Якимов Владимир Николаевич

Якимов Владимир Николаевич (6 июнь 1911 йыл, Углич, Ярославль губернаһы — 28 ғинуар 1989 йыл, Өфө) — партия һәм дәүләт органдары эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1948—1954 йылдарҙа ВКП (б)/КПСС-тың Ишембай, 1954—1959 йылдарҙа — КПСС-тың Салауат ҡала комитеттарының беренсе секретары, артабан Башҡорт АССР-ының Халыҡ контроле комитеты рәйесе, КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты секретары. Башҡорт АССР-ының 2-се, 5-се, 6-сы, 7-се, 8-се, 9-сы һәм 10-сы саҡырылыш Юғары Советтары депутаты. Ҡыҙыл Байраҡ, 1-се дәрәжә Ватан һуғышы, биш Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, Халыҡтар Дуҫлығы, Ҡыҙыл Йондоҙ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры.

Якимов Владимир Николаевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 6 июнь 1911({{padleft:1911|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})
Тыуған урыны Углич, Ярославль губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 28 ғинуар 1989({{padleft:1989|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (77 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Ерләнгән урыны Өфө Көньяҡ зыяраты[d]
Биләгән вазифаһы Ишембай ҡалаһы башлыҡтары (Башҡортостан)
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы
КПСС Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Юғары партия мәктәбе[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены I дәрәжә Ватан һуғышы ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Халыҡтар Дуҫлығы ордены «Почёт Билдәһе» ордены «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы «Хеҙмәт ветераны» миҙалы «Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн» миҙалы В. И. Лениндың тыуыуына 100 тулыу айҡанлы юбилей миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә утыҙ йыл» юбилей миҙалы медаль «В память 250-летия Ленинграда» юбилейная медаль «50 лет Вооружённых Сил СССР» юбилейная медаль «60 лет Вооружённых Сил СССР»

Биографияһы үҙгәртергә

Владимир Николаевич Якимов 1911 йылдың 6 июнендә Углич ҡалаһында тыуған. Әсәһе яғынан олатаһы рус-төрөк һуғышында ҡатнашҡан. Әсәһе, Татьяна Муравьева Макаровна (1890—1950), хужабикә. Атаһы, Якимов Николай Александрович, (1885—1955), эшсе, Салауат ҡалаһында вафат була. Ғаиләлә ике улы була.

Сик буйы ғәскәрҙәренең кесе командирҙар мәктәбендә, Стәрлетамаҡ педагогия институтында (ситтән тороп, һөнәре — тарихсы), КПСС Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Юғары партия мәктәбендә уҡый.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Ҡыҙыл Армияла хеҙмәт итә. Курск, Новгород йүнәлешендәге алыштарҙа ҡатнаша. Дүрт тапҡыр яралана. Сәләмәтлек торошо буйынса 1946 йылда демобилизациялана.

Эш урыны: Ленинград Киров заводы (1941 йылға тиклем), 1929 йылдан 1932 йылға тиклем — балыҡсылыҡ, урмансы, профсоюз рәйесе, леспромхоз директоры урынбаҫары, Төньяҡ Сахалинда (Хоэ ҡасабаһы) «Тревога» гәзитенең мәхәррире (1932—1939 йй.), Сахалинда комсомолдың район комитеты секретары (1932—1939 йй.), БАССР-ҙа Ишембай нефть промыслаһы партия комитеты секретары, Башҡортостан өлкә комитеты бюроһы ағзаһы, Ишембай ҡала комитетының беренсе секретары, ВКП(б) (КРСС) (1948—1954), 1954 йылдан 1959 йылға тиклем — Салауат партия ҡала комитетының беренсе секретары (1954—1959), БАССР-ҙың Халыҡ контроле комитеты рәйесе, КПСС өлкә комитеты секретары була. БАССР Министрҙар Советы президиумы ағзаһыитеп һайлана.

Эшләгән дәүерендә Башҡортостан Республикаһы төбәге үҫеше өсөн ҙур өлөш индерә

Якимов Владимир Николаевич — 2, 5, 6, 7, 8, 9, 10 саҡырылыштарының БАССР Юғары Советы депутаты.

Ғаиләһе: 1939 йылдан өйләнгән (Сахалин ҡалаһы), улы Валерий, ҡыҙы Людмила, ейәндәре Владимир, Олег, Андрей. 1984 йылдан хаҡлы ялда

1989 йылдың 28 ғинуарында Өфөлә вафат була. Көньяҡ зыяратында ерләнгән

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

Салауат ҡалаһындағы эшмәкәрлеге үҙгәртергә

В. Н. Якимов эшләгән ваҡытта Салауат ҡалаһында күпләп торлаҡ төҙөлөшө дауам итә, 18-се комбинат, социаль-мәҙәниәт күнкүреше объекты төҙөлә.

Ҡыҙыҡлы факттар үҙгәртергә

1986 йылда, хаҡлы ялда булып, Владимир Николаевич күләмле хикәйәләр циклын яҙа, ул СССР-ҙа төҙөү осорон, Бөйөк Ватан һуғышы тураһында, СССР халыҡтары тормошон, комсомол һәм партия ойошмаларының эшен, Рәсәйҙең күренекле кешеләре менән осрашыуҙарҙы үҙ эсенә ала

Хәтер үҙгәртергә

Салауат ҡалаһының Тыуған яҡты өйрәнеү музейында 2013 йылдың июлендә Якимов Владимир Николевичтың тормошо һәм эшмәкәрлегенә арналған документтар һәм фотоһүрәттәр күргәҙмәһе, хәтер кисәһе уҙғарыла. Кисә фрагменттары «Салауат» телекомпанияһы тарафынан телевидениенан күрһәтелә

Һылтанмалар үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Башкирская энциклопедия / Гл. ред. М. А. Ильгамов. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2011. − Т. 7: Ф-Я. — 624 с.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә