-ы Юғары Советы түбәндәге адрес, урынлашҡан: БАССР, Өфө ҡалаһы, Пушкин урамы, 106-сы йорт.

Икенсе саҡырылыш БАССР Юғары Советы депутаттары исемлеге[1]:

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. Документы и материалы. / Под ред. К. Б Толкачева. Сост.: В. Г. Азнагулов, З. Г. Хамитова. — Кн.2. — Уфа: ГРИ "Башкортостан", 2005. — 304 с. — ISBN 5-8258-0204-5.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары