Мөбәрәков Арыҫлан Ҡотләхмәт улы

театр һәм кино актёры

Мөбәрәков Арыҫлан Ҡотләхмәт улы (төп исеме — Ҡотләхмәтов Арыҫлан Мөбәрәк улы; 15 декабрь 1908 йыл5 май 1977 йыл — СССР-ҙың театр һәм кино актёры, режиссёр һәм драматург, йәмәғәт эшмәкәре. 1948 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы, 1941 йылдан —ВКП(б)/КПСС ағзаһы. СССР-ҙың халыҡ (1955), РСФСР-ҙың (1944) һәм БАССР-ҙың (1940) атҡаҙанған артисы. Башҡорт АССР-ының 1—5 саҡырылыш Юғары Советы депутаты. БАССР‑ҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1989, үлгәндән һуң). Ленин (1949), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1968) һәм «Почёт Билдәһе» (1944) ордендары кавалеры.

Арыҫлан Мөбәрәков
Мөбәрәков Арыҫлан Ҡотләхмәт улы
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 2 (15) декабрь 1908
Тыуған урыны Асы ауылы, Өфө губернаһы, Верхнеурал өйәҙе, Рәсәй империяһы[1]
Вафат булған көнө 5 май 1977({{padleft:1977|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (68 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Ерләнгән урыны Өфө мосолман зыяраты
Һөнәр төрө театр актёры, кино актёры, театр режиссёры, драматург
Эш урыны Башҡорт дәүләт академия драма театры
Уҡыу йорто Өфө сәнғәт училищеһы
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены «Почёт Билдәһе» ордены СССР-ҙың халыҡ артисы Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы

РСФСР-ҙың халыҡ артисы РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы

Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы[d]

Биографияһы

үҙгәртергә

Арыҫлан Ҡотләхмәт улы Мөбәрәков 1908 йылдың 15 декабрендә Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе[2] Асы ауылында тыуған.

1934 йылдан ғүмеренең аҙағына тиклем ул Башҡорт дәүләт академия драма театрында актёр, режиссёр, художество етәксеһе һәм директор булып эшләй. Оҫта 20-нән артыҡ спектакль ҡуя, улар араһында: Н. Островскийҙың «Ҡорос нисек сыныҡты», Б. Бикбайҙың «Ҡарлуғас», М. Фәйзиҙең «Аҫылйәр», Ғ. Әхмәтшиндың «Тальян гармун», Н. Нәжмиҙең «Яҙғы йыр», М. Кәримдең «Яңғыҙ ҡайын» һәм башҡалар.

Арыҫлан Мөбәрәковтың иң билдәле актёрлыҡ эштәре — драма һәм кинофильмдарҙа, шул иҫәптән Степан Злобин сценарийы буйынса режиссёр Яков Протазановтың «Салауат Юлаев» фильмындағы Салауат Юлаев роле.

 
Өфөлә Арыҫлан Мөбәрәков һәйкәле

Үҙ таланты менән ул Башҡортостан рухи яҡтан, үҙенең күренекле артистары менән көслө булыуын күрһәтте. Бөтә ғүмерен Башҡортостан Республикаһында театр сәнғәтен үҫтереүгә арнаған мәшһүр шәхесебеҙҙең исемен мәңгеләштереү маҡсатында актёрҙың тыуған ауылы Асыла Арыҫлан Мөбәрәков музейы эшләй, Өфөнөң иң матур урамдарының береһенә уның исеме бирелгән, быйыл, ҡасандыр артист йәшәгән Ленин урамындағы 2-се йортта таҡтаташ асылды. Сибай башҡорт дәүләт драма театры Арыҫлан Мөбәрәков исемен йөрөтә, шулай уҡ театрҙа иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Башкирская энциклопедия (урыҫ)Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с.
  2. хәҙер Башҡортостан Республикаһының Белорет районы

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Юрий Узиков. Исторические памятники Уфы. Мубаряков. А. К. Ленина улица, 2. Уфа:Китап, 1999, 137-138 с.

Фильмдар, видео

үҙгәртергә